Әйткәндәй, “Сәләм”дә ниндәй һөнәр эйәләре эшләй?
‒ Коллективта журналистика йүнәлешендә уҡыған бер-ике генә кеше барҙыр. Мин үҙем – филолог. Дмитрий Каретко – математик. Ғәлиә Вәхитова, Гөлмирә Исмәғилева, Илгиз Таһировтар – профессиональ актерҙар. Мәктәптәргә осрашыуҙарға барһаң: “Һеҙҙең редакцияла эшләр өсөн махсус журналистика факуьтетын тамамларға кәрәкме?” – тип йыш һорайҙар. Юҡ, тим. Сөнки беҙҙең эштә иң төп шарт – “телегеничность” тигән нәмә. Әлбиттә, матур төҫ-ҡиәфәт һәм телмәр оҫталығы ла мөһим. Әммә күркәм төҫ-ҡиәфәт һәм телмәр оҫталығығыҙ булып та әлеге шул “телегеничность” тигән талапҡа яуап бирәмәйһегеҙ икән, үкенескә күрә, беҙҙә алып барыусы булып эшләй алмайһығыҙ. Сөнки экран ул шундай серле, шундай сихри бер нәмә. Уның үҙ ҡанундары, үҙ хикмәте бар. Әйтәйек, төҫкә һылыу ғына ҡыҙ эшкә алыуыбыҙҙы һорап мөрәжәғәт итә, телмәр оҫталығы ла юҡ түгел. Әммә камераға төшөрһәң, беҙ күҙгә-күҙ ҡарашып ултырғанда күргән идеаль картина юҡҡа сыға ла ҡуя. Һәм, киреһенсә, кеше ҡарап торғанда әллә ни камил йөҙ йөҙ-ҡиәфәткә эйә булмаһа ла, экран аша ул етешһеҙлектәр бөтөнләй күренмәй. Бына экрандың шундай үҙенсәлеге бар.
‒ Тимәк, ысынлап та, шулай килеп сыға: камера йә “ярата” һине, йә “яратмай”...
‒ Тап шулай. Ромашка уйынындағы кеүек: йә ярата, йә яратмай... Шуға һуңғы ун йылда алып барыусылар ҙа үҙгәрмәй, тиерлек. Дикторҙар һайлау – шул тиклем ауыр мәсьәлә.
Г. Ҡаһарманова
("Шоңҡар" журналында донъя күргән әңгәмәнән өҙөк)