+19 °С
Дождь
Дөйөм мәҡәләләр
28 Ноября 2023, 05:07

«Юлдаш»ты юлдаш итеүсе һылыуҡай

«Һөнәрем тормоштоң уртаһында ҡайнап йәшәргә мөмкинлек бирә. Төрлө яҙмыштар, төрлө һәләт эйәләре менән таныштыра. Ул шуныһы менән үҙенә арбай», – ти «Юлдаш», «Ашҡаҙар» радиоһының алып барыусыһы Сәриә Рамаҙанова. Остазы Әхәт Мортазиндың: «Тауыш һәм дикция – алып барыусының төп ҡоралы. Ихласлыҡ радиола иң кәрәк сифат. Тыңлаусы һине ишетергә һәм тыңларға теләй. Һөйлә, ихлас һөйлә!» – тип биргән һабағын һәр саҡ хәтерендә тотоп, илһамланып ижад итә ул.

Хеҙмәт юлын Әбйәлил район гәзите «Осҡон»да башлаған ҡыҙҙың бала саҡтан журналистика өлкәһендә эшләү теләге көслө була. Шуға ла, район, республика матбуғаты менән мәктәптә уҡыған йылдарында уҡ хеҙмәттәшлек итә. Ата-әсәһе матбуғат баҫмаларына күпләп яҙыла, ә һәләтле, тырыш ҡыҙ өйгә килгән гәзит-журналдағы һәр мәҡәләне уҡып сыға. Хыялында бейек офоҡтарҙа гиҙә һәм баш ҡала киңлектәрен яулауҙы ниәт итеп ала. Бала саҡ хыялы артынан Өфөгә юлланған ҡыҙ радиоға килеп эләккәс, тормошта бер нәмә лә осраҡлы булмауына инана. Бер ниндәй икеләнеү-үкенеүһеҙ, булмышына тура килгән һөнәрҙә ҡанатланып эш башлай. Тел уҡытыусыһы булараҡ алған махсус белеме бик тә килешеп ҡала был эштә.

«Кешенең теләге һәм маҡсаты булғанда һәр эште лә еңел өйрәнә, үҙләштерә ала. Журналист Һөнәре ҡыҙыҡлы, ялҡытмай һәм төрлө яҡлы. Ул шуныһы менән үҙенә арбай. «Һәр кемдең теүәл һөнәре була, ә журналист һөнәре барыһын, бөтә тормошто үҙ эсенә ала», – тип яҙа күренекле яҙыусы К.Паустовский. Ни тиһәк тә, журналист тормоштоң уртаһында ҡайнай һәм уның барлыҡ тармаҡтарына үтеп инә. Һиңә төрлө мәсьәләләрҙе яҡтыртырға тура килә. Бының өсөн һәр тармаҡты биш бармағың кеүек белергә кәрәк. Мәғлүмәтле һәм оператив булыу – беҙҙең һөнәрҙең төп үҙенсәлегелер», – ти әңгәмәсем, яратҡан һөнәренең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алып.

Сәриә бала саҡта табип булырға ла хыялланған була. Әлеге мәлдә радиола алып барған «Сәләмәт булығыҙ» рубрикаһы аша ниндәйҙер кимәлдә ошо алыҫ хыялын да тормошҡа ашырғандай тоя ул. Сәләмәтлек өлкәһенә ҡағылышлы тапшырыуҙарҙы эфирға яратып әҙерләй.

«Бөгөн интернет киңлектәрендә радионы күрһәтеү, танытыу маҡсатында СММ (социаль селтәрҙәрҙә маркетинг) өлкәһен өйрәнәм. СММ-дың төп эше – социаль селтәрҙәр аша ҡыҙыҡлы, файҙалы мәғлүмәттәр, шулай уҡ сәнғәт, әҙәбиәт, мәҙәниәт яңылыҡтары, республиканың тын алышы менән уртаҡлашыу. Интернет киңлектәрендә ултырыусы дуҫтарыбыҙға «Юлдаш» радиоһын танытыу маҡсатында эш алып барам. Әйткәндәй, «Юлдаш»тың интернеттағы асыҡ төркөмдәренә ҡушылығыҙ, бында яңылыҡтар, ҡыҙыҡлы хәбәрҙәр, матур йырҙар һәм фекер уртаҡлашыу мөмкинлеге бар. Беҙ Бәйләнештә социаль селтәрендә әүҙем эшләп киләбеҙ.

«Юлдаш» радиоһында берҙәм ғаилә кеүек татыу коллектив ижад итә. Һәр яңы проект бергә уйлана. Бында бер кешенең генә эше булыуы мөмкин дә түгел. Креатив төркөм йыйылып, алдағы пландар һәм идеялар менән бүлешәбеҙ. Ошо һөйләшеү мәлендә төрлө проекттарға юл асыла һәм уны тиҙ арала тормошҡа ашырыу юлдарын барлайбыҙ. Радио йырһыҙ йәшәй алмай. Төп проекттарҙың береһе – «Юлдаш-Хит»ты ғына алайыҡ. Ай һайын иң шәп йырҙарҙы радиотыңлаусылар менән бергә билдәләйбеҙ. Иң күп тауыш йыйған йырҙар гала-концертҡа үтә. Тауыш биреү «Бәйләнештә» социаль селтәрендә алып барыла. Яңы геройҙар һәм эксперттар эҙләү – журналистың төп эше. Бының өсөн һәр беребеҙ яуаплы», – тип эш тәжрибәһе менән уртаҡлаша Сәриә Рамаҙанова.

Тормошто, үҙ эшен, ғаиләһен яратҡан һылыуҡай тормош юлында осраған кешеләргә рәхмәтле. Һәр ваҡыт уңышлы, аҡыллы, белемле, ихлас кешеләргә һоҡлана. Өлгө алырлыҡ, үрнәк булырлыҡ остаздарының күп булыуына ҡыуана. Һөнәри белемде Башҡорт дәүләт университетының Сибай филиалында ала. Һөнәрле иткән уҡытыусыларына, диплом етәксеһе булып, төплө кәңәштәре менән әле лә һабаҡ биреп аралашып йәшәүсе Ғәҙилә Мөҙәрис ҡыҙы Бүләковаға рәхмәт әйтә йәш белгес. 

Радиола эфирға алып сыҡҡан остазы, диктор, Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мортазин дәрестәре, кәңәштәре айырым урын алып тора Сәриә өсөн. «Беҙ Әхәт ағай Мортазин уҡыусылары булыуыбыҙ менән бәхетле быуын», – ти ул.

Сәриә ғаиләлә баш бала булғанға, һәр эштә яуаплылыҡ тойоп үҫә. Ҡәртәсәһе (өләсәһе, диал.) мәрхүмә Мөкәрәмә Ишбирҙина-Ишдәүләтова менән бергә йәшәгәс, оло кешенең аҡыллы өгөт-нәсихәтен һеңдереп буй еткерә. Ул әкиәттәр, риүәйәттәр, тормош дәресе булырлыҡ ғибрәтле тарихтар һөйләп ейәнсәрендә туған телгә, мәҙәниәткә һәм әҙәбиәткә һөйөү уята.

Баймаҡ районы Йылым ауылында йәшәүсе ата-әсәһе Миңлегөл һәм Рәис Ишдәүләтовтар балаларына лайыҡлы тәрбиә биреп үҫтерә. Матур ғаиләлә үҫкән ҡыҙ матур ғаилә ҡороп, тормош иптәше, Әбйәлил егете Радик Рамаҙанов менән ике бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Улдары Артур һәм ҡыҙҙары Әминә «Тамыр» телеканалының йондоҙсоҡтары, Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында уҡыйҙар.

«Тормошта яратҡан эшең, ғаиләң булыу – үҙе бәхет. Ҡатын-ҡыҙ бурысы, тәү сиратта – өй ҡотон һаҡлау. Ғаиләлә барыһы ла тыныс булғанда, эшең дә гөрләп бара. Балаларға һалған тәрбиә, бүленгән ваҡыттан да ҡиммәте юҡ икәнен яҡшы аңлайым һәм ғәзиздәремә рухи көсөмдө, күңел йылымды йәлләмәйем. Тормошта иң ҙур уңышым – ғаиләм. Мин – бәхетле әсәй, ҡатын, Аллаға шөкөр. Балаларым – ҡыуанысым. Мине аңлаған һәм ышанған кешеңдең янда булыуы ҡаршылыҡтарҙы еңергә ярҙам итә. Тормош иптәшем ярты һүҙән аңлай торған, һәр башланғысымды хуплар кеше. Һалған тырышлығыңды, эшләнгән эшеңде лайыҡлы баһалаусылар булыуы дәрт һәм илһам бирә», – ти Сәриә Рамаҙанова.

Тырышлыҡ, маҡсатҡа ынтылыусанлыҡ бер ҡасан да юғалып ҡалмай. Баш ҡаланың үҙәгендә фатирлы булыу хыялын да тормошҡа ашыра йәш ғаилә. Артабан да емешле хеҙмәтте, тулы ағымлы тормошто дауам итеү маҡсаты менән, киләсәкте хәстәрләп, бөгөнгө һәм хәҙергенең ҡәҙерен белеп, һәр мәлдең мөһимлеген аңлап йәшәй улар.

 

Миләүшә ҠЫҘРАСОВА

"Тамаша" журналы, 6-2021

«Юлдаш»ты юлдаш итеүсе һылыуҡай
«Юлдаш»ты юлдаш итеүсе һылыуҡай
«Юлдаш»ты юлдаш итеүсе һылыуҡай
«Юлдаш»ты юлдаш итеүсе һылыуҡай
«Юлдаш»ты юлдаш итеүсе һылыуҡай
Автор:
Читайте нас