+13 °С
Облачно
Дөйөм мәҡәләләр
12 Октября 2023, 07:00

Ҡурай моңоноң һаулыҡҡа йоғонтоһо

Ҡурай Йыһан, донъя, тәбиғәт менән бер бөтөн, уның бер өлөшө икәнеңде тойоуға булышлыҡ иткән музыка ҡоралы.

Ҡурай моңоноң һаулыҡҡа йоғонтоһо

Медицина хеҙмәткәрҙәре ҡурай уйнаған кешенең үпкә, бронхтар өсөн файҙалыбулыуын раҫлаған дәлилдәр килтерә.     

Ҡурай моңо халыҡта үткәндәрен моң аша еткерер татлы хәтирә, ауыр яҙмышынан һыҡтау, аһ-зар өнө генә булмаған, ҡайғы-хәсрәттәрен таратырға ярҙам итерҙәй күңел йыуанысы булған күберәк. Күңел йыуанысы булыр ошо ҡурай башҡорттоң борондан табын күрке лә, юлда юлдашы ла, яуҙа яуҙашы ла, дауҙа яҡлашыусыһы ла була алған.

  • Азат Айытҡолов:

Ҡурай–ысын мәғәнәһендә ғәжәйеп музыка ҡоралы. Моң эйәһе. Ул тәбиғәттең бар асылын, моңон үҙенә һеңдереп тәбиғәт ҡосағында үҫә, шуға күрә уның кешеләр күңеленә дауа булыуына ла, бәндәләргә илһам биреүенә лә, мөҡәддәс тойғолар уятыуына ла һис ғәжәпләнергә түгел. Ул тәбиғәттең үҙе кеүек үк ябай, тәбиғәттең үҙе кеүек үк бөйөк.

Ҡурайҙың көсө хаҡында халыҡ араһында бик күп риүәйәттәр йәшәй. Береһен иҫкә алып китәйек. Егете яуҙа һәләк булған ҡыҙ баланы ҡайғы баҫа, ул һарыға һабыша, әммә илай алмай, көндән-көн кибә. Боронғо йолалар буйынса уны өзләп тә, сеңләп тә, бәйет әйтеп тә илатырға, йөрәгенә таш булып ятҡан ҡайғыһын сығартырға тырышалар, әммә бер нәмә лә ярҙам итмәй. Ҡыҙ бала үҙе таш һын булып ҡатҡан. Әлеге заман психологтары булһа, уның был хәлен депрессия тип атар ине, моғайын. Әйткәндәй, изге китаптар ҙа, халҡыбыҙ йолалары ла уйылып китеп ҡайғырырға, бирешергә ҡушмай. Әммә кешеләр ерҙә төрлө, һәр кем үҙ холҡо, яҙмышы менән тыуған, шуға күрә берәүгә килешкән ғәмәл икенсегә бармауы ла ихтимал. Кеше – тәбиғәт балаһы. Уның һәр ҡылығына дауа тәбиғәттең үҙендә, кешенең үҙендә ята.

Баяғы риүәйәткә әйләнеп ҡайтайыҡ. Ҡыҙ баланың ҡаты ҡайғыға батыуын ишетеп, ҡурайында көй уйнай-уйнай уларҙың йортона ҡурайсы килеп инә. Ҡурай моңонан һиҫкәнгән ҡыҙ бала башта нимә эшләргә белмәй, урамға йүгереп сыға, кире өйгә инә. Оҙаҡ уйнай ҡурайсы. Үҙәккә үткес көй уның йәненә инеп ултырған ҡайғыһын ҡыуып сығарып, йәшәүгә ынтылыш, өмөт уята: ҡыҙ бала буҫығып-буҫығып илап ебәрә. Бына был хикәйә, минеңсә, ҡурай моңоноң көсө хаҡында һөйләй.

Ҡурай – бик һиҙгер музыка ҡоралы. Башҡаларҙан айырмалы һиҙгер тип әйтер инем хатта, сөнки уға кеше бер ниндәй ҙә элемент, башҡа материал да өҫтәмәгән, ул тәбиғәттә нисек бар, шулай ҡулланыла, бары тик көй сығарыу өсөн бер нисә урынынан тишек кенә тишелә. Ҡурайҙа уйнағанда онотолоп китеп, үҙеңде әллә ниндәй сихри донъяла кеүек хис итеп, Йыһанда гиҙгәндәй тойған саҡтар ҙа була. Ҡурай Йыһан, донъя, тәбиғәт менән бер бөтөн, уның бер өлөшө икәнеңде тойоуға булышлыҡ иткән музыка ҡоралы.

  • Ришат Рәхимов:

- Ҡурай моңоноң көсө тураһында өҫтәп әйтеп китәм: Японияла шулай бер сығыш ваҡытында әҫәрләнеп, күҙҙәрҙе йомоп уйнайым.Күҙҙәрҙе асып ебәрһәм, бөтә зал күҙҙәрен йомоп, ҡулдарын тубыҡҡа һалып, тыңлап ултыра. Тәнәфестә тамашасыларҙың берәүһенән ни өсөн шулай ултырыуҙарын һорағас, ҡурай тәбиғәттән килгән хоҙай бүләге, шуға беҙ медитацияла булып, ыңғай эмоциялар алдыҡ, ти.

Ҡурай- башҡорт халҡының айырылмаҫ юлдашы ла, моңдашы ла ул. Сәсәндәребеҙ ҡурай аша халҡында башҡортлоҡ тәрбиәләгән. Бөйөк Салауат батыр ҡурайҙа уйнаған. Ҡаһым- түрә 1812 йылғы Ватан һуғышында Парижға уның өсөн махсус яһалған көмөш ҡурайында уйнап барып кергән.

https://nsportal.ru/ap/library/drugoe/2020/01/15/kurayzyn-serle-mono

 

Ҡурай моңоноң һаулыҡҡа йоғонтоһо
Ҡурай моңоноң һаулыҡҡа йоғонтоһо
Автор:
Читайте нас