+15 °С
Облачно
Дөйөм мәҡәләләр
11 Октября 2023, 13:49

МӘҢГЕ БАЛҠЫ, БАШҠОРТОСТАН

-

БАШҠОРТОСТАН

Башҡортостан – баш илем,
Йыһандағы бишегем.
Ҙур донъяға алып сығыр
Яҙмышымдың ишеге.

Тәпәй баҫҡан тупрағым,
Тәгәрәп үҫкән ҡырҙарым,
Һыуһынымды ҡандырған
Тәмле–татлы һыуҙарым.

Башҡортостан – баш илем,
Һиндә асылды телем.
Һинең йылы ҡосағыңда
Шатланып алам белем.
(Р.Ураҡсина)

 

БАЙРАҒЫБЫҘ

Йәм-йәшел иген баҫыуы,
Муйыл, сейә - шау сәскә.
Зәңгәр күк. Ҡурай тажындай
Ҡояш нурҙарын сәсә.

Йәшел, аҡ һәм зәңгәр төҫтәр -
Нәҡ беҙҙең байраҡ төҫө.
Яҙғы көндәй матур байраҡ -
Яратам шуның өсөн!
(Г.Ситдиҡова)

СЛАВНОЕ ЗНАМЯ

Поле зеленое, как изумруд,
Вишни в садах белоснежно цветут,
Небо синеет от края до края,
Солнышко, словно цветок курая.

Синий, зеленый и белый цвета -
Это весна! Это мир! Красота!
Как я люблю наше славное знамя!
Реет оно - и весна будто с нами!
(Г.Ситдикова, перевод М.Володиной)

 

ДУҪЛЫҠ ҺӘЙКӘЛЕ

Күк Уралды,
Баш ҡаламды нурлап,
Күккә ашты мәрмәр монумент.
Ул – символы изге көрәштәрҙең,
Сал тарихтың һүнмәҫ даны бит.

Ағиҙелдең бейек яр башында
Һырғый һәйкәл күккә олғашҡан...
Бөйөк дуҫлыҡ, нығып быуат-быуат,
Йөрәктәргә килеп тоташҡан.
(Ҡ.Аралбай)

 

ШҮЛГӘН

Затлы һарайҙарың ары торһон
Һин барында, Шүлгән!
Бөйөк һының көҙгөләрҙән түгел,
Ҡарай төпһөҙ күлдән,
Үҙ күлеңдән, Шүлгән!

Дөрләгәндәр уттар мәмерйәлә,
Һалынған тамғалар.
Ҡалмаған көл, йәшәй рәссам йәне:
Тамғалар һаман бар,
Мәңгелек тамғалар!

Бик бородан килгән ул сәләмде
Белербеҙ беҙ ҡасан?..
Аңларбыҙ ҙа таң ҡалырбыҙ төҫлө,
Асылғандай асман.
(Й.Ильясова)
 
 
МӘҢГЕ БАЛҠЫ, БАШҠОРТОСТАН

Моңдарымдың моңо һиңә,
Башҡортостан - төйәгем һин.
Һиндә тыуып, һиндә үҫтем,
Берҙән-берем, йөрәгем һин.
Һулап туймаҫ - һауаларың,
Йомарт ерең - иҫ китмәле!
Байлығыңды һанар өсөн
Белеп торам һүҙ етмәҫен.
Баҫыуҙарың, диңгеҙ төҫлө,
Иҫкән елгә тулҡын һирпә.
Башын эйгән башаҡтарҙа
Бөртөк-бөртөк йәшәү тиртә.
Хазинаға, Башҡортостан,
Һәр тарафың һинең тулы.
Ҡабынғанһың уралымдың
Күкрәгендә йондоҙ булып.
Уйымда һин, ҡанымда һин,
Башҡортостан - ғәзиз әсәм.
Киң ватандан ҡеүәт алып,
Мәңге балҡы, мәңге йәшә!
Башҡортостан - ғәзиз әсәм.
(Р.Йәнбәк)
 
БАШҠОРТОСТАН ФЛАГЫ

Башҡортостан флагында
Күк, аҡ, йәшел төҫ уйнай.
Зәңгәр күктә талпына ул,
Аҫыл ҡош ҡанатылай.

Күк төҫ – изгелек билдәһе,
Аҡ төҫ – именлек, сафлыҡ.
Йәшел – йәшәү мәңгелеге,
Татыулыҡ һәм азатлыҡ.

Ҡурай сәскәһенең тажы
Дуҫлыҡты һынландыра.
Гел татыу йәшәгән халыҡ
Ерҙә ныҡ баҫып тора.

Республикамдың флагы
Елберләп саңҡығандай:
“Имен, шат, бәхетле булып
Йәшәгеҙ бер туғандай!”
(Ә.Әсәҙуллина)
 
БАШҠОРТОСТАН – ИЛГЕНӘМ

1. Сабый саҡтан күкрәгемә
Тамыр йәйгән гөлгенәм.
Һулыш биргән, тормош биргән
Әсәйемдәй бергенәм.

Ҡушымта:
Башҡортостан – илгенәм,
Илгенәм, илгенәм,
Гөлдәр менән тиңгенәм.
Тамыр йәйгән гөлгенәм,
Гөлгенәм, гөлгенәм,
Башҡортостан – илгенәм.

2. Һулар һауам, йәнгә дауам,
Сыуаҡ, матур көнгенәм.
Күңелдәргә йәйғор һуҙған
Йор һәм сәсән телгенәм.
Ҡушымта:

3. Күп милләтле дәүләтем һин,
Тиңдәр менән тиңгенәм.
Ғүмер иткән, донъя көткән,
Йән ереккән ергенәм!
Ҡушымта:

А.Игебаев һүҙҙәре
 
ГИМН

Ул - дәүләттең бөйөк көйө,
Уртаҡ йыры халыҡтың.
Бар донъяға яңғырата
Тантанаһын халыҡтың.

Гимн кеүек йыры булған
Халҡымдың бик борондан.
“Урал” тиеп атала ул,
Илгә йырлай оло дан.

Башҡорт илен хәҙер данлай
Күркәм көйө – Гимны.
Һәр көн иртән радионан
Ишетәбеҙ гел уны.

Бар кешегә аңлашыла
Мәғ(ә)нәле Гимн теле:
Мәңге йәшә, ғәзиз халҡым,
Сәскә ат, башҡорт иле!

(Н.Сәлимов)
 
ДУҪЛЫҠ ИЛЕНДӘ

Бергә уҡыйбыҙ, уйнайбыҙ,
Уртаҡ тыуған илебеҙ,
Барыбыҙға ла ҡәҙерле
Беҙҙең ғәзиз еребеҙ.
Мин – башҡорт,
Мин – татар,
Мин – рус,
Мин – сыуаш,
Еребеҙҙә беҙ бәхетле
Дуҫлыҡ илендә тыуғас.
Байрамдар ҙа бергә үтә,
Йыр, шиғырҙар яңғырай,
Ҡурайсыбыҙҙы тыңлағыҙ –
Татыулыҡҡа дан йырлай.
Мин – башҡорт,
Мин – татар,
Мин – рус,
Мин – сыуаш,
Яуларбыҙ бейек үрҙәрҙе,
Беҙҙең теләк ауаздаш!
(Ф.Ғөбәйҙуллина)
 
ЛАЙЫҠЛЫ АЛМАШ

Башҡортостан, һин -
Тыуған ергенәм,
Минең һөйөклөм,
Минең бергенәм.

Матур - ҡыҙҙары,
Батыр - улдары,
Бары яҡшыға
Тотҡан юлдары.

Лайыҡлы булып
Үҫеп етербеҙ,
Ватаныбыҙға
Хеҙмәт итербеҙ!

Гүзәл Ситдиҡова
 
БАШҠОРТОСТАН

Башҡортостан – башҡорт иле,
Унда ҡымыҙ бешәләр.
Сәскә атып, балға тулған
Умарталай йүкәләр.

Йәшел тирмә ҡорған бабам
Уралтауҙың үҙендә.
Ерен һөйөп, антын әйткәс –
Халҡы тора һүҙендә.

Һәр быуынға мираҫ булып
Күсә башҡорт телебеҙ.
Башҡорт ҡалаларна бай
Беҙҙең башҡорт илебеҙ.
(Л.Абдуллина)
 
БАШҠОРТ ИЛЕ

Башҡортостан – ҡурай иле,
Башҡортостан – Урал ере,
Башҡортостан – ҡумыҙ теле,
Башҡортостан – ҡымыҙ сере.

Ерһенмәгән ҡайтһын кире,
Илһенмәгән ҡайтһын кире,
Иҫкә алһын туған телен,
Башҡортостан – мәңге тере!
(Ә. Үтәбай)
 
 
МӘҢГЕ БАЛҠЫ, БАШҠОРТОСТАН
МӘҢГЕ БАЛҠЫ, БАШҠОРТОСТАН
Автор:
Читайте нас