+15 °С
Облачно
Дөйөм мәҡәләләр
8 Декабря 2023, 13:40

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле “Башҡортостан” дәүләт концерт залы сәхнәһендә “Ҡанатлы” тип исемләнгән концерт программаһын тәҡдим итте.

Программа Хашим Мостаевтың тыуыуына 105 йыл тулыуға арналды.

 Хашим Мостаев (1918 — 2015)-күренекле балет артисы, педагог-балетмейстер, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, профессиональ балет сәнғәтенә һәм башҡорт халыҡ хореографияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Юбилей датаһы хөрмәтенә ғәскәровсылар Хәшим Мостаевтың  “Француз яулыҡ”, “Сәскә атҡан ҡурай”, “Азамат”, “Ирәндек”, “Ҡумыҙ менән бейеү”, “Беләҙектәр сыңы” композицияларынан программа әҙерләне, тип хәбәр итте “Башинформ” ға ансамблдең матбуғат секретары Элиза Сынбулатова. .

Программа Башҡорт опера һәм балет театры артистары һәм  Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы студенттары ҡатнашлығында перформанс менән асылды. Сәхнәлә Хашим Мостаев башҡарыуындағы “Сыңрау торна”, “Баҡсаһарай фонтаны”, “Тщетная предосторожность”  һәм “Ҡара йөҙҙәр” балеттарынан образдар йәнләнде.  Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамбль солистары сәхнәлә яңы ролдәрҙә сығыш яһаны — Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Екатерина Запонова Һәм Ринат Ишмаев “Баҡсаһарай фонтаны” балетынан өҙөк башҡарҙы. Башҡорт опера һәм балет театры артистары Анастасия Купцова Һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ринат Абушахманов “Тщетная предосторожность” балетынан өҙөк башҡарҙы.

Сәхнәлә ике премьера — Хашим Мостаев ҡуйған соло композициялар булды.  Концерт программаһын Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәзилә Билалова һәм ҡурайсы Илнур Аҡбаев башҡарыуында “Ҡурай саҡырыуына”  бейеүе асты. Концерттың беренсе бүлегенең финалында тамашасыларға ансамбль артисы Нәркәс Нәбиева башҡарыуында тәүге тапҡыр Хашим Мостаевтың күренекле башҡорт актрисаһы Бәҙәр Йосоповаға арналған һуңғы һәм  тамамланмаған постановкаһы тәҡдим ителде. Беренсе бүлектә ансамбль Хашим Мостаев ҡуйған иң яҡшы бейеү номерҙарын тәҡдим итте. Икенсе бүлектә ғәскәровсылар башҡорт хореографияһының алтын фондынан “Зарифа”, “Ете ҡыҙ”, “Өс ағай”, “Проказницы” композицияларын, миҙгел премьераһын — «әсе аҡ шыршы Иҫтәлеге» һәм башҡа сағыу бейеүҙәрҙе башҡарҙы

Ләйлә Аралбаева

Фотолар: Ф. Ғәскәров исемендәге бейеү ансамбленең матбуғат хеҙмәте/ Эдуард Дилмөхәмәтов.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-12-08/v-ufe-otmetili-105-letie-vydayuschegosya-horeografa-hashima-mustaeva-3558098

Мостаев Хашим Фәтих улы

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
 
Перейти к навигацииПерейти к поиску
Мостаев Хашим Фәтих улы
Заты ир-ат
Тыуған көнө 11 сентябрь 1918
Тыуған урыны Совет РәсәйеӨфө губернаһыӨфө өйәҙеҠаҙарма
Вафат булған көнө 24 декабрь 2015 (97 йәш)
Вафат булған урыны РәсәйБашҡортостан РеспубликаhыӨфө
Һөнәр төрө Уҡытыусы
Эш биреүсе Башҡорт дәүләт академия драма театры
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
II дәрәжә Ватан һуғышы ордены

Мостаев Хашим Фәтих улы (11 сентябрь 1918 йыл — 24 декабрь 2015 йыл) — балет артисы, педагог-балетмейстер. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1988), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1999), Мәжит Ғафури исемендәге премия лауреаты (2007). Профессиональ балет сәнғәтенә һәм башҡорт халыҡ хореографияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе.

1925—1929 Өфө ҡалаһының беренсе баҫҡыс 20-се мәктәбендә уҡый. 1930 йылдан алып 1934 йылға тиклем дөйөм белем биреү мәктәбендә — ете йыллыҡ «Әғәмәли улы» мәктәбендә уҡый. Мәктәп директоры Закир Шакиров (КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары Шакиров Миҙхәт Закир улының атаһы) уҡыусыларҙың мәктәп үҙешмәкәр сәнғәтттендә ҡатнашыуыун хуплай. Тап ошо мәктәптә төрлө ваҡытта композитор һәм «Шурәле» балеты авторы Ф. Яруллин һәм балет бейеүсеһе Рудольф Нуриев уҡыған.

Мәктәпте тамамлағас, 1934—1936 йылдарҙа Өфө театр техникумында, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры ҡарамағындағы театр студияһының балет бүлегендә уҡыуын дауам итә. Студияны йәштәрҙе театр сәнғәтенә профессиональ кимәлдә өйрәтеү өсөн театрҙың ректоры һәм режиссеры Б. Имашев ойоштора. Унда уға бейеү оҫталығы дәрестәрен милләте менән латыш Карл Матсон да бирә.

Бер үк ваҡытта Мостаев Өфө театр техникумындағы фортепьяно бүлегендә лә уҡый (педагогы Штегман) һәм 1935—1938 йылдарҙа башҡорт драма театрында эшләй. 1936—1938 йылдарҙа театр техникумы янындағы балет бүлегендә уҡый (һуңынан музыка училищеһы).

Бейеүгә ҡыҙыҡһыныу уны Ленинград хореография училищеһына алып килә, унда Мостаев 1938 йылдан 1946 йылға тиклем уҡый (педагогы Б. В. Шавров). Күренекле балет бейеүсеһе һәм мөғәллим Константин Сергеев уның бейегәнен бик оҡшата һәм уны ҡабул итеүгә ризалыҡ бирә.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 1941 йылда Ленинградтан Өфөгә ҡайта, Башҡорт опера театры һәм Т. Шевченко исемендәге Киев опера һәм балет театрының берләшкән труппаһында балет солисы булып хеҙмәт итә. Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә Мостаев спектаклдәрҙә балет артистары А. Васильева, М. Соболь, З. Бәхтийәрова, Г. Сөләймәнова, Л. Богданова, М. Круглова һәм башҡалар менән бергә бейей.

1941 йылдың сентябрендә Ҡыҙыл армияға доброволец булып хеҙмәт итергә китә. Унда уны механикка уҡырға ебәрәләр. Силәбе Хәрби авиация механиктар мәктәбен (ЧВАШМ) тамамлағас, 1941—1943 йылдарҙа Көнбайыш фронтта авиация полкында хеҙмәт итә, «Ил-2» самолеттарҙы хеҙмәтләндерә.

1943 йылда оборона наркомының урынбаҫары генерал-полковник Щаденко бойороғона ярашлы демобилизацияална һәм Башҡорт опера һәм балет театрында милли башҡорт балеты «Сыңрау торна»ла ҡатнашыу өсөн Өфөгә ҡайтарыла. Премьера БАССР-ҙың 25-йыллығына тәғәйенләнә — 1944 йылдың 20 мартына. Спектакль премьераһында Арыҫланбай һәм Йомағол партияларында бейей, уның партнерҙары бейеүселәр Зәйтүнә Насретдинова һәм Нинель Юлтыева булалар. Шунан тағы ла «Баҡсаһарай фонтаны» балетын да сәхнәләштереүҙә ҡатнаша.

1946 йылда С. М. Киров исемендәге Ленинград опера һәм балет театрында эшләй, 1964 йылдан — Өфө сәнғәт училищеһында хореография бүлеге мөдире. 1965 йылдан А. Я. Ваганова исемендәге Ленинград хореография училищеһында уҡыта

...В своем служении искусству, своему народу я видел суть служению своей Родине. Театр – в каком бы я ни работал – всегда был для меня храмом, а зритель мне всегда остается дорог…
Х. Мустаев.

Шул дәүерҙә Юрий Григорович, Алла Шелест, Наталья Дудинская, Рудольф Нуриев кеүек аҫыл заттар менән бейеү насип була уға.

1970 йылда Өфө ҡалаһына кире ҡайта, 1974 йылға тиклем Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбленең художество етәксеһе, ә 1995 йылдан 2013 йылға тиклем — балетмейстеры була.

Бер үк ваҡытта, 1982—1992 йылдарҙа, Өфөләге «Нефтсе» Мәҙәниәт йортонда эшләгән «Ләйсән» бейеү студияһы менән етәкселек итә. Ғүмеренең һуңғы йылдарында ул «Шоңҡар» тарихи романын яҙа, роман Башҡортостандың Маҡар районында (хәҙер Ишембай районы), Өфөлә, Парижда һәм башҡа урындарҙа XVIII быуат аҙағындағы һәм XIX быуат башынан алып беҙҙең көндәргә тиклемге ваҡиғаларҙы үҙ эсенә ала Һигеҙ йылдан ашыу ул «Алыҫ һәм яҡын» хәтирәләр альбомын яҙа, китапты ул үҙенең уҡытыусыларына, айырып әйткәндә, Фәйзи Ғәсҡәровҡа бағышлай. .

Спектаклдәрҙәге эштәре

  • Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә Арыҫланбай, Йомағол («Сыңрау торна»; 1944), Гәрәй («Баҡсаһарай фонтаны», Б. В. Асафьев), Нур («Зөһрә», Н. Г. Жиганов) образдарында;
  • С. М. Киров исемендәге Ленинград опера һәм балет театры сәхнәһендә: Фрондосо («Лауренсий» А. А. Крейн), Ганс («Жизель», А. Адан), Парис («Ромео һәм Джульетта», С. С. Прокофьев) ролдәрендә; шунда уҡ ул 1950 йылда Ю. А. Шапориндың «Декабристар» А. Г. Рубинштейндың «Демон» операларында бейеүҙәр ҡуя;
  • Ленинград хореография училищеһы сәхнәһендә «Мечта» (1947), «Голубь Мира» (1951, С. А. Заранек), «Дочь снегов» (1956, Г. А. Портнов) операларын ҡуя; Башҡорт опера һәм балет театрында «Ҡара йөҙҙәр» (1965, Х. Ш. Заимов һәм А. Г. Чугаев) балетын, «Гөлнәзирә» һәм концертные номера «Татар романсы» (Жиганов муз.), «Көтөүсе йыры» (Заимов муз.) концерт номерҙарын ҡуя;
  • Ф. Ғәскәров исемендәге Халыҡ бейеүҙәре ансамблендә ул «Ҡумыҙ менән бейеү», «Ирәндек», «Азамат», «Бөрйән ҡыҙҙары», «Сәскә атыусы ҡурай», «Үткән замандың күренештәре» күмәк бейеүҙәрҙе һәм «Ҡурай тауышына», «Бүләк», «Бөрйән ҡыҙы», «Башҡорт вальсы» һәм башҡа соло бейеүҙәрен ҡуя.

Уҡыусылары

Мостаев Хашим Фәтих улының уҡыусылары — бейеүселәр, балет артситары: Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Гөлнара Халитова, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Роман Рыкин, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы Аркадий Зинов, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Римма Закирова һәм башҡалар.

https://web.archive.org/web/20210219050825/https://ba.wikipedia.org/wiki/Мостаев_Хашим_Фәтих_улы

Автор:
Читайте нас