Бөтә башҡа милләттәштәргә Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең «Рәсәй рухы» премияһы лауреаты, эпос ғилеме, башҡарыу оҫталығы һәм этнография уҡытыусыһы, «Урал батыр» сәсәндәр мәктәбе етәксеһе булараҡ билдәле булған сәсәниә Асия Солтан ҡыҙы Ғәйнуллинаны мин иң тәүҙә уҡытыусым булараҡ яратам. Һәүетемсә генә йәшәп ятҡан Әбеш мәктәбенә өйөрмә кеүек ҡайтып төштө ул. Башҡорт дәүләт педагогия институтының тарих һәм инглиз теле факультетын тамамлап, төрлө урындарҙа эшләп тәжрибә туплаған, эсе тулы хазина һандығылай матур, ярһыу идеялар һәм ниәттәр йөрөткән йәш уҡытыусы ҡыҙ туған мәктәбенә ҡайтыу менән башкөллө эшкә сумды. Беҙ, уҡыусылар уның ташып торған дәрт-дарманына, башында тыуып урғылып торған төрлө йүнәлештәге уй-ниәттәренә һоҡлана ла, шөрләй ҙә инек. Үҙен-үҙе йәлләмәй көнө-төнө мәктәп балалары янында булыуы, үҙенә генә хас саялығы һәм талапсанлығы беҙҙе эшкә лә, һынауҙар алдында ҡаушап ҡалмаҫҡа ла сыныҡтырған үрнәк ине. Кейәүгә сығып, Сибай ҡалаһына күсеп киткәс, етемһерәп ҡалғандай булдыҡ.
Асия Солтан ҡыҙының әсәһе бик көслө башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булды. Рәми Ғарипов менән бер класта уҡып, бер балалар йортонда тәрбиәләнеп, башҡорт рухы тиртеп торған Алһыу Абдулла ҡыҙы балаларын да ошо милли рухта тәрбиәләүе Асия Солтан ҡыҙының ысын асылына һалынғандыр ҙа инде.
«Йәш быуынды тәрбиәләүҙәге төп бурыстар – туған телебеҙҙе, тарихыбыҙҙы, рухи байлыҡтарыбыҙҙы һаҡлау һәм үҫтереү, быуындар араһында ышаныслы мөнәсәбәт булдырыу һәр саҡ көнүҙәк булып ҡала. Ә был маҡсатты тормошҡа ашырыуҙа башҡорт халыҡ ауыҙ-тел ижады әҫәрҙәренең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ», – ти Асия Ғәйнуллина.
Асия Солтан ҡыҙы Башҡортостандағы берҙән-бер «Урал батыр» сәсәндәр мәктәбен ойоштороусы. Күп йылдар инде Сибай сәнғәт колледжында йәштәргә эпос ғилеме, этносәнғәт бүлегендә этнография һәм башҡарыу техникаһы буйынса белем бирә. Ул шулай уҡ «Ете ҡыҙ» халыҡ биҙәү-ҡулланма сәнғәте һәм матурлыҡ студияһына, «Талир тәңкә» этник төркөмөнә, Сибай ҡалаһының «Ағинәйҙәр ҡоро» ҡатын-ҡыҙҙар йәмәғәт ойошмаһына нигеҙ һалыусы һәм уларҙың етәксеһе булып тора. 2017 йылда ул күп йыллыҡ уңышлы хеҙмәте өсөн «Традицион халыҡ мәҙәниәте» номинацияһында Рәсәй Хөкүмәтенең «Рәсәй күңеле» («Душа России») премияһына лайыҡ булды.
Сәсәниә мәктәп менән берлектә башҡорт халыҡ ижадын һаҡлау һәм үҫтереү буйынса ҙур эш башҡара. Ул республика театрҙарында башҡорт халыҡ ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары буйынса кәңәшсе һәм уларҙы ҡуйыусы.
Саха-Яҡут республикаһының баш ҡалаһында уҙған, Рәсәй төбәктәренән генә түгел, сит илдәрҙән дә сәсәндәрҙе йыйған «Олонхо Ере саҡырыуы буйынса» тип аталған халыҡ-ара фестивалдә еңеүсе булыуы ла Асия Ғәйнуллинаның маһирлығы хаҡында һөйләй. Фестиваль бай эпик мираҫҡа эйә сара була. Халыҡ сәсәндәренең милли традицияларын танытыуға йүнәлтелгән был бәйгелә Башҡортостан исеменән сығыш яһап, ул «Урал батыр» эпосынан өҙөк тәҡдим итте һәм еңеүселәр рәтенә сыҡты.
Сәсәниәнең теле генә түгел, ҡулы ла оҫта. Башҡорт халыҡ костюмына аксессуарҙар эшләү, кейеҙ баҫыу, ҡорама тегеү һәм күн эше буйынса оҫта булараҡ та билдәле ул.
Кескәй Асия ҡартәсәһе мәрхүмә менән йәшереп кенә, оло бер тылсым теҙгәндәй энә күҙәүе аша үткәреп мәрйен артынан мәрйен теҙгәндә халҡыбыҙҙың милли биҙәүестәренә һөйөү осҡоно һалынғандыр ҙа. «Шым ғына эшләй торғайныҡ ул башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары биҙәүестәрен. Тәҙрәләге пәрҙәләрҙе тартабыҙ, ишекте эләбеҙ ҙә, урындыҡҡа ултырып, ҡәртәсәйем селтәргә мәрйендәр теҙә. Мин урамдағы тауыштарға ҡолаҡ һалып, энәгә еп һаплап биреп ултырам. Килеп, селтәрҙәрҙе алып китмәһендәр, тигән ҡурҡыу ҡалғайны бит өләсәйҙәребеҙ быуынында. Әйткәндәй, ҡартәсәйемдең аслыҡ ваҡыттарында ла һаҡлап ҡалған селтәрен Өфөнән бер ғалим, күрһәтәм, тип кенә алып китте лә, кире ҡайтарманы. Шул селтәрҙе хәтеремә төшөрөп, шуға оҡшатып эшләп алдым үҙемдең селтәрҙе. Ошонан һуң мауығып киттем был һөнәр менән», – ти Асия Солтан ҡыҙы.
Беҙ Асия Ғәйнуллинаны сая һүҙле сәсәниә булыу менән бер рәттән бик белемле, тәжрибәле оҫтабикә итеп тә беләбеҙ икән , был бит юҡҡа ғына түгел. Күңелендә йөрөткәнен, бар белгәнен өйрәтеп ҡалдырыу маҡсатында ул башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары биҙәүестәрен эшләү буйынса бик күп оҫталыҡ дәрестәре үткәрә.
Эшләгән эштәре менән халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаты, Башҡортостан Башлығы гранты эйәһе булып тора ул.
– Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары биҙәүестәренә килгәндә, һәр биҙәктә халыҡтың донъяға фәлсәфәүи ҡарашы ята. Ҡартәсәйем үҙе эшләп ултыра, үҙе һөйләй: «Көн нуры эшләйбеҙ, көн нуры...» - ти. Баламын әле, көндөң нурһыҙы ла буламы икән, тип уйлайым эстән генә. Өҫкә лә, аҫҡа ла ҡарап торған ярымтүңәрәк биҙәктәрҙе шулай атай ине ҡәртәсәй. «Көн нуры осона орлоҡ ҡуябыҙ», – ти. Шул зиһенгә һалынғайны. Бынан бер нисә йыл элек Фәндәр академияһы һүҙлек сығарғайны, ҡараһам, көн нуры – ҡатын-ҡыҙ нуры, ай нуры – ир нуры, тип яҙылған. Ҡояш нурынан тыш, ерҙәге орлоҡ та шытым бирмәй. Ир-егет нуры, ҡәртәсәйем әйтмешләй, орлоҡ. Ай нуры һуҙылып төшөп, йәшәүгә, тереклеккә башланғыс бирә. Бына ошонда ғына ла күпме мәғәнә һалынған һәм беҙҙең ҡартәсәйҙәр ошондай кимәлдә аңлы һәм ғилемле булған. Ҡул эшенең энергияһы ла башҡа. Мин селтәр йә һаҡал эшләйем дә, ҙур эш эшләгәндәй, уға һоҡланып, яратып, һыйпап ултырам. Һоҡланған һайын, ыңғай энергия әйбергә лә күсә бит ул, – тип уй-кисерештәре менән уртаҡлаша Асия Солтан ҡыҙы.
Ҙур мәғрифәтселек эшен алып барған сәсәниәнән башҡорт ҡыҙҙарының иң матур биҙәүестәренең береһе булған сәсмәүер хаҡында ла тотош фәлсәфәүи дәрес алырға мөмкин Асия Ғәйнуллинан. Бына ниҙәр һөйләне ул:
– Сәсмәүер өсөн ныҡлы таҫма йә бау, сәйләндәр, мәрйендәр, тәңкәләр, күн киҫәге, энә, еп, ҡайсы кәрәк була.
Таҫманы ҡыя әҙептән (косая бейка) әҙерләргә мөмкин. Бының өсөн уны буйынан-буйына уртаға бөкләп тегергә кәрәк. Шулай уҡ кибеттән салбар балағының осона эске яҡтан тегелеп ҡуйыла торған махсус таҫманы алырға мөмкин. Күпме кәрәклеген сәс оҙонлоғона ҡарап билдәләйбеҙ. Ике яҡ осон да, һүтелеп китмәһен өсөн, тегеп нығытабыҙ.
Таҫманың бер яҡ осона бер (ике йә өстө мөмкин, тик күп кәрәкмәй) тәңкә беркетәбеҙ. Бер нисә бөртөк сәйлән ҡуйырға ла була.
Икенсе осона өсмөйөш, трапеция йә дүртмөйөш рәүешендә күн киҫәге тегәбеҙ. Уға ҡортбаш тағырға, сәйләндәр менән биҙәргә мөмкин. Артабан ошо күн киҫәгенән бер нисә рәт итеп (3, 5, 7 рәт булырға мөмкин) сәйлән-мәрйен теҙелгән еп төшөрәбеҙ. Әйтәйек, 5 рәт төшөрөргә булдыҡ, ти. 5 энәне һаплап алабыҙ ҙа, төйнәп, күн киҫәгендә нығытабыҙ. Һәр береһенә сәйләндәр кейҙерәбеҙ. Шунан тағы күн киҫәге алабыҙ, уны арҡыры ҡуйып, бөтә ептәрҙе лә шуның аша сығарабыҙ ҙа төйнәп нығытабыҙ.
Артабан ошо рәүешле дауам итәбеҙ. Шул уҡ төҫтәге йә килешле икенсе сағылыштағы сәйләндәр йәки мәрйендәр ҡулланырға мөмкин. Уларҙы төрлөсә яраштырып, биҙәкләргә йә бетеү һалып ебәрергә була. Сәйлән-мәрйендәрҙе кәрәкле күләмдә кейҙергәс, шулай уҡ күн киҫәге менән нығытып барабыҙ.
Сәсмәүер эшләгәндә шуларҙы иҫтә тоторға кәрәк: сәйлән теҙелгән ептәрҙең оҙонлоғо тигеҙ булырға тейеш, шул уҡ ваҡытта аҫҡа табан киңәйеп барыуы мөмкин. Бының өсөн ситтәге ептәргә берәр бәләкәй сәйлән өҫтәргә була. Ҙурыраҡ мәрйендәрҙе аҫҡараҡ ҡуйыу отошло. Сәйләндәрҙең һәм мәрйендәрҙең төҫө үҙ зауығыңа ҡарап һайлана. Тик улар бер-береһенә тап килһен.
Шулай үҙегеҙ теләгәнсә оҙонлоҡта эшләгәс, һәр ептең осона 1–3 тәңкә йә суҡ тағып, нығытабыҙ. Йоҡа һуғылған тәңкәләр ҡулланғанда, улар матур итеп сыңлап торасаҡ.
Ысынында ла, сәсмәүер бит тик матурлыҡ өсөн генә ҡулланылмаған. Ул кәрәкле, уңайлы һәм бик мөһим. Йыш ҡына, бейеүселәрҙең сәстәрен билбауына ҡыҫтырып ҡуйғанын күрергә тура килә. Ә ҡыҙҙарҙың, йәш килендәрҙең толомдарының тегеләй-былай сығып ҡамасаулауынан тап сәсмәүер ҡотҡарған да инде. Бының өсөн ике толомдо сәсмәүер менән үреп килә торғас, ҡалаҡ һөйәге тирәһендә уң яҡтағы таҫмаларҙы – һул яҡҡа, һулдағыһын уң яҡҡа күсереп, үреүҙе дауам иткәндәр. Артабанғы «күпер» бил тапҡырында ла эшләнгән. Был ысул – оҙон сәсле ҡыҙҙар өсөн бөгөн дә бик актуаль, әлбиттә. Асия Солтан ҡыҙы кеүек, бөтә нескәлектәрҙе белеп өйрәтеүселәр генә күберәк булһын ине ул.
– «Милли кейемдәребеҙҙең һәр детале, һәр биҙәге бик мөһим. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының кейеме уның нисә йәштә, йәмғиәттәге статусына, хатта ниндәй ырыуҙан булыуына ҡарап та айырылған. Шуға күрә, ҡашмау, селтәр, хәситәләр тәү ҡарауға бер төрлө күренһә лә, һәр береһе үҙенсәлекле. Уларҙың һәр биҙәгендә башҡорт халҡының философияһы, оҫтабикәнең күңел торошо, рухы сағыла. Биҙәктәр, төрлө символдар, тәңкәләрҙең нисек урынлаштырылыуы – барыһы ла тәрән мәғәнәгә эйә. Бына шул мәғәнәне, асылыбыҙҙы, философиябыҙҙы киләсәк быуынға тапшырып ҡалдырыу бурысы тора алдыбыҙҙа», – тип уй-фекерҙәре менән бүлеште Асия Солтан ҡыҙы.
Күптән түгел генә туған районы Хәйбулланың үҙәге Аҡъяр ауылы мәҙәниәт йортонда башҡорт кинорежиссеры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Радик Килмәмәтовтың «Йыраусы Асия Ғәйнуллина» тип исемләнгән документаль фильмының презентацияһы булды.
Картинала шәхестең биографияһы һөйләнелә, баһалап бөткөһөҙ тәжрибәһе, ижади тормошо сағылыш таба.
«Беҙҙең өсөн башҡорт йыраусыһы Асия Солтан ҡыҙы Ғәйнуллинаға бағышланған һоҡланғыс фильм премьераһында булыу – оло мәртәбә. Хөрмәтле яҡташыбыҙ башҡорт сәнғәтен, халыҡ ижадын үҫтереүгә, пропагандалауға, һаҡлауға сикһеҙ ҙур өлөш индерә. Асия Солтан ҡыҙына бөтмәҫ дәрт-дарман, изге эштәрендә уңыштар теләйбеҙ», – тип сәсәниәне иң элек район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов ҡотланы.
Ысынлап та, бөгөнгө мәғлүмәт атакаһынан күҙҙәр тонған заманда быуаттан-быуатҡа, быуындан-быуынға аманат итеп тапшырыла килгән рухи хазиналарыбыҙҙы онотоп ҡуйырға ирек бирмәй, йәш быуынға уның ҡиммәттәрен төшөндөрөү, бөтә нескәлектәрендә өйрәтеү, байытыу, үҙ телең, үҙ ҡулың менән ана шул байлыҡты терелтеү – ошо түгелме һуң йәшәү мәғәнәһе? Асылына тоғро Асия Ғәйнуллина быны күптән төшөнгән инде.
Миләүшә Ҡыҙрасова