+16 °С
Облачно
Дөйөм мәҡәләләр
30 Ноября 2023, 07:10

Ғүмерҙең бер мәле

 

Лиана Кәбир ҡыҙы Ниғмәтуллина, Салауат башҡорт дәүләт драма театрының баш режиссеры:

«Ул һөнәрҙе түгел, ә һөнәр уны һайлаған»

Театрға 2010 йылда тәүге тапҡыр килдем. Ул мәлдә Өфө дәүләт сәнғәт академияһының режиссура бүлегенең аҙаҡҡы курсында уҡый инем. Диплом практикаһын мотлаҡ театрҙа үтеү талабы ҡуйылды беҙгә. Мин Салауат театрын һайланым. Үҙем Ишембай ҡыҙы булһам да, был сәнғәт усағына шул мәлгә саҡлы аяҡ баҫҡаным юҡ ине. Олег Закир улы Хановтың театрҙа – баш режиссер, Наилә Әбдулхай ҡыҙы Сәфәрғолованың директор булып эшләгән саҡтары. Минең килеүгә театр етәкселеге ҡыуанғандыр, тип уйлайым. Сөнки һуңғараҡ бәләкәй ҡалалағы театрҙарҙа белгестәр етешмәүен аңланым. Ни тиһәң дә, уҡыу йортон тамамлаған йәш артистар, режиссерҙар Өфөлә ҡалыуҙы йәки башҡа ҙурыраҡ ҡалаларға китеүҙе хуп күрә. Театрҙа мин Олег Закир улы ҡуйған спектаклдәрҙә ассистент булараҡ тәжрибә тупланым. Тәүге эшебеҙ Туфан Миңнуллин пьесаһы буйынса «Риүәйәт» спектакле булды. Һуңынан Нәжиб Асанбаев пьесаһы буйына «Сейәлетау» спектаклен сәхнәләштерҙек. Диплом эшемде лә ошо спектакль менән яҡланым. Иң ҡыҙығы шул – беҙҙең имтихан комиссияһы рәйесе Олег Закир улы Ханов ине. Үҙемдең ассистентымдың эшен баһалау дөрөҫмө икән, тип көлөп тә ҡуйғайны ул. Әлбиттә, ул эште юғары баһаланы. Һәм диплом яҡлағандан һуң, «Лиана, һин беҙгә эшкә киләһеңдер ул», – тип мөрәжәғәт итте. Уның был һүҙе һорау-раҫлама һымаҡ тойолдо миңә. Ҡыуанысым сикһеҙ ине. «Саҡырһағыҙ – киләм», – тип яуап бирҙем. Һәм дипломды ҡулға алғас та 2011 йылдың август айында театрға актриса булараҡ эшкә килдем.

 Олег Закир улы – тәжрибәле кеше, үҙ эшен, актерҙарҙы, ижади составты яҡшы тойған режиссер. Минең әлегә спектаклдәр сәхнәләштерергә әҙер түгеллегемде аңлағандыр. Диплом спектаклен ҡуйыуҙы ла үҙемә генә ышанып тапшырманы бит. Эшкә урынлашып, бер әкиәт сәхнәләштереп ҡарағас та, Лиана әле иртәрәк һиңә, ашыҡмай торайыҡ, тип кисектерә килде. Коллективҡа өйрәнһен, актерҙар менән уртаҡ тел тапһын тигәндер, күрәһең. Олег Закир улы менән эшләү – үҙе бер яҙмыш бүләге ине. Шундай тәжрибәле остазым булыуы менән бәхетлемен. Театрҙағы режиссер булараҡ хеҙмәт юлым тап шул әкиәттәрҙән башланды ла. Әйткәндәй, тәүге әкиәтемде ғаиләбеҙ менән бала саҡта ятаҡта йәшәгән мәлдә үк, күрше малай-ҡыҙҙарҙы йыйып, дәфтәр биттәрен йыртып, шуларҙы йәбештереп декорациялар яһап, дөйөм аш әҙерләү бүлмәһе янындағы бер мөйөштә ҡуйғайным. Хәҙер шул мәлде иҫләйем дә, үҙемә үҙем хайран ҡалам. Оялсан ғына булһа ла, беренсе класта ғына уҡыған ҡыҙыҡай, нисектер декорациялар уйлап сығарып, әкиәт сәхнәләштерергә йөрьәт иткән бит! Әммә мин режиссер ҙа түгел, ә актриса булырға теләй инем. Яҙмыш шулай ҡушҡандыр, нәҡ мин барған йылды актерҙарҙы ҡурсаҡ театрына ғына йыйыуҙары билдәле булды. Тик ҡурсаҡ театры актрисаһы булырға теләмәй инем. Нимә эшләргә тип аптырап торғанда: «Байтаҡ ваҡыт инде режиссерҙар әҙерләгән юҡ. Ситтән тороп ҡына уҡыйҙар ине. Быйыл режиссерҙарҙы көндөҙгө бүлеккә алырға уйлайбыҙ, документтарыңды шул йүнәлеш буйынса тапшырып ҡарарһың, бәлки», – тинеләр ҡабул итеү бүлегендә. Мин шулай иттем дә. Һөҙөмтәлә, имтихандарҙы уңышлы тапшырып, әлеге курсҡа эләгеп киттем. Етәксебеҙ Азат Әхмәҙулла улы Нәҙерғолов булды. Курсты бер егет һәм ете ҡыҙ тамамланыҡ. Азат Әхмәҙулла улы асыулана биреберәк тә: «Берегеҙ ҙә режиссура юлын һайламаясаҡ һеҙҙең аранан, эшләһә бер Лиана ғына эшләр», – тип әйтә торғайны. Һәм шулай булып сыҡты ла. Азат Әхмәҙулла улының һүҙҙәренә ғәжәпләнеһе лә түгел, режиссураға, ғәҙәттә, өлкәнерәк, тормош тәжрибәһе туплаған кешеләр килә бит. Ә беҙ барыбыҙ ҙа мәктәп кенә тамамлағанбыҙ, етмәһә тотош курс тиерлек ҡыҙҙарҙан тора. Шуға етәксебеҙ ошо йүнәлеш буйынса китәсәгебеҙгә ышанып та бөтмәгәндер. Азат Әхмәҙулла улына шуныһы өсөн рәхмәтлемен – ул режиссер һөнәренең профессия ғына түгел, йәшәү стиле, тормош рәүеше икәнлеген аңыбыҙға һеңдерҙе. Сөнки үҙе лә был һөнәргә ҙур яуаплылыҡ менән ҡарай һәм студенттарын да уны һис ҡасан да үрелеп етә алмаҫлыҡ бейеклек итеп ҡабул итергә өйрәтте, режиссер исемен яулап алырға кәрәклеген төшөндөрә алды.

Аллаға шөкөр, театрҙа байтаҡ ролдәрем дә булды. Күбеһе «ввод»тар (театрҙа быға тиклем башҡа актер уйнаған ролгә инеп китеүҙе шулай атайҙар) ине. Шуларҙың бер-икәүһен булһа ла атап үтәйем: «Ете ҡыҙ» тип исемләнгән данлыҡлы спектаклебеҙҙә ете актрисаның береһен уйнаным. Илсур Юлай улы Ҡаҙаҡбаев ҡуйған «Беруши» спектаклендә ун ике йәшлек малай образы ла яратҡан ролдәремдең береһе. Минең, ысынлап та, берәй бала образын һынландырып ҡарағым килә ине...

Театрға килеп күпмелер ваҡыт үткәс, актерҙар менән ныҡлап танышып, бер-беребеҙҙе аңлай башлағас, мин ышаныслы рәүештә әкиәттәрҙе сәхнәләштереүгә тотондом. Һәм йыл да әкиәттәр ҡуя башланым. Улар бөгөн дә уйнала, йәш тамашасылар араһында ҙур һорау менән ҡуллана. Минең әкиәттәрҙе ҡарап, хәҙер әллә нисә быуын балалар үҫте инде. Ә 2015 йылда, театрҙа Зиннур Сөләймәнов баш режиссер булып эшләгән осорҙа, грантҡа заявка биргәйнек. Уны оттоҡ һәм шул аҡсаға өлкәндәр өсөн спектакль ҡуйырға мөмкинлек бирелде. Шәүрә Шәкүрованың «Гөлкәйҙең бәхете» тип аталған пьесаһы буйынса мелодрама сығарҙыҡ. Режиссер булараҡ тәүге эшем шул ине. Һәм был тамаша менән беҙ Өфөгә лә килдек. Артабан ышаныслы рәүештә спектаклдәр ҡуйырға тотондом. Минең өсөн иң ҡәҙерле эштәремдең береһе – яҡташым Ноғман ағай Мусиндың “Ике ир һәм бер ҡатын” әҫәре буйынса ҡуйылған «Ғүмерҙең бер мәле» спектакле. Уның инсценировкаһын билдәле сценарист, тәржемәсе Зөһрә Бураҡаева яҙҙы. Уның менән хеҙмәттәшлегебеҙ шул әҫәрҙән башланды ла. Башта Ноғман ағайҙан рөхсәт һораныҡ, ул беҙгә үҙ фатихаһын бирҙе. Һуңынан авторҙы премьераға саҡырҙыҡ. Спектаклде ихлас ҡына ҡарап ултырҙы ул, тик банкет мәлендә: «Дөрөҫөн әйткәндә, әҫәрҙе сәхнәләштереү алымдарығыҙ оҡшап бөтмәне, мин башҡасараҡ итеп күрергә теләгәйнем», – тип әйтеп һалды. Әлбиттә, Ноғман ағай – өлкән кеше. Уның бөгөнгө стилде, ижадтағы заманса тенденцияларҙы өнәп етмәүе лә ихтимал. Шуға уның бындай реакцияһы беҙҙең өсөн көтөлмәгән хәл түгел ине. Матур ғына итеп ағайға ошоно аңлаттыҡ. Хәйер, ул – аҡыллы кеше, үҙе лә барыһын да аңлап тора ине һәм һис үпкәләмәне. Ә үҙ ҡарашын белдереп, дөрөҫ эшләне. Әммә ул беҙҙең спектаклде барыбер яратты, йөрәгенә яҡын итә алды. Мин уның менән осрашып та, телефондан шылтыратып та һөйләшкән саҡтарым булды. Тамырҙарым Ишембай районы Ҡолғона ауыл советына ҡараған бәләкәй генә Ялтыран ауылына барып тоташа. Ноғман ағай минең олатайымды яҡшы белә булып сыҡты. Бик ихлас аралаштыҡ уның менән. Әммә спектаклде Өфөгә алып килгәндә, пандемия осоро тамамланып ҡына торған саҡта, ул: «90 йәшемде үткәрермен тип бик һаҡланып йөрөгән сағым, балалар, күмәк кеше йыйылған ерҙәргә бармайыраҡ торорға ҡарар иттем, килә алмайым, ғәйеп итмәҫһегеҙ», – тип ғәфү үтенде. Йәл... 90 йәшен тултырып бер ай үтеүгә ағайыбыҙ беҙҙе ҡалдырып та китте.

Күптән түгел Мөнир Ҡунафиндың «Кешелеккә тоғролоҡ» хикәйәһе буйынса спектакль сәхнәләштерҙек. Был юлы ла сценарийҙы Зөһрә Бураҡаева яҙҙы. Сюжетҡа бер ни тиклем үҙгәрештәр ҙә индерелде. «Ноғман ағай менән булған хәл ҡабатланып ҡуймаһын, был юлы авторҙың фекеренә лә ҡолаҡ һалайыҡ», – тинем. Әммә Мөнир Сәхиулла улы: «Ризалығымды бирәм, әҫәрҙең төп фәлсәфәһенә хилаф килтерерлек булмаһа, үҙегеҙ теләгәнсә үҙгәртегеҙ. Үҙемә лә ҡыҙыҡ булып тора, нимә килеп сығыр икән?» – тип әйткән.

Мин үҙем дә эшемдән ҡәнәғәт була торған кеше түгел. Спектаклде тамамлағас, уны тыныс ҡына ҡарап ултыра алмайым. Нимәһендер үҙгәртке килә. Һәм был дөрөҫтөр ҙә, тип уйлайым. Һәр режиссер ҙа шундай тойғолар кисерәлер ул.

Илсур Юлай улы Ҡаҙаҡбаев театрҙан киткәс, 2020 йылда мине баш режиссер итеп тәғәйенләнеләр. Әйткәндәй, Илсур Юлай улын мин бик ихтирам итәм. Хатта, йәш булыуына ҡарамаҫтан, уны ла үҙемдең остазым тип әйтә алам, ағайымдай яҡын күрәм. Ә баш режиссер вазифаһына килгәндә... Бер мәлде мин үҙемде бер урында тапанған кеүек тоя башланым. Бөтөнләй башҡа өлкәгә китергә тигән уйҙар ҙа, эшкә саҡырыусылар ҙа булды. Төрлө вазифаларға, етәксе итеп тә... Ҡыҫҡаһы, театрҙан китергәрәк самалап йөрөгән сағым ине. Шунда коллегалар үҙебеҙ үҫтергән кадр тип кандидатурамды баш режиссер вазифаһына тәҡдим итте һәм мин баш тартманым. Ул ваҡытта театр менән Илдар Маннапов етәкселек итә ине.

Нимәләр үҙгәрҙеме? Иңемә ҙур яуаплылыҡ ятты, әлбиттә. Коллектив, репертуар өсөн. Ошо вазифаға тәғәйенләнгәс тә нисектер театрға ҡарата мөхәббәтем артты. Труппамдың һәр бер актерына, һәр машинисына, костюмерына, сәхнәне техник яҡтан тәьмин итеүселәргә, яҡтыртыусыларға, тауыш режиссерҙарына һ.б. ҡарата, йөрәктә бына әсә балаһын ярата бит (мин үҙем әлегә әсәй түгел, үкенескә ҡаршы), шундай ҙур мөхәббәт яралды. Уларҙың һәр ҡайһыһы өсөн яуаплылыҡ тойғоһо барлыҡҡа килде. Һәр береһенең ижадына ниндәйҙер яңылыҡ индерге, һәр береһенә ярҙам итке, юлын асҡы килә. Шундай матур тойғолар тыуҙы миндә. Хатта театрға бәйлелек тә барлыҡҡа килде шикелле.

Салауат театры – ул шундай театр, бында бик күп билдәле шәхестәр эшләп киткән. Театрҙың тарихы бик сағыу исемдәр менән бәйле. Һуңғы йылдарҙы ғына күҙ уңында тотҡанда ла... Олег Ханов, Наилә Сәфәрғолова, Зиннур Сөләймәнов, Илсур Ҡаҙаҡбаевтар... Төрлө талантлы шәхестәр менән аралашырға мөмкинлек булғаны өсөн театрға рәхмәтлемен. Эйе, Олег Закир улы эштән киткәндән һуң атайһыҙ ҡалған һымаҡ булдыҡ беҙ. Режиссерҙарҙы ситтән саҡыра башланыҡ. Әммә ситтән режиссерҙар саҡырыуҙың да ыңғай яҡтары күп икән. Һәр режиссер үҙенән нимәлер индерә, театрҙың репертуарына үҙенсәлек өҫтәй, актерҙарҙың үҫешенә йоғонто яһай. Шуға ла сит театрҙарҙан, сит республикаларҙан, сит төбәктәрҙән килгән режиссерҙар менән хеҙмәттәшлек итеүҙән ҡурҡырға кәрәкмәй. Бөгөн мин ышаныслы рәүештә беҙҙең театр сәхнәләштерә алмаған әҫәр, беҙҙең актерҙар һынландыра алмаған ролдәр юҡ, тип әйтә алам. Ысынлап та, труппа бик талантлы беҙҙең. Театр бик күп фестивалдәргә йөрөй. Ни өсөн беҙҙең театрҙы яраталар? Сөнки спектаклдәр башҡаларҙыҡынан айырылып тора. Беҙ ниндәйҙер икенсе ысулдар ҡулланып, башҡа төрлө формаларҙа сәхнә әҫәрҙәре сығарабыҙ. Бер яҡтан был, әлбиттә, бик ҡурҡыныс нәмә. Ни өсөн тигәндә, Салауатта үҙебеҙҙең даими тамашасыбыҙ бар. Һәм яңы әйберҙәргә, яңы формаларға бөтә тамашасы ла әҙер түгел. Кемдер килә лә аңламайынса ҡайтып китә. Бәғзеләр, киреһенсә, эйе, заманса театр ошолай булырға тейеш, тип хуплай. Шуға күрә бер ҡасан да тамашасы ыңғайына торорға ярамай. Беҙ тамашасыға төрлө-төрлө әйберҙәр тәҡдим итергә тейеш. Ә улар күңелдәренә хуш килгәнен һайлап алһын. Улар ҙа үҫешһен. Улар ҙа уйланһын. Бына шул яҡтан беҙҙең театр етди эш алып бара.

Минең өсөн һәр бер миҙгел үҙе бер ғүмер, үҙе бер байрам. Эйе, туҡһан йыллыҡты матур ғына итеп үткәрге килә. Тамашасылар өсөн дә, театр коллективы өсөн дә байрам ойошторорға теләк бар. Туҡһанынсы миҙгел әле асылып ҡына тора. Юбилей саралары 2023 йылдың апрель айына планлаштырылған. Ә инде һуңғы биш йыллыҡтағы үҙгәрештәргә килгәндә, үҙегеҙ шаһит, бик ҡатмарлы осорҙа йәшәйбеҙ. Ике ятып бер төшкә инмәгән пандемия, илдә барған бөгөнгө сетерекле хәл-ваҡиғалар... Коллективта юғалтыуҙар ҙа булды. Арабыҙҙан алыштырғыһыҙ артистарыбыҙ китте. Рим ағай Зыязетдинов, Риза ағай Мәһәҙиевтарҙы иҫкә алмау мөмкин түгел. Әммә шуныһын да билдәләп үтеү кәрәк, һуңғы йылдарҙа бик үҙенсәлекле сәхнә әҫәрҙәре сығарҙыҡ. Фестивалдәрҙә лә күпләп ҡатнаштыҡ. Бына әле яңы биш йыллыҡҡа аяҡ баҫып торабыҙ. Беҙҙең өсөн ул тағы ла уңышлыраҡ, емешлерәк һәм юғалтыуҙарһыҙ булһын ине ул, тип теләйем.

Г. Ҡаһарманова яҙып алды

"Тамаша" журналы, 2022 йыл, 12 һан

Ғүмерҙең бер мәле
Ғүмерҙең бер мәле
Автор:
Читайте нас