-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
10 Ноябрь 2023, 12:40

ҒАИЛӘ ҠОРОРҒА ТЕЛӘҮСЕЛӘР ӨСӨН ДОҒА ҠЫЛЫУ ҮРНӘГЕ

Үҙ парын таба алмаған йәштәргә, уларҙың ата-әсәһенә ниндәй кәңәш бирергә мөмкин?

ҒАИЛӘ ҠОРОРҒА ТЕЛӘҮСЕЛӘР ӨСӨН
ДОҒА ҠЫЛЫУ ҮРНӘГЕ

Хәҙерге тормошҡа хас булған актуаль мәсьәләләрҙең береһе – ғаилә ҡормаған буйҙаҡ кешеләрҙең күп булыуы.
Йәштәрҙән бигерәк был хаҡта уларҙың ата-әсәйҙәре борсола: “Ҡыҙым (улым) инде фәлән йәшкә етте, әммә үҙ насибын әле һаман осрата алмай”, – тип өҙгөләнә улар.
Ата-әсәйҙең буй еткереп, бәлиғлеккә ирешкән балаларының күңеленә хуш килгән тормош иптәшен осратып, матур ғаилә ҡороуын, уларҙың ышаныслы тәрбиәлә булыуҙарын, ейәндәр һөйөп, балаларының бәхетенә ҡыуанып йәшәү теләге – тәбиғи хәл.
Әммә, кем әйтмешләй, тормош булғас, төрлө хәлдәр була.

❓Үҙ парын таба алмаған йәштәргә, уларҙың ата-әсәһенә ниндәй кәңәш бирергә мөмкин?

‼ Динебеҙ өйрәткәнсә, Әҙәм балаларын нимә генә борсоһа ла, ниндәй генә мәсьәлә уйға һалһа ла, иң элек Аллаһы Тәғәләгә мөрәжәғәт итеп доға ҡылырға кәрәк.

Был яҙмала “Улым әле һаман өйләнмәгән” йәки “Ҡыҙым тормошҡа сыҡмай яңғыҙ ҡалыр микән?” - тип хафаланған ата-әсәләр өсөн доға ҡылыу үрнәге бирелә.
Бының хикмәте лә бар: мөбәрәк хәҙистәрҙең береһендә:
✍ “Ата-әсәнең балаһы өсөн ҡылған доғаһы ҡабул булмайынса ҡалмаҫ” - тип әйтелә.

‼ Әммә шуныһын да онотмаҫҡа кәрәк: доға менән мөрәжәғәт иткәнсе, ата-әсәйгә белеп һәм белмәй ҡылған гонаһтары, бәндәселек менән ҡылған хата-кәмселектәре өсөн Аллаһтан ғәфү үтенергә, йәғни ТӘҮБӘ-ИСТИҒФАР ҡылырға кәрәк.

‼ Тағын бер мөһим нәмә: баланың да ғаилә ҡорорға теләге һәм мөмкинлеге булыуы (никахлашырға ҡамасаулаусы сәбәптәр ҙә булырға мөмкин бит, мәҫәлән, сәләмәтлек менән бәйле булғандары); шулай уҡ йәштәрҙең дә ғаилә ҡороу теләген тормошҡа ашырыу өсөн сәбәп ҡылыуы мөһим.

Дуҫ-иштәргә, таныштырыу хеҙмәттәренә мөрәжәғәт итеүҙән тыш, йәштәр ҙә, әлбиттә, шәхси теләктәрен иң элек Аллаһҡа белдерергә тейеш.
Бында ата-әсәй өсөн тип килтерелгән доғаны бер аҙ үҙгәртеп йәштәр үҙҙәре лә ғаилә ҡороу үтенесе менән Аллаһҡа мөрәжәғәт итә ала.
Тағын бер кәңәш – әгәр ҙә туғандарығыҙ, таныш-белештәрегеҙ араһында оло Хажға китеүселәр бар икән, уларға ла хәлде аңлатып, Ғәрәфәлә һеҙҙең өсөн доға ҡылыуҙарын һорағыҙ, сөнки бәйғәмбәребеҙ ﷺ белдергәнсә,
 “Ғәрәфәлә ҡылынған доға – ҡабул була”.

ЙӘШЕ ЕТКӘН БАЛАНЫҢ НИКАХЛАНЫУЫН, ҒАИЛӘ ҠОРОУЫН ҺОРАП,
АТА-ӘСӘЛӘР ӨСӨН ДОҒА ҠЫЛЫУ ҮРНӘГЕ

🤲Әлхәмдү лилләәһи Раббил ғәәләмиин, әссаләәтү вәссәләәмү ғәләә расүлиһи Мүхәммәдин үә ғәләә әәлиһи үә әсъхәәбиһи әжемәғыйн...
🤲 Йә Раббым! Йә Шәфҡәтле, Рәхимле, Мәрхәмәтле Аллаһ!
Ихлас доға ҡылып, Һинән генә ихлас күңелемдән һорайым!
🤲 Үҙеңдең олуғ фазыл үә Рәхмәтең менән минең бәндәселек менән ҡылған гонаһтарымды, йәшлек, йүләрлек, яһиллыҡ менән эшләгән хаталарымды, ялғыштарымды ғәфү ит!
🤲 Йә Раббым! Үҙемде, атай-әсәйемде, ҡартәсәй-ҡартатайҙарымды – бөтөн нәҫелебеҙҙе кисереп, гонаһтарыбыҙҙы ярлыҡа...
🤲 Йә Аллаһ, йә Кәрим!
Һин олуғ һәм бик йомарт, шуға күрә Һинән генә һорайым һәм теләгемде әйтеп, ялбарам...
🤲 Йә Раббым... Минең йәше етеп тә әле өйләнмәгән улым фәлән улы фәләнгә (кейәүгә сыҡмаған ҡыҙым фәлән ҡыҙы фәләнгә) хәйерле, бәрәкәтле ғаилә тормошо насип ит!
Уға хәйерле хәләл ефете булырлыҡ иманлы, тәүфиҡле, күркәм холоҡло, сәләмәт бер бәндәңде юлына сығарып ҡауышыуҙарын насип ит!
Ул егет (ҡыҙ) тәртипле ғаиләнән булып, үҙе лә әхләҡле, белемле, инсаф, күҙҙе һәм күңелде һөйөндөрөрлөк әҙәп һәм ҡиәфәткә эйә булһын, йә Раббым!
🤲 Йә бер Аллаһ! Уларҙы Әҙәм ғәләйһиссәләм менән Һауаны, Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ менән Хәҙисәне, Йософ ғәләйһиссәләм менән Зөләйхәне ҡауыштырған кеүек мөхәббәт менән татыулыҡта берләштер!
Ғаилә тормоштарын бәхетле, бәрәкәтле итеп, һәр яҡтан сәләмәт балалар үҫтерергә насип ҡыл, йә Раббым!
Үҙебеҙҙең дә, балаларыбыҙ менән ейәндәребеҙҙең дә тәүфиҡ-һиҙиәт юлында булыуҙарын насип әйләп, ысын мөъмин-мосолман булып йәшәүҙәрен насип ит, йә мәрхәмәтле Раббым!
🤲 Йә Раббым! Һин Ҡадир, Һин Йомарт, Һин Шәфҡәтле һәм Рәхимле!
Һинән башҡа бер ниндәй көс һәм бер ниндәй ҙә ҡеүәт юк. Һинән генә һорайбыҙ, Һиңә генә тәүәккәлләйбеҙ, фәҡәт Һинән генә ярҙам өмөт итәбеҙ...
🤲 Раббәнәә әәтинәә фиддүн-йәә хәсәнәтәү үә фиил әәхыйрати хәсәнәтәү үә ҡыйнәә ғәҙәәбәннәр. Бирахмәтикә йәә әрхәмәрраахимиин... Әәмиин...

"Үткәрмә йәсин" төркөмөнән

https://vk.com/wall-219376564_10856

 

ҒАИЛӘ ҠОРОРҒА ТЕЛӘҮСЕЛӘР ӨСӨН ДОҒА ҠЫЛЫУ ҮРНӘГЕ
ҒАИЛӘ ҠОРОРҒА ТЕЛӘҮСЕЛӘР ӨСӨН ДОҒА ҠЫЛЫУ ҮРНӘГЕ
Автор:
Читайте нас: