+9 °С
Ясно
Дөйөм мәҡәләләр
12 Декабря 2023, 14:55

Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаевҡа арналған сара үтте

Бына ҡайҙа ул шиғри тапҡырлыҡ, миллилек, художестволы юғарылыҡ!

Добавить в предпочтительные источники Google

БАШҠОРТОСТАН УЛЫ, ҺҮҘ ОҪТАҺЫ ӘНҒӘМ АТНАБАЕВ

Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаевҡа арналған сара үтте

Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаев тураһында һөйләгәндә, һүҙемде алыҫтан, тарихтан башлағым килә. Сығышы менән Әнғәм Ҡасим улы Тәтешле районының Иҫке Күрҙем ауылынан. Был ерҙәрҙә әүәл замандарҙа башҡорт халҡының иң ҡеүәтле, ҙур ырыуҙарының береһе Табындар көн иткән. Улар яугирлығы, батырлығы менән дан ҡаҙанған. Был хаҡта тарихи сығанаҡтарҙа ла телгә алына: Сыңғыҙхандың алдынғы ғәскәрендә булған Майҡы бей тоҡомдары  ул Табындар, уның тармағы булған Ирәкте ырыуы башҡорттары. Батырлыҡ, матурлыҡ, ошо ерҙең яҡты асыллы кешеләре хаҡында булды Башҡортостан әҙәбиәте әһеле Әнғәм Атнабаевтың шиғриәте. “Халҡым йолаһы” шиғырын иҫкә төшөрөп китәйек:
"Башҡорт халҡы һуғышсан" тип,
Тарихта тороп ҡалған.
Был, бер яҡтан, дөрөҫ булһа,
Икенсе яҡтан — ялған.

Сөнки башҡорт ҡылыс алған
Тик илен һаҡлағанда,
Ғорур башын яуҙа һалған,
Намыҫын яҡлағанда.

Ул теләгән азатлыҡта
Йәшәргә, иркен һулап.
Шуға күрә беҙҙә кеше
Күрешә ике ҡуллап.

— Ике ҡулым — ике ҡанат
Йәл түгел дуҫтарыма,
Ике түгел, береһе лә
Бирелмәҫ дошманыма!

Яуыз ниәт менән килһәң,
Ҡыҙғаныу-аяу көтмә,
Халҡымдың һуғышсан рухы
Юғары бейеклектә!

Беләләр быны Парижда,
Беләләр Берлинда ла:
Ул илбаҫар сифатында
Кермәне бер илгә лә.

Ә дуҫтары менән халҡым
Күрешә ике ҡуллап,
Ике ҡулын һуҙған саҡта,
Гүйә ул әйтә һымаҡ:

Бына һиңә ике ҡулым,
Ышан ҡоралым юҡҡа,
Һин ышанһаң, мин ышанам
Һинең дә тоғролоҡҡа!

Дуҫтар ихтирам итһендәр
Халҡымдың был йолаһын!
Ә дошман уның һуғышсан
Икәнен онотмаһын!
(1988. Һайланма әҫәрҙәр, 1-се том).
  1812 йылғы Ватан һуғышында Парижды алған,  ә инде Бөйөк Ватан һуғышында тотош дивизиялар менән ҡатнашҡан халҡыбыҙҙың булмышы тураһында Шағир ана нисек образлы, юғары художестволы кимәлдә һүрәтләй. 
Бөгөн был хаҡта һөйләүем юҡҡа түгел, аңлап тораһығыҙ. Иҫке Күрҙем ауылынан да тап 11 егет махсус хәрби операцияға юлланғайны. Ирекһеҙҙән йәнә лә барығыҙ ҙа Әнғәм Атнабаевтың “Ун бер малай үҫтек ауылда” шиғырын иҫкә төшөргәндер. Юҡҡа ғына шағирҙарҙы иҫкәртеүсе, алдан күрә белеүсе, тимәйҙәр, күрәһең!  Даны, батырлығы алыҫтарға таралған ҡыйыу, баш бирмәҫ егет – халыҡ геройы Фәнис Хөсәйенов та ошо райондан. Башҡорт батырҙары яуҙа шағирҙарса һәләк була, ә ижадта батырҙарса – ҡыйыу, тапҡыр, зирәк фекер менән таң ҡалдыра!
Сығышымды Шағирҙың ябай һәм бөйөк төшөнсәләр хаҡында һөйләгән, башҡорт һүҙ сәнғәтенең классик әҫәренә әйләнгән “Ҡара икмәк” шиғыры менән тамамлағы килә. Донъялар үҙгәрә, заманалар алышына, әммә ҡиммәттәр шул уҡ: кеше булып ҡалыу, матурлыҡ, батырлыҡ:
Әсәй миңә ҡара икмәк сәйнәп,
Имеҙлеккә һалып биргән дә
Үҙе киткән ураҡ урырға.
Илағанмын,
ләкин сыҙағанмын —
Икмәк менән була торорға.

Ҡара икмәк бәләкәйҙән таныш,
Беләм уның ҡиммәт икәнен,
Бер телеме өсөн кешеләрҙең
Таңға тиклем сират көткәнен.

Ҡара икмәк ҙур мәсьәлә булған:
Йөҙ грамлап уны бүлгәндәр,
Ҡош телендәй шул грамдар өсөн
Һуғышҡандар,
хатта үлгәндәр...

Шул саҡтарҙы онотабыҙ, буғай,
Әйтерһең дә, күктән төшкәнбеҙ.
Беребеҙ ҙә күктән төшмәгәнбеҙ,
Ҡара икмәк ашап үҫкәнбеҙ.

Ул ваҡыттар мәңге кире ҡайтмаҫ,
Беҙ ашайбыҙ хәҙер ҡаласын.
Тик ҡаластың тәмен белер өсөн
Онотмайыҡ уның ҡараһын.

Онотмайыҡ,
йәйге селләләрҙә
Ең һыҙғанып кемдәр иккәнен,
Онотмайыҡ,
бәрәкәтле ерҙең —
Ҡара ерҙең ҡара икмәген!
(1988. Һайланма әҫәрҙәр, 1-се том).
Бына ҡайҙа ул шиғри тапҡырлыҡ, миллилек, художестволы юғарылыҡ! Рәхмәт, Шағир, мәңгелек ижадың өсөн!
Лариса Абдуллина,
 Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы мәҙәниәт буйынса Совет ағзаһы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының мәҙәниәт һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса комиссия рәйесе, Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, шағирә, журналист. 

https://vk.com/asilikulkisi

 

Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаевҡа арналған сара үтте
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаевҡа арналған сара үтте
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаевҡа арналған сара үтте
Автор:
Читайте нас