Айгөл менән Әлиә Байрамғоловалар – апалы-һеңлеле бер туған ике тынғыһыҙ ижадсы. Талантлы ҡыҙҙарҙың атаһы Азамат Һиҙиәт улының – танылған рәссам, әсәһе Нилә Ильяс ҡыҙының Башҡортостандың халыҡ артисткаһы икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алһаҡ, тулайым бер ижади ғаилә килеп сыға. Алма ағасынан алыҫ төшмәй, тигәне ошолор. Айгөл – Рәсәй Рәссамдар берлеге, Юнеско ҡарамағындағы Халыҡ-ара рәссамдар федерацияһы ағзаһы. Бөгөнгө көндә кино өлкәһендә эшләй, Булат Йосоповтың – «Визит», «13 раунд», «Шағир көндәлеге», Айнур Асҡаровтың «Өс таған», «Өфөнән мөхәббәт менән», «Йыл ғаиләһе» фильмдары рәссамы, Рим Шәрәфетдинов менән «Урал һәм Шүлгән мажаралары» анимация-йәнһүрәттең ҡуйыусы рәссамы. Әлиә – Өфө сәнғәт училищеһы педагогы, бик күп тамашаларҙың, атап әйткәндә, режиссер Азат Нәҙерғоловтың Сибайҙа ҡуйылған – «Тере ер», «Башмағым», Байрас Ибраһимовтың Миңзәлә ҡалаһында барған – «Ҡыҙ урлау», Азат Йыһаншиндың «Нур» татар дәүләт театрында сәхнәләштерелгән – «Ғәлиәбаныу» һәм башҡа спектаклдәрҙең, үрҙә әйтелгән фильмдарҙың костюмдар рәссамы. «Шағир көндәлеге» фильмында ла улар берлектә ижад итә.
Гөлнур Ишбулатова
https://bashkizi.ru/articles/r-ssam-o-takhana-ynda/2022-05-21/ber-tu-andar-izhady-2806989