-21 °С
Ясна
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
12 Ноябрь , 17:52

"Йәшлек"тәге йәшлек шуҡлыҡтары

-

ҮҪКӘҪ ҘУРНАЛИҪ БУЛАМ!

Рәлис дуҫым Ураҙғолов менән бер йылы минең тыуған ауылым Яҡутҡа сәфәр тоттоҡ. Рәлис үҙенең биш йәшлек Юлай улын да эйәртеп алды. Әйткәндәй, дуҫым хәләле Нурия менән бер ҡыҙ, дүрт малайға ғүмер бүләк иткән кеше. Балалары барыһы ла бер - береһенә оҡшап матурҙар. Әйтерһең дә алтын бөртөктәре.

Юл ыңғайында Күгәрсен районының Түләбәй ауылына ла һуғылдыҡ. Сөнки унда Рәлис дуҫымдың яҙғандарын ихтирам итеүсе "Йәшлек" уҡыусылары Гөлшат апай менән Фәрит ағай (фотола уңда) Псәнчиндар йәшәй ине. Фәрит ағай хәҙер байтаҡтан мәрхүм инде. Шәп кеше ине.

Беҙ барып төшөүгә, Фәрит ағай һарайҙан һарығын һөйрәп сығарып, беҙгә эш тә ҡушты. "Һеҙҙең өсөн һимерткәйнем ошо малды, салығыҙ, егеттәр!" - тине ул, шатланып. Үҙе мунса яғырға тотондо.
Билдәле инде, мунсанан һуң табаҡ тултырып һимеҙ һарыҡ ите, борҫлап торған хуш еҫле һурпа янына шырпы һыҙһаң, дөрләп янып китергә торған һый ҙа сығып ҡунаҡланы.

Ноябрь төнөн йырлашып үткәреп, иртәгәһенә генә барып еттек минең ауылға. Унда ла һуғым осорона тура килдек. Шуныһы ла мөһим – Яҡут ул ваҡытта "Айыҡ ауыл" статусы алмағайны әле.

Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы тигәндәй, һуғымдан - һуғымға йөрөп, ярайһы ғына бәлйерәгәнбеҙ, иртәнге биштәр тирәһендә беҙҙе Рәкит класташ килеп уятты. Мораптал ауылында йәшәгән участка дауаханаһының баш табибы, СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы, Башҡортостандың атҡаҙанған врачы Рәжәп Юлбарисовтың өйөндә тапты ул беҙҙе.

Таң атмаған әле тип торманы, йорт хужабикәһе Зәкиә апай табын ҡороп ебәрҙе. Ултырабыҙ сәйләп, аҙ ғына мәйләп. Бер аҙ ултырғас, Рәлис дуҫым һүҙгә килде.

–Зәкиә апай, минең малай ҡайһы бүлмәлә йоҡлай икән?
–Бәләкәй бүлмгә һалғайным инде мин уны. Төнө буйы футбол ҡарап ултырғайны, әле яңыраҡ йоҡлап китте, шикелле, - тине Зәкиә апай.
–Футбол ҡарамай торғайнысы ул. Ҡана, өҫтөнә ябып сығайым әле. - Рәлис бүлмәгә кереп китте.
Бер аҙҙан дуҫым яңынан килеп сыҡты.
–Унда беҙҙең редакцияның водителе Асҡар ғына йоҡлап ята, минең малай юҡ ул.
–Бәй, нисек юҡ? - Рәжәп ағай менән Зәкиә апай аптырауға ҡалдылар. - Һеҙ ни өсәү килгәйнегеҙ инде беҙгә.
–Рәлистең биш йәшлек улы бар ине бит, - тип, мин дә шөбһәләнә төштөм.
–Юуууууҡ, һеҙ өсәү килдегеҙ. Бәләкәй бала булманы. - Зәкиә апай бөтөнләй ғәжәпкә ҡалды.
Шул ваҡыт быға ҡәҙәре тыныс ҡына ҡоротло һурпа һемергән Рәкиттең теле асылды.
–Анау беҙҙә йоҡлап ятҡан арыш башағы кеүек һап-һары малайҙы әйтәһегеҙме әллә? Уны ней, әнәйем ҡулында күтәреп йөрөтөп, саҡ тынысландырҙы. Әтәйгә барам тип, йоҡламай ҙа ҡуя. Аптыратты инде.

Сәфәрҙән ҡайтҡас, Нурия Юлайҙан һорай икән.
–Улым, оҡшанымы командировка?
–Оҡшаны, әннә, мин дә ҙурайғаҫ атайым һымаҡ ҙурналиҫ булам!
–Ҡуй, улым, журналист булма. Беҙҙең өйҙә бер журналист бар бит инде, шул еткән, - ти икән Нурия ханым.
–Юҡ, әннә, мин ҙурналиҫ булам! - Ҙурналиҫтарға ҫарыҡ ҫуялар, мунса яғып индерәләр, һәр өйҙә лә ҫыйлайҙар.
–Апайҙар ҙа булдымы, улым?
–Юҡ, әннә, апайҙар булманы! - тип өҙә һуҡҡан Юлай.

Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ.
https://vk.com/wall201919463_14546

"Йәшлек"тәге йәшлек шуҡлыҡтары
"Йәшлек"тәге йәшлек шуҡлыҡтары
Автор:
Читайте нас в