+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
31 Октябрь 2023, 12:25

Эҙләнеп, үҫеүгә ынтылып, ижад ҡомарында янып йәшәүгә ни етә!

Эҙләнеп, үҫеүгә ынтылып, ижад ҡомарында янып йәшәүгә ни етә! Бына шуны тағы ла бер ҡабат иҫбатланы беҙгә бөрйәндәр. Йәш бөрйәндәр. “Урал батыр” эпосы буйынса сәхнәләштерелгән үҙенсәлекле музыкаль-хореографик тамаша алып килеп күрһәтте улар баш ҡалаға. Әллә ҡайҙан! Бынау ни сана, ни арба юлы төшмәгән мәлдә.

 Райондан 60-лап уҡыусыһын оҙатып хакимиәт башлығы ла, урынбаҫарҙары ла, мәктәп директорҙары һәм уҡытыусылары ла килгән, балалары ыңғайына ихлас ҡайнашып йөрөйҙәр.
Тамашаны сәхнәгә Башҡортостандың халыҡ артисы Илнур Лоҡманов ҡуйған. Йәш һәм һәләтле ижадсының ҡарашы, әҫәрҙе ҡабул итеүе лә заманса һәм креатив инде. Был балаларға ла оҡшаған, сәхнә буйлап дәртле осоп-елеп йөрөүҙәренән үк күренеп тора. Һәм эпостың фәлсәфәһе лә юғалмаған: аҡ-ҡара таҫмалар – изгелек һәм яуызлыҡ юлы, көн менән төн әйләнеше, ике ул аша донъяға күрһәтелер әҙәми тойғолар...
Конкурсҡа ла килмәгән был балалар, ниндәйҙер сарала үҙҙәрен иҫбатларға ла түгел, уларҙы берәү ҙә мәжбүр ҙә итмәгән, ә бары күңел талабына буйһоноп, илһам тулҡындарында тирбәлеүҙәре.
Һәм тағы ла нимәһенә ҡәнәғәтлек кисереп ултырҙым: Бөрйәндән сыҡҡан урындағы етәкселәр шул хәтлем төҙөк, таҙа, дөрөҫ кенә, һутлы ғына итеп башҡортса сығыш яһаны. Бөгөн был да бер күренеш бит.

Миләүшә Ҡаһарманова

https://vk.com/id296884957

 

Эҙләнеп, үҫеүгә ынтылып, ижад ҡомарында янып йәшәүгә ни етә!
Эҙләнеп, үҫеүгә ынтылып, ижад ҡомарында янып йәшәүгә ни етә!
Эҙләнеп, үҫеүгә ынтылып, ижад ҡомарында янып йәшәүгә ни етә!
Эҙләнеп, үҫеүгә ынтылып, ижад ҡомарында янып йәшәүгә ни етә!
Эҙләнеп, үҫеүгә ынтылып, ижад ҡомарында янып йәшәүгә ни етә!
Автор:
Читайте нас: