+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
31 Октябрь 2023, 11:40

Бер йыр тарихы. «Сайҡалалар кәмәләр» (Ғәзиз Әлмөхәмәтов - Мөслим Марат)

Ҡанлы 1937 йылда Fәзиз Әлмөхәмәтовты башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарғаны, Зәки Вәлиди алдында сығыш яһағаны өсөн милләтселектә ғәйепләйҙәр. Шул уҡ ваҡытта шағир Мөслим Маратты ла күренекле яҙыусы һәм йәмәғәт эшмәкәре Афзал Таһиров менән бәйләнештә булғаны өсөн ҡулға алалар.Fәзиз Әлмөхәмәтов менән Мөслим Марат Өфө төрмәһендә бер камерала осраша. Ошо ваҡытта башҡорт опера театрын асыуға күп тә ҡалмай, әҙерлек эштәре ҡайнап тора. Йән әрнеүен Fәзиз Әлмөхәмәтов йыр менән баҫа. Төрмәнең ҡотһоҙ камераһында ла халыҡ йырҙары менән бер рәттән үҙенең йырҙарын да башҡара. Ул йырлағанда хатта надзирателдәр ҙә тынып, хайран ҡалып тыңлайҙар.

  Fәзиз Әлмөхәмәтовтың тыуыу датаһы конкрет билдәле булмаған кеүек, был йырҙың тыуған көнөн генә түгел, йылын да аныҡ ҡына әйтеп булмай. Ваҡытлы матбуғатта «Кәмәләр» йыры 1935 йылда башҡарылыуы тураһында мәғлүмәттәр бар.
Был осорҙа Fәзиз Сәлих улы илһамланып тыуған ерендә, Башҡортостанда ижад итә. Өфөлә опера театрын, филармонияны асырға тырышып йөрөй. Концерттар менән бөтә республиканы урап сыға. Бөртөкләп халыҡ йырҙарын йыя, һәр береһенең тарихын яҙып ала. «Мин йырларға тыуған халҡымдан өйрәндем», - тип ғорурланып әйтә йырсы һәм композитор.
Башҡортостандың беренсе халыҡ артисы Fәзиз Әлмөхәмәтов тәбиғәттән ҡуйылған йомшаҡ, бәрхәт тауышы менән тамашасыларҙы әсир иткән. Артыҡ йылмаймай, ҡыланмай, сәхнәгә етди ҡиәфәт менән килеп сыға торған булған Fәзиз Сәлих улы.

Ошо концерттарҙа башҡорт халыҡ йырҙарынан тыш, үҙе ижад иткән «Сания», «Эшсе» операларынан ариялар, «Шомло ел», «Кәмәләр», «Ағиҙел ярында», «Йырҙар яҙам», «Көтөүсе» йырҙарын ҙур дәрт, илһам, оҫталыҡ менән башҡара.

Радиокомитетҡа йыш ҡына килеп, йырҙар яҙҙырып китә.
Беҙгә композиторҙың бөтә йырҙары ла килеп етмәгән. Fәзиз Сәлих улы үҙен үҙешмәкәр музыкант һанап, күп йырҙарын яҙып та бармаған, баҫтырылыуын да хәстәрләмәгән. Талантлы композитор, йырсы йыш ҡына йырҙарының һүҙҙәрен дә үҙе яҙыуы билдәле. «Кәмәләр» йырын да композитор тулыһынса үҙе ижад итә. Быны композиторҙың Өфөлә йәшәүсе 90 йәшлек ҡыҙы Рауза ла иҫбатлай.
Бар тәбиғәт серләшә айлы төндә,
Йүгереп уйнай тулҡындар Дим өҫтөндә.
Аҡсарлаҡҡа оҡшап, яр ситендә
Сайҡалалар кәмәләр.

1970-се йылдарҙа сыҡҡан йыр йыйынтығында ябай ҙа, иҫ киткес яғымлы ла шиғри юлдарҙың авторы булараҡ Мөслим Марат күрһәтелгән. Ни өсөн бер сығанаҡтарҙа Fәзиз Әлмөхәмәтов үҙе, икенселәрендә Мөслим Марат? Был һорауға яуап табыр өсән билдәле шағир Мөслим Мараттың ижадына һәм яҙмышына мөрәжәғәт итәйек.
Шағир Мөслим Марат
Миңнемулла Нәбиулла улы Мөслимов Борай районында 1909 йылда тыуа. Бала сағы, йәшлеге беренсе донъя һуғышы, революция, граждандар һуғышы йылдарына тура килә. Большевиктарҙың идеалдарына, яҡты киләсәккә бөтә йәш күңеле менән ышанып үҫә ул.
Комсомол сафына ингәс, ауылда барған яңы тормош өсөн, дингә ҡаршы көрәшкә ул актив ҡушылып китә. Ошо эштәре арҡаһында «динһеҙ», «берәҙәк» тигән исеме сыға. Йәш комсомолецҡа мулла ҡушҡан Миңнемулла исеме оҡшамай башлай. 1920-се йылдар башында йәштәр араһында таралған ғәҙәт буйынса комсомол йыйылыштарының береһендә ул үҙенең элекке «килбәтһеҙ» исеменән баш тарта. Революцион рухтағы, яңғырауыҡлы Марат тигән исемде тантаналы рәүештә ҡабул итә. Был исем һуңынан яҙыусының псевдонимына әйләнә.

1930 йылдар – шағир Мөслим Мараттың ижады сәскә атҡан осор. Шиғырҙар, поэмалар, йырҙар яҙа, йыйылыштарҙа ялҡынлы телмәрҙәр менән сығыш яһай. Китаптарының йөкмәткеһенә бер ҡарауҙан шағирҙың төп йүнәлеше – яңы тормошто, социализм төҙөлөүен данлау икәне асыҡлана. Хәбибулла Ибраһимов музыкаһына яҙылған «Байраҡлы батальон йыры», «Ударниктар маршы», комсомолға арналған «Океан булып ташабыҙ», «Балҡы, факел!»… «Маркс беҙҙә» тип аталған шиғырында «Ҙур еңеүҙең бөйөк рульсеһе Сталин балҡый, Сталин нурлана!» тигән юлдар бар.
Мөслим Марат Fәзиз Әлмөхәмәтовтың концерттарына рецензиялар яҙа. Мәҫәлән, «Октябрь» журналының 1931 йылдың 6-сы һанында баҫылған «Тере тарихтар, йәнле архивтар» мәҡәләһе. Рецензияла Fәзиз Әлмөхәмәтов менән йырсы Наилә Рәхмәтуллина башҡарған әҫәрҙәр социализм рухына тап килмәй, тип ҡаты ғына тәнҡитләп тә ҡуя. Көрәшкә күтәргән йырҙарҙы башҡарырға өндәй.
Мөслим Мараттың ошо ваҡытта сыҡҡан бер шиғри йыйынтығында ла «Сайҡалалар кәмәләр» тигән шиғыр юҡ. Fөмүмән, ундай тематикалы, лирик әҫәрҙәре бик аҙ булыуы күҙгә ташлана.
Мөслим Марат башҡорт интеллигенцияһының иң аҫыл әһелдәре менән аралаша. Мәжит Fафуриҙы «яҡын кәңәшсем һәм дуҫым» тип йөрөтә, «Большевик» поэмаһын F. Сәләм менән берлектә яҙып, Афзал Таһировҡа бағышлай. Fәзиз Әлмөхәмәтов менән улар Сталин (хәҙерге Коммунистик) урамы башында урынлашҡан ике ҡатлы ағас йортта күрше йәшәйҙәр. Өлкән дуҫына шағир ҙур хөрмәт менән ҡарай, кәңәштәр һорап килә. Йәмғиәт тормошонда актив ҡатнаша.

Ул ваҡытта Fәзиз Әлмөхәмәтов та, Мөслим Марат та яҙмыштары оҡшаш, сикһеҙ аяныслы буласағын уйлап та бирмәй әле…
Сәйәси золом ҡорбандары
Ҡанлы 1937 йылда Fәзиз Әлмөхәмәтовты башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарғаны, Зәки Вәлиди алдында сығыш яһағаны өсөн милләтселектә ғәйепләйҙәр. Шул уҡ ваҡытта шағир Мөслим Маратты ла күренекле яҙыусы һәм йәмәғәт эшмәкәре Афзал Таһиров менән бәйләнештә булғаны өсөн ҡулға алалар.
Fәзиз Әлмөхәмәтов менән Мөслим Марат Өфө төрмәһендә бер камерала осраша. Ошо ваҡытта башҡорт опера театрын асыуға күп тә ҡалмай, әҙерлек эштәре ҡайнап тора. Йән әрнеүен Fәзиз Әлмөхәмәтов йыр менән баҫа. Төрмәнең ҡотһоҙ камераһында ла халыҡ йырҙары менән бер рәттән үҙенең йырҙарын да башҡара. Ул йырлағанда хатта надзирателдәр ҙә тынып, хайран ҡалып тыңлайҙар.
Комсомолға, партияға дан йырлаған шағир Мөслим Мараттың хәлен күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Был мәл Мөслим Мараттың хәтеренә ғүмерлеккә уйылып ҡала.
1938 йылдың 10 июлендә Fәзиз Әлмөхәмәтовты аталар. «Халыҡ дошманы» тип иғлан ителгәс, кешеләр хәтеренән уның исемен дә, ижадын да юйып ташларға теләйҙәр. Әммә композиторҙың бай музыкаль мираҫы халҡына ҡала.

«Кәмәләр» йыры ла үҙ яҙмышы менән йәшәй. Авторын юҡ итеү менән, йырҙың ғүмере өҙөлмәй.
Төрмәлә ултырыу йәки лагергә эләгеү тере ҡалыу өмөтөн ҡалдыра. Мөслим Мараттың йәшен (уға 28 йәш була) иҫәпкә алып, атмайҙар. Алыҫ Көнсығышта һөргөндә булғанда ул ижад менән шөғөлләнә алмай, дарыуханала эшләй. 18 йыл ғүмерен тыуған иленән алыҫта үткәреп, Сталиндың үлеменән һуң ғына әйләнеп ҡайта.
Йырҙың яңы һулышы
1957 йылда реабилитация ваҡыты етә. Fәзиз Әлмөхәмәтовты тулыһынса аҡлайҙар. Шулай ҙа радиокомитетта композиторҙың исемен «ҡара исемлектән» төшөрөргә, тауышын ишеттерергә ашыҡмайҙар.
1958 йылда Камил Рәхимов «Сайҡалалар кәмәләр»ҙең ноталарына йырҙың бер куплет һүҙҙәрен яҙа. Һәм нишләптер «Наилә Рәхмәтуллина һүҙҙәре» тигән яҙыу ҡалдыра.
Был дөрөҫлөккә тап килмәй. Шулай ҙа Наилә Рәхмәтуллина шәхесенә лә туҡталып китмәй булмай. Татар йырсыһы Наилә Рәхмәтуллина – 1930 йылдарҙа композитор менән бергә концерттарҙа сығыш яһаған кеше. «Сайҡалалар кәмәләр» йырын да ул хис-тойғо менән матур итеп башҡара. Уның артабанғы тормошо Мәскәү менән бәйле. Бөтә Рәсәй йырсылар конкурсында ариялар һәм шулай уҡ репертуарында булған татар, башҡорт йырҙары менән уңышлы сығыш яһай. Бәлки, улар араһында Fәзиз Әлмөхәмәтовтың йыры ла яңғырағандыр? Конкурста еңеү яулап, Наилә Рәхмәтуллина Мәскәүгә күсә, бөйөк Нежданова класында шөғөлләнә.
Наилә Рәхмәтуллинаны беҙ «Сайҡалалар кәмәләр» йырының актив башҡарыусыһы итеп беләбеҙ, ләкин авторы итеп ҡабул итә алмайбыҙ, быны иҫбатлар өсөн дәлилдәр юҡ.

Реабилитациянан һуң, тәбиғи, башҡорт профессиональ музыкаһының юлбашсыһы Әлмөхәмәтовтың шәхесенә, ижадына ҡыҙыҡһыныу арта. Мөслим Марат 1961-се йылда башҡорт композиторҙарының Пленум йыйылышында сығыш яһай. Унда: «Мин Fәзиз Әлмөхәмәтовтың һуңғы йырлауын, «аҡҡош йырын» ишеткән кеше», - тип һөйләй.
Мөслим Марат Әлмөхәмәтовтың яҡты иҫтәлегенә оло ихтирам менән ҡарай. «Сайҡалалар кәмәләр» йырына шағир яңы һүҙҙәр ижад итергә була.
Бер көндө композитор Камил Рәхимов, Мөслим Марат һәм Fәзиз Әлмөхәмәтовтың ҡатыны Мәстүрә Fилман ҡыҙы, ҡыҙы Рауза Fәзиз ҡыҙы бергә йыйылалар. Камил Рәхимов йырға яңы һүҙҙәр һалырға рөхсәт һорай. Мәстүрә Fилман ҡыҙы, Рауза Fәзиз ҡыҙы Мөслим Мараттың шиғырын уҡып ҡарайҙар һәм оҡшаталар. Fаилә кәңәшмәһендә йырҙың артабанғы яҙмышы хәл ителә.
«Сайҡалалар кәмәләр» йырын заманында кем генә йырламай. Мәғәфүр Хисмәтуллин, Даһи Бакировтар яратып башҡара. 1968 йылда Әлмөхәмәтов исемендәге конкурс иғлан ителгәс, ҡатнашыу шарттарының береһе – композиторҙың йырҙарын, арияларын башҡарыу була. Күп кенә йәш йырсылар тап ошо ябай көйлө, ләкин бер ишетеүҙән йөрәккә үтеп ингән лирик йырҙы һайлай.

1990 йылдарҙа «Сайҡалалар кәмәләр»ҙе «Карауанһарай» төркөмө халыҡҡа сығара. Күп кенә концерттарҙа тамашасылар ошо йырҙы башҡарыуҙы һорап, мөрәжәғәт итәләр. Йыр яңы һулыш ала, уның ғүмере дауам итә.
«Моңъяҙма»ны Мостай Кәрим һүҙҙәре менән тамамлағым килә. «Тормош менән аралар боҙолған саҡтарҙа, көн яҡтыһы күренмәҫ булғанда, ҡапыл иҫемә төшә: донъяла йыр бар бит әле. Тимәк, инанырға, сабыр итергә, йәшәргә кәрәк. Һуңғы ҡабым икмәгем, һуңғы йотом һыуым менән бергә һуңғы тапҡыр ишетер йырым булһа, үкенергә ҡалмаҫ, тип йыуанам…»


Ләйлә Аралбаева, 2005 йыл.

Автор:
Читайте нас: