+20 °С
Дождь
Дөйөм мәҡәләләр
30 Октября 2023, 05:55

«Атайым, әйтерһең, алда ни булырын белгән»

«Атайым, әйтерһең, алда ни булырын белгән»

Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Бәхетнамә" тапшырыуы билдәле шағир, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Рәмил Ҡол-Дәүләттең 65 йыллығы уңайынан шиғыр һөйләү видеоконкурсы ойошторҙо.

Шағирҙың улы Рәсүл Дәүләтҡолов менән берлектә үткәрелгән сара әҙиптең исемен мәңгеләштереүгә, шиғриәтен киңерәк танытыуға йүнәлтелде.

«Атайым бик ҡыйыу кеше ине, – тип хәтирәләре менән уртаҡлашты Рәсүл Рәмил улы - Ул бала сағынан ауырыған. Әсәйем һөйләүенсә, дауаханала йыш ятырға мәжбүр булған. Шул уҡ ваҡытта яҙышыуҙы ташламаған. Әсәй янына барһа, иң тәүҙә «Ҡағыҙ-ҡәләм килтерҙеңме?» тип һорар булған. Атайымдың шиғырҙары бөгөн айырыуса көнүҙәк яңғырай, әйтерһең дә, ул алда ни булырын белгән. Әлбиттә, хәҙерге интернет заманында ошондай конкурстар үткәрергә кәрәк, артабан барлыҡ видеояҙмаларҙы Рәмил Ҡол-Дәүләт ижадына арналған төркөмгә туплаясаҡбыҙ».

Баһалама комиссияһы ағзалары һәм конкурсты ойошторған Рәсүл Дәүләтҡолов Өфөләге М. Кәрим исемендәге 154-се башҡорт гимназияһының 11-се класс уҡыусыһы Ғайсар Мөхәмәтйәновты еңеүсе тип билдәләне. Икенсе урынды Башҡортостандың Милли әҙәбиәт музейы белгесе Гөлнур Ҡорманаева яулаһа, 3-сөлә - Әбйәлил районынан Дилә Рәхимова һәм Гөлниса Ниғмәтуллина. Еңеүселәргә шағирҙың улы маҡтау ҡағыҙҙары, иҫтәлекле бүләктәр һәм аҡсалата приз тапшырҙы. Рәсүл Рәмил улы әйтеүенсә, конкурс артабан киңерәк форматта үткәреләсәк, яңы проекттар булдырыласаҡ.

Фотолар «Бәхетнамә» тапшырыуы төркөмөнән.

 

https://vk.com/wall-109622739_72145

 

Рәмил Ҡол-Дәүләт, Дәүләтҡолов Рәмил Хөснөтдин улы (30 май 1958 йыл — 12 ғинуар 1998 йыл) — башҡорт шағиры, драматург. Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты (1995).

Биографияһы

Рәмил Хөснөтдин улы Дәүләтҡолов 1958 йылдың 30 майында Башҡорт АССР-ының Әбйәлил районы Әлмөхәмәт ауылында тыуған. Стәрлетамаҡ культура-ағартыу училищеһында уҡый. Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.

Студент сағында уҡ уның «Ямғыр алдынан» тип аталған тәүге шиғырҙар йыйынтығын сығара. Артабан Рәмилдең төрлө йылдарҙа өс китабы донъя күрә. Драма әҫәрҙәре Башҡортостандың бер нисә театрында ҡуйылды. 1990 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Ул ҡаты сирләп вафат булды.

Китаптары

  • Һигеҙенсе мөғжизә: Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991.
  • Ҡарауыл!!!: Пьесалар. — Өфө: Китап, 1996.
  • «Егет һүҙе» йыйынтығында шиғыр шәлкеме. — Өфө: Китап, 1998.
  • Шиғырҙар, поэмалар. — Өфө: Китап, 2008.
  •  
  • https://ba.wikipedia.org/wiki/Рәмил_Ҡол-Дәүләт

 

«Атайым, әйтерһең, алда ни булырын белгән»
«Атайым, әйтерһең, алда ни булырын белгән»
«Атайым, әйтерһең, алда ни булырын белгән»
«Атайым, әйтерһең, алда ни булырын белгән»
«Атайым, әйтерһең, алда ни булырын белгән»
«Атайым, әйтерһең, алда ни булырын белгән»
Автор:
Читайте нас