+15 °С
Облачно
Дөйөм мәҡәләләр
9 Октября 2023, 08:35

Фәрзәнә Утарбаева яңы фильм төшөрә

Тыуған яҡ, тыуған йорт, туғандар менән булған мөнәсәбәттәрҙе яҡтыртҡан социаль драмала Башҡортостандың төрлө тарафтарынан саҡырылған актерҙар уйнай.

Ошо көндәрҙә Күгәрсен районының Түлебай ауылында Башҡортостан дәүләт киностудияһы ярҙамында фильм тшөрөлә башланы.  Тыуған яҡ,, тыуған йорт, туғандар менән булған мөнәсәбәттәрҙе яҡтыртҡан социаль драмала Башҡортостандың төрлө тарафтарынан саҡырылған актерҙар уйнай. Төп ролдәрҙе Сибай башҡорт драма театры артисы Риф Сәйфуллин һәм Стәрлетамаҡ  башҡорт драма театры артисы Рәсил Сынбулатов башҡара. Фильм төшөрөү Рәсәй йәштәре гранты ярҙамында тормошҡа ашырыла. Картинаның режиссеры – Фәрзәнә Утарбаева. Был уның өсөнсө ҡыҫҡа метражлы фильмы.  Бығаса йәш режиссерҙың “Ҡырағай”,  “Мой лечащий враг” фильмдары донъя күргәйне.

https://vk.com/kugarchitv?z=video-62355451_456242728%2Fe813f3eb82a464f080%2Fpl_wall_-62355451

 

 

 

Автор:
Читайте нас