-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
6 Ноябрь , 15:05

Мәңгелектең ауазы булып...

Талантлы рәссам, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институтының Һынлы сәнғәт факультеты деканы, һынлы сәнғәт кафедраһы мөдире, профессор Әмир Мәзитов «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған рәссамы» исеменә лайыҡ булды. Әмир Миңлевәли улын ихлас ҡотлайбыҙ һәм һаулыҡ, яңы ижади ҡаҙаныштар теләйбеҙ!      

Һынлы сәнғәт

Мәңгелектең ауазы булып...

Бынан өс тиҫтәнән ашыу йылдар элек талантлы рәссам Әхмәт Лотфуллиндың студенты, йәш ҡыл ҡәләм оҫтаһын, «был егет башҡорт һынлы сәнғәтенең киләсәге» тип дуҫы, данлы Мостай Кәрим менән таныштыра. Аҡ йорт янындағы фонтандар тәңгәлендәрәк була был хәл. Әлеге өсәү ижад хаҡында фекер уртаҡлашып килә икән. Мостай Кәрим ниндәйҙер әҫәр өҫтөндә эшләүе, әммә тамамлап ҡуя алмауы хаҡында бәйән итә. «Һеҙгә, рәссамдарға, еңелерәктер ул, оҫтаханаға бикләнәһегеҙ ҙә, бер кем дә ҡамасауламай, рәхәтләнеп ижад итәһегеҙ», тигән фекер әйтеп һалған ул. Шунда баяғы йәш рәссам: «Юҡ, минеңсә, һеҙ яңылышаһығыҙ, Мостафа Сафич, рәссамға яҙыусыға ҡарағанда ауырыраҡ ул», тип бәхәскә ингән. «Шулай тип уйлайһыңмы, ҡустым? Ә ниңә? Йә берәй төплө генә дәлил килтер», – тигән Мостай. «Бына шундай картинаны күҙ алдына баҫтрығыҙ әле: Зөфәрҙең һул аяғы һыҙлай, ҡатыны Айгөл уны ташлап киткән, әлеге мәлдә уға бик ҡыйын... Ошо хәл-ваҡиғларҙы, геройҙың күңел торошон, яҙыусы бер һөйләм менән аңлатып бирә ала. Ә рәссам булһағыҙ, уны кртинала нисек сағылдырыр инегеҙ?» тигән һорау менән яуап биргән был һорауға йәш рәссам. Ҡапыл барыһы ла һүҙһеҙ ҡалған. Шулай өнһөҙ генә Туҡай урамы буйлап үргә табан атлағандар. Байтаҡ дауам иткән был тынлыҡ. Йәш рәссам: «Эх, ике бөйөк шәхес алдында шундай һүҙ һөйләргә яраймы һуң инде? Улар кем дә, мин кем? Нисек оят булды, ә!» тип үҙен-үҙе битәрләгән. Шунда Мостай уйсан йылмайып: «Ә бит һин хаҡлы, ҡартлас», тигән. Ошо хәлдән һуң ул йәш рәссамға һәр саҡ аҡыл эйәһе, философ тип өндәшер булған. Был ике бөйөк шәхесте өнһөҙ ҡалдырған егет иһә ул саҡтағы йәш ҡыл ҡәләм оҫтаһы, бөгөн танылған рәссам, профессор, Өфө дәүләт сәнғәт иститутының һынлы сәнғәт факультеты деканы Әмир Миңлевәли улы Мәзитов булған.

Шулай итеп, Ә.Лотфуллиндың ул саҡтағы тәрән фекерле, талантлы студенты бөгөн үҙе рәссамдарҙың остазы. Ифрат белемле лә, талапсан да, ғәҙел дә, тиҙәр уның хаҡында студенттары. Ә ижады башҡорт халҡының ғына түгел, тотош кешелектең рухи ҡиммәттәрен һынландыра. Авторҙың һәр картинаһына тәрән фәлсәфә һалынған. Әҫәрҙәре уйланырға яратҡан әҙерлекле тамашасы өсөн. Әмир Миңлевәли улы менән әңгәмәлә һүҙ рәссамдың ижад ҡомары, эҙләнеүҙәре, уйланыуҙары хаҡында...

– Әмир Миңлевәли улы, ижадҡа килеүегеҙгә байтаҡ ваҡыт үтте. Ошо мөғжизәле донъяға юлды һеҙгә кем асты?

– Һис шикһеҙ, атайымдың бер туған апаһы – Миңниса инәйем тип әйтә алам. Ул тын юлдары сире менән яфалана ине. Ҡайһы берҙә төндәрен оҙаҡ ҡына йоҡлай алмай ята. Шундай мәлдәрҙә ул мине үҙ янында ҡалдыра торғайны. Уның менән кистәрен бергәләп һүрәт төшөрә инек. Бәләкәй генә тиктормаҫ малайҙы Миңниса инәйем үҙенсә шулай әүрәткәндер инде. Уның аҡ ҡағыҙға ниҙер сыймаҡлауы һәм унда теге, йәки был һүрәт барлыҡҡа килеүе ысын мәғәнәһендә мөғжизәгә тиң ине. Ул рәсемдәр, бәлки, бик камил да булмағандыр, әммә мин уны хайран ҡалып күҙәтә торғайным. Унан күрмәк булып мин дә һүрәт төшөрә башланым. Рәссамлыҡ ҡомары шул ваҡытта уҡ уянғандыр. Мин тыуып үҫкән Күгәрсен районының Үрге һаҙ ауылы үҙе бер мөғжизәле урын. Урман-тауҙарға һыйынып ҡына ултыра, ауыл янында ғына баҫыу йәйрәп ята, йортобоҙҙоң алдында ғына йылға аға. Ошо хозурлыҡҡа һоҡланып туя алмай инем. Атайым менән әсәйем дә хеҙмәт һөйгән, бала күңелен аңлаған, ауыл халҡы араһында ихтирам ҡаҙанған кешеләр. Әсәйем – уҡытыусы, атайым ауыл хужалығы белгесе, агроном. Ифрат белемле, зыялы кешеләр улар. Беҙҙең өйҙә китап, гәзит-журнал күп булды. Ниндәйҙер яңы китап донъя күрһә, атайым мотлаҡ һатып ала. Наил мырҙам, Айгөл һылыуым менән донъябыҙҙы онотоп китап уҡып ултырһаҡ, атайым менән әсәйем беҙгә хатта эш ҡушмай ине. Әммә беҙ хеҙмәтте лә яраттыҡ. Эшләмәгән эшбеҙ булманы. Бесәнен дә саптыҡ, атын да ектек, һыйырын да һауҙык. Һәм ул эштәрҙе лә еренә еткереп, ҙур кинәнес менән башҡарырға тырыштыҡ. Сөнки атайым менән әсәйемдән өлгө алдыҡ. Улар беҙҙе үҙ үрнәктәрендә тәрбиәләне. Үҫә төшкәс, беҙ ғаиләбеҙ менән Учалы районының Учалы ҡасабаһына күсендек. Әсәйемдең бер туған ағаһы шул тарафтарҙа йәшәй ине. Беренсе класҡа ана шул Учалы ауылындағы мәктәпкә барҙым. Ябай ғына түгел ине ул мәктәп. Унда Учалы ауылы балалар йорто тәрбиәләнеүселәре белем ала торғайны. Беҙҙең класта өс уҡыусынан башҡалары балалар йортонан булды. Ана шул тормош тарафынан йәберһетелгән малай һәм ҡыҙҙар менән бер класта уҡыу ҙа минең был донъяға, кешеләргә булған мөнәсәбәтемә йоғонто яһамай ҡалманы, әлбиттә. Балалар йортонда тәрбиәләнгән тиҫтерҙәремде яҡлашып, хатта малайҙар менән һуғышҡан саҡтарым да була торғайны. Рәссамдың формалашыуында уның биографияһы ҙур роль уйнай. Ана шул үҙенслекле бала саҡ донъяһы ижади башланғыстарға этәргәндер ҙә. Мин, ғөмүмән, тирә-йүнде күҙәтергә яраттым. Хәтеремдә, ағас баштарына оя ҡороп, ҡыуыш яһап, тирә-яҡты күҙәтеп ултырырға ярата инем. Юғарынан ауыл тормошон тамаша ҡылыуы шул тиклем ҡыҙыҡ була торғайны. Ауылдаштарым минең был ғәҙәтем хаҡында әле лә йылмайып иҫкә ала.

– Тимәк, бала саҡтан уҡ күҙәтеүсән булғанһығыҙ, башҡаларҙан айырылып торғанһығыҙ инде? Һәм һеҙҙең картиналарығыҙҙағы күп кенә символдар – улар бала саҡ иленән...

– Эйе, барыһы ла тиерлек бала саҡ иленән. Бына, әйтәйек, ҡош ояһы. Ниндәй тәрән мәғәнәгә эйә ул! Бесән сапҡан мәлдә ҡош ояһына юлыҡһаң, ҡыйратып ҡуймайым тип, мотлаҡ ул тирәне урап үтәһең. Эйе, башта донъяңды онотоп был күренеште хайран ҡалып тамаша ҡылаһың әле. Эсендә ваҡ ҡына йомортҡалары ла булһа, бына бит ул мөғжизә, тип ғәжәпләнеһең. Оя – ул ғаилә, киләсәк символы. Һәм, ысынлап та, минең күп кенә картиналарымда был символ бар. Йәиһә, һәр ихатала булған ябай ғына баҫҡыс. Уның да бит мәғәнәһе иҫ киткес тәрән. Аҫҡы донъя менән өҫкө донъяны берләштереү символы ул. Хужалыҡта киң ҡулланылған арбала ла тәрән фәлсәфә күрергә була. Минең өсөн – ул мосафир, ғүмер, йәмғиәт символы. Йәиһә, бына кәмәне генә алайыҡ. Кеше иртән торғас тормош кәмәһендә пәйҙә була. Һәм ул кәмәнең ҡайһы яҡҡа боролош алыры күп осраҡта һинең үҙеңдән генә тора. Әҙәм балаһы һәр саҡ һайлау алдында. Ниндәй юлды һайлар ул ғүмеренең тап ошо минутында, ошо секундында?! Мин ижад иткән «Тирмәндәр» циклы ла бала саҡ иленән. Йәшәү дәүерендә беҙ барыбыҙ ҙа тормош тирмәне аша үтәбеҙ. Әммә кемдән нимә ҡала бит: сифатлы онмо, әллә саңмы тигәндәй... Бала саҡта был хаҡта улай уҡ тәрән уйланмағанмын инде, әммә ошо күренештәр, ошо символдар минең күңелемдә тәрән эҙ ҡалдырған. Ғөмүмән, бала сағым башҡаларҙыҡынан әллә ни айырылмағандыр ҙа, әммә мин ана шул ғәҙәти күренештәрҙән ниндәйҙер мәғәнә эҙләргә тырыша инем. Уйнаһам, бирелеп китеп уйнаным, китап уҡыһам донъямды оноттом, эшкә тотонһам тырышып башҡарырға ынтылдым. Кешенең булмышы, шәхес булараҡ формалашыуы, холоҡ-фиғеле көндәлек тормоштағы ғәмәлдәргә бәйле бит ул. Әлбиттә, ғаиләлә алған тәрбиә лә мөһим. Бына миңә атайымдың өс яҡшы сифатын атарға ҡушһалар, «намыҫ, намыҫ һәм дә тағы ла бер тапҡыр намыҫ» – тип яуаплаясаҡмын. Әсәйем хаҡында ла шулай уҡ...

Мин йәнә шуныһы менән бәхетле. Китап уҡып, рәхәтләнеп, эш эшләп, тиҫтерҙәрем менән күңелем булғансы уйнап ҡына үҫмәнем, иҫ киткес тәрән аҡыллы ҡәрсәйем тәрбиәһен дә алған баламын. Хәйернисә ҡәрсәйем ауылыбыҙҙа абурйлы абыстай ине. Мулла ҡыҙы. Ҡөрьәнде яттан белде. Ул һөйләгән хикмәттәрҙе, пәйғәмбәрҙәр тарихын тыңлап үҫтек беҙ. Өләсәйем мәрхүмә булғас, туғандар ауылда мәсет төҙөп, уға «Хәйерниса» атамаһы бирҙе. Һәм шул өләсәйем тәрбиәһенең емеше булып минең ижадымда «Пәйғәмбәр» серияһы бик ҙур урын биләп тора. Ошо темаға бәйле картиналарымды музейҙарға бик теләп һатып алдылар, бәғзеләре хатта сит илдәрҙә эленеп тора.

– Рәссам ижадының уңышы нимәгә бәйле? Ябай халыҡҡа оҡшау хаҡында түгел, ә сәнғәт белгестәре тарафынан юғарыу баһаға эйә булыу хаҡында һүҙ барыуын аңлайһығыҙ инде...

– Ысын, тәрән иждасы үҙ әҫәрҙәрендә мәңгелек темаларҙы сағылдыра. Һәм унда ниндәйҙер драма ла йәшеренгән. Һынлы сәнғәт әҫәреме, композитор ижады булһынмы, уның тәрәнлеген драматизм билдәләйҙер, тип уйлайым. Аңлап тораһығыҙҙыр, һүҙ өмөтһөҙлөк, ҡараңғылыҡ тураһында түгел. Ә кисерештәр тәрәнлеге, рухи йәһәттән өлгөргәнлек хаҡында. Әҫәрҙә ана шул тәрәнлек булһа, ә уны рәссамдар, һынлы сәнғәт белгестәре шунда уҡ тоя, бындай картина мәңгелек. Яҙыусы ла, шағир ҙа, композитор ҙа, йырсы ла, актер ҙа ана шул драмаһы менән көслө. Әммә ул драманың да яҡты яғы булырға тейеш. Йәғни драма ул мотлаҡ бәхетһеҙлектән һағышҡа тарыу түгел, ә ул кисерештәрҙән фәлсәфә табыу. Һәм тамашасыны ла үҙеңдең артыңдан әйҙәү. Ғөмүмән, «нимә?» һәм «нисек?» тигән һорауға дөрөҫ яуап бирһәң, яҡшы әҫәр тыуа. Бына ошо ике төшөнсәнең тап килеүе кәрәк. Йыш осраҡта улар тап килмәй шул. Кемдеңдер идеяһы шәп, әммә техникаһы аҡһай. Ә бәғзеләрҙең техника үтә шәптән түгел әммә идеялары, фекере урғылып тора. Ижадта ана шул «нимә?» һәм «нисек?» төшөнсәләренең тап килеүе хәл иткес роль уйнай. Шулай ҙа ниндәй генә өлкәне алһаң да иң ҡиәммте – ул идея. Ижадсы өсөн намыҫ тойғоһо ла мөһим. Студенттарыма мин был хаҡта йыш һөйләйем. «Бала саҡта һеҙҙең артығыҙҙа атай-әсәйегеҙ, ҙурая бара – уҡытыусығыҙ, ә инде рәссам булып киткәс, Хоҙай Тәғәлә үҙе күҙәтеп тора», – тим.

– Һеҙҙе студент йылдарығыҙҙа уҡ уҡытыусыларығыҙҙан да мәғлүмәтлерәк булған, күп белгән тиеүҙәре хаҡында ишеткәнем бар...

– Әллә. Бәлки, күп уҡыуға бәйлелер был. Әлбиттә, миндә әҙәбәиткә, мәҙәниәткә һөйөү уятыуҙары өсөн атай-әәсйемә сикһеҙ рәхмәт! Беҙ китап уҡыған мәл изге мәл һаналды. Ундай саҡтарҙа беҙгә эш тә ҡушмайҙар ине тип әйттем бит әле. Әсәйем, уҡытыусы кеше, минең ижадҡа ынтылыуымды тойомлап, һүрәттәремде Учалы сәнғәт мәктәбенә алып барып күрһәткән. Һәм мине ҙур теләк менән унда ҡабул иттеләр. Учалы ҡалаһы беҙ йәшәгән Учалы ҡасабаһынан ун саҡрым алыҫлыҡта ята. Ҡышҡы сатлама һалҡындарҙа ла аҙнаһына өс тапҡыр барып, шул мәктәпте тамамлауға өлгәштем. Автобус ауыл осонда ҡалдырып китә лә, байтаҡ юл үтеп, йүгерә-атлай кисләтеп кенә өйгә ҡайтып ингән мәлдәрем әле лә хәтерҙә. Бына шулай, уҡырға ынтылыш бала саҡтан уҡ булғандыр инде.

Мин бөгөн дә китап уҡырға ваҡыт табырға тырышам. Социаль селтәрҙәргә элегерәк теркәлгәйнем, хәҙер уларҙан бөтөнләй сыҡтым. Мин үҙ һорауҙарыма яуапты интернеттан түгел, ниңәләр китаптарҙан табырға яратам. Һәм уларҙа минең һорауҙарыма төплөрәк яуап йәшеренгән. Эйе, мәктәп йылдарында уҡ күп уҡырға тырыштым. Ә инде студент саҡта Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге китапхана минең икенсе йортома әйләнде. Берәй рәссам хаҡында яңы китап сыҡһа, мотлаҡ барып алып уҡый инем. Донъя сәнғәте тарихын, төрлө яңы йүнәлештәрҙе өйрәнергә тырыша инем. Һәм, ысынлап та, уҡытыусыларым минең был йәһәттән мәғлүмәтле булыуыма ҡыуана ине. Ижадымда ла сағылыш тапмай ҡалмағандыр был. Үҙ йүнәлешемде, үҙ почергымды булдырырға тырыштым. Остазым Әхмәт ағай Лотфуллиндың, «минең картиналар – ул кисәге көн, Әмир, ә бына һинекеләр – киләсәктең үҙе», – тип әйткән һүҙҙәре лә булды. Әммә остазымдың тәрән картиналары бер ваҡытта ла актуаллеген юғалтмаясағын белә инем. Шулай ҙа, уның һымаҡ ижад итһәм, өлкән рәссамдарҙы ҡабатлау, хатта плагиат булыр ине. Әйткәндәй, минең остаздарым Әхмәт Лотфуллин, Михаил Назаров, Эрнест Сәйетовтар ғына түгел. Рембрандт, Микеланджело, Пикассо, Ван Гог, Вермеер, Брейгель һәм башҡалар ҙа. Сөнки мин уларҙың биографияларын да, ижадтарын да етди өйрәндем. Һәм ысын ижадсы шулай эҙләнергә тейештер тигән фекерҙәмен. Сөнки заман бер урында тормай. Бөгөн күп рәссамдар араһында хатта киндер менән майҙан ситләшеүселәр, бөтөнләй яңы алымдар ҡулланыусылар бар. Мин быны яҡшы ла, насар ҙа тип әйтмәйем – ваҡыт күрһәтер. Шуны ғына әйтә алам, беҙ заман һулышын тойорға тейеш. Әммә традицияларҙан ситләшмәйенсә. Бына бер бик матур миҫал килтерәм һеҙгә. Бер мәл Пикассонан: «Пабло, һеҙ нисек улай бөйөк рәссам булып китегеҙ», - тип һорағандар. «Сөнки мин титандарҙың, йәғни Ван Гог, Делакруа, Джоттоларҙың яурынында баҫып торам», – тигән. Шуның ише беҙ ҙә, бөгөнгө башҡорт рәссамдары Әхмәт Лотфуллин, Борис Домашников, Александр Пантелеев, Әдиә Ситдиҡова, Рәшит Нурмөхәмәтовтарҙың яурындрында баҫып торабыҙ.

– Ә һеҙҙең яурындарҙа лайыҡлы баҫып тороусылар бармы?

– Үҙемде әлегә шәхес тип һанамайым. Әммә, ул бит бөтмәҫ сылбыр. Аллаға шөкөр, үҙенсәлекле фекерләгән талантлы йәш рәссамдар бар. Сылбыр тигәндәй, бына шундай бик ҡыҙыҡ миҫал килтерәм. Был хаҡта беҙ Михаил Назаров менән дә әңгәмәләшә торғайныҡ. Бөйөк рәссам Илья Ефимович Репиндың уҡыусыһы – Николай Фешин, уның уҡыусыһы – Александр Тюлькин, Тюлькиндың уҡыусыһы – Әхмәт Лотфуллин һәм Михаил Назаров, уларҙың уҡысыһы – мин. Ул сылбыр нисек яҡын – күрәһегеҙме?

Мин дә студенттарыма үҙ тәжрибәмде еткеререгә тырышам, килеп сығамы юҡмы, белмәйем, әммә эшемде барлыҡ ихласлығымды һалып башҡарырға тырышам. Сәнғәт өсөн еңел осор түгел хәҙер. Интернет, техника заманы. Һис белеме булмаған бишенсе класс уҡыусыһы ла компьютерҙа Левитандың йәки Караваджоның берәй картинаһын эшләп ҡуя ала. Ысынды ялғандан айыра белеү кәрәк бөгөн. Шуны онотмағыҙ, тик ҡул хеҙмәте генә – мәңгелек. Студенттарыма бер-берегеҙҙе ҡабатларға, бер-берегеҙгә оҡшарға тырышмағыҙ, тип өйрәтәм. Йәнә метафоралар аша фекерләргә ынтылығыҙ, тим. Сөнки метафора ул иҫ киткес тәрән көскә эйә. Әйткәндәй, барлыҡ бөйөк рәссамдарҙың, ижадсыларҙың бер-береһенә нимәһе менән оҡшаш икәнлеген беләһегеҙме? Улар бер-береһенә оҡшамауҙары менән оҡшаш. Сөнки Леонардо Пикассоға, Модильяни Малевичка, Суриков Матисҡа оҡшамаған. Бальзак та, Сартр ҙа, Хэмингуэй ҙа, Рәми ҙә, Достоевский ҙа үҙенсә яҙа. Бах менән Бетховенды бер ваҡытта ла бутап булмай. Ана шул бер-береһенә оҡшамауҙары менән көслө улар.

– Һеҙ үҙегеҙ ижадсы ла, ғалим да, уҡытыусы ла, етәксе лә. Факультет, һынлы сәнғәт кафедраһы өсөн яуап бирәһегеҙ? Бына ошо дүрт булмыш бер кешелә нисек һыйып йәшәй?

– Ижад һәм уҡытыусылыҡ – минең ике ҡанатым, тип уйлайым. Шундай тынғыһыҙ тормошҡа өйрәнелгән хәҙер. Әммә иң тәү сиратта – мин ижадсы. Һәм тормошомдоң маҡсаты ла – ижад. Ә ижад ул сикһеҙ, төпһөҙ океан. Уның төбөнә тиклем барып етеү мөмкин дә түгелдер. Тик Хоҙай Тәғәлә һиңә ниндәйҙер орлоҡтар һалған икән, быны файҙаланырға тырышырға кәрәк. Бәлки, барыһы ла һин теләгәнсә үк килеп тә сыҡмаҫ, әммә барыбер тырышып ҡараның. Шулай бит? Ә камиллыҡтың сиге юҡ ул.

– Ә ниндәйерәк етәксе һеҙ?

– Етәксегә талапсанлыҡ та, кеше хәлен аңлай белеү ҙә кәрәк. Факультеттың йүнәлешен дөрөҫ алып барыу өсөн ҡәтғи ҡарарҙар ҡабул итә белеү ҙә мөһим. Билдәле бер сәбәптәр арҡаһында, бәғзеләрҙе уҡыуҙан ебәрергә лә тура килә. Бик етди ҡарарҙар ҡабул иткәндә, мин һәр саҡ атайым менән әсәйем йәки ҡартайым Ғәйнетдин мулла, хатта Салауат Юлаев йәки Бабич ниндәй ҡарар ҡабул итер ине икән тип тә уйлайым. Һәр эштә лә минең өсөн иң мөһиме – намыҫ төшөнсәһе.

– Ябай халыҡ күпселек осраҡта фәлсәфәүи картиналарҙы аңлап етмәй, уларҙан алыҫ тора. Тамашасы сәйнәп ҡаптырғанды ярата...

– Был тәбиғи. Һәр заманда ла шулай булған. Күп рәссамдарҙы ябай халыҡ аңламаған. Һәм уларҙы был борсомаған да. Эйе, ундай рәссамдарҙың эштәре кемдеңдер йоҡо бүлмәләрендә, түрбашта эленеп тормай, уларҙың урыны – музейҙарҙа, галереяларҙа. Ижадтың маҡсаты – тамашасы һанын арттырыу түгел, киләсәк быуын, халҡыңдың рухи, мәҙәни мираҫы өсөн хеҙмәт итеү. Сәнғәт ул – ҡорбанлыҡ тип Сыңғыҙ Айтматов, Лев Толстой дөрөҫ әйткәндәр. Ябай тамашасы ҡабул итәме һинең әҫәрҙәреңде, юҡмы, ижадсы өсөн уныһы мөһим дә булырға тейеш түгелдер. Ә зауыҡлы тамашасы уны мотлаҡ баһалаясаҡ. Һәм был хеҙмәттең еңел-елпе картиналарға ҡарағанда күпкә ҡиммәт икәнлеген аңлаясаҡ.

– Шулай ҙа бөгөн һәр нәмә аҡса менән иҫәпләнә. Бер кем дә бушҡа эшләргә теләмәй. Һәм тейеш түгел дә. Ижад – ул бизнес була аламы?

– Ҡәтғи рәүештә әйтә алам – юҡ! Эйе, һынлы сәнғәттә коммерция йүнәлеше бар. Әммә был инде бөтөнләй башҡа кимәл. Матурлыҡ булһа барҙыр унда, әммә тәрәнлек юҡ, минеңсә. Ундай әйберҙәр ҙә бик кәрәк. Тик улар – бөр көнлөк. Һынлы сәнғәттә генә түгел, музыканттар, режиссерҙар, яҙыусылар ижады өсөн дә хас был хәл. Әммә графоманлыҡты ысын әҙәбиәттән, попсаны ысын сәнғәт өлгөһөнән айыра белеүселәр бар. Күп тә булмаһын улар. Әммә ундай талапсан тамашасылар, әҙәбиәт һөйөүселәр башҡаларҙан бер нисә башҡа юғары тора. Күпселекте тәшкил иткән массаға ярарға тырышыу ысын ижадсының эше түгел. Эйе, аҡса мәсьәләһе бар. Ул һәр кемде борсой. Рәссамдар араһында ошо ике йүнәлеште бергә алып барыусылар, йәғни ысын сәнғәт әҫәрҙәре менән бер рәттән еңел-елперәк темаларға, жанрҙарҙа мөрәжәғәт итеүселәр осрай. Әммә йыш осраҡта был бик фажиғәле тамамлана. Ижадсыла аҡса иблисе уянһа, ул тәрәнлектән китә. Алыҫ йөрөйһө түгел, миҫалдар етерлек. Шуға ла иждасы өсөн уҡытыусылыҡ – ул иң яҡшы һөнәрҙәрҙең береһе тип әйтә алам. Эйе, бюджет өлкәһендә күп аҡса эшләп булмай. Әммә ул һинең күңелеңә яҡыныраҡ һәм был эште ысын ижадтан ситләшмәй генә лә алып барырға мөмкин. Ысын, тәрән ижадсы ул әҫәрен кемгә булһа ла һатыу яҡлы түгел. Уға ул шул тиклем ҡәҙерле. Хатта музейҙарға һатҡанда ла күңеле һыҡрап ҡуйыуы бар. Мин шулай уйлайым. Бәлки, яңылышамдыр. Әммә был мәсьәләгә ҡарата фекерем шундай.

– Ниндәй ул һеҙҙең ҡарамаҡҡа бөгөнгө заман? Ошо хаҡта ниндәй картина яҙыр инегеҙ?

– Ниндәй генә яңы технологиялар заманы булмаһын, хай-тек осоро булмаһын, барыбер мәңгелек темалар үҙгәрешһеҙ ҡала. Кешенең тәбиғәте үҙгәрмәй. Кеше ғашиҡ була, бала таба, бала үҫтерә, яҡындары өсөн хафалана, яманлыҡты яҡшылыҡтан айырырға өйрәнә, тормоштан мәғәнә эҙләй. Һеҙҙең менән бер биш йөҙ йылдан һуң осрашһаҡ та, иманым камил, ошо уҡ ҡиммәттәр хаҡында һөйләшәсәкбеҙ. Кеше, бәлки, физик йәһәттән бер аҙ үҙгәрер, әммә рухи булмышы шундай уҡ булыр.

– Байтаҡ йылдар элек Халык-ара биографик ойошма һеҙҙе сәнғәт өлкәһендә «йыл кешеһе» тип иғлан иткән...

– Эйе, 1999 йылда булды ул хәл. Һәм Республика рәссамдар берлеге өсөн ҙур күренешкә әйләнде ул ваҡиға. Шул осорҙа Мәскәүҙә Башҡортостан рәссамдарының күргәҙмәһе үткәйне. Шунда кемдәрҙер инеп, күргәҙмәне ҡарап, үҙҙәренә оҡшаған авторҙарҙы билдәләп йөрөнө. Кемдәр улар тип һорашҡас, АҠШ-тан килгән бойондороҡһоҙ халыҡ-ара биографик ойошмаһы вәкилдәре, тинеләр. Бер аҙҙан һуң миңә беренсе турҙы уңышлы үтеүем тураһында хат килеп төштө. Унан һуң артабанғы турға үтеүем һәм «йыл кешеһе» тип танылыуым хаҡында хәбәр алдым. Баҡтиһәң, улар һигеҙ илдән берәр рәссам билдәләгән икән. Бына шундай ҙур баһаға лайыҡлы тип таптылар мине. Ул мәлдәге кисерештәрҙе әйтеп аңлатыу мөмкин дә түгел. Шунан һуң ижадыма ҡарата иғтибар бермә-бер артты. Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһына ла шул йылдарҙа лайыҡ булдым.

– Белеүемсә, хәләлегеҙ Любовь Рафаэль ҡыҙы ла рәссам. Ул да уҡытыусылыҡ һөнәрен һайлаған...

– Эйе ҡатынымдың исеме – Любовь. Уның әсәһе Белоруссиянан. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ул башҡорт телен камил белә. Беҙ уның менән Өфө педагогия колледжында бергә уҡыныҡ. Өйләнешкәс, беҙгә минең атайым менән әсәйем йортонда ла йәшәп алырға тура килде. Шул да йоғонто яһағандыр, Любовь тырышып-тырмашып башҡорт телен өйрәнде. Ул һөнәре буйынса батик, гобелен, балаҫтар оҫтаһы. Әммә бер ғаиләлә өс кеше ижад менән шөғөлләнһә ауырыраҡ булыр тигән фекерҙә ине ул. Үҙен тулыһынса ғаиләбеҙгә һәм уҡытыусылыҡ эшенә бағышланы. Бөгөн Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге гимназия-интернатта директор урынбаҫары. Аида ҡыҙыбыҙ хәҙер үҙе ғаиләле, ике ейәнсәребеҙ ҙә бар. Ҡыҙым да башҡорт телен камил белә, ейәнсәрҙәребеҙ ҙә өйрәнәләр. Ҡыҙыбыҙ ҙа ижад кешеһе. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында солист. Башҡорт халыҡ йырҙарын да, донъя классикаһын да иҫ киткес оҫта итеп башҡара. Ғаиләм хаҡында ҡыҫҡаса шуларҙы әйтә алам.

– Һеҙҙең ижад тураһында уйламаған сағығыҙ буламы?

– Булһа ла бик һирәктер. Ижад – ул сир. Әммә ул шундай татлы сир. Һис кенә лә һауығырға теләмәйһең. Ижад тураһында уйламауы анһат түгел ул. Бына минең тәүге ҙур картинам студент йылдарында теш табибына сиратта ултырғанда, табипҡа инеү өсөн бирелгән талондың артында төшөрөлдө. Һуңынан мин уны киндергә күсерҙем. Һәм ул картинаны М.В.Нестеров исемендәге дәүләт музейы һатып алды.

– Рәссам өсөн депрессия төшөнсәһе хасмы?

– Депрессия, эҙләнеүҙәр, хатта яңғыҙлык рәссамдың ғүмерлек юлдаштары. Һәм был тәбиғи, нормаль күренеш. Ысын рәссамдың ижадында драма булырға тейеш тип әйттем бит. Тормошто белмәгән, юғалтыуҙар кисермәгән, үҙ-үҙендә соҡонмаған кеше тәрән әйберҙәр яҙа алмай ҙа. Күп картиналар һыҙланыу аша тыуа. Депрессия, минеңсә, барлыҡ ижад кешеләре өсөн дә хас нәмә. Һәм уның ҡурҡынысы юҡ. Был күренеш ижадсыны үҫешкә, яңы кимәлгә этәрә.

– Күңелегеҙҙәге һыҙланыуҙарҙы, серҙәрегеҙҙе аса ала торған кешегеҙ бармы?

– Бала саҡтан уҡ бергә уйнап үҫкән бик яҡын дуҫым бар. Тугандарыма ла, якындарыма ла һөйләй алмаған серҙәремде уға асып һала алам. Һәм ул да шулай уҡ. Бер-беребеҙҙе ярты һүҙҙән аңлайбыҙ. Бер-беребеҙҙән көлә лә, ҡаты итеп шаярта ла алабыҙ. Бала саҡта тасма-тас килеп һуғышҡан саҡтарыбыҙ ҙа булды. Әммә дуҫлыҡ нығынды ғына. Дуҫлаша беләм, тип уйлайым. Һәм ул үҙе бер ҙур хеҙмәт. Нимә генә булмаһын, һин дуҫыңа ярҙамға ашығаһың. Һәм быны уның алдында яҡшы булып күренеү өсөн эшләмәйһең. Элек-электән шулай килгән, изге бер бурысҡа әүерелгән. Бына шулай. Ир-егеттең шундай дуҫы булырға тейеш ул. Ысын дуҫтар, әлбиттә, күп булмайҙыр. Әммә ундайҙар бар икән, ул – ҙур бәхет. Дуҫтарым күп түгел, берәү-икәүҙер. Ә бына яҡшы иптәштәрем, таныштарым бихисап.

– Рәссамдар үҙ-ара дуҫмы? Улар араһында көнләшеү тойғоһо буламы?

– Һоҡланыу, ғәжәпләнеү, сәмләнеү тойғоһо һәр рәссам өсөн хастыр. Шунһыҙ үҫеш тә булмайҙыр ул. Ә үсләшеү, хаслыҡ ҡылыу, тар күңеллелек һирәк осраҡтыр. Ысын рәссамдар улар бер-береһен хөрмәт итә, бер-береһен аңлай белә. Шул уҡ ваҡытта көслө рәссамдар улар ныҡлы тамырлы бейек ағас кеүек ерҙең бөтөн һутын үҙҙәренә һеңдереп, бөтөн иғтибарҙы үҙҙәренә йәлеп итеп тора. Уларҙың ижады ла һутлы, емешле. Шуға ла ижадсылар араһындағы мөнәсәбәт ул бик ҡатмарлы төшөнсә тип әйтә алам. Әммә аңлы, ысын, тәрән ижадсы дуҫ була, башҡаларҙың ижадын баһалай, хөрмәтләй белә һәм намыҫ төшөнсәһенә хыянат итмәйҙер, тим.

Йор һүҙле, юморға бай, тәрән фекерле Әмир Миңлевәли улы менән аралашҡан һайын күңелең байый. Ижадтың бөйөклөгөн аңлайһың. Әммә шул бөйөклөктөң нәҡ ябайлыҡта булыуына инанаһың. Әңгәмә ахырында иждсыға бөтәмәҫ-төкәнмәҫ ҡомар, моңдан ғына торған картиналарының, республика, ил, донъя галереяларында мәңгелектең ауазы булып, башҡорт милләтенең тәрән аҡылын, бөйөклөгөн дәлилләп йәшәүен теләйбеҙ!

Гөлшат Ҡаһарманова

"Тамаша" журналы, 2022 йыл

Мәңгелектең ауазы булып...
Мәңгелектең ауазы булып...
Мәңгелектең ауазы булып...
Автор:
Читайте нас в