Һүҙ сәнғәте
«Туған телгә мөнәсәбәт аша
Йөрәктәрҙе була үлсәп ҡарап...»
Быуаттар аша артылған сихри бер моң-ауазы, хис-фекер тәрәнлеге, һис кемдә осрамаған йәнгә танһыҡ образдары, көтөлмәгән боролоштары менән хайран итә уның шиғриәте. Булмышы ла, тормош рәүеше лә шулай уның. Шиғырҙарҙан тыш, йырҙар ҙа, сценарийҙар ҙа ижад итә, матбуғатта мәҡәлә-очерктары ла донъя күреп тора, тиҫтә йылға яҡын рус телендә нәшер ителгән «Өфө» журналында башҡорт халыҡ ижадына, көнкүрешенә бәйле рубрика алып бара, республикалағы ғына түгел, халыҡ-ара әҙәби-мәҙәни сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша, төрлө онлайн йәки офлайн проекттар уйлап сығарып тормошҡа ашырырға ла өлгөрә, гранттар ҙа яҙа. Ә инде яҙыу-һыҙыу эшенән бушаған арала клиенттар ҡабул итә, кешене хиджама, һөлөк менән дауалай. Ҡыҙы менән улына ла, тормош иптәшенә лә, атай-әсәһенә, һеңлеләренә, дуҫтарына ла иғтибары етә уның.
Үҙебеҙҙең матбуғат өлкәһендә эшләгән өлгөр һылыуҙарыбыҙҙың береһе – шағирә, журналист, «Ағиҙел» журналының бүлек мөхәррире Гөлнара Хәлфетдинова менән булыр сираттағы әңгәмәбеҙ.
– Гөлнара, һөнәрҙәрең, шөғөлдәрең күп, әммә минең өсөн һин – иң тәүҙә тәрән хисле шағирә. Ошо һәләтең үҙен нисек һиҙҙертте? Ҡасаныраҡ үҙеңдә ижадҡа ынтылыш бар икәнлеген тойҙоң?
– Шиғыр яҙыу буйынса ниндәйҙер айырым һәләт булмағандыр ул миндә. Кешегә мәлендә йүнәлеш бирһәң, дәртләндереп ебәрһәң, бөтә өлкәлә лә уңышҡа өлгәшә алалыр, тип иҫәпләйем. Әсәйем, үҙе химия-биология уҡытыусыһы булһа ла, шиғырҙар уҡырға әүәҫ ине, ә мин, балалығым менәндер инде, ул шиғырҙың ни ҡыҙығын таба икән тип кенә уйлап ҡуя торғайным. Бер мәлде «Башҡортостан ҡыҙы» журналында әхирәте, класташы Вилә Баймурзинаның шиғырҙары донъя күргәс, уның миңә: «Бына, Вилә апайың шиғырҙар яҙа, институтта белем бирә», – тип һөйләгәне хәтерҙә. Унан һуң башҡорт теле уҡытыусыбыҙ өйгә эште шиғыр рәүешендә яҙып алып килергә ҡуша ине. Минең шиғыр яҙып маташҡанымды күргән атайымдың: «Һай, маладис, шиғыр яҙып, китап итеп баҫтырһаң, машина алырлыҡ аҡса түләйҙәр инде», – тигәне лә иҫтә ҡалған. Бала күңеленә ошо һүҙҙәр ҙә йоғонто яһағандыр, бәлки, төрлө темаға (башлыса тәбиғәткә бәйле булғандыр) шиғырҙар яҙып, «Йәншишмә» гәзитенә, «Пионер» журналына ебәрә башланым. Һәм бер көндө Йомабикә апай Ильясованан хат килеп төштө. «Шиғырҙарыңды әлегә баҫмай торабыҙ, әммә һин булдыраһың, тағы ла тырышыбыраҡ яҙ», – тиелгән ине унда. Бер аҙҙан Ғәбиҙулла Зариповтан шиғырҙарым баҫылыуы хаҡында сәләм-хат килде. «Яҡшы килеп сыҡҡан, тағы ла яҙ», – тип тә өҫтәгән. Шундай хаттар алғас, нисек яҙмайһың инде?! Ижад ҡомары шул хаттарҙан һуң уянғандыр ҙа миндә. Хатта һеңлемдең дә, минән күрмәксе булыптыр инде, «ҡамасауламағыҙ, ижад итәм» тигән иғлан элеп ҡуйып, бүлмәгә бикләнеп ниәмләрҙер яҙып-һыҙғылағаны хәтерҙә. Ана шулай атай-әсәйемдең, уҡытыусыларҙың, яҙыусы апай-ағайҙарҙан килгән хаттар йоғонтоһо менән яҙылған инде тәүге шиғырҙар.
– Һинең шиғырҙарыңды уҡыһаң, ниндәйҙер затлы бер ҡомартҡыға, хазина тулы һандыҡҡа барып юлыҡҡандай булаһың...
– Бала саҡтан уҡ халыҡ ижады, төрлө риүәйәттәр, тарихнамәләр менән ҡыҙыҡһыныуым эҙһеҙ үтмәгәндер. Шиғриәтемдә шулар сағылыш табалыр. Өс йәштә үк уҡырға өйрәнгәнмен. Мәктәпкә төшмәҫ элек үк мауығып китеп, барлыҡ ваҡиғаларҙы ла, геройҙарҙы ла күҙ алдына килтереп, ҡабат-ҡабат «Урал батыр» эспосын уҡығаным хәтерҙә. Ул китапты миңә ҡайҙандыр атайым алып ҡайтып биргәйне. Ғөмүмән, минең тормошҡа ҡарашым формалашыуҙа уның роле ҙур. Үҙе ябай эшсе, элемтәсе генә булһа ла күңеле, рухы бай уның. Тормош фәлсәфәһе, тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл мөнәсәбәте хаҡында яҙғаным да булды. Бәләкәй саҡта атайым, мәлен тура килтереп, урамыбыҙҙағы барлыҡ балаларҙы эйәртеп, Ҡыраҡа, Бейеш тауҙарына алып китә ине. Ә унда тотош аҡланды биләп күк умырзаялар сәскә ата! Беҙгә йыл да яҙғыһын шул матурлыҡты күрһәтә алыуынан кинәнес таба ине ул. Тағы ла шундай бер ваҡиға иҫемдә, бер мәлде өләсәйемдәрҙән ҡайтып инһәм, атайым: «Тышта нисек?» – тип һорай. «Нисек булһын, ҡәҙимгесә инде», – тип яуаплайым мин вайымһыҙ ғына. Ул иһә асыуланып китеп: «Шул сама ерҙән йәйәү ҡайтып, башыңды күтәреп тә ҡараманыңмы? Бар сығып күккә күҙ һал!» – тип әрләп ташламаһынмы! Ҡурҡышымдан тышҡа атылып сығып күк йөҙөнә баҡһам, селтәр ише ҡабарынҡы ғына булып болоттар ғәжәйеп нағыш хасил иткән. Атайым менән әсәйемә рәхмәт, беҙҙе ғәмһеҙ булып үҫмәһендәр тигәндәрҙер инде, матурлыҡты күрергә, тәбиғәтте ҡәҙер итергә өйрәткәндәр.
– Интернеттағы яҙмаларыңдан белеүемсә, ғаиләлә биш ҡыҙ үҫкәнһегеҙ. Һәм иң өлкәне һин...
– Эйе. Әммә миңә тиклем атайым менән әсәйемдең ике ҡыҙы тыуып үлгән булған. Мине лә, үлеп ҡуймаһын тип, янымдан китмәй күҙ ҡараһылай һаҡлағандар. Иммунитеты нығынһын, сирләп китмәһен тип йәшең тулғансы мәтрүшкә һыуы менән ҡойондорҙоҡ, тиҙәр. Үҙ һүҙле, иркә, сыйылдаҡ ҡына бала булғанмын. Минән һуң бер-бер артлы дүрт һеңлем тыуғас, үҙһүҙлелегем бөтөп, күндәм генә ҡыҙ балаға әйләнгәнмен инде.
–Үҙ-ара татыу булдығыҙмы? Кемегеҙгә ниндәй йорт эштәре эләгә ине?
– Татыу булдыҡ. Бишәүләшеп ултырып сигеү сигә, бәйләм бәйләй, макраме яһай, ҡорама ҡора торғайныҡ. Берәүебеҙ нимәгәлер тотонһа, башҡалар ҙа шуны эшләргә керешә ине. Атайымдың эш урыны идараһы Белорет районы Әүжән ауылында урынлашҡан ине. Ә унда урыҫтар йәшәй. Шундағы урыҫ ағайҙары килһә, беҙҙең бишәүләшеп ҡул эше менән булыуыбыҙҙы күреп иҫтәре китә ине. Атайым менән әсәйем беҙҙе спортҡа ылыҡтырырға, йорт-ҡураны төрлө спорт ҡорамалдары менән йыһазландырырға тырышты. Ҡарлы ҡапҡаға берәмләп йүгерешеп сығып торабыҙ, өҫтөбөҙгә бер биҙрә һыу ҡойоп ебәрһәләр йүгереп кире өйгә инеп китәбеҙ, мунса төшөү ҙә күңелле булып иҫтә ҡалған, әсәй йыуындырып берәмләп атайға тапшырып тора, ул беҙҙе күтәреп индереп карауатҡа теҙеп һала тора. Кәртә тирәһендәге эштәрҙе лә күмәкләп башҡарҙыҡ, мал ҡараштыҡ, бесән сабып үҫтек. Ә бына аш-һыуҙы әсәйем һәр саҡ үҙе әҙерләне. Һыйырҙы ла беҙҙән һауҙырманы. Ҡулы оҫта, әҙерләгән ризығы ашап туйғыһыҙ уның... Әсәй үҙе етемлектә, ауырлыҡ күреп үҫкәс ғүмер буйы беҙгә эш тейҙермәҫкә тырышты, үҙенә эләгеп етмәгән уйынды, ялды беҙгә еткерергә ынтылғандыр инде, әле лә ауылға ҡайтһаҡ иртәнсәк уятып ҡуймаҫ өсөн шым ғына йөрөйҙәр.
– Интернетта яҙғандарың аша әсәйеңдең халыҡ табибы икәнлеге мәғлүм. Үҙең дә кешеләрҙе хиджама, һөлөк менән дауалайһың. Кешеләр менән эшләү, төрлө ысулдар менән имләү өсөн, һис шикһеҙ, һиҙемләү тойғоһо талап ителә. Был һәләт, моғайын, һиңә әсәйеңдән бирелгәндер?
– Әсәйем беренсе республика интернат-мәктәбенән һуң медицина университетына уҡырға инһә лә, һаулығы ҡаҡшап, ғаилә сәбәптәре арҡаһында өсөнсө курстан һуң Хәмиткә уҡытыусы булып килә. Мәктәптә химия, биология фәндәренән уҡытты, үҙе әле булһа кешеләрҙе халыҡ ысулы менән дауалай. Атайымдың әсәһе лә көслө имсе булды, быуын ултыртты, эс һыланы, ноҡот та һалды. Уның йортонан бер ваҡытта ла кеше өҙөлмәне. Беҙгә лә ҡыҙыҡ ине. Мәле тура килһә, Зиниә һеңлем менән ситтән генә уның нисегерәк быуын ултыртҡанын, ҡайһылайыраҡ һылап-һыйпағанын күҙәтеп тора торғайныҡ. Өләсәйемдәрҙә йөрөргә яраттыҡ, дауаланырға килеүселәр беҙгә тип мул итеп күстәнәс тә ҡалдырып китә ине шул.
Мин үҙем дә табип булырға хыялландым. Мәктәптә уҡығанда теүәл фәндәрҙән дә яҡшы өлгәштем. Математика йүнәлешен һайларға ла була ине. Тик туғыҙынсы кластан Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт гимназияһында уҡый башлағас (әйткәндәй, бишенсе класта ла ошо мәктәптә уҡыйым тип килгәйнем инде, тик бер ай ҙа үтмәҫтән, һағыныуыма түҙмәй, өйҙәгеләргә ҡағыҙ битен тултырғансы «килеп алығыҙ» тип хат яҙғас, атайым йәлләп алып ҡайтып китте) башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса республика кимәлендге олимпиадаларҙа ҡатнашып еңеүҙәр яуланым һәм БДУ-ның башҡорт филологияһы факультетының башҡорт-ғәрәп бүлегенә имтиханһыҙ уҡырға алдылар. Мәктәпте тамамлағас, медицина университетына имтихандар тотоп ҡарармын тип ниәтләһәм дә, бесән мәле еткәс, ҡыҙыу эш осоронда ҡабат Өфөгә барып йөрөмәйем инде тип, БДУ-ны һайланым. Аҙаҡ бер аҙ үкендерҙе, әлбиттә. Әммә яҙмыш барыбер үҙемде ошо йүнәлештә лә һынап ҡарарға мөмкинлек бирҙе. Махсус курстар тамамлап, хиджама, һөлөк ярҙамында кешеләрҙең сәләмәтлеген нығытырға ярҙам итә алыуым өсөн сикһеҙ шатмын бөгөн. Яҙыу эше һәр саҡ мейене көсөргәнештә тотоуҙы талап итһә, был шөғөлөм миңә ана шул ижадтан бер аҙға ғына булһа ла арынып торорға мөмкинлек бирә. Көндөҙ журналда эшләһәм, кискеһен, ял көндәрендә үҙемде ошо эшемә бағышлайым. Һәр шөғөлөм дә күңелемә яҡын. Бағымсылыҡ эше менән ҡатын-ҡыҙға борондан ҡырҡ йәштән үткәс кенә шөғөлләнергә кәңәш иткәндәр, өләсәйебеҙҙән шәхсән өйрәнеп ҡалмаһаҡ та, ҡул хәтере тип әйтәйемме, затта булған һәләттәр мәле еткәс үҙенән үҙе уяна, ахырыһы.
– Тиҫтә йылдан ашыу «Тамыр» балалар студияһында эшләнең. Бик ҙур, матур эштәр башҡарҙың. «Тамыр» менән хеҙмәттәшлек нисегерәк башланып китте?
– Класташым, әхирәтем Ләйсән Солтанғолова Өфө сәнғәт институтының режиссура йүнәлешен тамамлап, «Тамыр» студияһында эш башланы. Эше, съемкалар хаҡында яратып һөйләй ине. Бик мауыҡтырғыс тойолдо. Бер көндө ул мине үҙе менән «Тамыр»ға алып китте. Мине лә стажер итеп алдылар. Өс айҙан һуң мөхәррир булып киттем. «Тамыр»ҙа эшләү минең өсөн ҙур бер тормош мәктәбе булды. 12 йыл дауамында «Сәңгелдәк»тәр эшләнем. Ә ул осорҙа һәр тапшырыу өсөн айырым йыр, клип төшөрөү талап ителде. Бер тапшырыу яҙҙырыу өсөн әллә күпме көс түгергә кәрәк ине. Йәйгеһен үҙебеҙҙең тыуған яҡтарға ҡайтып, телевизион команда менән әсәйемдәрҙә йәшәп, халыҡ фольклорына бәйле тапшырыуҙар төшөрә инек. Ҡыҙым Гөлнәзирә лә «Сәңгелдәк»тә алып барыусы булды. «Тамыр»ҙа эшләгән йылдарҙа балалар өсөн 200-ҙән ашыу йыр ижад ителгән. Хатта «Төрксой» ойошмаһы етәксеһе Әхәт Сәлихов ярҙамы менән ҡыҙымды ла алып Төркиәгә барып Зәки Вәлиди, Абдулҡадир Инандың улдары менән әңгәмә ҡороу, башҡорт һәм төрки халыҡтары тарихына бәйле байтаҡ мәғлүмәт туплап ҡайтып, шуларға нигеҙләнеп тапшырыуҙар төшөрөргә лә насип булды.
– «Тамыр»ҙы ҡалдырып китеүе еңел булмағандыр ул?
– Ә мин уны ҡалдырманым да. Әле булһа йырҙар, сценарийҙар яҙғылап торам. Гөлназ Фәрит ҡыҙына рәхмәт! Унан күп нәмәгә өйрәндем мин. Әле лә рухташым булып ҡала, бергәләп башҡарған эштәребеҙ ҙә байтаҡ.
Сөләймән улым менән декрет ялында ултырғандан һуң «Башҡортостан ҡыҙы» журналының ул саҡтағы баш мөхәррире Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙы Ильясова үҙҙәренә эшкә саҡырғайны, ризалаштым. Белгестәр биш йыл һайын эште алмаштырып торорға кәңәш итә бит. Телевидение, радио өлкәһендә 12 йыл эшләнем бит инде, матбуғат өлкәһендә лә үҙемде һынап ҡарайым әле, тип уйланым. Күңелемдә ниәтләп йөрөгән проекттарым да юҡ түгел ине. Әлбиттә, телевидение, радио журналисы менән матбуғат хеҙмәткәренең эше айырала. Телевидениела – һүрәт, кадр, радиола тауыш мөһим, журналда һүҙ менән эшләй белеү, яҙыу оҫталығы талап ителә. Бер өлкәнән икенсе өлкәгә күсеп китеүе анһат ҡына булманы. Шулай ҙа яңы мөхиткә тиҙ өйрәндем. «Башҡортостан ҡыҙы»нда үҙ проекттарымды, рубрикаларымды булдырҙым, берҙәм коллективта ирәйеп эшләү мөмкинлеге булды. Бигерәк тә әлеге баш мөхәррир Гөлназ Ҡотоева менән ижади тандемда «Әсә йөрәге» һәм башҡа ижади проекттарҙы халыҡ-ара кимәлгә сығарып, сәмләнеп әүҙем, күңелле эшләнек, бергәләп төрлө халыҡ-ара әҙәби фестивалдәрҙә ҡатнаштыҡ, төшкө аш мәлендә сәй эсеп кенә ултырған арала ла яңы рубрикалар уйлап сығара инек. Халыҡ яратып ҡабул иткән «Көнсығыштың бөйөк ҡатындары», «Тарих тирмәненән» рубрикалары ла шулай тыуҙы. Ошо рубрикалар аҫтында баҫылған яҙмаларымды китап итеп сығарһаңсы тип һораусылар әле лә бар, насип булһа, бәлки, тормошҡа ла ашырылыр.
– Шиғырҙарың бик күп. Нисә китабың бар? Һәм ижадта һинең яратҡан темаң бармы?
– Мөхәббәт хаҡында ғына яҙған бер осором да булған минең. Бөгөн ижадымда күберәк йәшәйеш, тормошта килеп тыуған хәл ваҡиғаларға яуап эҙләү, фәлсәфә өҫтөнлөк итә. Ә бына китап сығарыуға әллә ниңә элегерәк бик илтифат итмәгәнмен. Ҡәләмдәштәрем әйләнгән һайын шуның өсөн шелтәләп тә ала. Хәтеремдә, Ирек ағай Кинйәбулатов мәрхүм көн дә эшемә инеп, ҡасан нәшриткә ҡулъяҙмаңды алып барып һалаһың ул тип кәзекләп тә йөрөнө. Тәүге китабым 2007 йылда донъя күргәйне. Икенсеһе бер йыл самаһы элек баҫылды. Ул арауыҡта яҙмай торолманы, әлбиттә, әммә журналистика менән кешеләрҙе дауалауға ваҡытымды күберәк бүлгәнмендер барыбер ҙә. Унан ҡатын-ҡыҙҙың ҡатын, әсәлек бурыстары ла бар бит әле, гүзәл затҡа һәр яҡлап та баланс тотоп йәшәүе бик еңелдән тип әйтмәҫ инем, бигерәк та балалар үҫкәндә.
– Уның ҡарауы интернентта шиғырҙарың бик популяр. Яңы шиғырҙарыңды сарсап көтөп алыусы тоғро уҡыусыларың бар... Һин балалар өсөн генә түгел, өлкәндәр өсөн дә йырҙар яҙаһың. Заказға йыр текстары яҙыуы ауыр түгелме?
– Заказға йыр һүҙҙәрен еңел яҙам. Шулай ҙа әҙер көйгә һүҙҙәр яҙыуы ҡыйыныраҡ һымаҡ. Сөнки ул осраҡта билдәле бер сиктәрҙән сығырға ярамай.
– Тағы ла ниндәй жанрҙа эшләп ҡарарға теләр ине?
– Проза яҙғым килә. Был жанрҙа донъяға булған ҡарашымды сағылдыра алыр инем, тип уйлайым. Тик әлегә тотоноп китә алмайым. «Ағиҙел» журналында шиғриәт бүлеген алып барам. Әйткәндәй, унда эшләү ҙә күп нәмәгә өйрәтте, әҙәбиәткә яҡынайтты. Үҙебеҙҙең яҙыусылар, райондарҙағы әҙәби берекмәләр ағзалары менән йыш аралашам хәҙер. Журналда бик көслө коллектив тупланған: Мөнир Ҡунафин, Әхмәр Үтәбай, Салауат Әбүзәр, Луиза Кирәевалар. Барыһы ла ниндәйҙер бер рухи бейеклеккә өлгәшкән, кешелекле, ышаныслы, затлы заттар. Улар һинең рухыңды үҫтерә, хатта сәбәбе булһа ла, күңелеңде төшөрөрлөк һүҙ әйтмәй. Бер ғаилә кеүекбеҙ. Төрлө темаларға һөйләшә алабыҙ. Ошондай коллективта эшләү үҙе бер бәхет.
– Туғандаш халыҡтар әҙәбиәте менән дә ҡыҙыҡһынаһың, тәржемәләр яһайһың, төрлө халыҡ-ара әҙәби сараларҙа ҡатнашаһың...
– Үҙем шағирә булғас, туғандаш халыҡ шағирәләренең ижадын күҙәтеп барам. Ҡаҙаҡ шағирәһе Танагөз Ильясова, ҡырғыҙ шағирәһе Айжарҡын Эргәшева, үзбәктәрҙан Хөсиәт Рөстәмова, Гүзәл Бегим, яҡуттарҙан Мария Арылы Дуйдаах, Наталья Сайалар ижады күңелемә яҡын. Образдары, стилдәре оҡшай. Төрки телле шағирәләрҙең шиғырҙарын төп нөсхәһендә уҡыйым. Барыһы ла аңлашыла.
– Сит телдәр беләһеңме?
– Башҡорт дәүләт университетында башҡорт-ғәрәп бүлегендә ғәрәп телен бик яҡшы итеп өйрәнгәйнек. Остаздарыбыҙ беҙҙе телдең Мысыр диалекты менән Ғәрәп әмирлектәре диалектын айыра белеү кимәленә еткергәйне. Тик көндәлек тормошта ҡулланмаһаң тел онотола. Ғәрәп теле хәҙер онотолдо. Ә бына төрөк телен икмәк-тоҙлоҡ беләм тип әйтә алам. Хатта ҡасандыр Төркиәнең Иҫкешәһәр ҡалаһында үткән бер конференцияла төрөксә генә сығыш яһарға ла тура килгәйне.
– Балаларығыҙ, ҡала мөхитендә үҫһәләр ҙә башҡорт телендә бик матур һөйләшә. Гөлнәзирә, ана Анкарала уҡып йөрөһә лә, тыуған телен онотмай. Нисек итеп балаларҙы башҡортса һөйләштерергә бөгөн?
– Сиктәр юйыла, йәштәребеҙ ситкә китә тип борсолабыҙ. Үҙем дә ошо хаҡта хафаланып, «Туҙҙырылған иләү» тигән шиғыр яҙғайным бер мәл. Әммә әлегә шуға шаһитмын, ситкә киткән йәштәрҙең күбеһенең балалары башҡортса һөйләшә. Ә бында, Башҡортостанда, күршеләремдең балалары ла урыҫсанан ғына һалдыра. Туған тел төшөнсәһе бөгөн тыуған ил төшөнсәһенә генә лә бәйле түгел. Мөхит тыуҙыра белеү мөһим. Аңлайым, бик ҙур эш ул, һәм бының өсөн беҙ, атай-әсәйҙәр яуаплы. Нисек кенә баналь яңғырамаһын, барыһы ла балаларға туған телдә әкиәт һөйләүҙән башлана. Һәм улар шул әкиәттәрҙе ғүмер буйы иҫләй. Быны мин үҙ тәжрибәмдән сығып әйтә алам. Гөлнәзирәгә шундай матур, мәғәнәле әкиәттәр һөйләй торғайным. Сөләймән бәләкәй саҡта бер аҙ ялҡауланып китеп, үҙемсә нимәләрҙер уйлап-сығарып еңел-елпе генә әкиәт-хикәйәттәр һөйләп йоҡлата инем. Хатта Гөлнәзирә лә: «Әсәй, оят түгелме һиңә», – тип иҫкәрмә яһап ҡуя торғайны. Һөҙөмтәлә, Сөләймән еңел генә рус теленә күсеп китте. Шуны аңлап ҡалғас, һуңлап булһа ла хаталар өҫтөндә эш башланды. Хәҙер улым да башҡорса матур һөйләшә. Ҡыҙым да ситтә йөрөгәс, туған телдең мөһимлеген яҡшы аңлай. Һабаҡташтарым араһында туған телдәрен белмәүселәр күп. Улар беҙгә, үҙ телдәрен белгәндәргә, көнләшеп тә, һоҡланып та ҡарай, ти ул.
– Ихлас әңгәмәң өсөн рәхмәт, Гөлнара! Ижад ҡомарың ташламаһын! Был һөйләшеүҙе һинең туған тел тураһындағы бер шиғырың менән тамамлайыҡ. Ә инде журнал уҡыусыларға башҡорт теленең моңон күргегеҙ килһә, һүҙ байлығығыҙ кәмеп, күңел кисерештәрегеҙ тоноҡланып ҡалһа, Гөлнара Хәлфетдинованың шиғырҙарын уҡығыҙ тип кәңәш итәм.
Аҡса емеше лә,
Баҡса емеше лә түгел,
Йөрәк емеше ул – туған тел!
Ул йәшәһен өсөн күпме ата-баба
Башын һалған ергә, шуны бел!
Һатып булмай уны ҙур аҡсаға,
Һандыҡтарға һалып булмай һаҡлап.
Ләкин була уны гел йәшәтеп
Килер көндә, ҡәҙер итеп, яҡлап.
Һумдар йәки мал баштары менән
Иҫәпләнмәй һис тә тел баһаһы,
Уның менән йә үҙеңде табаң,
Намыҫыңды йәки юғалтаһың...
Әсә теле, ата-баба теле –
Алмастарҙан артыҡ, мең-мең карат.
Туған телгә мөнәсәбәт аша
Йөрәктәрҙе була үлсәп ҡарап.
Гөлшат Ҡаһарманова