+18 °С
Облачно
Дөйөм мәҡәләләр
3 Октября 2023, 04:26

«Ижад ул – үҙенә күрә шифалы дауа»

Шиғриәт һөйөүселәр уны Лилиә Һаҡмар тип белә. Ижады шишмә моңо ише уның... Шиғырҙарынан сафлыҡ, матурлыҡ бөркөлә. Ғөмүмән, поэзияһы йырлап ҡына тора. Шулай ҙа нескә хисле шағирә генә түгел бөгөнгө геройыбыҙ. Үҙен әҙәбиәттең төрлө йүнәлешендә һынап ҡараған, бөгөнгө тотороҡһоҙ заманға яраҡлаша белгән, артынан башҡаларҙы ла әйҙәй алған алдынғы ҡарашлы ҡыйыу ҙа, тәүәккәл дә башҡорт ҡатыны ул. Шулай итеп, «Тамаша»ла ҡунаҡта шағирә, журналист, драматург Лилиә Ҡәйепова.

– Лилиә ханым, ижадҡа килеүегеҙ нисегерәк булды? Ижадтың тәмен тәүге тапҡыр татыған мәлегеҙҙе иҫләйһегеҙҙер?

– Ижад ҡомары һәр кемдең күңелендә йәшәй торғандыр. Ул –Аллаһы Тәғәлә тарафынан әҙәмгә бирелгән бүләк, минеңсә. Кемдер ошо бүләкте ҡуллана, кемдер, кәрәкмәй миңә, тип сүплеккә атып бәрә лә аҙаҡ, йылдар үтә килә, ҡасандыр үҙе үк ырғытҡанын онотоп, «миңә Хоҙай бер һәләт тә бирмәгән, мин ИЖАД итеүҙең нимә икәнен дә белмәйем» тип зарланып йөрөй. Ижад ул – үҙенә күрә шифалы дауа. Тормош көтөүе еңел эш түгел. Бына шуның ауырлыҡтарын еңелерәк үткәреү, емерелеп барған күренештәрҙе төҙәтеү, матурлау һәм шунан күңелгә ҡәнәғәтлек алыу өсөн тыуҙырылған был эшмәкәрлек. Эшмәкәрлек, тим, сөнки һәр бер ижади ынтылыш һәм шөғөл – ул ниндәйҙер кимәлдә хеҙмәт һәм көсөргәнешлек талап итә. Күберәк аҡыл хеҙмәте. Ижади эшмәкәрлектең һөҙөмтәһе йә изге, йә яуыз ниәтте күҙаллай. Мәҫәлән, балалар ҡыуанып уйнаһын өсөн матур уйынсыҡ эшләү ҙә, шул уҡ балалар күңелендә аҙғын уйҙар тыуһын өсөн төшөрөлгөн фильм да, йәки һуғыш ҡоралдары ла – барыһы ла ижад емештәре. Хатта әҙәби ижадта ла кешелек сифаттарын бөтөрөүгә ҡоролған әҫәрҙәр тыуа ҡайҙалыр. Ә минең ҡарамаҡҡа, әҙәби ижад бары тик яҡшылыҡ, матурлыҡ, изгелек тәрбиәләргә бурыслы.

Шиғриәт – үҙе бер донъя, икһеҙ-сикһеҙ даръя ул. Хис-тойғоларҙы тәрәнәйтеүсе, уларҙың барлығын асып, башҡаларға күрһәтеүсе, кисерештәрҙең тәбиғәтен аңлатыусы. Ябай һүҙҙәрҙе айырым бер кескәй таштар тип күҙ алдына килтерәйек. Шул таштар өйөм булып ята, ти. Шағир бурысы: шул төрлө төҫтәге таштарҙы кәрәкле урынға ҡуйып, МОЗАИКА, тимәк, ҺҮРӘТ, ҺЫН тыуҙырыу. Яҡындан ҡарағанда, йәки бер-ике куплетты ғына уҡығанда, әле бер нимә лә аңлашылмай. Ә инде алыҫҡа барып ҡарағанда, йәғни шиғыр йә поэманы тулыһынса уҡығас, шағир әйтергә теләгән теләк-һүрәт балҡып күренә башлай. Әгәр ҙә һин шағир яҙған хисте кисермәгән икәнһең, мозаика һинең күңелдә бер хис тә уятмай, бары тик һүҙ теҙмәһе булып ҡала. Ә инде һин дә шул хистәрҙе ҡасандыр кисергән булһаң, шиғыр күңелеңә инеп ултыра, уның ҡайһы бер юлдары мәңгегә хәтерҙә тороп ҡала. Был шиғыр насар, быныһы һәйбәт тип әйтеү, әгәр ысын шағир яҙған булһа, урынһыҙ кеүек. Сөнки һәр шиғыр үҙенең уҡыусыһын таба. Әммә мөмкин тиклем күберәк кешеләргә оҡшаған шиғырҙар быуындан-быуынға күсә килә. Уларҙы «классик шиғыр», ә яҙыусыны – «классик яҙыусы» тиҙәр.

Бына ошо серле шиғриәт һәм ижад иленә мин мәктәптә уҡыған осорҙа аяҡ баҫтым. 1974 йылда. 5-се класта уҡығанда башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рауза Булат ҡыҙы Ильясова өйгә эш бирҙе: 4 юл ғына шиғыр яҙып килтерергә! Мин, бер аҙ уйланып йөрөй торғас, ултырҙым шиғыр яҙырға. Тәүҙә яҡын-тирәләге күренеште яҙаһың бит инде. Ул йылды муйыл уңды. Беҙ көн һайын берәр биҙрә муйыл тиреп килтерә инек. Башланым: «Иртә тороп малайҙар, муйыл йыя баралар...» Ҡалған юлдары бик иҫтә ҡалмаған. Өс строфа яҙҙым. Оҡшап китте бит әй! Тағы ла яҙа башланым. «Беҙҙең мәктәп тау башында ултыра балҡып, тирә-яғын гөл-сәскәләр алған уратып...» Шул ике шиғырым өсөн «5» билдәһе, әллә күпме маҡтау һүҙҙәре ишеттем. Шулай ике шиғыр менән был хәл онотолор ҙа ине, уҡытыусыбыҙ зирәк булып сыҡты: «Әйҙә, тағы ла 4-5 шиғыр яҙ ҙа, стена гәзите сығарайыҡ!» – ти. Ул ваҡтытта стенаға элеп ҡуя торған, балалар үҙҙәре яҙып тултырған гәзиттәр модала ине. Яҙҙым, яҙмай ни. Бер бәләкәй генә фото ла таптым. Художниктар матур итеп биҙәргә булышты. Шулай итеп бер ватман ҙурлығы стена гәзитен класыбыҙ стенаһына элеп ҡуйҙыҡ. Вәт ҡыҙыҡ, барыһы ла килеп уҡый ҙа һоҡлана, мине маҡтайҙар. Ҙур гәзит тик үҙеңә генә арналһын әле?! Эй рәхәт күңелгә! Тағы ла шиғырҙар яҙғы килә. Ул гәзитте аҙаҡ мәктәп коридорына ла элеп ҡуйҙылар. Юғиһә, башҡа кластар беҙгә килеп уҡый башлағайны. Сәмләнеп китеп, класыбыҙҙан тағы ике ҡыҙ шулай шиғыр гәзите сығарҙы ул осорҙа! Үҙенә күрә ярыш башланды!

Бына шулай татыным мин ижад итеүҙән тыуған тәүге йылы хистәрҙе. Үҙемә күрә матур тигән шиғырҙарымды «Башҡортостан пионеры», «Пионер» журналдарына ебәрҙем. Мәҡәләләрем баҫыла, ә шиғырҙарым – юҡ! Әммә һәр береһенә матур хаттар килеп тора. Бер көндө «Башҡортостан пионеры» иғлан иткән һүрәттәр конкурсына бер һүрәт эшләнем дә, шул ҡағыҙҙың артына ике куплет шиғыр яҙҙым. Иң ҡыҙығы шул: һүрәтем түгел, ә шиғырым гәзиттә баҫылды! Быныһы ла: һүрәт эшләмә, шиғыр ғына яҙ, тигәнгә бер ишара булды.

Бер йылды «Пионер» журналындағы конкурста «Хара йәшәй» тигән шиғырым (уны «Матур йәшәй белеү – батырлыҡ» китабына индерҙем) беренсе урын алды! Ул саҡта смартфондар юҡ бит, теге йәки был мәҡәләм баҫылып сыҡһа, балалар һоҡланышып миңә хат яҙалар. Көн дә тиерлек бер хат. Ә инде ошо шиғырым баҫылғас, почтальон апай көнөнә өсәр хат килтерә башланы. Ул хаттарҙы, балалыҡ хәтирәләрем итеп, оҙаҡ йылдар һаҡланым. Бер сумаҙанға саҡ һыя инеләр. Әммә барыһын да утҡа тығыусылар табылды шул... Йәл!

Бала сағығыҙҙа ниндәйерәк ҡыҙыҡай инегеҙ? Тормошта фәһем бирерлек ниндәйерәк ваҡиғалар иҫтә ҡалған?

– Әллә ни шаулап йөрөмәнем, шикелле. Әммә Йомаш урта мәктәбендә ниндәй сара булһа ла ҡатнашырға тырыштым. Мин шөғөлләнмәгән «түңәрәк» ҡалмағандыр. Пионер, комсомол эштәрен яраттым. Мәктәп комсомол ойошмаһында ла эшләнем. Башланғыс класс уҡыусылары менән төрлө ҡыҙыҡ саралар ойоштора торғайныҡ. Һәр ваҡыт стена гәзите редакторы булдым. Беҙҙең гәзит мәктәп конкурстарында гел еңеүсе була торғайны. Яҡшы уҡыным. Аттестатта бер генә «4» билдәһе. Уныһына аҙаҡ үҙем аптыраным. Сөнки геометрия дәресен ныҡ ярата, гел «яҡшы» билдәһе ала инем.

Беҙҙе ғәләмәт шәп уҡытыусылар уҡытты ул осорҙа! Уларҙың шулай бирелеп китеп аңлатыуҙарына, уҡыусыларҙы шундай яратыуҙарына әле булһа һоҡланам һәм ғорурланам. Тап беҙ уҡыған осорҙа белем алғандар, мәктәпте тамамлағас, күбеһе фән юлынан китте. Бөгөнгө көндә ауылыбыҙҙан сыҡҡан 13 ғалим менән маҡтана алабыҙ! Үҙе бер китаплыҡ!

Әҙәби ижадҡа ҡағылышлы бер ҡыҙыҡ хәл. Мин шулай бер кемгә лә күрһәтмәй генә шиғырҙар яҙам. Редакцияларға ла ебәргеләйем. Байтаҡ йыйылды улар. Бер көндө шуларҙы йыйып, китап эшләргә булдым. Тәүҙә дәфтәрҙе дүрткә бөкләп ҡырҡтым. Шунда китаптағы һымаҡ хәрефтәр менән шиғырҙарымды яҙҙым. Ҡатырғаға исемен яҙҙым да биттәрҙе еп менән тектем. Усҡа һыйырлыҡ йәтеш кенә бер китап килеп сыҡты. Эй шатланам, көн дә уҡыйым да ул китапсыҡты, яҫтыҡ аҫтына йәшереп китәм. Бер көндө ағайым тапҡан да, бүлмә буйлап, китапты өҫкә күтәреп, барыһына ла күрһәтеп йөрөй. «Күрегеҙ, йәнәһе, Лилиә хыялыйланған. Китап сығарған». Миңә ныҡ ҡыйын булды, әлбиттә. Шунан башҡа китап эшләмәнем. Иң ҡыҙығы: хыял барыбер ҡасан да булһа тормошҡа аша, тиҙәр бит. Шуның ысын икәнен беләм хәҙер. Китаптарым баҫылып тора. Әммә иң ҡыҙығы шул: «Көмөш йөҙөк» дөйөм исем менән дүрт шағирәгә бер тышлыҡта сыҡҡан китаптың тышлығы тап шул тәүге китап тышлығы төҫөндә ине.

Атай-әсәйегеҙ, ғаиләлә алған тәрбиә хаҡында ла һөйләп үтһәгеҙсе?

– Атайым – Зәйнулла Шәрифулла улы Ҡәйепов, Баймаҡ районы Ислам ауылынан. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Башҡортостан мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы. Тарих фәненән уҡытты. Оҙаҡ йылдар мәктәп директоры һәм завуч булды. Оҫта итеп скрипка, мандолинала уйнаны.

Әсәйем – Райхана Кәбир ҡыҙы Нурғәлиева-Ҡәйепова. Әбйәлил районы, Хәлил ауылынан. Атайымды Күсей ауылы янындағы Ишбирҙе руднигына уҡытырға ебәргәндәр. Шунда әсәйем менән танышып, ғаилә ҡорғандар. Олатайым – Кәбир Әбделйәлил улы Нурғәлиев – Әбйәлил яҡтырында имам-хатиб, ике тапҡыр хажға барған хажи булған. Мәҙрәсәлә уҡытҡан. Матур итеп йырлай белгән. Хатта дәрестәрҙә лә мөнәжәттәрҙе йырлап күрһәтер булған. «Йософ һәм Зөләйха» дастандарын беҙгә яттан һөйләй торғайны, тип хәтерләгәнен иҫләйем әсәйемдең. Иҫендә ҡалған юлдарын әсәйем миңә лә һөйләй торғайны. Бәлки, Кәбир олатайым шиғырҙар ҙа сығарғандыр? Кем белә? Элек бит иҫке ғәрәп телендә яҙғандар.

Ғаиләбеҙҙә алты бала үҫтек. Мин – бишенсеһе. Иркә үҫтем тип әйтә алмайым, әммә тамағым туҡ, өҫтөм бөтөн булды. Бының өсөн атайым һәм әсәйемә ғүмерем буйы рәхмәтлемен. Университетта уҡығанда ла аҡса ебәреп торҙолар.

Ниндәй генә уңышым булһа ла, бер кемгә лә һөйләмәҫкә өйрәнгәнмен. Барыһын да эстән кисерҙем. Ниңәлер, мине бер кем дә аңламаҫ, йә көлөрҙәр, тип уйлай торғайным. Бер кемдән дә ярҙам өмөт итмәй, бар эштәрҙе үҙем эшләргә, ҡыйынлыҡтарҙы ла зарланмайса тырышып үҙем үтергә күнектем. Ғаиләбеҙҙә кем ниндәй шөғөл менән ҡыҙыҡһынһа ла, бер кем дә тыйманы. Кемдер шахмат уйнай, кемдер саңғы шыуа, кемдер радиодеталдәр менән булыша, йә коллекция йыя... Миңә шул хәл бик оҡшай торғайны. Хатта шахмат-шашка турнирҙары ойоштора торғайныҡ ғаиләлә. Был ярыштар әллә нисәмә көн бара торғайны... Атайым кәрт уйнауҙы яратманы. Тәмәке тартыу һәм араҡы эсеүҙәр беҙҙең ғаилә өсөн бөтөнләй ят ине.

Шиғыр яҙыуымды туғандарымдың береһе лә белмәне, шикелле. Өлкән класта уҡығанда Баймаҡ район гәзитендә бер шиғырым баҫылғайны, шуны әсәйем генә уҡып, аптырап йөрөгәне иҫемдә. Әйткәндәй, әсәйем аҙаҡ шиғыр яҙыуымды яратып, китабымды бер ултырыуҙа энәһенән-ебенә ҡәҙәре уҡып сыҡты! Ҡайһы бер шиғырҙан һуң илап ултырғанын да иҫләйем... Ҡалғандарҙың минең шиғриәтемдә эше юҡ ине. Бәлки хәҙер уҡыйҙарҙыр? Был хәлгә әллә ни иҫем дә китмәй: мин улар ғына уҡыһын өсөн яҙмайым, йөрәк ҡушыуы буйынса ижад итәм дә....

– Һөнәр һайлағанда нимәгә өҫтөнлөк бирҙегеҙ? Йөрәк ҡушыуы буйынса булдымы?

– Ул осорҙа уҡымаған, йәғни юғары йә һөнәри белем алмаған кешеләр аҙ ине. Шуға беҙҙең ғаиләлә барыһы ла һөнәр алды. Кем институтта, кем техникумда. Мин башҡорт теле, рус теле һәм әҙәбиәттәренән тыш, биология, физика, математика фәндәрен дә ярата инем. «Йәш натуралист» түңәрәгенә йөрөнөм. Хатта аҙаҡ биолог булырмын тип тә уйлағайным. Әммә күп кенә уҡытыусылар филологияны һайларға кәңәш иттеләр. Шуға, әллә ни күп уйламай ғына, Башҡорт дәүләт университетына киттем. Имтихандар заманы. Дүрт имтихан. Рус теленән инша, башҡорт теленән инша, телдән һәм тарих. Иншалар яҙылды, башҡорт теленән телдән дә бирелде, инде бер тарих ҡалды. Беҙ бит мәктәптә тарих фәнен башҡортса уҡыныҡ. Ә имтихан алыусының береһе урыҫса ғына аңлай. Әммә беҙгә башҡортса һөйләргә лә рөхсәт ителде ул заманда! Башҡалар вата-емерә русса һөйләгәндә мин тоттом да шатырлатып башҡортса һөйләнем дә ҡуйҙым. Уҡытыусының береһе Йәнтүрин ине. Бына былар талаша башланы: ҡатын имтихан алыусы, бер нимә лә аңламаным, «3» ҡуяйыҡ, ти, ә Дияз Хатипович «һәйбәт белә, «4» ҡуяйыҡ», ти. Оҙаҡ фекер алышҡандан һуң «3» менән сығып киттем. Аҙаҡ улар: балдарың уҡырға инергә барыбер етәсәк, тип тынысландырған булдылар. Шулай, биш йыл күңелле студент йылдары елеп үтеп тә китте.

– Студент йылдарығыҙ, шул саҡтағы ижади мөхит хаҡында ла телгә алып үтегеҙ әле?

– Университеттағы «Шоңҡар» әҙәби түңәрәктә шөғөлләндек биш йыл буйы. Шөғөлләндек, тигәнем, айына бер үткәрелгән йыйылышҡа килеп, үҙебеҙ яҙған шиғырҙарҙы башҡаларға уҡыу һәм уларҙың фекерен ишетеү инде. Йәнә, айына бер тапҡыр ошо шиғырҙарҙы йәбештереп, стена гәзите сығарҙыҡ. Үҙенә күрә танылыу алыу мәктәбе булды беҙгә «Шоңҡар». Ара-тирә билдәле яҙыусы, шағирҙар менән осрашыуҙар уҙып торҙо. Үҙебеҙҙең ҡәрҙәштәребеҙ тыуған яҡтарына ла алып ҡайта ине. Каникулда, әлбиттә. Шишмә, Нуриман, Бөрйән, Күмертау райондары иҫтә ҡалған. Унда шул «шоңҡарҙашыбыҙ» йортонда йәшәйбеҙ, туҡланабыҙ. Ауылдарға йөрөп шиғырҙар уҡып, йырлап-бейеп кисәләр үткәрәбеҙ. Эй халыҡ ярата инде. Беҙ ҙә әллә кем булып йөрөгән булабыҙ! Хәҙер һағынып һөйләргә генә ҡалды.

Мин – йырларға яратам. Бигерәк тә башҡорт халыҡ йырҙарын. Әсәйем дә, атайым да ҡунаҡта йырлаша торғайнылар. Атайым скрипкасы ине. Ҡандан берәй һәләт киләлер инде. Шул һәләт мине университеттағы вокал ансамбль түңәрәгенә әйҙәне. Беҙ бик күп Мәҙәниәт һарайҙарында, төрлө концерттарҙа сығыш яһаныҡ. Етәксебеҙ – йырсы Венер Мостафин ине. Беҙҙең арала бөгөнгө көндә йырлап та, фәнни хеҙмәткәр ҙә булған Марат Шәрипов та булды. Дүрт йыл буйы шул студияла (хәҙер шулай тиҙәр) шөғөлләнеп, уҡыу йортон тамамлағанда «Вокал ансамбле етәксеһе» тигән танытма, Маҡтау ҡағыҙы бирҙеләр. Тормошта бәлки кәрәге тейгән саҡтары ла булғандыр был һөнәремдең. Хәбулла районында эшләгәндә Район мәҙәниәт йортонда мандолинасылар түңәрәген ойошторҙом. Ҡайһы бер концерттарҙа йырлап та ҡуя инем. Ансамбль, хорҙарҙа ҡатнаштыҡ.

Ҡатнаштыҡ, тигәндән, әйтеп китәйем әле: мин бит Туймазы ҡалаһында үткәрелгән «Оҙон көй» конкурс-фестивалендә ҡатнаштым бер йылды! Унда ҡатнашыусылар 200-ҙән ашыу ине. Жюри уларҙы төнгө сәғәт бергә тиклем һайланы. Ғүмер буйы сәхнәлә йырлап йөрөгәндәр менән тәүгә тигәндәй сыҡҡан мине сағыштырып буламы инде! Әлеге лә баяғы халыҡ йырына мөхәббәт килтерҙе мине был ярышҡа! Күпме халыҡ йырын әле беҙ ишетмәгәнбеҙ икән, тип һоҡланып тыңланым! Күбеһе оло йәштә инеләр. Хәҙер бәлки улар тере лә түгелдер. Ә күңелемдә барыбер ҡалды уларҙың иҫ китмәле моңо! «Тамаша» журналына оҙон итеп мәҡәлә яҙҙым аҙаҡ. Шиғриәтемә лә күсмәй ҡалмағандыр?!

– Шиғырҙың ғазап аша тыуған саҡтары буламы?

– Күңелеңдә бешеп сыҡҡан шиғырҙың тыуыуы – байрам бит ул! Көнө буйы ҡыуанып йөрөйһөң. Ошо шиғыр күңелеңдәге ауыр уйҙарҙы, ғазаптарҙы үҙе менән һыпырып алып китә. Ныҡ ауыр саҡта шиғыр тыуһа, күңелгә еңел булып ҡала. Ғазаптар онотола. Шиғыр яҙыусылар (шағирҙар ғына түгел, ғөмүмән, шиғыр яҙырға яратыусылар) бәхетлеләр – улар үҙ һағышы менән япа-яңғыҙ ҡалмай, ҡайғы-шатлыҡтарын бүлешергә шиғырҙары бар!

Шуныһы бар: әгәр ҙә күңелдә тыуып та, ниндәйҙер хәл-ваҡиға арҡаһында шул шиғырҙы яҙа алмау – бына был, исмаһам, ғазап. Аҙаҡ онотола шул ул! Йәнә, теге йәки был байрамға йә кемдеңдер һорауы буйынса арнау шиғыры яҙырға кәрәк икән, минең өсөн был да ғазап. Күңелдә бер ниндәй хис юҡ, әйтерлек фекер ҙә юҡ, ә төрлө һүҙҙәрҙе йыйып, ҡоршап, рифмалап ултырырға кәрәк. Шуға ла мин «заказ» буйынса шиғыр яҙырға яратмайым.

– Һеҙҙең байтаҡ шиғырҙарғыҙға йырҙар яҙылған. Был йүнәлештәге эшегеҙ нимәнән башланды?

– Йыр яҙыу минең эшем түгел шул. Эстрадала бар ундайҙар: йырҙың һүҙҙәрен дә, көйөн дә үҙе яҙа, үҙе башҡара. Кофе шикелле – «три в одном» (көлә).

Тыумыштан шул тиклем дә һәләтле кеше лә булыуы мөмкин уның. Әммә мин бындай «эсемлек»тәрҙе яратмайым. Бигерәк тә һүҙҙәрен арҡыс-торҡос, ни русса түгел, ни башҡортса тигәндәй яҙып, иҫ киткес матур көйгә ҡушып йырлау менән был йыр барыбер «ғәләмәт шәп! » (руссанан «шедевр» һүҙе шулай тәржемәләнәлер?) булып китмәй. Тиҙ генә, әртис сәхнәнән сығып китеү менән онотола.

Элегерәк эстрада йырсылары бер ҙә «йырҙың һүҙҙәре» тип әйтмәне, «шул авторҙың шиғырына яҙылған йыр» тип әйтә ине. Ә хәҙер, теге «ҡәһеүә»ләр үҙҙәре яҙғандың ысын шиғыр түгел икәнен белә бит инде, шуға «йыр һүҙҙәре» тип атай торғандыр.

Үкенескә күрә, мин күп шиғырымды радио аша, йә телевизорҙан йыр итеп йырлағандарын ишеткәс кенә таныйым һәм аптырап китәм: ул композитор был шиғырымды ҡайҙан тапты икән, тим. Китаптарым әҙ генә тираж менән баҫыла бит, һәр кем уҡый алмай шул. Әммә шундай хәл булғаны бар: йырсы йә композитор мине эҙләп таба ла буласаҡ йырының темаһын әйтә, йә берәй шиғырымды уҡый ҙа, ошо темаға, йә ошо шиғырға оҡшатып шиғыр яҙ, ти. Әлбиттә, был шиғырҙы «ысын шиғыр» тип әйтеп булмай, әммә композитор ҙа, тыңлаусылар ҙа ҡәнәғәт ҡала. Мәҫәлән, шулай яҙылған, «Айназ» эстрада төркөмө йырлаған «Кем?», «Мөхәббәт» йырҙарына ғәҙәттә башҡорт дискотекаһында һикерешәләр. Йәнә, Гөлдәр Ишҡыуатова йырлаған «Атайсалым, Сибайым!», Әлфиә Юлсурина репертуарындағы «Һин – һағышым», «Башҡортостан» йырҙарына шиғыр-һүҙҙәр шулай яҙылды.

Ысын шиғыр тыуғандан уҡ үҙ ғүмере менән йәшәй, йәғни көйө булһа ла, булмаһа ла ул «тере»! Ә көй өсөн яҙылғанының күбеһен «шиғыр» тип атап булмай. Китап сығарғанда ла мин ундайҙарҙы айырым бүлеккә ҡуям. Улар, тыумыштан зәғиф, ҡултыҡ таяҡһыҙ йөрөй алмаған кешеләр кеүек, көйө менән бергә генә «атлап» китә. Әммә мәҙәниәттә улары ла кәрәк. Бар ижадын тик ошондай «һүҙҙәр», арнауҙар, теләктәр, ҡотлауҙар яҙыуға бағышлаған шағирҙар ҙа була. Уларҙың яҙмалары барыбер ҙә алда әйткән «три в одном»дарҙың яҙғанынан күпкә яҡшыраҡ килеп сыға. Ғөмүмән, эстрадала ныҡ танылыу яуларға теләгән йырсылар шағирҙар менән дуҫ булһа ғына юғарыға үрләй ала. Рәсәйҙең атаҡлы сәнғәт әһелдәре үҙҙәренең репертуарындағы йыр текстарына үтә талапсан булыуын беләбеҙ. Беҙҙең атаҡлы композиторҙарыбыҙ ҙа шундай талап менән яҙа. Урал Иҙелбаев, Салауат Низаметдинов, Илшат Хәлиловтар, мәҫәлән.

Бер заман шулай Салауат Низаметдиновҡа кемдер минең шиғырҙарҙы биргән. Ул яҙған «Уйнаһын ҡурайҡайым» йырын күп йырсылар башҡарҙы. Халыҡҡа бик оҡшаны. Хатта бер тапҡыр «Йыл йыры» дипломын да яуланы әле ул йыр! Ә ошо исемле шиғыр мәктәп уҡыусылары өсөн дәреслек китабына индерелде. Тимәк, ысын шиғырға яҙылған йырҙың популяр булып китеүгә өмөтө ҙурыраҡ.

– Яңылышмаһам, һеҙ мандолинала оҫта уйнайһығыҙ?

– Атайымдан өйрәнеп мандолинала, әҙерәк скрипкала уйнайым. Музыкант булырға хыялландым, тик ауылда нота өйрәтмәйҙәр. Ҡайһы бер шиғырҙарымды уҡығанда күңелгә моң килә торғайны. Шунан бер-нисә шиғырыма көй сығарып, мандолинаға ҡушылып йырлай торғайным. Күберәк ҡунаҡтарҙа инде. Университетта уҡығанда мандолина беҙҙе бейетеп, йырлатҡан ҡәҙерле музыка ҡоралы ине. Әле ҡулға алырға ваҡыт етмәй. Музыка ҡоралында яҡшы уйнар өсөн йыш «ҡул шымартып» торорға кәрәк. Әле бер хыялым бар. Мандолинала уйнаусылар хәҙер һирәгәйҙе. Элек һәр бер йортта тиерлек ошо уйын ҡоралы элеүле тора торғайны. Бына шул бушлыҡты тултырыу һәм йәш быуынға «башҡорт мандолина уйнарға ярата» тигәнде аңлатыу өсөн онлайн мандолина курсы асырға ине. Әлбиттә, мин ноталарҙы яҡшы белмәйем, үҙешмәкәр кимәлендә булһа ла башҡорттоң онотолоп барған моңон таратҡым килә!

Драма әҫәрҙәренә тотоноуығыҙ нисерәк булды? Ошо өлкәләге тәжрибәгеҙ менән дә уртаҡлашығыҙ әле? Бөгөн драма әҫәрҙәре ижад итәһегеҙме?

– Әҙәбиәттә әйтем бар: «һәр яҙыусы ижадын шиғыр яҙыуҙан башлай». Әммә, ваҡыт үтә килә, кемдер шағир, кемдер прозаик, кемдер драматург булып китә. Тормошта, йәшәй килә, дуҫ-таныштар күбәйә, һәр береһенең яҙмышына йә һоҡланаһың, йә ғибрәт, фәһем ала башлайһың. Аҙаҡ ошо фәһемде башҡаларға ла еткереү теләге уяна. Ә шиғыр – күберәк хис-тойғоларҙы яҙыу өсөн ҡулай. Бына шулай итеп, бер йә бер нисә кеше менән булған хәл-ваҡиғалар башҡа төрлө әҙәби жанр «һорай» башлай. Хикәйә, повесть, драмалар тыуа.

Минең дә байтаҡ ҡына хикәйәләрем бар. «Хөкүмәт-ағай», «Бәхетле ҡатын», «Бумеранг ҡануны» хикәйәләрен яратып уҡыйҙар. Күберәк хикәйәләр яҙыуымды һорайҙар.

Ошо хикәйәләргә һыймаған сюжеттар драмаларға әйләнде. Иң ҡыҙығы: берәй шәхес хаҡында яҙырға уйлап, төрлө факттар туплай башлағанда әле белмәйһең, әҙәби әҫәрең ниндәй жанрҙа яҙылырын? Аҙаҡ, йә поэма, йә хикәйә, йә драма әҫәре тыуа. Минең драмаларым инде тиҫтәгә яҡын. Бигерәк тә ҡаһарманыбыҙ Салауат Юлаевтың бала, үҫмер осорон сағылдырған «Балапан» драмаһын яраттылар уҡыусылар. Йәнә, «Йондоҙло күпер» шиғри мелодрамаһы Башҡорт дәүләт академия театры сәхнәһендә ҡуйылды. Режиссеры – Альмира Ҡыуатова, Азат Йыһаншин менән Фирүзә Париж төп ролде уйнаны. Иҫ китмәле, тик йыр-көйҙән торған шәп мюзикл булды ул!

Тамашасылар, бигерәк тә йәштәр яратты. Сөнки йөкмәткеһе, Альмира апай әйтмешләй, «шыр мөхәббәт» ине. Йәнә, спектаклде әҙерләүҙә бик күп техник саралар кәрәк ине. Беҙ уларҙы тегенән-бынан «ҡуртымға» ғына алғайныҡ. Ул замандағы театр етәкселәре беҙгә ярҙамға ашыҡманы. Шуға, хатта билеттар һатылып бөткән булһа ла, сәхнәгә ҡабатлап сыға алманы. Мәскәүҙә лә бит, данлыҡлы мюзиклдарҙы ике-өс айға бер тапҡыр ғына күрһәтәләр сәхнәлә. Мюзикл – сәхнәлә күп сығым һораған тамаша.

«Уҡыу өсөн яҙылған драма әҫәре» тигән төшөнсә бар. Үҙгәртеп ҡороуҙар башланғас, урындағы драматургтарҙың әҫәрҙәре сәхнәгә сыҡмай башланы. Бөтә Рәсәй буйынса шул хәл ул. Был күберәк финансҡа бәйле. Ә драма әҫәрен китаптан яратып уҡыусылар юғалманы. Мин үҙем дә мәктәп йылдарында Нәжиб Асанбаев, Мостай Кәрим, Әнғәм Атнабаев драмаларын китаптан яратып уҡый инем.

Минең дә драмаларым «Балапан» тигән китабымда баҫылғайны. «Китап» нәшриәте уны «электрон китап» итеп кенә сығарҙы. Ә башҡорт уҡыусыһы әле өйрәнмәгән бындай форматҡа. Шуға драмаларымды күптәр уҡый алманы. Үкенес! Ҡабатлап ҡағыҙҙа баҫтырырға мөмкинселек, бәлки, табылыр тип йәшәйем.

Күптән түгел йәнә бер оло драма әҫәре тамаланым: «Аҡ елән» – билдәле балет бейеүсеһе Рудольф Нуриевтың Өфөлә йәшәгән осорон һүрәтләй. Бер Халыҡ-ара конкурсҡа, руссаға әйләндереп, ебәргәйнем, шунда һайлауҙан үтеп, Ефремов исемендәге Халыҡ-ара электрон китапханаға ҡуйылды ул драма. Теләһәгеҙ, интернеттан эҙләп табып уҡығыҙ. Күп яңылыҡ асырһығыҙ.

«Тамаша» журналы биттәрендә лә «Балапан», «Йондоҙло күпер» драмаларым баҫылды. Рәхмәт һеҙгә!

Бер юлы маҡтанып алайым әле: «Балапан» һәм «Марс 500 йәки Марста тормош бармы?» драмаларым төрлө йылдарҙа Республика драма әҫәрҙәре конкурстарында еңеүсе булды, икенсе дәрәжә диплом яуланылар! Хыялым – драмаларымды туплап айырым китап баҫтырыу!

– Ижадта үҙемде тулыһынса аса алдым тип уйлайһығыҙмы?

– Маҡсатым – булған һәм тыуасаҡ әҙәби әҫәрҙәремде халыҡҡа еткереү. Бының өсөн күп ваҡыт һәм ныҡышмалылыҡ, финанс сығымы кәрәк. Әле белеүемсә, күптәр минең яҙғанды бик яратып уҡый, әммә китаптар бик әҙ, ҡайҙан, нисек табырға белмәй икән. Кемдәрҙер, ниңә социаль селтәрҙәргә ҡуймайһың, тиҙәр. Эйе, Башҡорт Википедияһына күп кенә шиғырҙарымды ҡуйҙым. Телеграмм канал астым.

Ә интернетҡа килгәндә, хәҙер шиғырҙарымды унда ҡуйыу теләге һүрелеп бара, сөнки «плагиатлыҡ» күбәйҙе, үҙеңдең шиғырыңдың әле теге, әле был юлдарын башҡа авторҙарҙың шиғырында күреүе ҡыҙғаныс хәл. Ватсап хат-селтәрендә лә шиғырҙы ҡуйғанда авторын яҙаһың, ә шул уҡ шиғыр һиңә кире әйләнеп килгәндә инде уның авторы юйылған була. Мин үҙем, ғөмүмән, авторы яҙылмаған шиғырҙарҙы уҡымаҫҡа тырышам.

– Тағы ла ниндәйерәк йүнәлештә эшләргә теләр инегеҙ?

– Әҙәбиәттә бик күп жанрҙа эшләйем. Шиғриәт, проза, драматургия, тәржемәләр. Әле Ковид ялдарында, халыҡ күңел төшөнкөлөгөнә бирелә башлағас, бер китаплыҡ шаян шиғырҙар ижад иттем. Йәнә, бер ай элек кенә «Миҙән» тигән оло бер поэма тамамланым: тормошта, эштә, етәкселектә сама белеү, тотанаҡлыҡ һәм ошо миҙән (русса «мера» мәғәнәһендә) сиктәрен үтеү ниндәй һәләкәткә килтереүе тураһында. Тағы бер поэмамдың яртыһы яҙылды. «Килен сәйе» тип атала ул.

Журналистикала ла яҙышҡы килә. Сәләмәтлек кенә ҡаҡшамаһын, эшләр эштәрем күп. Әле, заманға ярашлы, барыһын да үҙем эшләп: редакторлау, версткалау, тышлыҡ дизайны, корректура, тигәндәй, рус теленә тәржемә ителгән барлыҡ шиғырҙарымды туплап, «Королевство «Я сама!» тигән китап сығарҙым.

Ижадтағы Лилиә менән тормоштағы Лилиә араһында айырма бармы?

– Кем белә инде уны? Минеңсә, ижад итеүҙе, бала саҡтан ҡалған ғәҙәт буйынса, тыныс, йәшереп кенә, бер кемгә лә ҡамасауламай ғына, эштән бушаған аҙ ғына ваҡытты файҙаланып, йә иһә, оҙон әҫәр булһа, төн йоҡоларын ҡалдырып башҡарам һаман да. «Миҙән» поэмаһының һуңғы өлөшөн, башымда йөрөһә лә, эш-мәшәҡәттән бушап, һис яҙа алмай аҙапландым. Баҡса мәшәҡәттәре башланғайны. Бер ваҡыт баҡсала ике көнгә япа-яңғыҙ ҡалдым. Көндөҙ кәрәкле эштәрҙе тамамланым да, таңғы сәғәт 5-кә тиклем бер тынала теге бүлекте яҙып ҡуйҙым һәм тыныс күңел менән йоҡлап киттем. Яҙышыу, ниндәй генә ауырлыҡ килтерһә лә, күңел өсөн ләззәт миңә. Китаптар ҙа әҙерләйем, йәй буйы баҡсала йәшелсә-емеш үҫтерәбеҙ, уның араһында төрлө осрашыуҙарға, төрлө конкурстарға жюри ағзаһы итеп саҡыралар.

Былтыр шулай бер юлы алты конкурста шиғыр, хикәйәләр, мультфильмдар тикшерергә тура килде. Өҫтәүенә «Йәш әҙәбиәтселәр клубы»ның проектында ҡатнаштым һәм «Әкиәт яҙырға өйрәнәм» тигән онлайн авторлыҡ курсын алып барҙым.

Ижад юлынан китмәһәгеҙ, ниндәйерәк йүнәлеште һайлар инегеҙ?

Бәй, шағир булыу ул һөнәр түгел дә инде? Шиғыр яҙыу һәләтен Хоҙай биргән икән, халыҡ яҙғаныңды яратып уҡый икән, ғүмерең ахырынаса яҙаһың да яҙаһың инде ул. Бар әҫәрҙәрем дә эш ваҡытында түгел, миңә ял итергә бирелгән ваҡытта, хәлдән тайып арыһаң да, күберәк төндәрен ултырып, яҙылғандар.

Мин ғүмерем буйына тигәндәй журналист булдым. Ул – мәңгелек һөнәр. Хәйбулла районында мәктәптә уҡытыусы, район комсомол комитеты секретары, китапханасы булып эшләп, Өфөгә килгәс тә ҡатын-ҡыҙҙар өсөн махсус журнал «Башҡортостан ҡыҙы»на мөхәррир итеп алдылар. Тиҫтә йылдан ашыу эшләү дәүерендә бик күп мәҡәлә яҙҙым, хаттарҙы баҫырға әҙерләнем, төрлө-төрлө конкурстарҙы уйлап сығарып, ойоштора инем: «Ҡулъяулығым-бүләгем», «Шәл бәйләнем», «Һыйлы көнөң һыйырҙа», «Һөйгәнемә сәләм-хат»... Бер-нисә йыл «Йәшлек» гәзитендә лә эшләп алдым. Өфөлә, исмаһам, мәҡәләләр яҙған өсөн һиңә астан үлмәҫлек аҡса бирәләр. Ә шиғыр яҙып, йәки 5 йылға бер баҫтырылған китап (уныһын да сығарыу өсөн бик оҙон сират «Китап» нәшриәтендә) гонорарына тереклек итеп булмай. Мин ниндәй генә һөнәр һайлаһам да, шулай эш араһында барыбер шиғыр, хикәйә, драмалар яҙыр инем.

Яҙыусы ла шул ябай халыҡ кеүек йәшәй бирә. Барлыҡ донъя мәшәҡәтенән азат түгел. Өҫтәүенә, күңеленә яҙыусылыҡ бурысы ғына тынғы бирмәй. Халыҡ әҙәбиәтһеҙ ҡалмаһын, туған теленең матурлығын, байлығын онотмаһын тип әҙәби әҫәрҙәр яҙа бирә. Аҙаҡ шуларҙы үҙенең аҡсаһына китап итеп баҫтыра ла, үҙе китапханаларға тарата, магазиндарға бирә, йә үҙе һата. Бик матур, әммә «борсоулы», мәшәҡәтле заманда йәшәйбеҙ шул. Ярай әле шул яҙышыу һәм башҡа мәшәҡәттәр бар. Ял итеп кенә йөрөһәк нимә тураһында яҙыр инек? (Көлә).

Һеҙҙең өсөн бәхет төшөнсәһе нимәнән ғибәрәт?

– Бәхет – ул, минеңсә, һәр көнөң генә түгел, һәр сәғәт һәм минутыңдың ҡәҙерен белеп, ғүмер тигән ҡыҫҡа ғына арауыҡта мөмкин тиклем күберәк кешегә файҙа килтереп, уларҙы шатландырып йәшәү! Һинең барлығыңа, ижадыңа, булған шатлыҡ, уңыштарыңа ҡыуаныусылар, һинең хәсрәттәреңде үҙенеке кеүек итеп кисереүселәр йылдар үтә килә кәмемәй артып барыуы –кеше өсөн оло бәхет! Үҙеңдән һуң кемделер ҡалдырыу ҙа бәхет. Улым Уралдың булғанына мең рәхмәттәр әйтәм яҙмышыма. Хоҙай насип итеп, улым өйләнеп, ейәндәр, ейәнсәрҙәр күреү бәхетен дә татырмын тип өмөтләнәм! Өмөт менән йәшәү – күңелде ҡартайыуҙан һаҡлай.

Һин эшләй алмаған ауыр физик эштәрҙә «Үҙем!» тип үрелеп торған терәгең булыуы ла бәхет. Ирем, Өфө башҡорто – Наил Ишбулатов менән инде тиҫтә йылдан ашыу татыу йәшәйбеҙ. Саҡ ҡына һуңыраҡ булһа ла мине «яҡшы ирҙең ҡатыны булыу» бәхетен татыһын тигәндер Хоҙай, моғайын. Йәшәргә – ике бүлмәле йылы фатирыбыҙ, эшләргә бер түгел ике йәшелсә-емеш баҡсаһы бар! Үҙең тәрбиәләп үҫтергән помидор, ҡыяр, ҡабаҡ, картуфтарҙы ашап, алма, ҡарағат бәлештәре менән үлән сәйҙәре эскәс, йәйге эҫе көндәрҙә яҡындағы Өршәк йылғаһында һыу инеүҙәре ожмахтың үҙе лә баһа! Бына бит, күпме бәхетте бер үҙемә биргән Хоҙай! Көнсөлдәр әйҙә минең бәхеттәремде уйлап, ҡайғырып йәшәй бирһендәр, минең кеүек төн йоҡоларын ҡалдырып ижад итһендәр ҙә, көндөҙ ҡояшта бешеп түтәлдәр утаһындар! Минең менән бергә улар ҙа бәхеттең нимәнән барлыҡҡа килгәнен тойһондар!

Һуңғы йылдарҙа үҙегеҙ өсөн ниндәй асыштар яһанығыҙ?

– Алдан әйтеүемсә, ижадымдың яңы битен астым: мин башҡаларҙың күңелен күтәрерлек шаян шиғырҙар ҙа яҙа алам икән? Минеңсә, ижадсы бер жанрҙа ғына туҡтап ҡалырға тейеш түгел. Тормош, башҡорт балаҫы кеүек, төрлө төҫтә һуғылғандай, төрлө әҫәр яҙылһын! Ҡайҙалыр көслөһөң, ҡайҙалыр тәжрибә әҙерәк, әммә, ижадсы ҡәләме яҙған һайын нығыраҡ ослана бара.

Бөтә шағирҙарға ла әйтер инем, башҡа телдәге шиғырҙарҙы башҡортсаға тәржемә итегеҙ! Һеҙ күберәк тәржемәләгән һайын, башҡорт шиғриәтенә иғтибар артасаҡ һәм шиғырҙарыбыҙҙы улар ҙа тәржемәләй башлаясаҡ. Планета ҙур! Әҙәбиәтебеҙ географияһын үҙебеҙ киңәйтәйек. Беҙҙең турала ҡайғыртып, төрлөсә ярҙам итеүсе Коммунистар партияһы юҡ бөгөн. Бөтә тәртәләргә лә үҙебеҙгә егелеү заманы етте.

Бөгөнгө йәшәйештең, бөгөнгө замандың нимәһе оҡшай? Үҙегеҙҙе заман менән бергә атлайым тип әйтә алаһығыҙмы?

– Бөгөнгө заман – һоҡланғыс заман ул! Фекерең генә булһын – интернет аша уны халыҡҡа таратыу бер ни тормай. Йәштәр оҡшай миңә. Уларҙың планетар масштабта хыял итеп йәшәүҙәре оҡшай. Күптәр хәҙер көнбайыш яғынан иҫкән ымһындырғыс елдәрҙең ни тиклем алдатҡыс, әүрәткес икәнен аңланы. Хатта үҙебеҙҙең шиғриәткә, әҙәбиәткә иғтибар итә, әҙләп булһа ла, уҡый башлауы ҡыуандыра. Башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте менән ҡыҙыҡҡан быуын үҫә! Тиҙҙән туған башҡорт телдәренең дә оло ЕР шарында берҙән-бер һәм бай, матур тел булыуын аңлаусылар, ауыҙ тултырып бар ерҙә лә һөйләшеүселәр күбәйер тип өмөтләнәм. Тик беҙҙән, үткән быуат яҙыусыларынан, ниндәйҙер фекерҙе уларса әйтмәһәк, бөтөнләй ваз кисеүселәр генә артмаһын! Беҙҙең әҙәбиәт тә берҙән-бер һәм ҡабатланмаҫ әҙәбиәт ул.

– Әңгәмәне йомғаҡлап ниәмләр әйтер инегеҙ?

– Журналда бирергә ниәтләгәнегеҙ өсөн оло рәхмәтемде белдерәм. Ни тиһәң дә биш йыл буйы ошо журнал редакцияһында хеҙмәт иттем. Күп кенә мәҡәләләр яҙҙым, райондарға йөрөнөк, журналды уҡымлыраҡ итеү өсөн яңы авторҙар эҙләнек. «Сценарийҙар», «Тамаша биҙәге» конкурстары ойоштороуға күп көс түктем. Оптимизация «ҡойоно» башланып, финанслауҙы үтә ныҡ кәметкәстәр, хеҙмәткәрҙәр һанын ҡыҫҡартып, ике-өс кеше алып барған йөктө бер кешегә йөкмәтһәк йөкмәттек, әммә ул ауыр замандарҙа ла, ҡасандыр мең бәләләр менән барлыҡҡа килгән, башҡорт телендәге берҙән-бер сәнғәт һәм мәҙәниәт журналы «Тамаша»ны «үлтермәнек»! Журнал тере! Шулай була ғына күрһен!

– Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт! Саялығығыҙ ҙа һис тә талшамаһын! Илһам ҡошо һәр саҡ янығыҙҙа булһын!

Гөлшат Ҡаһарманова

«Ижад ул – үҙенә күрә шифалы дауа»
«Ижад ул – үҙенә күрә шифалы дауа»
«Ижад ул – үҙенә күрә шифалы дауа»
«Ижад ул – үҙенә күрә шифалы дауа»
«Ижад ул – үҙенә күрә шифалы дауа»
«Ижад ул – үҙенә күрә шифалы дауа»
Автор:
Читайте нас