Указда шулай уҡ 2024 йылдан башлап өс йыл һайын фестивалде үткәреү тәртибе билдәләнә.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә фестивалгә әҙерләнеү һәм уны уҙғарыу буйынса саралар планын әҙерләүҙе һәм раҫлауҙы тәьмин итеү, ойоштороу комитетын төҙөү бурысы йөкмәтелгән.
Фестиваль өсөн сығымдар Башҡортостан Республикаһы бюджетында ҡаралған аҡса һәм бюджеттан тыш аҡса иҫәбенә тормошҡа ашырыла.