+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
2 Ноябрь 2023, 18:00

Милли музейҙа рәссам Рәшит Хәбировтың күргәҙмәһе асылды

Рәшит Хәбиров Суриков исемендәге Мәскәү дәүләт сәнғәт институтын тамамлай. Ул реалистик жанрҙа ижад итә, натюрморт, портрет, тәбиғәт күренештәрен һынландырыу оҫтаһы. Уның һоҡланғыс ижадын Париж тамашасыһы ла күреү бәхетенә ирешкән. Һынлы сәнғәт ижады өлкәһенә индергән тос өлөшө өсөн РФ рәссамдар союзы дипломы менән бүләкләнә.

Рәссамдың ижадына милли темалар, халыҡтың көндәлек көнкүреше, уның боронғо йолалары һәм  сюжеттары инә. Рәшит Хәбиров тыуған иленең тарихы, боронғо мәҙәниәте менән тәрән бәйләнеш тойоп, сюжетлы композициялар ижад итә, портреттар, пейзаждар һәм натюрморттар яҙа. Боронғо йәшәү рәүеше, тыуған яҡтың ғәжәп тәбиғәте, портреттарҙа кеше шәхесенең тәрән характеристикаһын асыу, һүрәтләнгән композицияны эстетизациялау, дөйөмләштерелгән формалар һәм колористик ҡарарҙар гармонияһын булдырыу - былар барыһы ла рәссам ижады өсөн хас.

Автор:
Читайте нас: