- Бәәәй, нисек, улай буламы ни ул?
- Була икән, була, Фәриҙәкәйем. Мин үҙем дә аңламайым... Сабый иламай тора тимени?.. Берәү генә лә түгел, икәүҙәр бит. Балаҡайымды йәлләйем. Һәр ваҡыт ҡалын ғына кәүҙәле Лерам кибеп бөттө.
- Бәлки йүнәлешеп китерҙәр, шул тиклем борсолмағыҙ, әле йәштәр бит...
- Ике бала эшләргә йәшлек ҡамасауламаған, ә ҡарайһы килмәй кейәү кешенең. Лера – һине яратам, һинән айырыла алмайым, тик балаларһыҙ, ти.
- Ул балаларҙы ҡайҙа ҡуйырға уйлай һуң?
- Балалар йортона ваҡытлыса урынлаштырып торайыҡ та, бер аҙ үҫкәстәр яңынан барып алырбыҙ, ти, аҡыллы баш. Миңә һәр көн уларҙың концертын түҙеп тыңлағансы, алимент түләү мең тапҡыр еңелерәк, йәнәһе...
- Был һүҙҙәренән һуң Лера ирен өйөнән ҡыуып сығарып, айырылышыуға ғариза яҙҙы. Йылы, таҙа өйҙән, ашлы өҫтәл эргәһенән бер ҙә сығып китәһе килмәй тегенең... Хәҙер, ярай, һинеңсә булһын, тик мине ҡыума, мин һинһеҙ йәшәй алмайым, яратам, тип аяғында ята. Вәт, шундай Лераның хәлдәр, Фәриҙә Булатовна...
- Хәлдәрегеҙ шәптән түгел икән шул, Фәһимә Әҙһәмовна. Лера ҡыуып сығарып дөрөҫ эшләгән, тик әлегә айырылышырға ашығырға ярамай. Ир-аттарҙа атайлыҡ хисе һуң уяна шул ул. Эшләй, эсмәй, аҡсаһын ҡайтара,.. Атай – хәсрәттең саҡ ҡына үҫкәнен көтөргә кәрәктер...
- Балаларын үҫтер, аталарын үҫтер... Эй, балаҡайымды, ауырып ҡына китмәһә ярар ине. Мин дә әллә ни ярҙам итә алмайым тиһәм дә, өйөмә йоҡларға ғына ҡайтам.
- Лера йәш, бирешмәҫ ул, һеҙ үҙегеҙҙең һаулығығыҙҙы ҡарағыҙ инде... Донъя шулай, бер алдын, бер артын күрһәтә, - ти торған ине әсәйем. Аҙаҡ еңеләйер инде лә ул, тик мәлен дә ауыр шул.
- Белмәйем, бер ваҡытта ла үтмәҫ кеүек был ҡара буй...
- Аҙаҡ үҙеңә рәхмәтен әйтеп бөтөрә алмаҫ әле.
- Ҡасан була ул “аҙаҡ” тигәнең?.. Эйе, бирһен Хоҙай... Хәйер миңә уларҙың рәхмәттәре лә кәрәкмәй. Матур итеп, татыу ғына йәшәһендәр ине.
- Бирер Хоҙай, бирер. Сабырлыҡ, һеҙгә, һаулыҡ, ул тиклем бөтөрөлмәгеҙ, йәме! – тип хушлаштым да, ҡайтыр юлыма сыҡтым.
Үҙ балаһынан арыған ирҙәр тураһында һуңғы ваҡыт күп булмаһа ла ярайһы йыш ишетергә тура килә. Ысынлап та нимә булды беҙҙең көслө заттарыбыҙға? Ҡала транспортында йәш ҡыҙҙарға түгел, өлкән йәштәге инәйҙәргә лә урын бирә белмәгән ир-егеттәребеҙҙән ни көтөргә?