-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
9 Ноябрь 2023, 12:00

ИҢ ХӘЙЛӘКӘР ДЕЙЕҮ - КӨНСӨЛЛӨК

 Үҙеңдән алда бүтәндәр мәнфәғәтен уйлау, эргә-тирәләгеләргә яҡшылыҡ теләү һәм изгелек эшләү – халҡыбыҙҙың бөйөк өләңе «Урал батыр»ҙың төп идеяларының береһе. Ҡаһарманыбыҙҙың үлемһеҙгә әүерелеүҙән баш тартып, тереһыуҙы тирә-яҡҡа һирпеп ебәреүе йомартлыҡ һәм киң күңеллелектең башҡорт өсөн үҙеңде яратыуҙан да юғарыраҡ ҡиммәт булыуын раҫлай. Ошо һыҙаты быуаттан-быуатҡа уның теүәллеген һәм именлеген һаҡлап тороусы төп көс булған. Ләкин бөгөн башҡорттар, бер-береһенә ҡарап, шулайбыҙ тип иҫбатлай аламы? Ни өсөн беҙ бер-беребеҙҙе көнсөллөктә, тар күңеллелектә ғәйепләйбеҙ? Үҙебеҙ хаҡында ҡыйып, башҡорт башын башҡорт ашай, башҡорт түрә булһа, сабатаһын түргә элә, беҙҙекеләр бер-береһен күтәрә белмәй, юлын киҫергә тырыша, тигән йүнһеҙ һүҙҙәр һөйләп йөрөргә мәжбүрбеҙ? Кемебеҙҙең әңгәмә араһында ошондай хәбәр ишеткәне юҡ? Кешегә көн дә йүләр тиһәң, аҡылға һайыға башлай тиҙәрме әле?Тормошобоҙҙо ағыулаған көнсөллөктөң тәбиғәте ниндәй, ни өсөн әле беҙҙең ул дейеүгә ҡаршы тороу һәләтебеҙ кәмегән?

Психологтар, үҙеңде генә яратыу – асыу, асыу – һаранлыҡ, һаранлыҡ – көнләшеү тыуҙыра, ә көнләшеү күңел тарлығына, тәкәбберлеккә илтә, ти. Тәкәбберлек иһә барлыҡ диндәрҙә лә иң ҙур гонаһ иҫәпләнә. Был аяуһыҙ өйөрөлтмәк һәр кемдең дә күңелендә барлыҡҡа килә һәм уны баҫа белмәгән һәммә кеше, ҡуласа эсендәге тейендәй, әйләнгән һайын бер үк тырмаға баҫып, башҡаларҙан түпәләнәм икән тип уйлап, үҙен-үҙе туҡмауҙан арына алмай...
Бөтөнләй маҡтанмаған, башҡаларҙың уңыштарын тәнҡит­ләмәгән кеше көнләшеүҙән азат. Кешене нимә өсөн булһа ла тәнҡитләгеһе килгән, ләкин ғәҙел түгеллеген аңлап, ғәйепләү­ҙән тыйыла алған әҙәм – сирек ярым азат, яҡындарына һәм дуҫтарына ғына көнләшмәй, әммә яттар уңышына ҡыуана белмәгәндәр – ярым азат кешеләр. Ә инде аҡты – ҡаранан, бер нәмәнең икенсеһенән өҫтөнлөгөн бөтөнләй айырмаусы­лар – ҡара томаналар. Ярым азат күңелле һәм ҡара томанала­ры күбәйгән халыҡ үҙ-үҙен юҡ итеү юлына баҫа, тиелә боронғо һинд трактаттарында. Ысын эгоизм – изгелек эшләү­ҙән ҡыуаныс кисереү, ә ялған эгоизм үҙең өсөн генә йәшәргә ынтылыуҙы аңлата, ти психотерапевтар. Ысын эгоист камил булмауын аңлай, ә ялған эгоист үҙен һәр саҡ хаҡлы тип һа­най, ризаһыҙ хәленә гелән кемдер йәки нимәлер ғәйепле. Боронғо веда йолаларына ярашлы, ялған эгоизм – кешенең барса күңел ғазаптарының сәбәпсеһе. Күңелде ысын эгоизм­ға көйләмәйенсә тороп, бәхет эҙләүҙән фәтеүә юҡ, ти һинд трактаттары. Сөнки ялған эго арҡылы эш иткән һәр кем, үҙе лә аңғармаҫтан, башҡаларҙың ялған эгоһына ҡағылып, үҙ-ара күҙгә күренмәҫ ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Шуның өсөн үҙең­де көйләй белеү – донъялағы иң ҙур ҡиммәттәрҙең береһе.
Көнсөллөгөн танып, ҡайһы саҡ хаҡһыҙ ҡыланғанын белгән кеше илаһиҙар рәтенә инә һәм башҡалар менән бер йәмғиәттә бәхетле була ала. Бүтәндәргә ғәҙел булмауын танымағандар ярһыу, бире тәбиғәтлеләр, улар үҙҙәрен ҡайћы берҙє генә бәхетле тоя. Ә томана гел ғазап кисереп йәшәй, сөнки уның ялған эгоизмы ныҡ көслө, бөтә аңын томалай. Шуға ул тән­ҡитсеһен хатта юҡҡа сығарырға әҙер. Томана ҡатын енесенән булһа, мәкерлегә әүерелә, ә ир кеше – аяуһыҙға.
Илаһи тәбиғәтле кеше изгелеккә, рухи байлыҡҡа ынтыла, шуның аша бәхет тойғоһо кисерә. Ярһыу тәбиғәтлеләр матди етешлеккә ирешеү хаҡына йәшәй. Улар өсөн йәмғиәттә уңышлы булыу – тәүмаҡсат. Әммә ярһыу кеше көсөргәнешкә юлыға, ваҡыт еткерә алмауға зарлана, һуңғы сиктә төрлө ауырыуҙарға тарып, күңел ҡайтыу, ҡәнәғәтһеҙлек хистәренә сума. Етешһеҙлегенә күрһәткәндә, илаһи тәбиғәтле кеше иғтибарға ала, ярһыуҙар тынысһыҙлана, көйә, ә томана төңөлдөрөр сиккә етеп асыулана.

Көнсөл, үҙем яҡшы, тормош насар, тип уйлай. Ә илаһи тәбиғәтле кешегә бәхет өсөн махсус шарттар кәрәкмәй. Ире эсә икән, тимәк, уға бәхет теләргә кәрәк, былай булһа, үҙ өҫтөмдә эшләмәй диванда ултырыр инем әле, тәбиғәттең насар көнө булмай, тип фекер йөрөтә. Халыҡтың күпселеге ярһыу тәбиғәтле кеше халәтендә йәшәй һәм уларға илаһи тәбиғәтлеләрҙе аңлауы ҡыйын. Кешелек бәхет төшөнсәһенең ысын мәғәнәһен бутаған. Урыҫтарҙың, бәхет ул ябай ғына, уны башҡаларға теләргә лә, шунда уҡ үҙеңә лә тойорға кәрәк, тигән һүҙе бар. Уның өсөн кредит алырға ла, сиратҡа торорға ла, көтөргә лә кәрәкмәй, баҡтиһәң. “Минең һиңә бәхет теләүем, һинең миңә бәхет теләүең – шул үҙе бәхет”, – тип яҙа билдәле психотерапевт Олег Торсунов та.
Көнсөлдөң тынысһыҙлығы сикһеҙ. Сөнки көнләшкән бәндә икенсе кешелә күҙгә күренмәҫ эске ҡаршылыҡ уята, ул ҡаршылыҡ тулҡыны уның үҙенә кире ҡаҡлыға. Ике ҡара тойғо бер-береһенә «ҡармаҡ» ише эләгеп, төрлө яҡҡа тарта башлай. Кеше бүтән берәү хаҡында насар һүҙ әйтһә йә уйлаһа ла, шул «ҡармаҡ»ты барлыҡҡа килтереп, тартҡылашыу тыуҙыра. Тимәк, үҙенә насар ҡараш йә һүҙ атылған кеше лә, әгәр ул уны белмәһә лә, аңһыҙ рәүештә ул насарлыҡты эшләүсегә ҡарата алама, кире уйларға, һөйләргә ынтыла, ике яҡлы көнсөллөк уяна.

Көнсөллөк, насар уйҙар аңды томалап, тормошобоҙҙо емерә, беҙ уның менән көрәшергә бурыслы. Ни өсөн бөтә халыҡтарҙа ла осраған кешегә һаулыҡ, изгелек теләйҙәр? Яҡшы энергияны күбәйтер, аңғармай тыуҙырған киреһен юҡ итер өсөн. Тел-теш тейеүҙєн, насар ҡараштан, кире уйҙарҙан һаҡланыу, ундайҙы юҡҡа сығарыу хаҡына. Һаумыһығыҙ, иҫән булығыҙ, сәләмәт бул, хуш килдегеҙ, имен тороғоҙ, хәйерле көн, ҙур үҫ – һанай китһәң, бик күп ундай теләк-һүҙҙәр... Халҡыбыҙҙа тағы ла ризалатыу тигән йола бар. Кешенән ярҙам йә башҡа нәмә һорағанда, ризалатыр өсөн бәләкәй генә булһа ла бүләк бирәләр. Нәмәһен алып торғайным, өмәгә килгәйне, ярҙам иткәйне, ризалатаһы бар, тип һөйләйҙәр. Күршегә ингәндә йә таныштарға барғанда, күстәнәс тотоп барыу ҙа шуға бәйле. Күстәнәс тоттороп, кешенең үҙеңә ҡарата йәшерен, үҙе лә танырға теләмәгән алама йә кире теләктәрен юҡҡа сығараһың, урынына ҡыуаныс, һинән ризалыҡ уятаһың. Башҡортта яңылыш ҡына көнләшеүҙәрен дә юҡ итер өсөн өйөңә тәүләп ингән бер кешене буш сығармау, бәләкәй генә булһа ла бүләк биреү, күстәнәс тоттороу, яҡшы хәбәр килтереүсегә һөйөнсөһөнә бүләк әйтеү, кейем ҡотлатыу кеүек бик матур ғәҙәттәр бар. Бәпес тыуғас, күр­ше-тирәгә бәпес ҡоймағы ашатыуҙың, килен алғас, килен сәйе эсереүҙең, һуғым һуйышҡан кешеләрҙе ашҡа алыуҙың ҡотто һаҡлар, көнсөллөктө юҡ итер љµґрєте лє бар. Кешеләрҙе генә түгел, малды ла ризалатып торор кәрәк, тип һанала. Сәфәр алдынан эткә икмәк биреү, бесәйгә һөт ҡойоу ҙа улар рәнйеп ҡалмаһын өсөн эшләнә. Ҡояш байығас, йылғаны тынысһыҙлап, һыу алырға тура килгәндә лә, тәңкә һалып, уны ризалаталар, өй эйәһен, аҙбар эйәһен һәм башҡа эйәләрҙе – һөт-май йә башҡа ризыҡ ҡалдырып. Хатта әруахтарҙы ла хәтерләп, хәйер биреп, аят уҡытып, тынысландырып, фатихаларын, рәхмәттәрен алып торалар. Быларҙың барыһы ла, башҡа төр мәғәнәләре булған хәлдә лә, кешелектең аңы тап көнсөллөктән томаланмаһын өсөн дә башҡарылған изге йолалар.
Көнсөллөк – тар күңеллелек. Уға ҡапма-ҡаршы сифат – ихласлыҡ. Урта быуаттарҙа беҙҙең халыҡты тәүгә күреп, уның хаҡында яҙып сыҡҡан сәйәхәтселәр иң алда милләтебеҙҙең киң күңеллелеген билдәләр булған. Иғтибар итһәң, бөгөн башҡорттарға ҡунаҡсыллыҡтың әллә ни хас түгеллеге аптырата. Ҡунаҡсыллыҡ – бөтә нәмәңде ҡунаҡ алдына сығарып һалып, үҙең ыштанһыҙ ҡалыу түгел. Ул – кеше күңелен күрә, уны ҡәҙер итә, ризалата белеү тәртибе. Үҙеңдән ҡот, бәрәкәт китмәһен өсөн башҡарылған йола. Ни тиклем күберәк бирәһең, шул тиклем күберәк алаһың. Был аксиоманы психологтар ҙа, ағинәйҙәребеҙ ҙә тылҡыуҙан туҡтамай. Ул рухи ҡиммәттәргә, күңел байлығына бәйле. Әммә табу итеп ҡабул ителгән Ер-Әсәгә, тупраҡҡа, тәбиғәткә, милләткә ҡағыла торған аҡыл түгел ул. Улары алыш-бирештә ҡатнаша торған исемлектә булырға тейеш түгел. Алда әйтелгәнсә, хәҙер күптәр бәхетте матди байлыҡ туплауҙа ғына күрә һәм кешелек бәхет төшөнсәһен яңылыш аңлаған өсөн дә башҡаларҙы ризалатыр, үҙенә файҙа алыр өсөн иң изге нәмәләргә лә ҡул һуҙа. Үҙен генә уйлап саманы, исрафтың ярамаған ғәмәл икәнен онота. Ер һатыу, үҙеңдең һуңғы йотом һыуыңды, һуңғы тәғәм икмәгеңде яттарға тоттороп љуйыу изге күңеллелектән түгел, ә киреһенсә, томаналыҡтан.

Әйтергә кәрәк, ҡоҙағыйҙар араһында, килен – ҡәйнә, ҡайны – кейәү һәм ҡәйнә – ҡайны, күршеләр, тағы ла балалы ҡа­тын икенсегә кейәүгә сыҡһа, бала менән үгәй атай мөнәсә­бәттәрендә лә гелән көнләшеүгә ауышыу була. Мәҫәлән, ир “ҡатыным минеке” тип иҫәпләй, тик уның ата-әсәһе лә ҡыҙҙарын үҙенеке тип һанай. Был тойғолар киҫешеп, үҙенән –үҙе баяғы “ҡармаҡ” барлыҡҡа килә. Ҡармаҡҡа ҡапҡан балыҡ ни тиклем ярһып, ҡотолор өсөн артҡа тартылһа, боғаҙын шул тиклем нығыраҡ йырта, мөнәсәбәттәрҙә лә үҙеңдең генә хаҡлығыңды иҫбатлап маташҡанда һаҙлыҡҡа батаһың. Бына йәш кәләш иренең ата-әсәһенә, мин уны яратам, уның хаҡында хәстәрлек күрәм, ә һеҙ беҙҙе тыныста ҡалдырығыҙ, бәхетебеҙҙе емермәгеҙ, ти икән, ул үҙенсә хаҡлы ла һымаҡ. Ә ҡайны-ҡәйнәһе, беҙ уны тағы ла нығыраҡ яратабыҙ, шуға ҡыҫылырға ла уйламайбыҙ, ти. Был хәл ысынында бик ҡурҡыныс, күренмәһә лә көнсөллөк бар, ул ике яҡҡа ла тарта, емергес эшен эшләй. Был осраҡта, боронғо ҡанундар буйынса, улар йәш ғаилә матур йәшәп китһен өсөн алдан уҡ бер-береһенең күңелен күреп, ризала­тырға тырышырға тейеш. Беҙҙең йолаларҙа ул ҡоҙа-ҡоҙағый­ҙарҙың бүләк бирешеүендә, киленгә яулыҡ ябыу, йыуаса ултыртыу һәм башҡа ғәмәлдәрҙә сағыла. Йәш ҡатын, тормо­шо ыңғай китһен тип теләһә, иң беренсе ҡайны-ҡәйнәһенең фатихаһын алырға ынтылырға тейеш. Йыш ҡына кәләш уларҙан алыҫ йәшәйбеҙ, ирем мине генә тыңлап тора, бары­һы ла яҡшы, тип яңылыша. Сөнки был хәлдә иренең ата-әсәһе аңһыҙ рәүештә көнләшә һәм кейәү кешенең күңеле тынысһыҙлана, ул үҙен ике ут араһында тоя. Һөҙөмтәлә мөнәсәбәттәр насарая. “Был осраҡта кисекмәҫтән яҡын кешең менән бәйле кешеләргә бәхет, шатлыҡ биреү өсөн ни булһа ла эшләргә кәрәк. Был кейәү һәм ҡәйнә-ҡайны яғына ла ҡағыла. Мәҫәлән, ата-әсә үҙ балаһына түгел, ә кейәүгә йә киленгә бүләк бирергә тырышырға тейеш, ә ҡо­ҙа-ҡоҙағый минең балама ла берәй нәмә бирә микән, тип уйларға ярамай”, – ти был хаҡта Олег Торсунов. Көнсөл­лөктө тикшереп ҡарарға мөмкин. Уйығыҙҙа һеҙҙән көнләшә тип уйлаған кешегеҙгә ҡиммәтле әйбер бүләк итеп ҡарағыҙ. Рәхәтләнеп башҡара алһағыҙ, барыһы ла яҡшы. Бүләк итеп тә, аҙағынан, ә бит ул миңә ҡиммәтле әйбер бүләк иткәне юҡ, тип уйлаһағыҙ, әҙ булһа ла көнсөллөк бар. Ә инде иң тәүҙә уға бер ҙә бүләк биргем килмәй, тигән уй килһә, тимәк, һеҙгә ҡарата түгел, ә тап киреһенсә, һеҙҙең көнләшеүегеҙ көслө. Көнләшеү – мәкерле дошман, ул күҙҙе томалай һәм көнсөл кеше йыш ҡына ысын күңелдән ул түгел, ә уға көнләшәләр, тип уйлай. Кеше башҡалар тураһында насар уйлай икән, тимәк, ул уларҙан көнләшә. Берәй милләттәшебеҙ, танышыбыҙ йә билдәле кеше хаҡында насар уйлайбыҙ, һөйләйбеҙ икән, көнләшәбеҙ булып сыға инде. Көнләшмәгән кеше ғазапланмай, ғазаптар башҡалар һине күрә алмағандан түгел, ә бары тик үҙеңдең көнләшеүеңдән генә тыуа, кире тойғоларың менән башҡаларҙың күңеленә ҡағылып, баяғы “ҡармаҡ” барлыҡҡа килеүҙән.
Көнләшеүеңде еңеүҙең бер генә юлы бар. Ул – көнләшкән кешеңә яҡшылыҡ эшләү, изгелек теләү. Шунда ғына теге “ҡармаҡ” ысҡына. Тәү ҡарашҡа үтә ғәҙелһеҙ тойола, эйеме, тик башҡаса сара юҡ. Ҡыҙыҡ, башҡорттоң, изгелек эшлә лә һыуға һал, халыҡ белер, халыҡ белмәһә, балыҡ белер ти­гәне был осраҡҡа тура килеп тора. Изгелек эшләп, беҙ балыҡты, йәғни күңелдәге көнсөллөк тойғоларын ҡармаҡтан ысҡындырабыҙ, тимәк, яҡшылығыбыҙ тәү сиратта үҙебеҙҙе насар кисерештәрҙән арындыра, күңелде, йәнде ҡотҡара булып сыға.

Психология закондары аша ҡарағанда, Урал батыр тереһыуҙы йотмай, тирә-яғына һирпеп, халҡына изгелек эшләп, ысынында үҙен дә көнләшеүҙән, тимәк, ғазаптарҙан азат иткән, рухи иреклеккә ирешкән. Рухи яҡтан ирекле әҙәм генә теләгән маҡсаттарына ирешә ала.
“Башҡаларҙың уңышына ихлас ҡыуанырға өйрәнгән кеше­нең күңеле таҙара һәм ул йыһан үҙенә ебәргән ҡотто ҡабул итә ала, ә бүтәндәр өсөн шатлана белмәгән әҙәмгә бәрәкәт ишектәре ябыҡ”, – ти атаҡлы психотерапевт Александр Хєкимов та. Көнләшмәйек, бер-беребеҙҙең ҡорбаны булмайыҡ. Азат рухлыларға киң күңеллелек хас, ә көнсөллөк һәм күңел тарлығы – томаналыҡҡа, ҡоллоҡҡа илтеүсе юлдыр.

ИҢ ХӘЙЛӘКӘР ДЕЙЕҮ - КӨНСӨЛЛӨК
ИҢ ХӘЙЛӘКӘР ДЕЙЕҮ - КӨНСӨЛЛӨК
Автор:
Читайте нас: