+13 °С
Облачно
Дөйөм мәҡәләләр
6 Декабря 2023, 07:35

ХОҘАЙ БОЙОРҺА...

-

Ватсап аша фәһемле лә, ғибрәтле лә риүәйәт ебәрҙеләр. Тарих билдәле булһа ла, уға бәйле фекерҙәремде лә белдергем килә. Риүәйәт шулайыраҡ. Матди хәле насар булған күп балалы яңғыҙ ҡатын Хоҙайҙан ярҙам һорап радио аша иғлан биргән. Ҡырҡҡанда ла ҡаны сыҡмаҫ, ҡарунлығы менән даны сыҡҡан бер бай (олигарх) ярҙамсыһына ҡатындың ғаиләһенә мул ғына итеп аҙыҡ-түлек алып барырға, тик кемдән икәнлеген әйтмәҫкә ҡушҡан.
Олигарх был юл менән үҙен Хоҙай итеп танытырға теләгәндер инде.
Күстәнәстәргә ныҡ ҡыуанған ҡатын, Хоҙайға рәхмәттәр яуҙырып доғалар уҡырға тотонған. Шулай ҙа бай ярҙамсыһы сығыр саҡта:
--Быларҙы һеҙгә кем ебәргәнен белергә лә теләмәйһеңме ни? — тип һораған.
--Хоҙай бойорһа, Иблис тә ярҙамға килә инде ул, — тип ҡатын тегенең ауыҙын япҡан.
Хоҙайҙың бойороғонан тыш япраҡ та һелкенмәй шул. Дин юлына килеп, намаҙға ултырған бер атай кеше лә үҙенең тарихын һөйләп шаҡ ҡатырғайны. Баҡтиһәң, уның улы төрмәгә эләгеп, унда дин юлына килеп, сыҡҡас атаһын да ошо юлға күндергән икән. Атай кешенең фекеренсә, Хоҙай уны дингә килтерер өсөн улын төрмәгә юллаған.

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбайҙың "Мең дә бер күҙәтеүем" яҙмаларынан
463-сө күҙәтеү.

Автор:
Читайте нас