+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
7 Ноябрь 2023, 12:30

КЕНДЕК ИНӘҺЕ, ҺЫУ ИНӘҺЕ.

-

Башҡорт ҡатыны бәпәй табыр мәле етеп, тулғаҡ тотоп, ауырый башлаһа, уның һыҙланғанын, ауыртынғанын өйҙә белеүсе әҙ булғандыр элек. Әсәйем шулай ине. Көнө еткәнсе эштән бушаманы, ауырыуын йөҙөнә сығарманы. Сытырайып ҡына ҡуйыр ине. Быға үҫә төшкәс иғтибар итә башланым.
Ә хәҙерге бөтмәҫ - төкәнмәҫ бер үк тиерлек сюжетлы сериалдарҙа ғына ул эстәренә тамсы төшөр - төшмәҫтән, бар донъяға йәүкәләп, шунан ҡапыл яһалма ҡорһаҡтарын тотҡан булалар ҙа "Ой! Началось!" тигән булалар, бала тапҡанда донъя яңғыратып, яр һалалар. Ой, началось, булмай торһон әле... Тәүҙә бер - ике тәүлек алдан эстән һыҙып йөрөй беҙҙең әсәйҙәр, нимә кәрәк, шуларын йыйнап ҡуялар. Мөҙҙәте етә башлаһа, өйҙән берәүһен, йәки, өйҙә булған сағы тап килһә, ирен инде әллә нисә баланың кендеген ҡырҡҡан, оҫтарып бөткән инәйгәме, апайғамы, еңгәйгәме ебәрә. Өйҙә бер ҡаҙан йылы һыу әҙер.
Әсәкәйем дә әйбәерҙәрен әҙерләп бөткән булғандыр, моғайын. Тик ҡайсы тапмайҙар икән. Еңгәм һуҡранған тауышҡа уянып киттем:
- Ҡайсыңды ни эргә генәңә әҙерҙәп һалып ҡуймай ни! Хәлеңде белеп тораһың.
- Һалғайным... Ошонда ғына ята ине лә баһа.
Тауышы хәлһеҙ генә әсәйемдең.
- Мына һәҙер ҡалайтабыҙ инде?
Хоҙай араланы бит - мин ишетеп ҡалдым быны. Беҙ, балалар, төпкө өйҙә йоҡлайбыҙ. Мин генә уянып киттем тауышҡа һәм шунда уҡ аңланым -ҡайсы кәрәк! Уны әсәйҙең аяҡ осонан ятырҙан алда ғына мин алып тотонғайным нимәгәлер.
- Әсәй... Ҡайсы бы яҡта!
- Әпкилә һал! Еңгәмдең әмерен үтәнем дә боролоп төп яҡҡа инмәксе булдым.
- Ҡана һыу ҡойоп тор, йыуындырайыҡ һеңлеңде!
- Ҡуй сәле,.. - ти әсәйем.
Еңгәмдең алдына кеше сығамы?
- Нимәһе ҡуй сәле? Йыуышһын. Өйрәнә торһон.
Өйрәнә торһам да ваҡыттыр, күрәһең, ун биш йәштәмен.

Шул ҡышҡы төн һәм Мәстүрә еңгәмдең һүҙҙәре ғүмерлеккә күңелемә уйылып ҡалды. Бәпәйҙе йыуындырып, биләп, әсәкәйемдең эргәһенә һалғас, былай тине еңгәм:
- Инәмә оҡшармын. Инәмә оҡшамаһам, атама оҡшармын. Атама ла оҡшмаһам, ерҙән алған инәмә оҡшармын, тип әйтер, ти сабый. Был ҡыҙҙың ерҙән алған инәһе мин дә һин инде, ҡайынһеңдем. Мин кендек инәһе, һин - һыу инәһе.
Йәнекәйҙәрегеҙ йәннәттәргә олғашһыш, әсәкәйем, еңгәкәйем, баҡый иман насип итһен икегеҙгә лә.
... Байтаҡ йылдар үткәс, Лилиә ҡыҙым менән тағы бер ҡыҙыҡай ҡабул иттек был донъяға. Аллаға шөкөр! Кемгә тейә әле бындай бәхет?

Таңһылыу Ҡарасурина.
11.05.22.
Байым.

КЕНДЕК ИНӘҺЕ, ҺЫУ ИНӘҺЕ.
КЕНДЕК ИНӘҺЕ, ҺЫУ ИНӘҺЕ.
Автор:
Читайте нас: