+22 °С
Дождь
Дөйөм мәҡәләләр
18 Октября 2023, 06:15

Йыры һағышлы, яҙмышы аяныслы булған

Ауылдаштар һөйләүенсә, ул һүҙсән, алсаҡ егет булған. Һәм “Үткән ғүмер” (икенсе исеме – “Ҡалды”) тигән йырҙы башҡарырға яратҡан. Был турала 1948 йылғы көндәлегендә Нурғәле Юлмөхәмәтов яҙып ҡалдырған. Хатта шаянлығына барып, йырҙың һүҙҙәрен бер аҙ үҙгәртеберәк тә йырлап ҡуйған. Был һирәк осраған башҡорт халыҡ йыры тураһында ла интернетта мәғлүмәт эҙләнем һәм легендаһын таптым. ...Тамъян-Ҡатай ырыуынан бер бай үҙенең улына Үҫәргән ырыуының бер һылыу ҡыҙын йәрәшкән, ти. Буласаҡ килендең атаһы ла хәлле кеше икән. Килешкәндәр, ярашҡандар, туй көнөн билдәләгәндәр. Көткән көн килеп тә еткән. Иң тәүҙә килен яғына барырға кәрәк икән. Кейәү буласаҡ егет атаһының бынамын тигән толпарына атланған да юлға сыҡҡан. Аҙау айғыр ауыҙлығын сәйнәп, уйнаҡлап ҡына бара икән. Тирә-яҡта был атты уҙырлыҡ югерек осрамаған. Кәләше йәшәгән ауылға етер-етмәҫтән атын туҡтатҡан да был шундағы сағылда сатыр ҡорған. Толпарын йәшергән дә үҙе ҡайны йортона йәйәүләп киткән. Был хәлде балдыҙҙары белеп ҡалғандар. Кеше юҡлыҡтан файҙаланып, толпарҙы күрергә барғандар. Мәрәкә күреп сатырҙы асһалар, әлеге ат ике яҡҡа ике ҡанатын йәйеп йоҡлап торған була. Шул ерҙә ул тора алмай күҙегеп үлә. Туй мәжлесе күңелһеҙ үтә. Барыһы ла ат үлгәнгә ҡайғыралар. Бигерәк тә был хәлде кейәү ауыр кисерә: күҙ йәштәрен түгеп илай ул. Ҡунаҡтарҙың ҡайтыр ваҡыты ла етә. Ҡыҙҙың атаһы уларға былай ти:

Интернетта эҙләнеп, атайым яғынан олатайымдың бер туған ағаһы Шәрифулла Кәлимулла улы Бүләкбаевтың 213-сө уҡсылар дивизияһы составында ефрейтор булып һуғышҡанын белдем. Уның яҙмышы ныҡ аяныслы. Әбйәлил районының Амангилде ауылынан булған 1926 йылғы егетте 17 йәшендә һуғышҡа алалар. Фронтта танкист була. 19 йәшендә яу ваҡытында танкта яна, ҡаты яраланып, демобилизациялана. 1945 йылдың мартында шәфҡәт туташы оҙатыуында өйөнә ҡайтарыла. Ике айҙан, май башында, Еңеү көнөнә бер нисә көн генә ҡалғас, яраларынан мандый алмай вафат була.

Ауылдаштар һөйләүенсә, ул һүҙсән, алсаҡ егет булған. Һәм “Үткән ғүмер” (икенсе исеме – “Ҡалды”) тигән йырҙы башҡарырға яратҡан. Был турала 1948 йылғы көндәлегендә Нурғәле Юлмөхәмәтов яҙып ҡалдырған. Хатта шаянлығына барып, йырҙың һүҙҙәрен бер аҙ үҙгәртеберәк тә йырлап ҡуйған. Был һирәк осраған башҡорт халыҡ йыры тураһында ла интернетта мәғлүмәт эҙләнем һәм легендаһын таптым.

...Тамъян-Ҡатай ырыуынан бер бай үҙенең улына Үҫәргән ырыуының бер һылыу ҡыҙын йәрәшкән, ти. Буласаҡ килендең атаһы ла хәлле кеше икән. Килешкәндәр, ярашҡандар, туй көнөн билдәләгәндәр.

Көткән көн килеп тә еткән. Иң тәүҙә килен яғына барырға кәрәк икән. Кейәү буласаҡ егет атаһының бынамын тигән толпарына атланған да юлға сыҡҡан. Аҙау айғыр ауыҙлығын сәйнәп, уйнаҡлап ҡына бара икән. Тирә-яҡта был атты уҙырлыҡ югерек осрамаған. Кәләше йәшәгән ауылға етер-етмәҫтән атын туҡтатҡан да был шундағы сағылда сатыр ҡорған. Толпарын йәшергән дә үҙе ҡайны йортона йәйәүләп киткән. Был хәлде балдыҙҙары белеп ҡалғандар. Кеше юҡлыҡтан файҙаланып, толпарҙы күрергә барғандар. Мәрәкә күреп сатырҙы асһалар, әлеге ат ике яҡҡа ике ҡанатын йәйеп йоҡлап торған була. Шул ерҙә ул тора алмай күҙегеп үлә.

Туй мәжлесе күңелһеҙ үтә. Барыһы ла ат үлгәнгә ҡайғыралар. Бигерәк тә был хәлде кейәү ауыр кисерә: күҙ йәштәрен түгеп илай ул. Ҡунаҡтарҙың ҡайтыр ваҡыты ла етә. Ҡыҙҙың атаһы уларға былай ти:

— Күңелегеҙгә оҡшағанын һайлағыҙ араһынан. Шуныһын кейәүемә бүләк итермен.
Ҡоҙалар барыһы ла ат һайларға тотона. Меңләгән сапсан араһынан теге толпарға иш булырлығын таба алмайҙар.

Ахырҙа туйҙа ҡатнашҡан һынсыл ҡарт:
— Минең күңелемә бында өс кенә хайуан окшаны,— ти,— улар өсөһө лә әле ҡолонлоктан яңы сыҡҡан тай. Аттың толпар булыуын фәҡәт дүрт йәш тулғас ҡына белеп була. Быларҙы яңынан өс йыл тәрбиәләргә кәрәк. Әгәр ат толпар булып етешһә, уның алғы аяғында елек майы тулы була. Ҡарт өйрәтеүенсә, кейәү ҡайны йортонда быны өс йыл көтөргә тейеш була.

Өс йыл да үтеп китә, өс аттың береһен һуялар. Итен бешереп, елек майын ҡарайҙар. Май бысаҡ һырты ҡалынлығы етмәй тора.
— Былай булғас, ҡалған икеһе толпар булып етешкән,— ти ҡайны кеше. Аттарҙы ҡыҙы менән кейәүенә тотоп бирергә ҡуша.

Аттарҙы менгегә өйрәтәләр. Кейәүгә лә оҡшап ҡуя улар. Инде иленә ҡайтарыуҙы үтенә. Ҡайны, ҡәйнә риза булып, ҡыҙ менән кейәүҙе юлға оҙаталар. Былар ауылды сығып бер аҙ барғас, ҡаршыға саң да туҙан күтәреп һыбайлы килеүе күренә. Егет кәләшенә әйтә:
— Был беҙҙең юлды ҡыйырға самалай,— ти,— әйҙә, үткәрмәйек,— ти.

Улар сабып икенсе яҡҡа киткәндәр. Теге сапҡынсы уҡ кеүек атылып килеп быларҙың юлын арҡыры киҫеп үтеп тә киткән, ти. Шул ергә егет атынан төшкән дә ултырып үкһегән.
— Туры атым барҙа минең юлымды берәү ҙә арҡыры сыҡмай торғайны, ахыры, үлеремә булыр был,— тигән.

Ҡыҙ егетенә ҡарап әйткән:
— Эй, йәнем, бушҡа илама,— тигән.— Юлыбыҙҙы арҡыры киҫеүсе кеше түгел, үткән ғүмер бит,— тигән.— Үткән ғүмерҙе толпар менән дә ҡыуып етеп булмай.

Кәләше бик моңло булған икән, йырлап та ебәргән:

Менге генә атым ҡара күк,
Менеп кенә сыҡтым эңерҙүк.
Елә лә генә саба етә алманым
Үтеп кенә барған ғүмерҙүк.
Үтәһең дә, ғүмерем, эй, үтәһең,
Ҡартайтып та харап итәһең,
Ҡартайтыуҡайыңа үкенмәйем —
Үлтереп үк ергә кертәһең.
Сәхрәләргә сығып йөрөгәнемдә
Хайран ҡалам ҡоштар тауышына.
Үткән ғүмеремде оҡшатамын
Сылтырап ятҡан шишмә ағышына.
Күгәреп кенә ятҡан күк арҡаны
Сабып менһәң, атҡа көс була.
Үткән ғүмеркәйҙең билдәһе юҡ,
Таң ата ла дәхи кис була.

Ошо йырҙан һуң егет ата йортона ҡайтып етә алмай. Юлда ниндәйҙер яҙмыш менән үлеп ҡала. Шәрифулла олатай ҙа шулай йәшләй генә мәрхүм була.

Фото: Бүләкбаевтарҙың шәхси архивынан.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
 
Йыры һағышлы, яҙмышы аяныслы булған
Йыры һағышлы, яҙмышы аяныслы булған
Автор:
Читайте нас