Был ғибәҙәт төрө кешенән мотлаҡ тәһәрәтле булыу, айырым ниндәйҙер ваҡытты көтөү, махсус ниндәйҙер урынға барыу кеүек шарттар талап итмәй. Әгәр белмәйһегеҙ һәм мәғәнәләрен аңламайһығыҙ икән, доғаны ғәрәп транскрипцияһында уҡыу ҙа мотлаҡ түгел, үҙегеҙгә яҡын телдә өндәшегеҙ. Иң мөһиме, доғаларығыҙҙа ихлас булығыҙ. Берәй эш эшләп йөрөйһөгөҙмө, әллә ял итеп ултыраһығыҙмы, иртәме ул, кисме, яңы йоҡонан торҙоғоҙмо, әллә саҡ йоҡларға ятырға йыйынаһығыҙмы – һәр ваҡытта ла Аллаһҡа мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Уйлап ҡарағыҙ, ошо мөмкинлек үҙе генә лә бит беҙгә ҡарата күрһәтелгән оло йомартлыҡ билдәһе.
Аллаһы Тәғәлә кешеләрҙең ҡасан, нисек, нимә эшләп йөрөгәнен һәр саҡ күреп, белеп тора. Һәм үҙ ҡолдарының нимә һорағанын, нимә теләгәнен дә Ул яҡшы аңлай. Мөхәммәт пәйғәмбәр (саллаллаһү ғаләйһи үә сәлләм) әйтеп ҡалдырғанса: «Доға ҡылыусы кеше мотлаҡ өс нәмәнең береһенә лайыҡ буласаҡ: йә уның доғаһы шунда уҡ ҡабул булыр, йә шул доға ҡылғаны өсөн уның берәй гонаһтары ғәфү ителер, йә ошо ғибәҙәте өсөн Ҡиәмәт көнөндә әжерен алыр, иншәллаһ».
Аллаһы Тәғәлә, әлбиттә, Үҙенең ҡолдарына тик яҡшылыҡ ҡына теләй. Һәм Үҙ ҡолдарының ниндәй доғаһын ҡабул итергә, ә ниндәйен Ҡиәмәт көнөнә әжер итеп ҡалдырырға Ул Үҙе бик яҡшы белә. Шуға күрә лә, ниндәйҙер конкрет берәй нәмә тураһында һорап-һорап та, ул барыбер тормошҡа ашмаһа, борсолоп-ҡайғырып ултырмағыҙ: доғағыҙҙа һораған нәмәләрҙең бойомға ашмауы бары үҙегеҙ өсөн файҙаға ғыналыр. Етмәһә, кеше ҡай саҡ әллә ҡайҙа шул тиклем ныҡ ашыҡҡан була – күпмелер ваҡыт ҡына доға ҡылып, һорап йөрөй ҙә, тиҙ арала ғына бер ниндәй ҙә үҙгәрештәр күренмәһә, доғаларын ташлайҙар, өмөттәрен юғалталар. Мөхәммәт пәйғәмбәр (саллаллаһү ғаләйһи үә сәлләм) әйткән: «Һеҙҙең һәр кемегеҙгә яуап бирелер, тик һеҙ, ашығып: «Мин һораным, әммә миңә яуап булманы», - тип һөйләнә башламаһағыҙ…» Доға ҡылыусы бер ваҡытта ла өмөтөн юғалтмаҫҡа тейеш, өмөт юғалтыуы уның ихласлығы һәм иманы кимәле түбән булыуын күрһәтә.
Аллаһы Тәғәлә, һәр мосолмандың доғаһына яуап бирермен, тигән. Шулай ҙа, хәҙистәрҙә доғалары мотлаҡ ҡабул булған кешеләр айырым телгә алына, улар: сирле кешенең доғаһы; ҡарт, ауырыу кешенеке; үҙ мосолман туғаны өсөн һораусы кешенеке; ураҙалағы кешенең доғаһы; ғәҙел хаким доғаһы; ата-әсәнең үҙ балалары өсөн ҡылған доғалары; яҡшы эштәр эшләп йөрөгән кешенең доғаһы; ҡунаҡ кешенең йорт хужаһы өсөн ҡылған доғаһы; юлда булған кешенеке; кәмһетелгән, ситләтелгән кешенең доғаһы; бала табыусы ҡатындың доғаһы; хаж мәлендә ҡылынған доға; йыһат алып барған кешенең доғаһы (ул өйөнә әйләнеп ҡайтҡанынса).
Шулай уҡ, ҡылған доғалар бигерәк тә көслө булған айырым ваҡыттар ҙа билдәле: аҙан ҡысҡырылған ваҡытта; аҙан менән ҡәмәт араһында; ямғыр (йә ҡар) яуған ваҡытта; Мәккә ҡалаһында Ҡәғбәтулла күренгәндә; Ҡәғбәтулланың ҡара ташы алдында; Ғәрәфәт тауында торғанда; дини байрам (Ураҙа ғәйете, Ҡорбан ғәйете) төндәрендә; йома төндәрендә; ураҙа тотҡанда (бигерәк тә сәхәр ҡылғанда һәм ауыҙ асҡанда); йыһат майҙанында һуғышҡанда; намаҙ уҡығанда; намаҙҙа сәждә ҡылғанда. Мөһим иҫкәрмә: харам йә шикле ризыҡ ашағандан һуң (алкоголь, Ислам ҡанундары буйынса һуйылмаған мал ите һ.б.), йәки һеҙгә күрәҙәлек иткәндәрен тыңлағандан һуң, 40 көн буйына бер доғағыҙ ҙа ҡабул ителмәй.
Сөннәт буйынса, доға ҡылырҙан алда иң тәүҙә тәһәрәтләнеп алыу яҡшы. Йөҙөгөҙ менән иһә Ҡибла яғына ҡарай боролоғоҙ. Шулай уҡ, сөннәт буйынса доға ҡылғанда, иң тәүҙә Аллаһы Тәғәләнән һеҙҙе ярлыҡауын, гонаһтырығыҙҙы ғәфү итеүен һорағыҙ. Аҙаҡ иһә Аллаһы Тәғәләгә маҡтау һәм шөкөр һүҙҙәре әйтелә, Уның бөйөк һәм матур исемдәре һанап кителә (иҫегеҙгә төшкән тиклем), шунан һуң һөйөклө пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт (саллаллаһү ғаләйһи үә сәлләм) өсөн доға уҡыйҙар һәм аҙаҡ ҡына – үҙегеҙ өсөн.
Доғаларҙы ихлас итеп, бар йөрәктән, уларҙың ҡабул булырына ышанып ҡылығыҙ, һәм Аллаһы Тәғәлә уларҙы ҡабул итер, иншәллаһ. Был донъя өсөн генә һорамағыҙ, күберәк теге донъя өсөн дә һорағыҙ. Аллаһ Ҡөръәндә әйтә бит: «Миңә доға ҡылығыҙ, һәм Мин һеҙгә яуап бирермен. Миңә ҡоллоҡ ҡылыуҙан тәкәбберләнгән кешеләр – улар мәсхәрәле хәлдә Йәһәннәмгә инер!»
(«Ярлыҡаусы» сүрәһе, 40:60).
Пәйғәмбәр (саллаллаһү ғаләйһи үә сәлләм) әйткән: «Доға – әле булмаған нәмәләрҙән дә һәм инде булып үткән нәмәләрҙән дә файҙалы. Доғалар ҡылығыҙ, әй, Аллаһ ҡолдары!» - тип. Һәм Аллаһ беҙҙең доғаларға яуап бирһен, Аллаһ – Рәхимле, Ғәфү итеүсе, Ризыҡ өләшеүсе, Бәрәкәт биреүсе!
("Ваҡыт!" гәзитенән)