+17 °С
Дождь
Дөйөм мәҡәләләр
30 Октября 2023, 03:34

Йырһыҙ бер көн тора алмам...

Ҡайһы саҡ кешенең йөҙ-ҡиәфәтенә ҡарап ҡына ла уның һөнәрен төҫмөрләргә була. Сибай урамында уны күргәндә үк ниңәлер йырсылыр, сәнғәт кешеһелер тип уйлағайным. Күҙҙәре генә түгел, ғөмүмән, йөҙө йырлап, көйләп торған кеүек. Яңылышмағанмын, ҡасандыр Сибайҙа эш башлап, Стәрлетамаҡ, Өфө яҡтарында йәшәп, ижад итеп, кире Сибайға ҡайтыусы йырсы Айгөл Әсәҙуллина булып сыҡҡан ул. Күптән түгел интернетта уның һәм Искәндәр Ғәзизовтың «Һанама» тигән йырҙары бик популяр булып киткәс, ныҡлап иғтибар иттем һәм Айгөл менән әңгәмә ҡорорға булдым. Әйткәндәй, бик алсаҡ, асыҡ, ихлас һәм ябай булып сыҡты ул. Йырсы менән әңгәмәне һеҙгә лә тәҡдим итәм.

Айгөл, һеҙ бәләкәйҙән йырлайһығыҙмы?

– Мин Әбйәлил районы Хәлил ауылында тыуғанмын. Ғаиләлә баш баламын. Бик илаҡ булғанмын. Ә илаҡ балаларҙы ғәҙәттә моңло була тиҙәр. Ауыл клубында художество етәксеһе булып эшләгән атайыма өс йәшемдән эйәреп йөрөп сәхнәләрҙә йырлағанмын. Бер куплетын йырлап, икенсеһен онотоп, «Эй, оноттом да ҡуйҙым», – тип тә төшөп киткән саҡтарым булған. Хатта ауылда урамда мине күрһәләр «Эй, оноттом да ҡуйҙым» тип көлөп тороп ҡалалар ине. Ауылдағы бер ҡунаҡ та, туй ҙа минһеҙ үтмәгәндер ул. Шунда йырлата торғайнылар, аҡса һибәләр. Аҡсаларҙы йыйып алып, мине көтөп кенә торған апайҙар менән магазинға барып, тәмлекәстәр алып ашай инек.

Тимәк, бәләкәйҙән йырлап ҡына ҡалмағанһығыҙ, бәләкәйҙән үҙегеҙгә тәмлекәслек булһа ла аҡса эшләй башлағанһығыҙ. Ә ҡайҙарҙа уҡынығыҙ һеҙ?

– Ата-әсәйем һәләтемде күреп, 5-се кластан мине Өфөгә Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге гимназияға бирҙе. Вокал-фортепиано класында уҡыным. Унан Өфө сәнғәт училищеһының Сибай филиалында белем алдым, уны ҡыҙыл дипломға тамамланым. Лирико-колоратур сопрано тауышлымын.

Хеҙмәт юлығыҙҙы Сибайҙа башлағанһығыҙ?

– Эйе, Сибай филармонияһында башланым. 6 йыл эшләгәндән һуң, Стәрлетамаҡ тарафынан саҡырыу алдым. Унан Өфөлә «Мираҫ» ансамблендә эшләнем. Әммә тыуған яҡтарға тартыла инем, кире Сибайға ҡайттым. Быйыл сәхнәлә булыуыма – 20 йыл.

Уңыштарға өлгәштегеҙме?

– Әлбиттә! Шөкөр, уңыштарым йәнәшә бара. Яңы йыр сығарыу ҙа, ниндәйҙер конкурста ҡатнашыу ҙа уңыш. Шулай ҙа йырлағаның халыҡҡа барып етеп, уларҙың күңеленә юл тапһа, был иң ҙур уңыштыр, тимен. Халыҡ өсөн эшләйбеҙ бит инде һәм, әлбиттә, халыҡтың баһаһы мөһим. Айырым концертты сығарыу ҙа ныҡышмал хеҙмәт емеше ул. «Айгөл иле» тигән тамашамды халыҡ яратып ҡабул итте, шөкөр. Мине телевизион конкурстарға саҡырып торған Рита Өмөтбаеваға рәхмәтлемен. Уның «Башҡорт йыры» проекты бик уңышлы эшләй. 2011 йылда мин унда «Йыл асышы» номинациһына лайыҡ булдым. «Юлдаш» радиоһы хеҙмәткәрҙәренә, Риф Арыҫлановҡа рәхмәтлемен. Ғөмүмән, ижадыма битараф булмаған, конкурстарға саҡырғандарға, тамашасыларыма рәхмәтлемен!

Билдәле булыуынса, өс бала үҫтерәһегеҙ. Уларҙың йырсы булыуын теләр инегеҙме?

– Эйе, шөкөр, өс балам бар. Динисламға – 19, Арсланға – 14, Самираға 5 йәш. Уларҙа музыкаға ынтылыш күрмәйем. Улдарым компьютер, программалаштырыу менән ҡыҙыҡһына. Ҡыҙым әле бәләкәй, йырға бер аҙ барымы бар һымаҡ. Теләһә берәй түңәрәккә бирермен. Әммә сәнғәт юлынан китеүҙәрен бөтөнлөй теләмәйем.

Ни өсөн?

– Еңел эш түгел. Әлбиттә, һәр эштең үҙ ауырлығы. Әммә йырсы булараҡ, артистар эшенең ауырлығын үҙ тәжрибәмдә беләм. Бер туҡтауһыҙ юлдар, гастролдәр, ауылдарҙа һыуыҡ клубтар... Кеше ял иткәндә, беҙ эшләйбеҙ. Үҙенә күрә ауырлыҡтары күп кенә.

Йырсы булғанға үкенәһегеҙме?

– Юҡ! Мин башҡа профессияны күҙ алдына килтермәйем хатта. Уйлағаным да юҡ. Йырһыҙ йәшәй ҙә алмаҫмын ул! Минең уйлауымса, һәр кем Хоҙай тарафынан был донъяға үҙ тәғәйенләнешен үтәргә килә. Кемгәлер кешене дауаларға табиплыҡ һәләте бирелә, кемгәлер уҡытыуслыҡ эше тапшырыла, ә бына миңә тыуғас та маңлайыма «йырсы» тип яҙылғандыр ул. Сөнки йырламаған көнөм юҡ.

Эшегеҙҙе яратаһығыҙмы?

– Яратам. Алда йырсы эше ауыр тиһәм дә, уның ауырлығына әһәмиәт бирмәйем. Сөнки мин яратып башҡарам уны. Әле беҙҙең филармониябыҙ яңы бит инде. Уның сәхнәһендә йырлағы ғына килеп тора. Эшкә байрамға килгәндәй ашҡынып киләм. Һәр кем үҙ эшен яратһа, ул уға эш тип түгел, байрам тип ҡарай, минеңсә. Шөкөр, коллектив татыу. Бер-беребеҙгә ярҙам итергә тырышабыҙ, аңлайбыҙ, кәңәшләшәбеҙ. Беҙҙә ҡара уйлы, үсле кешеләр юҡ.

Әйткәндәй, ниндәй холоҡло кешеләрҙе яратмайһыҙ, өнәмәйһегеҙ? Кешелә ниндәй сифаттарға өҫтөнлөк бирәһегеҙ?

– Күңеле асыҡ, матур кешенең йөҙө лә асыҡ, матурҙыр. Ябай, эскерһеҙ кешеләрҙе яратам. Яһалмалыҡты, эрелекте өнәмәйем. Һауалы, үс тотҡан кешеләрҙән ытарғынам. Ғөмүмән, тормош девизым: Ябайлыҡта—матурлыҡ!

Репертуарға килгәндә, нисек һайлайһығыҙ?

– Ныҡ һайлансыҡмын. Көйөнә лә, һүҙҙәренә лә иғтибар итәм. Быға тиклем Сәйет Билалов, Юнир Һағынбаев менән дуэттар башҡарғаным булһа, һуңғы арала Искәндәр Ғәзизов менән йырлай башланыҡ. Әйткәндәй, тауыштарығыҙ тап килә, бер-береһен тулыландыра тинеләр. Шуға киләсәктә лә эште дауам итергә уй бар.

Ә һеҙгә эстрада яҡынмы, әллә халыҡ йырҙарымы?

– Икеһен дә берҙәй үҙ итәм, икеһе лә күңелгә яҡын.

Үҙегеҙ яратып тыңлаған йырсылар бармы?

– Барыһының да ижадын хөрмәт итәм. Шулай ҙа ауылдашым, Башҡортостандың халыҡ артисы Рима Амангилдинаға һәр яҡлап һоҡланам мин. Сәхнәлә ҡыланмай ҙа, ябай ғына тота үҙен. Мөләйем генә ҡатын, тауышы ла матур.

Кемдәр менән хеҙмәттәшлек итәһегеҙ?

– Төрлө шағирҙар һәм композиторҙар менән. Үҙешмәкәрҙәр менән дә эшләгәнем булды. Мәҫәлән, Зөһрә апай Фәйзуллинаның йырҙары оҡшай ине. Хәҙер Татарстандан ижадташ дуҫтарым барлыҡҡа килде. Айгөл Вәлиуллина, Зөһрә Ғатауллина, Ривал Хисмәтуллин, Альфред Яҡшымбәтовтар менән йырҙар сығарҙыҡ.

Йырлы булыу ҙа ҡиммәткә төшәлер?

– Әлбиттә. Һәр эштең баһаланыуы зарур. Һәр кем эшләй һәм хеҙмәтенә хаҡ алырға тейеш. Был йәһәттән беҙгә ярҙам ҡулы һуҙған Сибай концерт-театр берекмәһе директоры Юнир Мөнир улы Кәлимуллинға рәхмәтлебеҙ. Ул беҙҙе аңлап, йырҙар алып бирә, костюмдар менән дә ярҙам итә. Киләсәктә лә шулай татыу, аңлашып эшләргә яҙһын.

Сәхнә кешеһенә үҙен формала тотоу еңел түгелдер?

– Сәхнә кешеһе булараҡ ҡына түгел, ҡатын-ҡыҙ булараҡ та үҙемде ҡарарға тырышам. Бәпәйҙән һуң тулылана торған «холҡом» бар. Шуға диетала ултырырға тура килде. Һәр гүзәл зат кеүек битемә маскалар ҡулланам.

Гел йырлап ҡына йәшәп булмай бит инде. Күңел төшөнкөлөгөнә бирелгән саҡтар буламы?

– Була инде... Күпме һынап ҡараным: эс бошҡанда йә йыр тыуа, йә идея. Шуға эс бошоуҙың файҙаһы ла бар ул. Күңел һыҡтаған саҡта балаңдың килеп ҡосаҡлап, үбеп алыуы бөтә шик-шөбһәләрҙе алып ташлай. Аллаһы Тәғәлә миңә өс бала биргәненә рәхмәтлемен. Әсә хистәрен үҙемдә тоя алыуым менән ифрат бәхетлемен.

Әйткәндәй, гастролдәр мәлендә балалар ҡайҙа була?

– Әсәйемә, ҡәйнәмә рәхмәтлемен. Улар шәп өләсәйҙәр. Һис ҡасан юҡ тимәй, ҡыуанып алып ҡалалар. Имен-һау ғына булһындар!

Донъяла мөхәббәт бармы икән ул? Нисек уйлайһығыҙ?

– Бар. Ышанам. Һәр ҡатын-ҡыҙ һөйөп-һөйөлөр өсөн донъяға яралалыр. Беҙ, гүзәл заттар, һөйөүгә мохтажбыҙ. Һәр ҡатын-ҡыҙҙың янында көслө, уны аңлаған һәм ишетә белгән көслө терәк булыуын теләйем.

Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт! Моңло йырҙарға, һөйөүгә сорналып, бәхеткә төрөнөп йәшәргә, ижад итергә яҙһын!

 

Резеда Усманова

Йырһыҙ бер көн тора алмам...
Йырһыҙ бер көн тора алмам...
Йырһыҙ бер көн тора алмам...
Йырһыҙ бер көн тора алмам...
Йырһыҙ бер көн тора алмам...
Автор:
Читайте нас