+16 °С
Облачно
Дөйөм мәҡәләләр
2 Декабря 2023, 08:48

Мунса мажаралары

-

1960-1970 йылдарҙа уҡытыусыларға ҡышҡылыҡҡа, уҡыуҙар бөтөү менән, мәктәптә эшләүсе ир-егеттәр барыһы ла йәй буйы урманда ҡул көсө менән утын әҙерләрҙәр ине. Ә уҡытыусылар бөтәһе 22 булды.. Утын әҙерләү еңел эш булманы бит инде, ә беҙ йәш саҡта уны уйлап та бирмәгәнбеҙ. Бөгөн генә уларҙы иҫкә төшөрөп, йәлләп, йөрәк әрней. Ул ир-егеттәр күптән беҙҙең араларҙа юҡ инде, йәндәре йәннәттә булһын. Йәшерен-батырыны юҡ, ул ваҡытта мәжлестәр ҙә күп булды. Мәжлестең башынан аҙағынаса төп тема- мунса, уның эсендә булған хәл-ваҡиға була торғайны. Ул турала һөйләп, һындары ҡатҡансы көлөшөп таралырҙар ине ҡунаҡтан. Ағайҙарыбыҙ тәртипле кешеләр булды, эсеп йөрөгәндәр икән тип уйлап ҡуймағыҙ. Үҙҙәре иҫән саҡта: "Мөнирә, беҙҙең мунсаға төшкәнде яҙ әле, бер ҡыҙыҡ хәтирә булһын",-тиерҙәр ине. Ә мин уларҙың үтенесен үҙҙәре иҫән саҡта үтәй алмағайным, әммә ҡатындары аҙаҡ мин яҙғанды уҡый алдылар. Мәрхүмә булып ҡалған Уметбаева Фәриҙә Әхмәдйән ҡыҙы үҙе үлеп киткәнсә был мажара хаҡында гәзит материалын ҡырҡып алып йә сервантының күренгән еренә ҡуйып, йә яҫтыҡ аҫтына һалып ҡуйып, гелән генә уҡып ятыр ине. Уҡытыусылар байрамы еткәс, шул мажара иҫкә төшә. Шуға яҙып ҡуяйым әле, тип уйланым.
Оҙон көн буйы делянкала утын әҙерләп, арып ҡайтҡан уҡытыусылар мәктәп территорияһында кискә ҡарай һыныҡ яҙып ҡайтырға булалар. Барыһына бөтәһе ике аҡбаш. Уны эсеп ултырғанда яҡында ғына йәшәгән Әминев Ишбулды ағай килеп етә былар янына. "Өлөшөңә төшкән көмөшөң", тип уға ла өлөш сығаралар. Күп тормай, Ишбулды ағайҙы мунсаға саҡырып әбейе Фәүзиә апай килеп етә. Ҡыҙмаса булып алған ирҙәрең ағай менән бергәләп мунсаға барып инәләр. Ҡара мунса, әлбиттә, бәләкәй генә, солансаһы ла була. Кейемдәрҙе шул соланда сисеп ҡалдыралар, үҙҙәре йыуынырға инеп китәләр шау-шыу килешеп. Унда тас, ышҡыныр йүкә лә берәү генә булып сыға, Әминев ағай хужа булараҡ, һыуҙы үҙе ҡойоп бирә берҙән-бер теге тасҡа. Ике ир эләүкәлә ултырып, һыймағаны иҙәндә баҫып тороп, ҡайһыһы ҡайҙа- бер тас менән мәж килеп йыуыналар.Ундағы тауыш әллә ҡайҙа яңғырап тора. Фәүзиә апай был ирҙәр йыуынып бөтмәйме икән, тип ,ҡырҡ барып урай. Сығырҙан бөтөнләй уйҙары юҡ бит был ирҙәрҙең, ә ғаиләләге башҡаларға ла мунса төшәһе бар бит.41-се тапҡырмы барғанда мунсала мәжлесме ни, уның саммай ҡыҙған мәле: кемдер ҡысҡырып-ҡысҡырып хәбәр һөйләй, Ярлыҡап ауылынан булған Ильясов Ирғәле ағай "Ҡаҙ ҡанаты"йырын бер яҡта йырлаһа, хужа үҙенең яратҡан "Төйәләҫ" йырын һыҙҙырта, үҙе бер туҡтауһыҙ ташҡа һыу һала, мунса ташы шарылдап торһа ла уны ишеткән әҙәм юҡ. Бер саҡ түҙеп торғоһоҙ эҫеп китә бит теге бәләкәй генә мунса. Аяҡ өҫтө баҫып, шешәләштәрен ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп торған Ишбулды ағай түбәлә торған тын алғысты оҙон таяҡ менән төртөп ебәрә, унда сепрәк тығып ҡуйылған икән. Уныһы барлыҡ ҡап-ҡара ҡоромо менән чандағы эҫе һыу эсенә барып төшә. Уны күргән-белгән кеше юҡ. Һәр ҡайһыһы үҙенсә ҡайнай, кем-кем менән һөйләшәлер инде, кемдер тағы ла аҡырыбыраҡ йырлай. Ғәбитов Һиммәт ағай ғәҙәтенсә "Бейеш"те һалдыра. Фәүзиә апай сыҙамай, әллә 50-се ҡат килә бит, юҡ сығырға уйламай тегеләр, инде 3 сәғәт самаһы төшәләр, нишләргә? Аңғанса 1-се булып күрше ауылға йәйәүләп ҡайтасаҡ Ирғәле ағай сығып ҡайтып китә.Мәктәп директорының ҡатыны ла әллә 100-сө тапҡыр килгәнендә Һиммәт ағай нәкәнис кейем-һәйемдәрен ҡосаҡлап, ҡапҡа тышында тап булып: "Гөлнур, доброе утро",- тип ҡайтып бара икән. "Ниндәй утро булһын инде, Һиммәт Ғәбитович", -тип яуаплаған апай. Мунсаға барып тыштан тыңлаһа, әле булһын шау-гөр киләләр тей ирҙәр. Күп тормай, тағы килә Гөлнур апай мунсаға, урамда ҡайтып барған Ильгамов Шәкир Аксанович тап була: "Гөлнур, һин мине күрмәнең, мин -һине, башҡаса әмәл юҡ",-ти. Әле ҡараңғы төшмәгән, апай эсе ҡатып көлөп, ары атлай. Шәкир ағай инәнән-тыума тип әйтерлек хәлдә инде, ниндәйҙер бер оҙооооон майканы кейеп алған, уныһы тубығынан да аҫта тора икән, ялан аяҡ яйлап ҡына ҡапҡаһына инеп китә. Гөлнур апай аптырай төшә, ☺ ниңә бындай оҙон майка кейҙереп ҡуйған икән Фәриҙә апай Шәкир ағайға. тип уйлап ҡуя. Тағы бара директор ҡатыны ире өсөн борсолоп, ни тиһәңдә-директор бит Мамлеев Валентин Мәхмүт улы. Һүҙ тейеүе лә бар бит әле. Мунсала тауыш -тын юҡлыҡтан файҙаланып апай солансаға инһә, ни күҙе менән күрһен- Вәлинтине оятын миндек менән ҡаплаған да, инәнән тыума хәлдә баҫып тора. "Ни нәмәңде ҡарап тораң инде һаман ҡайтмай, бар ирҙәр ҡайтып бөттө", -ти икән ҡатыны. Нимә кейеп ҡайтһын инде, бер кейем ҡалмаған йыуаш директорға. Апай ҡайтып китеп оҙооон плащ алып килеп, ағайҙы алып ҡайта. Ә өй хужаһы үҙ ҡапҡаһы эсендә, уныһы ла бер кейемһеҙ тороп ҡалған, ярай әле, әлдән-әле әбейе килеп торған, нисек булһа ла кейендереп алып ҡайтҡандыр инде уны. Вәлинтинын өйҙә кейем биреп кейендерәйем тиһә, тәне әҙәм күргеһеҙ, ҡап-ҡара, һөртөп тә таҙартырлыҡ түгел. Апай аптыранып торғанда өй ашаһында йәшәгән Фәриҙә апай килеп инә Гөлнур апайҙарға: "Гөлнур, был ни аҙап, ҡартым, трусикһыҙ, бер ниһеҙ, бер оҙооон майка менән ҡайтып инде . Үҙе әҙәм күргеһеҙ, ҡап-ҡара, ҡайҙа йөрөп, шул тиклем дә бысранған икән? Аптырағас, бабайҙы өйҙән верандаға сығарып, кәритәгә һыу ҡойоп, үҙен шунда ултыртып йыуындырып алдым",- тип килеп еткән. Аптырарлыҡ булған шул, сөнки Фәриҙә апай ҡартын урманда йөрөй тип уйлай бит, ә күршелә мажаралы мунса йыуынып , "таҙарынып" ҡайтып ингәнен белмәй бит инде. - Етмәһә, һуҡмышмын да, бысраҡмын да тимәй, хатта тотошлайы менән ҡап-ҡараға буялғанмын тип тә уйламай . - Үәт, бер ҡартлыҡта кәритәгә төшөп әбейемдең бәпәйеләй йыуынып ултыр инде, - тип минең йыуындырғанға ҡыуана-ҡыуана ултыра бит әле оялмай ҙа, әрләй-әрләй йыуындырыуҙы ишетмәй ҙә. Барлыҡ мунса төшөүселәрҙе кейемһеҙ ҡалдырыусы Һиммәт Ғәбитович икәнен иртәгеһенә генә асыҡлайҙар, солансаның ултырғысында ятҡан барлыҡ кейемдәрҙе ул ҡосаҡлап алып ҡайтып китә, сөнки , үҙ мунсаһында иң аҙаҡ йыуынып, ҡатынының ҡушыуы буйынса гелән генә бар балаларының да кейемдәрен алып ҡайтыр булған был йыйнаҡ ир, был юлы ла , ғәҙәтенсә, шулай эшләгән. Ә мунсалағы 3 иргә ни бары оҙон буйлы, йыуаш директорҙың оҙон майкаһы ғына ятып ҡалған, уныһы ла Шәкир ағайға тәтегән, барлыҡ ағзаларын ҡапларлыҡ булғас, ул кейеп ҡайтып киткән Бындағы ҡыҙыҡлы мәхшәр-мажараның шаһиты булған Гөлнур апай һәр мәжлес һайын һөйләй-һөйләй, барыһын көлдөрә-көлдөрә, оҫта юморсыға әйләнеп киткәйне. Әле булһын беҙ, иҫән уҡытыусылар был ҡыҙыҡлы хәлгә 50 йылдан ашыу ваҡыт үтеп китһә лә, бер ваҡытта ла онотолмаҫ, ағайҙарыбыҙҙы һағындырыр, беҙҙе һағышландырыр ҙа, көлдөрөр ҙә хәтирә итеп иҫкә алабыҙ.

Мөнирә Кирәйеваның сәхифәһенән: https://vk.com/im?sel=396373839&w=wall398327538_738%2F79a7d4d06b4e9b693f

 

Автор:
Читайте нас