+24 °С
Облачно
Дөйөм мәҡәләләр
3 Октября 2023, 06:45

Фирҙәүес Хисаметдинова

Ҡыҙыҡайҙы күргәс, бабай: “Вот вам и невеста!” – тип йылмайҙы. Малайҙарымдың бере­һе ҡаш аҫтынан ғына ҡараны ла: “Она нам не невеста!” – тимәһенме? Ҡарт та, мин дә аптырап киттек.

Әлеге көндә башҡорт рухының, башҡорт теленең яҙмышы ғаиләлә хәл ителә. Беҙгә бер кем дә: “Бына һеҙгә мәктәп, балалар баҡсаһы”, – тип тормаясаҡ. Мәктәптә уҡытылған ике-өс дәрес нимә генә бирһен инде ул. Ысынында тел ғаиләлә өйрәтелергә тейеш. Мәрйәм Бураҡаева кеүек һәр ата-әсә: “Урыҫсағыҙҙы ишектең теге яғында ҡалдырығыҙ”, – тип торһа икән ул… Өйөңдә башҡортса һөйләшһәң, башҡорт рухы үҙенән-үҙе һалына.

Малайҙарыма бәләкәй саҡтарынан үҙ милләтенән генә кәләш алырға тейештәр тип һеңдерҙем. Шуға бәйле ҡыҙыҡ хәлде һөйләп үткем килә. Улдарыма 5-6 йәш самаһы ине. Ҡарламандағы һеңлемдән ҡайтып килгәндә, сираттағы станцияла вагонға бер ғаилә ин­де. 4-5 йәшлек кескәй ҡыҙҙары ла бар. Улдарым менән бер урыҫ бабайы (үҙе лә олатай кеше, күрәһең, бәләкәй балалар танһыҡ булғандыр) юл буйы һөйләшеп килгәйне. Ҡыҙыҡайҙы күргәс, бабай: “Вот вам и невеста!” – тип йылмайҙы. Малайҙарымдың бере­һе ҡаш аҫтынан ғына ҡараны ла: “Она нам не невеста!” – тимәһенме? Ҡарт та, мин дә аптырап киттек. “Почему? Она вам не понравилась? Смотрите какая красивая, какой у нее роскошный бант”, – ти бабай. “Она русская!” – тине кемеһелер. Шул саҡ теге ҡыҙы­ҡай: “Я не лусская, я – таталка!” – тип яуап бирҙе! Минең улдарым – башҡорт теле белгесенең балалары, үҙ милләтен белеүҙәре ғәжәп түгел, ә был кешеләр – станцияла йәшәгән ябай ғаилә. Туған телен һанламағандарға ошо ғаиләне үрнәк итеп ҡуям. Бәлә­кәй саҡтарынан балаларға ҡайһы милләт вәкиле булыуын һеңдереп үҫтерергә кәрәк.

 

Миңзәлә Асҡарова

("Шоңҡар" журналында донъя күргән әңгәмәнән өҙөк)

Фирҙәүес Хисаметдинова
Фирҙәүес Хисаметдинова
Фирҙәүес Хисаметдинова
Фирҙәүес Хисаметдинова
Фирҙәүес Хисаметдинова
Автор:
Читайте нас