+20 °С
Облачно
Дөйөм мәҡәләләр
1 Декабря 2023, 05:34

Ижади осошта арыу белмәгән етәксе

1991 йылдан бирле эшләп килгән Стәрлетамаҡ дәүләт филармонияһының художество етәксеһе – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Лира Әнүәр ҡыҙы Фәйзуллина һөнәри оҫталығы, эшкә ижади ҡарашы менән коллегалары араһында ғына түгел, ғөмүмән сәнғәт донъяһында хөрмәт һәм ихтирам ҡаҙанған шәхес.

Хеҙмәт юлын тыуған филармонияһында музыкаль бүлек мөдире булараҡ башлаған тырыш һәм һәләтле йәш ҡыҙға 2009 йылда художество етәксеһе вазифаһын ышанып тапшыралар. Составында биш ижади коллектив булған филармония менән етәкселек итеү өсөн арымай-талмай ныҡышмалы хеҙмәт тә, ойоштора белеү ҙә, кешелек һәм талапсанлыҡты бергә үргән етәксе сифаттары ла, был өлкәлә ныҡлы белем һәм тәжрибә лә кәрәк. «Шулай ҙа, иң мөһиме үҙ эшеңде ныҡ итеп яратыу», – ти ул. Оҙаҡ йылдар эшләү дәүерендә уның тырышлығы менән алтмыштан ашыу сәхнә әҫәре ҡуйылып, Татарстан, Сыуаш Республикалары, Ырымбур, Владимир, Силәбе, Иркутск, Ҡурған, Түбәнге Новгород, Төмән өлкәләре, Краснодар һәм Пермь крайҙарының тамашасылары хөкөмөнә сығарыла һәм уңышлы ҡабул ителә.

Лира Әнүәр ҡыҙы:

– Театрҙың художество етәксеһе өсөн иң мөһиме – заман һулышын тойоп, яңы идеялар менән янып йәшәү кәрәклеге. Тамашасы күңеленә барып етеп, тетрәндерер идеялар табыуы ауыр һәм көс еткеһеҙ тойола. Һәр төрлө креатив фекерҙәрҙең мәғәнәһен аңлап, ижади эштә тотонһаң, был яңы башланғыстарға әүерелеп китергә генә тора. Етәкселәргә яңылышмай, ошо башланғыстарҙы дауам итерлек башҡарыусы – үҙ эштәренең оҫталарын табып тәғәйенләү – уңышҡа килтерә. Был режиссерға ла, хореографҡа ла, балетмейстерға, һәм, әлбиттә, башҡарыусы актерға ла ҡағыла.

Йыр-моңға ғашиҡ булып фани донъяларға килгән бала үҙенең ғүмерлек бәхетен ошо өлкәлә, ҡанатланып башҡарған эшендә таба.

Лира Әнүәр ҡыҙы:

– Миндәге музыкаль һәләтте ваҡытында күргән һәм уҡырға йүнәлткән ата-әсәйемә бик рәхмәтлемен. Мин үҫмер саҡта Стәрлетамаҡта «Жаворонок», «Родина» һәм «Звонкие голоса» исемле бер нисә үҫешкән хор коллективы эшләй ине. Хор студияһында шөғөлләнеү күп сығымдар ҙа, ваҡыт та талап итеүгә ҡарамаҫтан, улар мине репетицияларға оҙатып йөрөнөләр, белемемде, һәләтемде үҫтерә алһын өсөн бөтә мөмкинлектәрҙе лә ҡулландылар. Уҡытыусыма, билдәле музыкант, билдәле хор дирижеры Надежда Дмитриевна Курбатоваға ла рәхмәтем сикһеҙ. Беҙҙең коллектив концерт менән Башҡортостандың төрлө ҡалаларында ғына түгел, Мәскәүҙә һәм алыҫ Калининград өлкәһендә лә сығыш яһап, гастролдәрҙә бик күп йөрөнө. Минең балалыҡ хыялым тормошомдо сәнғәт, ижад менән бәйләү ине, ул тормошҡа ашты – яратҡан эшем бар, минең тырышлығымды хөрмәт итеп, баһалаған коллективым бар.

Концерт программаларын да, театрлаштырылған тамашаларҙы ла ҡуйыусы-режиссер һөнәрҙәрен үҙендә берләштергән күп ҡырлы талант эйәһе ул Лира Әнүәр ҡыҙы. Белгән белемдәре, һөнәри сифаттары, тәжрибәһе менән ихлас уртаҡлашыусы етәксенән йәш актерҙар күп нәмәгә өйрәнә. Коллективтың киләсәге талантлы йәштәрҙә икәнлекте яҡшы аңлағанға күрә ул репертуар һайлағанда һәр саҡ йәштәр менән кәңәшләшә, улар өсөн ролдәр булдырырға тырыша.

Лира Әнүәр ҡыҙы:

– Художество етәксеһенең эш үҙенсәлеге миңә бер ваҡытта ла тынлыҡта ҡалырға ирек бирмәй, һәр саҡ эҙләнеү, ижади осош хәлендә йәшәү туҡтауһыҙ камиллашыуҙы, үҙ-үҙеңде үҫтереүҙе талап итә. Ниндәйҙер бер тамашаны уңышлы башҡарып, аншлаг һәм алҡыштар менән тамамлау минең өсөн эш бөттө тигәнде аңлатмай, ә яңы үрҙәргә, яңы ҡаршылыҡтар яулауға старт итеп ҡабул итәм.

Лира Әнүәр ҡыҙының ижади потенциалы республикала юғары баһалана. «Башҡортостан – алтын бишегем», «О Русь! Малиновое поле...» исемле ижади проекттары Башҡортостан Республикаһы Президенты гранты менән билдәләнде. Ә инде бик ҡатмарлы сюжетлы «Урал легендалары» мюзиклын халыҡ бик яратып ҡабул итеүҙе ул үҙенең иң ҙур ғорурлығы итеп һанай. Тамаша башҡорт халыҡ эпосына таянып ижад ителгән, һәм, бындай форматтағы жанр быға тиклем республикала ҡуйылғаны булмағанлығы менән дә ҡиммәт. Иҫ киткес әкиәти донъяны хәтерләткән был башҡорт мюзиклы заманса технологиялар ҡулланып барлыҡҡа килтерелә. Тотош тарихты үҙ эсенә алған тамашала Торатау, Йөрәктау, Шахтау кеүек атамаларҙың килеп сығышын балалар ҙа ҡарап еңел аңлай ала. Изгелек менән яуызлыҡ көрәшен баһаларға ла өйрәтә тамаша. Боронғо төрки руналар менән яҙылған Ер, Һыу, һауа, ут, тылсым, сер кеүек төшөнсәләр ҙә боронғо легенда менән ауаздаш. Ҡыҙыҡлы костюмдар, сценарий авторы Сәрүәр Суринаның ижади оҫталығы, Урал Иҙелбаевтың сихри халыҡсан музыкаһы менән берлектә талантлы актерҙар тыуҙырған образдар тамашасыны сәхнәнән күҙен дә алмай, тын да алмай ҡарап ултырырға мәжбүр иткән икән, бында ҡуйыусы режиссер Лира Фәйзуллинаның, әлбиттә, ғорурланырлыҡ урыны ҙур.

Үҙ эше, үҙ коллективы тип мөкиббән киткән етәксе менән һөйләшеүҙе тамамлап, «Әгәр алтын балыҡ тотһағыҙ, унан ниндәй үтенесегеҙҙе үтәүен һорар инегеҙ?» – тигән шаярыу ҡатыш һорау бирҙем. «Филармонияға рояль һорар инем, ул беҙгә шул тиклем кәрәк!» – тип яуапланы әңгәмәләшем. Үҙенең шәхси проблемалары коллективтыҡынан мөһимерек түгеллегенә тағы бер ишара булды был. Филармонияға рояль кәрәк, «алтын балыҡтар», ишетегеҙ бер үк!

Миләүшә Ҡыҙрасова, "Тамаша" журналы, 4-2021 йыл

 

Әйткәндәй, 7 декабрҙә  Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе сәхнәһендә филармонияның художество етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Лира Фәйзуллинаның ижад кисәһе була.

Лира Әнүәр ҡыҙы Стәрлетамаҡ филармонияһында егерме дүрт йыл эшләй, 2009 йылдан художество етәксеһе вазифаһын башҡара. Ул - филармонияның биш коллективының режиссёры. Ошо осорҙа өс йөҙҙән ашыу яңы концерт программаһы һәм ике мюзикл булдырылды, улар менән Башҡортостан ғына түгел, Рәсәй төбәктәре тамашасылары ла танышты. Ул республика сараларының, Хөкүмәт концерттарының ҡуйыу төркөмөндә йәлеп ителгән.

 

Ижади осошта арыу белмәгән етәксе
Ижади осошта арыу белмәгән етәксе
Ижади осошта арыу белмәгән етәксе
Автор:
Читайте нас