+19 °С
Дождь
Дөйөм мәҡәләләр
2 Октября 2023, 08:50

Яратығыҙ....

-

Данлыҡлы кардиохирург, академик Владимир Андреевич Алмазовтың Беренсе медицина институты клиникаһындағы кабинетында, спиртлы быяла һауыт эсендә, йөрәк тора. Һәм был йөрәк тарихын институттағы һәр студент белә. Илленсе йылдар башында, Алмазов үҙе дүртенсе курс студенты саҡта, клиникаға йөрәк ауырыуы менән бер ҡыҙҙы килтерәләр. Диагнозы беҙҙең көндәрҙә лә ҡурҡыныс иҫәпләнә, ә ул саҡта...
Ҡыҙҙы үләсәк, тиҙәр, тере ҡалырына өмөт булмай. Төрлө профессорҙар уның ауырыуын өйрәнә, төркөм-төркөм интерн практиканттары ҡарай һәм шуларҙың араһында йәш Владимир ҙа булып сыға.
Егет ҡыҙға бер төрлө лә дауалау ысулы тәҡдим итмәй. Ул бары... ғашиҡ була. Һәм көн дә сәскәләр менән килә. Үлем сигендә ятҡан ҡыҙ ҙа хистәргә бирелә һәм улар араһында мөхәббәт уты тоҡана. Был икәүҙең мөнәсәбәтен бөтөн клиника күҙәтә. Ҡыҙҙың йөрәге туҡтар мәл дә етә... тик ул тибә бирә... ярата бирә...
Йәштәр өйләнешә, оҙаҡ ҡына бергә йәшәй һәм көмөш туйҙарына шул клиника табиптарын да саҡыра. Ә күп йылдарҙан һуң, үлем алдынан, ҡатын йөрәген институтҡа тапшырыуҙарын һорай. Ул буласаҡ табиптарҙың иң көслө дауаның яратыу икәнлеген белеп сығыуын теләй. Яратҡан йөрәк, яратҡан кеше – көслө һәм ҡөҙрәтле икәнде.
Яратығыҙ. Яратайыҡ.
 
Миләүшә Ҡаһарманова.
https://vk.com/wall-113815477_13255
 
Яратығыҙ....
Яратығыҙ....
Автор:
Читайте нас