+18 °С
Дождь
Дөйөм мәҡәләләр
4 Октября 2023, 07:15

Тормоштағы ҡыҙыҡлы үә ғибрәтле хәлдәр

Килен балаға талашмаған.— Алығыҙ әйҙә! Эсем тулы бала, тағы табырмын, — тип, киткән дә барған. Һәм шул баланы ҡабат күрмәгән... Икенсегә иргә сыҡҡан, тағы балалары булған... Армия алдынан шул улы килгән. Күрешкәндәр һәм хушлашҡандар.

Тормоштағы ҡыҙыҡлы үә ғибрәтле хәлдәр

Бер инәй йәш сағында иренән айырылып китергә булған. Ҡәйнәһе менән һыйышмай, ҡайтырға йыйынған. Ҡәйнә кеше ҡапҡа төбөндә уның ҡулынан 8 айлыҡ улын тартып алған.
--Бала улымдыҡы, уға атаһы хужа! - тигән.
Килен балаға талашмаған.
--Алығыҙ әйҙә! Эсем тулы бала, тағы табырмын, — тип, киткән дә барған. Һәм шул баланы ҡабат күрмәгән... Икенсегә иргә сыҡҡан, тағы балалары булған... Армия алдынан шул улы килгән. Күрешкәндәр һәм хушлашҡандар. Егет Афғанстанда үлеп ҡайтҡан.

Шул ҡапҡа төбөндәге трагедияны йыш ҡына күҙ алдына килтерәм...мһәм ҡабат-ҡабат тетрәнәм... Балаға һан булмаумы?.. Ҡатылыҡмы, еңмешлекме әллә моңһоҙлоҡмо был? Әллә яҙмышмы?..

Миләүшә Ҡаһарманова

https://vk.com/id296884957

 

Тормоштағы ҡыҙыҡлы үә ғибрәтле хәлдәр
Тормоштағы ҡыҙыҡлы үә ғибрәтле хәлдәр
Автор:
Читайте нас