Аң бутаусылар кешенең, айырыуса әсәйҙәрҙең иң нескә тойғоларына баҫым яһайҙар һәм иң ғәзиздәре - балалары мәнфәғәте аша эш итәләр. Имеш, туған тел - артыҡ йөк, балаң наҙан ҡала. Ә тәбиғәттә һәр йән эйәһе үҙ балаһы менән ӨН аша аралаша, өн аша яҡыная, күңелдәре өн аша тоташа. Ҡаныбыҙға һалынған тойғолар: күңел яҡынлығы, һәләт, илһам, сәләмәтлеккә тәьҫир, аң яҡтылығы, зирәклек ошо өн-моң аша асыла. Тимәк, ҡанға һалынған бөтөн рухи ҡиммәттәрҙең асҡысы – ул туған өн. Туған өнһөҙ ҡалыу, тимәк, туған тел аша аралашмау, балабыҙҙы туған телдән яҙҙырыу арҡаһында улар туған моңда йырламай. Тимәк, быуындан-быуынға күсә килгән ҡан һәләте уянмай; кеше йыр аша нерв күҙәнәктәренә ыңғай йоғонто яһай алмай, тимәк, үҙ сәләмәтлегенә тәьҫир итә алмай; балалар атай-әсәйҙәре менән күңел яҡынлығы тоймай (күҙ алдына килтерегеҙ әле, донъялағы бөтөн йән эйәләре лә балаларын үҙ өндәре менән иркәләй, үҙ өндәре аша табыша – баҡыра, баҡылдай, һайрай, сутылдай, өрә, мыяулай һ.б.). Ә кешеләр балаһы тыуғандан алып сит өнгә күсә, имеш, сәңгелдәктән үк имтихан бирергә әҙерләй. Тәбиғәт кеше мейеһенә шундай мөмкинлек биргән: кеше әллә нисә тел үҙләштерә ала, аңлай, һөйләшә. Тик туған телең – ҡан телең иҫәбенә булмаһын тигән фекер һалынған был сифатҡа. Үҙ аңыбыҙ менән йәшәйек, туғандар, тәбиғәт ҡанундарынан тайпылмайыҡ, баланы беҙ үҙебеҙҙең дауамыбыҙ итеп табабыҙ бит! - тип ҡабат-ҡабат өндәшке килә. Бындай тайпылыштар даими булып тора һәм шул арауыҡта беҙҙә мәҙәни яҡтан да, ғилем өлкәһендә лә үҫеш туҡтай.