Ҡасан башланғандыр, "бисә" һүҙенең кире мәғәнәһендәге яңғырашы барлыҡҡа килгән бит. Ә бит элек барлыҡ ҡатындар ҙа бисә була алмаған, тик бейҙәрҙең ҡатындары ғына бындай дәрәжәгә эйә булған. Күрәһең, совет осороноң байҙарҙан, муллаларҙан көлөү идеологияһы был һүҙгә яңы мәғәнә өҫтәгәндер.
Яңыраҡ бер танышым менән машинала китеп барғанда телефоны шылтырап, дисплейында "бисәкәй" тигән һүҙ пәйҙә булды. Ҡатыны шылтырата икән. Йылмайып һөйләште. Тимәк күп кенә төбәктәргә совет осоро идеологияһы барып етә алмаған...
Әхмәр Үтәбай, "Мең дә бер күҙәтеүем" яҙмаларынан 914-се күҙәтеү.