+15 °С
Облачно
Дөйөм мәҡәләләр
27 Октября 2023, 03:16

«Иң билдәле клибымды ҡараусылар һаны 85 миллионға етте...»

Заман башҡа – заң башҡа, тигәндәй, бөтә нәмә интернетҡа ҡоролған осорҙа йәшәйбеҙ. Хатта эшең дә социаль селтәрҙәр аша күренә. Был халыҡ менән эшләгән кешеләрҙең тормошон күпкә еңелләштерә. Артистар ҙа ижад емештәрен төрлө виртуаль киңлектә урынлаштырып, үҙҙәрен ҡайҙан, нисә кеше ҡарағанын һәм уларҙың фекерҙәре менән туранан-тура танышып бара ала. Рәсәйҙә генә түгел, күрше илдәрҙә, хатта АҠШ-та ла үҙ тыңлаусылары булған, интернет селтәрендә билдәле йырсыларҙың береһе Эдуард Хөснөтдинов менән әңгәмә ҡорҙоҡ. Мәңгелек темалар, мәғәнәле һүҙҙәрҙән торған, күңелгә үтемле көйгә һалынған йырҙары менән миллиондарҙың йөрәгенә юл яра алған ул. Уның тормошо һәм ижады хаҡындағы әңгәмәне һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ.

– Үҙегеҙ менән яҡындан таныштырып үтһәгеҙ ине?

– Мин 1986 йылда Нефтеюганск ҡалаһында тыуғанмын. Әсәйем сығышы менән Бүздәк районының Ҡаранай ауылынан, атайым – Ҡаңны-Төркәйҙән. Башҡорт ауылдары. 80-се йылдарҙа атай-әсәйем Себер яҡтарына күсеп киткән.

Ябай эшселәр ғаиләһендә үҫтем. Атайым – иретеп йәбештереүсе, әсәйем балалар баҡсаһында ашнаҡсы булып эшләне. Атайымдың һаулығы ҡаҡшау сәбәпле, 1992 йылда Туймазы ҡалаһына күсеп ҡайттыҡ. 1998 йылға тиклем шунда йәшәнек, аҙаҡ Ҡаңны-Төркәйгә килеп төпләндек һәм IX класҡа тиклем дүрт йыл ошо ауылда уҡыным, артабан Октябрьский ҡалаһының музыка училищеһына уҡырға индем. Ришат Төхвәтуллин, Филүс Ҡаһиров менән бергә уҡыныҡ. «Аяз» фольклор ансамбле етәксеһе Ғәлиә Закир ҡыҙы Мусина көслө уҡытыусыларҙың береһе булып иҫтә ҡалған. 2007 йылда Өфө дәүләт сәнғәт академияһына уҡырға индем. Әммә ике айҙан һуң ташланым. Аҙаҡ дүрт йыл Башҡорт дәүләт педагогия университетының музыкаль-компьютер технологияһы бүлегендә белем алдым. Шул осорҙа буласаҡ тормош иптәшемде осраттым. Бөгөн һөйөклөм менән Диана, Анелия, Милена исемле ҡыҙҙар үҫтерәбеҙ. Минең йырҙарыма иң беренсе баһа биреүсе – ул кәләшем. Аҙаҡ дуҫтарыма ла тыңлатам.

– Нисек билдәлелек яуланығыҙ?

– Оҙаҡ ҡына йылдар ресторанда эшләнем, тере тауышҡа йырлап йөрөнөм. 2016 йылда ул өлкәне ташланым. Йырҙар ижад итә башланым, башҡорт-татар телдәрендә 50–60-ты яҙҙым. Берәүгә лә оҡшаманы. Бер русса йыр яҙҙым да интернетҡа ҡуйғайным, ҡараусылар һаны тиҙ арала миллионға етте. Хәҙер иһә улар 300 миллиондан ашып китә. Иң билдәле клибымды ҡараусылар һаны 85 миллионға етте. Ике тапҡыр «Рәсәй» телеканалында Андрей Малахов тапшырыуы ҡунағы булдым. Беренсеһендә – интернетта миллион тапҡыр ҡарауға өлгәшкәндәрҙе саҡырҙылар, икенсеһенә Атайҙар көнөнә арналған «Атайҙарыбыҙҙың яратҡан йыры» темаһына арналған тапшырыуға йыйҙылар. «Отогреется душа», «Я живу не унываю» (башҡортсаһы «Мин йәшәйем») йырҙары топ исемлектең иң юғары баҫҡыстарына күтәрелде.

– Ниңә тап музыка, йыр өлкәһен һайланығыҙ? Быға нимә этәргес булды?

– Атай-әсәйем, туғандар араһында музыка өлкәһендә эшләгәндәр бөтөнләй юҡ. Ауылға күскәс, бәләкәй гармуныбыҙ бар ине, шунда үҙ аллы уйнарға өйрәндем. Бер ауылдаш малай гитарала уйнаны. Оҡшап ҡалды ла өйрәнергә ниәт ҡылдым. Өлкән апайымдың ире мәрхүм булғас, еҙнәмдең гитараһын миңә бүләк итте. Ике аҙна эсендә гитарала сиртергә өйрәнеп алдым.

Бергә уйнаған дуҫтарым да был шөғөлгә эйә булғас, үҙебеҙҙең музыкаль төркөмдө булдырҙыҡ. 14 йәштә Ҡаңны-Төркәйҙә беренсе концертыбыҙҙы ойошторҙоҡ. Тулы зал йыйылды, биш һумдан билет һатып, 1400 һум аҡса эшләп, үҙ-ара бүлешеп алдыҡ. 2000 йылдар аҙағы үҫмерҙәре «Кино», «Ляпис Трубецкой» төркөмдәрен, Земфираны һәм башҡа рок музыканттарҙы тыңлап үҫтек.

Ҡаңны-Төркәй клубы мөдире Марат ағай Кәримов һәр ваҡыт беҙгә ярҙам ҡулы һуҙа ине, йыйылып эшләргә кабинет та бирҙе. Гитара, синтезатор алып килеп, йырҙар өйрәнеп, репетиция үткәрҙек. Элек бит интернет юҡ ине, йыр һүҙҙәрен китаптан уҡып, көйөн магнитофондан тыңлап хәтереңдә ҡалдыраһың. Магнитофонды туҡтатаһың да йыр һүҙҙәрен яҙып алаһың – бына шулай итеп үҙебеҙ өйрәнә инек.

Һеҙҙә талантмы? Тырышлыҡмы?

– Юғарынан бирелгән һәләттер инде ул. Аллаһтың бүләге. Шуға ҡушып тырышлыҡ, үҙ өҫтөңдә эшләү. Һәр ваҡыт музыканы яраттым, тырыштым, уҡыным. Әле лә үҙемдең яратҡан эшем менән шөғөлләнәм.

– Йырҙарығыҙҙы үҙегеҙ ижад итәһегеҙме?

– Көйҙәрҙе үҙем ижад итәм. Һүҙҙәрен шағирҙар яҙа. Алты автор менән хеҙмәттәшлек итәм. Матур көй уйнап ултырып, үҙенән-үҙе йыр тыуа. Ҡыҫҡаһы, йә әҙер тексҡа көй яҙыла, йә көй яҙаһың да уны шағирға ебәрәһең. Ул көйгә тап килтереп һүҙҙәрен яҙып бирә.

– Интернет селтәрендә һеҙҙең милләтегеҙгә ҡағылышлы төрлө фараздар йөрөй. Быға үҙегеҙ асыҡлыҡ индерһәгеҙ ине?

– Башҡортмон.

– Һеҙ рус телендә күберәк йырлайһығыҙ. Тап русса йырҙар менән билдәлелек яулағанһығыҙ. Башҡорт телендә ҡасан йырлай башланығыҙ? Тыуған телдә йырлау ауыр биреләме?

– Әйтеп үткәнемсә, иң тәүҙә башҡорт, татар телендә йырҙар яҙҙым, ләкин улар бер кемгә лә оҡшаманы, бер ҡайҙа ла үтмәне. Ҡаңны-Төркәй диалекты әҙәби башҡорт теленән айырыла бит, мәҫәлән, «ҫ» хәрефе менән һөйләшәбеҙ. Шул арҡала әҙерәк ҡыйынлыҡ тыуып ҡуйғылай. Башҡортса, бик һәйбәт үк булмаһа ла, 80 процент беләм тип әйтә алам. Ауылда үҫтем бит. Йырлағанда инде телде яҡшы белгәндәрҙән дөрөҫ булмаған ерҙәрен төҙәттереп алам.

– Һеҙҙе урамда таныйҙармы?

– Иң тәүҙә Мәскәүҙә таный башланылар. Таксиға ултырғанда, һеҙ Эдуард Хөснөтдинов түгелме, тип һорайҙар. Өфөлә һуңғы йылдарҙа, клип төшөргәндән һуң ғына, күпләп таный башланылар. Социаль селтәрҙәрҙә яҙған комментарийҙарҙың барыһын да уҡып барам. Баштараҡ һәр береһенә яуап яҙа инем. Хәҙер кеше күбәйә бара, яуап биреп өлгөрмәйем. «Бәйләнештә» социаль селтәрендә хәҙер көнөнә ике меңгә яҡын хат-хәбәр йыйылып китә.

– Киләсәккә пландарығыҙ ниндәй? Ниндәй теләктәрегеҙ бар?

– Яңы йырҙар яҙырға, күберәк концерттар ойошторорға ниәтләйбеҙ. Бөтәһе лә дуҫ йәшәһен, донъялар тынысланып, тормош яйға һалынһын ине.

– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт! Һеҙҙең хаҡта мәғлүмәт уҡыусыларға ла ҡыҙыҡлы булыр, тип уйлайбыҙ.

«Беҙҙең эстрадала уның кеүек йырсылар етмәй ине», «ҡабатланмаҫ, үҙенсәлекле тауыш», тип бик күп ыңғай комментарийҙар йыйған йырсы, ысынлап та, музыка донъяһына яңы һулыш алып инде, тип әйтергә мөмкин. Ә билдәлелек сере бик ябай – ул ижады өҫтөндә бик ентекле эшләй, халыҡтың күңелен тойоп, күңелгә үтеп инерлек йырҙар ижад итә. Эдуард Хөснөтдиновҡа ижад шишмәһенең гөрләп ағыуын, хит булып китерлек яңынан-яңы йырҙар яҙыуын теләйбеҙ.

Рүзилә ҠОЛӨМБӘТОВА

"Тамаша" журналы 5-2023

«Иң билдәле клибымды ҡараусылар һаны 85 миллионға етте...»
«Иң билдәле клибымды ҡараусылар һаны 85 миллионға етте...»
«Иң билдәле клибымды ҡараусылар һаны 85 миллионға етте...»
«Иң билдәле клибымды ҡараусылар һаны 85 миллионға етте...»
«Иң билдәле клибымды ҡараусылар һаны 85 миллионға етте...»
«Иң билдәле клибымды ҡараусылар һаны 85 миллионға етте...»
Автор:
Читайте нас