Еңел генә башланып кткән табын ҡыҙғандан-ҡыҙҙы. Марат әленән-әле һикереп торҙо ла тост әйтте, анекдот артынан анекдот яуҙырҙы, ҡыҙмаса булып алған йәштәр юҡ-барҙан ҡыҙыҡ табып, һындары ҡатҡансы көлдө. Инде апаруҡ башына сыҡҡан Марат һүҙ ыңғайында икеһенең дә хәрбиҙәр булыуҙарын, һуңғы йылдар килешеү буйынса Чечняла хеҙмәт итеүҙәрен, яраланыуҙарын һәм ике айҙай госпиталдә аунап ятҡандан һуң тыуған яҡтарына ҡайтып барыуҙарын да ысҡындырҙы. Теге «Франкиштейн»ы ғына ҡап-ҡара ҡаштары аҫтынан үтә тишеп ҡараған ҡуҙ шикелле һыңар күҙе менән ике ҡыҙға ла алмаш-тилмәш бағып, иптәше «тегендә»гене күберәк ебәрә башлаһа «етәр, кемгә кәрәк ул» йә «ҡуй әле» тип тыя-тыя, һаран ғына йылмайып тик ултырҙы.
Байрам итеү оҙаҡҡа һуҙылып киткәндәй булды. Ул арала Марат, тап шул нөктәһенә етепмелер, сираттағы рүмкәһен күтәреп аяҡ үрә баҫты ла, күкрәк киреп, бер ҡулын һелтәй биреп тороп йырлап ебәрҙе:
Кү-бә-ләк гөл-дәр-гә ҡун-һа, гөл-дәр тирбәл-лә микән!
Күбәләк гөлдәргә ҡунһа гөлдәр тирбәлә микән....
Ул да мин-не һа-ғынғанда, күбәләгем-түңәрәгем, аҫыл ҡошом, һандуғасым...
Тик Оксана уға йырлап бөтөргә ирек бирмәне, ынтылып ике ҡулын ҡармап ҡосаҡлап алды ла:
— Ну вот, приехали! Йә, йә нимәһен ҡысҡыраһың, әйҙә бейейек улайһа, мин һине вальсҡа саҡырам, – тип иркәләнеп әүрәтеп алып төшөп тә китте.
Арина иһә Мараттың ауыҙына төбәлгәйне лә ҡатҡайны. Оксана уны һөйрәкләп тигәндәй алып китеүгә, яратып уйнаған уйынсығы тартып алынған бала шикелле, ымһынып ҡарап ҡалғайны. Унан шул уҡ шаңҡыған һораулы ҡарашын үҙен бик ентекле күҙәтеп ултырған Сәиткә төшөрҙө. Тегеһе һөҙөп ҡарай ҙа ҡарай. «Нимә булды был? Ниндәй тел, ниндәй йыр? Белә түгелме ул был йырҙы... Танышмы... Тик ҡайҙа?...Ҡасан?...» Фантастик киноларҙа күрһәтелгәнсә хәтеренең әллә ҡайһы мөйөштәренең болғансыҡ, томанлы ерҙәре асылып-асылып киткәндәй ҙә, ошо таныш өн-ауаздар ҡолағына ишетелеп-сарпылып ҡалғандай тойолдо. Ирекһеҙҙән Оксана менән һылашып китеп бейеп йөрөгән Маратҡа «Тағы ла йырла әле» тип әйтергә уҡталды ла, туҡталды, унан тағы бер ҡабынғандай итте лә, кире һүрелде. Ул арала Оксана үҙенә терәүгә таянғандай һалынып өҫтөрәлгән егетен елтерәтеп йоҡо бүлмәһенә индереп алып та китте.
Тегеләрҙең артынан шапылдап ябылған ишек тауышы Аринаны ла иҫенә килтерҙе. Туҡта, уға ла хисләнеп-тәҫирләнеп ултырырға түгел. Ҡыҙ көскә үҙен ҡулға алып, һораулы ҡарашын ҡаршы ултырыусыға күтәрҙе. Шул ваҡыт уның һәр хәрәкәтен күҙ яҙҙырмай өйрәнеп ултырыусы көтөлмәгән һорау бирҙе:
— Аңлайһың, тимәк?
— Ә?
— Башҡортса аңлайһың икән, тим.
— Баш… нисек? Нимәнән алдығыҙ уны? Тәүгә ишетәм.
— Ышандырмайһың, мин бит күреп ултырам. Башҡорт ҡыҙымы ни һин?
Аринаны егеттең әле үҙе лә белмәгәндәйҙе, үҙе лә аңлап етмәгәндәйҙе асыҡларға маташыуы ҡурҡытты, ашығып һүҙҙе икенсегә борҙо:
— Мин әхирәтем менән бер ваҡытта китәм.
Сәиттең йомшара төшкән ҡарашында ҡабаттан тимер сатҡылар сағылды, әммә тауышы үҙгәрмәне:
— Аңланым.
— Аңлағас... оҙаҡ ҡарап ултырырға уйлайһығыҙмы? – Ҡыҙ үҙенең һөнәри алымдарының береһен ҡулланды – ирен ситтәрен генә йылмайтып, муйыл күҙҙәрен ҡыҫа төшөп саҡырыулы ҡараш атты. Егет был ымды тотоп алды, ҡараштары менән генә йотто, әммә һәүетемсә донъя хәлдәрен һөйләшеп ултырған яҡын таныштарҙай, тыныс ҡына дауам итте:
— Һинең кеүек сибәр ҡыҙға ғүмер буйына ҡарарға ла була.
«Во, мыҫҡыл итә, сволочь»
— Минең кеүек сибәр ҡыҙҙы ҡарап ултырыр өсөн һатып алмайҙар.
— Мин бит һине, үҙең әйтмешләй, һатып алғанмын, шунлыҡтан, нимә эшләтһәм дә үҙ белдегемдер бит.
— Әлбиттә, әммә... хаҡы шулай уҡ.
— Ризамын, - яйлабыраҡ ултырған ыңғайы егет сытырая биреп зәғиф ҡулын ипләне.
«Ә-ә, бының яралары һыҙлайҙыр инде». Уйын да ҡысҡырып әйтте:
— Һыҙлаймы?
— Бар әҙерәк.
— Битегеҙ?..
Егет күңелле итеп көлөп ебәрҙе:
— Юҡ, бит һыҙламай, бит ҡурҡыта ғына, шуға көҙгөгә ҡарамайым.
Әлллә өйрәнә төштө, әллә ҡарағусҡыл йөҙөн яҡтыртҡан ап-аҡ тештәрен күрһәтеп ихлас көлгәнгә, егет һөйкөмлө үк булып китте. Эскерһеҙ шаярыуы ла оҡшаны ҡыҙға. Ирекһеҙҙән сылтыраҡ тауыш менән егеткә ҡушылды. Туҡтағайны тағы көлкөһө килде. Тағы көлдө. Ул көлгәнгә теге лә көлдө. Инде нимәгә көлгәндәрен дә онотҡандай, бер-береһенә ҡарашып көлөштө лә көлөштөләр.
Күптән улай ҡыуанғаны юҡ ине Аринаның. Үҙенә-үҙе аптыраны. «Ниңә улай юҡтан күңеле күтәрелде әле?»
Кинәт егет тағы ла көтөлмәгән һорау бирҙе:
— Иртәгә һин нишләйһең?
— Нисек «нишләйһең»? Эшләйем.
— Панелдәме ни?
Әле генә балҡып ултырған ҡыҙҙың шатлығы һыпырып алынғандай булды. Һүҙҙәре ирендәре араһынан ҡыҫылып сыҡты:
— Юҡ, балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып. Панелдә буш ваҡытымда ғына мин.
Уның асыуланыуына егеттең иҫе китмәне:
— Ә балалар баҡсаһында тәрбиәсе булыу һиңә бик тә килешер ине. Әйҙә иртәгә киноға барайыҡ.
Арина бер килке ишетмәгәндәй өнһөҙ ултырҙы. Сәит яуап көттө:
— Йә? Барабыҙмы?
— Ҡайҙа?
— Киноға. Бәлки, театрға, операға, балетҡа?
— Кем ебәрә һуң мине операға-балетҡа?
Икеһе лә үҙ уйҙарына сорналып тынып ҡалды. Бер аҙҙан егеттағы телгә килде:
— Ә мин һине һатып алһам... ҡайҙа нимә эшләгәнеңде тикшерәләрме ни?
Ҡыҙ сәйерһенде:
— Әллә... юҡтыр... юҡтыр ул.
Егет йәнләнеп китте:
— Улай булғас, әйҙә мин һине иртәрәк килеп алам да, берәй ергә барып килербеҙ.
Бындай тәҡдимгә Арина ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла, нимә уйлап, нимә әйтергә белмәне:
— М...м...мине? Театрға?.. Н...ниңә?..
— Былай. Һин миңә оҡшайһың. Мин һине бынан өс-дүрт көн элек үк аңғарғайным, ҡарап-күҙәтеп йөрөнөм. Башҡа юл менән эргәңә яҡын барып булмағанлығын аңлағас, һатып алдым.
— Минең кем икәнлегемде оноттоң шикелле.
— Һин бер кешегә оҡшағанһың... ныҡ оҡшағанһың.
— Бик ҡәҙерле кешегеҙгәме?..
— Ҡәҙерле тип… ҡасандыр шулай ине лә… хәҙер мәғәнәһе юҡ инде.
Ауыр тынлыҡ урынлашты. Сәиттең тән һыҙлауҙарына йән ғазаптары ла өҫтәлдеме, ҡаштары ҡап уртаға һынып, тәҙрә ҡараңғыһына, төпһөҙлөккә сумған күҙ ҡарашы ауырайып китте. Аринаны иһә, уйламаҫтан, ҡаршыһында ултырған яҡшылап таныш та булмаған әҙәмде «бик ҡәҙреле кеше»нән көнләшеү хисе солғаны. «Нишләп ул шул «ҡәҙерле кеше» түгел һуң? Нишләп оҡшаған ғына...»
Шул ваҡыт, бындағыларҙың осланмаған һүҙен һәм уйҙарын сәсрәтә һуғып, әлеге бүлмә ишеге «дарһ» иттереп эстән тибеп асылды ла, тәҙрә быялаларын зыңҡылдатыр көс менән стенаға бәрелде һәм тертелдәшеп боролоп ҡараусылар алдында, аяҡтарында саҡ баҫып тороуына ҡарамаҫтан, бала шикелле итеп Оксананы күтәреп, бәүелеп-тантып торған Марат пәйҙә булды. Йөҙө хас та май ашаған туҡ бесәйҙеке ише. Табаҡ битен тотошлай балҡытып йәйелгән ҙур ауыҙын йыйып ала алмай.
Бына ул беләктәрендәге йөгөн сепрәк ҡурсағындай ялпылдып алып килеп диванға терәне лә, тегеһенең сар-сор килеүе күңеленә хуш килеп, гөрҫөлдәп янына ауҙы. Ауған ыңғайы, дөйөм көлкө яһап, даһыр-доһор килеп иҙәнгә лә төшөп китте. Унан ятҡан еренән әхирәтенең ҡупшы аяҡтарын бармаҡ остарынан башлап үбә-үбә өҫкә күтәрелде һәм ҡыҙҙың тулы балтыр төптәрен генә япҡандай итәге алдында туҡтап ҡалып, ялп иттереп башын самаһыҙ артҡа ташланы ла, хужаһына баҡҡан эт күҙҙәре менән зәңгәр баҙлауыҡтарға төбәлде. Был ваҡытта кем алдында теҙ сүгеп торғанын да онотҡайны ул. Кешелектең мәңгелек ҡөҙрәттәренә буйһоноп, мәжнүн хәленә ингән ир, бары ҡатын-ҡыҙ матурлығына, гүзәллегенә һоҡлана, уны ошо илаһи мәлдәрендә алиһәләй күрә һәм бары тик тәбиғи йән саҡырыуы артынан ынтыла ине. Эскерһеҙ ине егет был ваҡытта, ирҙәрсә асыҡ, бушаҡ, ҡәнәғәт ине. Хеҙмәтенең уңышлы емеше менән тантана иткән ҡыҙ, ханбикә ҡиәфәтендә, боттарын ҡосаҡлап ултырған Мараттың башынан һыйпаны:
— Давай-давай, Маратик, тор, тор.
Тегеһе һаман да моронон татлы балтырҙарҙан айырып ала алмай мөьмөлдәне:
— М-м-м, Марго, королевам минең… м-м…
— Йә, ҡәҙерлем, королеваңды бер аҙ ғына һыйла ла, айырылышырға ваҡыт.
Был һүҙҙәрҙән Марат айнығып киткәндәй булып ҡапыл ҡалҡып аяҡтарына баҫты ла, «ыъы» тип сиҡылдап шарап шешәһенә үрелде:
— Хәҙер, хәҙер, королевам, була… барыһы ла була.
Марат менән Оксананың ҡыланыштарын көлөп ултырған Арина, шулай уҡ күңеле асылып киткән Сәиткә ҡараны. Тағы ла ҡараштары осрашты. «Беҙҙең дә мөнәсәбәт булһа, ул да шулай уҡ ҡыланыр инеме икән?»- тип уйланы ҡыҙ. Әммә үҙ уйына үҙенең ышанғыһы килмәне. Бындай ҡырыҫ, йомоҡ кеше шаяра белмәйҙер ул.
Сәит ҡыҙҙарҙы оҙата сыҡты. Был ваҡытта Марат ултырған урынында бәржәйеп төшөп хырлай ине инде. Егет такисға ултырырға ынтылып эскә йомолған Аринаның бәләкәс кенә ап-аҡ ҡулын ҡыпһыуыр бармаҡтары менән кинәт кенә ҡыҫҡандай итеп туҡтатты ла «килештек» тигәнде иҫкәртеп баш һелкте. Аңланы уны Арина. Ынтылып ҡолағына бышылданы:
— Килмәһәң дә үпкәләмәм…
* * *
Бүлмә тын. Фатир тын. Ҡаланың төнгө тормошо менән көн иткәндәр иҫһеҙ йоҡлай торған мәл. Таң мәле. Бүлмәнең төрлө мөйөштәрендә әхирәттәренең мыш та мыш тын алғандарын тыңлап ята Арина. Уға йоҡо юҡ. Йоҡо ғына түгел күңел тыныслығы ла ташлап ҡасты уны. Мыжғып торған йөҙ төрлө уйҙар менән шартлар хәлгә етеп тулышҡан башын ике ҡулы менән ике яҡтан ҡыҫып тотҡан да, бар көсөнә серегеп, хәтирәләрен уятырға, ҡайҙандыр онотолаған төш шикелле генә сала-ярпы иҫләнгән нәмәләрҙе бер епкә теҙергә маташа ҡыҙ.
«Кем тине әле Сәит? «Башҡорт» тинеме? Шунан?.. Шуна-ан… » Аңланы бит уларҙы Арина, аңлап үк етмәһә лә һүҙҙәрҙең моңон, ауазын таныны. Мейеһенең ҡайһылыр бер өлөшө, йөрәгенең ниндәйҙер ҡылы тертелдәне. Быны хатта ана Сәит тә һиҙҙе. Ә йырҙы? Йырҙысы? Таныны ғына түгел, һәр күҙәнәге, тиреһе менән тойҙо. Күптән ямғыр күрмәгән ҡоро ер шикеле һеңдереп алды. «Нисек танымаһын?! Был бит әсәһенең йыры…» Ҡыҙ тыңлауһыҙ телен яйһыҙ әйләндерҙе: «Кобо… ко-бо-лэ-гэ… ко-бо-лэгэ…» Кинәт Аринаның күҙ алдына иҫке ятаҡ бүлмәһендә ойошторолған наҡыҫ ҡына табын артында, шешәләштәре араһында ултырған әсәһенең ике ҡулын ҡанат шикелле итеп ике яҡҡа йәйеп:
— Күб-бәл-ләгем! Түң-ңәр-рәгем! – тип күп эсеүҙән ултыра башлаған моңло ғына тауыш менән йырлап ебәргәне килеп баҫты ла, үҙе лә шунда шифоньер артына ҡыҫырыҡлап тығылған кескәй тимер карауатта ошо йырҙы тыңлап ятҡандай тойолдо. Биш-алты йәшлек кенә бәләкәй ҡыҙ ул, әсәһенең ҡунаҡтары таралғанын көтөп ята. Ята-ята ла, көтөп ала алмай, йоҡлап китә.
Ә әсәһе йырлай ҙа йырлай. Эргәһендәге бер ни аңламаған эскесе мәрйәләрҙең тыңлау-тыңламауында уның эше юҡ. Иҫереүенең шул дәрәжәһендә ул тап ошо «Күбәләк»тән башлай ҙа, үкһеп буҫлыҡҡанға ҡәҙәр йырлай торған ғәҙәте бар. Ярата уның йырлағанын Арина, тик оҙаҡ тыңлай алмай, йә әсәһе йөгө етеп буҙлауға күсә, йә үҙе әүен баҙарына юллана. Айныҡта йырламай шул әсәһе, әллә нишләп тик ошолай йәмһеҙәйгәс кенә был һәләте иҫенә төшә.
Әсәһенең исеме Ася ине. Арина кеүек үк ҡара һылыу ҡатын булғандыр, күрәһең. Бала күҙе менән иҫендә ҡалғандарынан ҡоңғорт йөҙҙә ҡыҫығыраҡ күҙҙәр ҙә, ҡабарып торған ҡара сәстәр һәм … нишләптер сәскәле күлдәкме, халатмы хәтеренә килә.
Әсәһендә ул оҙаҡ йәшәмәне. Уға ла ҡайҙандыр килгәйне булһа кәрәк. Әллә килтергәйнеләр микән?.. Тик ҡайҙан? Әгәр ҙә хәтер лабиринттарының ҡайһылыр бер коридорҙарында томан араһынан ғына күренеп ҡалған теге әбей ысын булһа? Әгәр ҙә ул иҫләгәндәре төш тә, үҙ фантазиялары ғына ла булмаһа? Ана бит ул төштәр үҙҙәрен тағы ла бер ҡат һөйләткеләре килә…
… Кескәй генә ҡыҙ бала тотош сепрәккә уралған кеүек булып күренгән бер әбейҙең ҡулына йәбешеп йылға ярынан атлай. Күктән дә, ерҙән дә, әбейҙән дә йылы бөркөлә. Балаға рәхәт. Бына улар һыу ситенә туҡтай ҙа, әбей ҡыҙҙың күлдәген һалдыра һәм һыңар ҡулындағы сөм тасҡа һыу һоҫоп алып, баланы шуның эсенә ултырта. Үҙе ағында нимәлер йыуамы…
… Әлеге шул төҫө асыҡ күренмәгән әбей нимәлер әйтә, һамаҡлай булһа кәрәк, ҡулдарын сәпәкәйләп ултыра. Кескәй ҡыҙ уның янында ялпылдап һикерәнләй, әллә бейей микән?..
… Өй эсе… Ниндәйҙер сағыу япмалар ябылған киң урында сәй эсәләр. Әбей ултыра… ҡыҙ ашъяулыҡ янында аунап ята… уйнай шикелле…
… Ҙур көҙгө янында кескәй генә ҡыҙ бала төрлө ҙурлыҡтағы аллы-гөллө тауарҙарҙымы, яулыҡтарҙымы туҙҙырып, йә ябынып, йә төрөнөп ҡарай…
Ысынында иһә төш түгел ине былар. Егерме ике генә йәшендә ут-һыу һәм баҡыр торбалар аша үткән фәхишәнең ыуыҙ япраҡ шикелле генә саф, керһеҙ сағының иң бәхетле мәлдәре ине. Тик, үкенескә ҡаршы, ул үҙе лә ул ожмахтағы көндәрен белмәй, иҫләмәй.
Шәмсиҡәмәрҙең Асияһы бәләкәйҙән сая, үҙһүҙле бала булды. Дүрт малайҙан һуң тыуған берҙән-бер ҡыҙ булғанғамы, әллә инде ҡырҡты ашып китеп тапҡанғамы, ҡыҙҙарын үтә яраттылар, үтә иркәләттеләр үҙҙәре лә.
Ун алты йәше тулып, туғыҙынсыны тамамлағанда, Асия инде буйтым еткән ҡыҙ ине инде. Башҡа синыфташ ҡыҙҙарынан кәүҙәгә лә лә юғарыраҡ, тән-торошо ла ултырған, холоҡ-фиғеле лә бала-сағалыҡтан сыҡҡайны. Матур йөҙө, ҡупшы һыны, болот кеүек тулҡынлы оҙон сәстәренә өҫтәп моңло тауышы ла, уны, бер-нисә клубҡа сығып әйләнеүендә, ауылдың тәүге сибәре яһаны.
Үҫкән ерендә бер кәртә лә, бер һынау ҙа булмағанға өйрәнгән һәм донъя тик һиңә һоҡланыусыларҙан һәм һине яратыусыларҙан ғына тора, тигәнгә ныҡлы ышанған ҡыҙ, мәктәптән һуң баш ҡаланың сәнғәт училищеһына юлланды. Әммә килеп, тәүге һынауҙарҙан уҡ «төшөп ҡалғас» бик аптыраны, кемдәрҙәндер кәмлеген ҡабул итә алмайынса ярһыны. Бында иһә уның кеүек сибәрҙәр ҙә, һомғолдар ҙа, матур йырлаусылар ҙа туп-тулы икән дәһә. Һәр береһе үҙен бөгөндән сәхнә йондоҙо булырҙай әртис итеп иҫәпләй. Ҡыҫҡаһы, уҡырға инә алманы ул. Шулай ҙа кире ҡайтманы, документтарын эргәләге һөнәрселек училищеһына алып барып тапшырҙы.
Дәртле ине ҡыҙ, илһамы ташып, күңеле йырлап, йөрәге уйнап тора ине. Тик ана шул дәрт-дарманын, бөткөһөҙ энергияһын дөрөҫ юҫыҡҡа фаҙалана ғына белмәне. Тиҙ арала баҫалҡы, йыуаш ауыл ҡыҙҙарынан айырылды ла, үҙе кеүек үткер, төҫкә-башҡа сағыу ҡала ҡыҙҙары төркөмөнә барып ҡушылды. Шуларға эйәреп төнгө дискотекаларға йөрөнө, тартырға, аҙлап эсергә өйрәнде, дәрестәр ҡалдырҙы. Тәрбиәселәренең, ҡыҙҙың йырлау һәләтен белеп ҡалып, төрлө мәҙәни сараларға ылыҡтырыға тырышып ҡарауы ла фәтеүә бирмәне. «Мин башҡаса бер ваҡытта ла йырламаясаҡмын!» тип һауалы ғына яуапланы ул, теге ваҡыт үҙенә «өслө» сәпәгәндәргә һаҡлаған үсен, ниһайәт, ҡандыра алыуға зәһәр ҡыуанып.
Ике курслыҡ уҡыуының тәүге йылында уҡ ауырға ҡалды. Ҡыҙҙың хәлен белгәс тә, егет тип аталғанынан елдәр иҫте. Уныһы Сергей исемле урыҫ ине. Уҡытыусылар, тәрбиәселәр асыҡлай башлауға, елбәгәй ҡыҙ балаһының атаһы була торған кешенең адресын ғына түгел, фамилияһын да белмәй булып сыҡты. Ятаҡ форточкаһынан ҡасып сығып, төнгө дискотекаларҙа йөрөгәндә танышҡан һәм бер нисә тапҡыр аулаҡ фатирҙарҙа күңел асҡан «һөйгәне» ине шул. Күпмелер ваҡыттан һуң уртаҡ таныштары Сергейҙың үҙ теләге менән ғариза яҙып армияға китеүен еткерҙе. Егеттең ата-әсәһе ниндәйҙер ауыл ҡыҙының, «ПТУшницаның», етмәһә башҡорттоң, улдарынан бала табырға йөрөүен дә, ярҙам-фәләнде лә, хатта танышып-күрешеүҙе лә ишетергә лә теләмәне. Улар фекеренсә, бындай хәлдең булыуы мөмкин түгел, сөнки уларҙың балаһы юғары мәҙәниле ғаиләлә тәрбиәләнгән, махсус мәктәп тамамлаған, шөһрәтле уҡыу йортоноң иң яҡшы факультетында белем ала. Нисек итеп ул ундай ҡыҙ менән таныш булһын? Дуҫлашһын? Етмәһә бала… Юҡ, юҡ һәм юҡ!