+2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
22 Сентябрь 2023, 09:20

Театр – ул үҙе бер донъя, сикһеҙ мөғжизәгә эйә ижад майҙаны, татлы ғазап та, йәшәү мәғәнәһе лә, бәхет тә

Салауат дәүләт башҡорт драма театры директоры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Ҡотошов Айбулат Миңлеғәле улы ошо көндәрҙә  50 йәшлек юбилейын билдәләй.   

Театр – ул үҙе бер донъя, сикһеҙ мөғжизәгә эйә ижад майҙаны, татлы ғазап та, йәшәү мәғәнәһе лә, бәхет тә

2021 йылдан башлап Салауат башҡорт дәүләт драма театры менән мәҙәниәт өлкәһендә үҙен оҫта ойоштороусы итеп танытҡан Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Айбулат Миңлеғәле улы Ҡотошов етәкселек итә. Белорет районы Мөхәмәт ауылының мәғрур тәбиғәтенән рухи көс алып үҫкән егет үҙенең эшмәкәрлеген Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында башлап ебәрә.

Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетының актерҙар бүлегенә уҡырға ингәндә үк ул үҙенең мөхәббәтен, тормош иптәше – Ҡотошова Минзилә Марат ҡыҙын осратып, яҙмыштарын бергә бәйләйҙәр. Уларҙың курсы нәҡ Сибай театры өсөн актерҙар әҙерләй (убрать) Сибай дәүләт драма театры өсөн махсус әҙерләнгән сығарылыш актерҙары, мөхтәрәм профессор Ғабдулла Ғиләжевтең уҡыусылары, институтты тамамлап, Урал аръяғының милли-мәҙәни үҙәге булып торған Сибай ҡалаһына юллана. Күренекле драматург Нәжиб Асанбаевтың пьесаһы буйынса ҡуйылған «Ғүмер көҙө», Әнғәм Атнабаевтың «Әсә хөкөмө», Флорид Бүләковтың «Буйҙаҡтар», Наил Ғәйетбайҙың «Үкенесме, әллә һағышмы?», Таңсулпан Ғарипованың «Китмәгеҙ, торналар!», Рәлиф Кинйәбаевтың «Ҡәрҙәштәр» әҫәрендә һәм башҡа спектаклдәрҙә сағыу образдар тыуҙыра Ҡотошовтар.

1997 йылда улар бер төркөм йәштәр менән Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт театрына эшкә килә. Сибай сәхнәһендә (убрать). 15 йылдан ашыу ваҡыт эсендә күп төрлө образдар тыуҙырып ижад итә улар. 2006 йылда бергәләп «Башҡортостандың атҡаҙанған артисы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була был матур пар.

«Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр» тигән халыҡ әйтеменең раҫлығын улар ғаиләһе миҫалында асыҡ күрергә мөмкин. Күп йылдар Ишембай районының Әхмәр урта мәктәбе директоры вазифаһын башҡарып, әле хаҡлы ялда булған атаһы Миңлеғәле Зәйнәғәле улы халыҡ йырҙарын бик оҫта башҡара. Рәсәйҙең мәғариф отличнигы, Рәсәй Президентының грантына лайыҡ булған, бар ғүмерен балаларға белем биреүгә арнаған әсәһе Хәлимә Хариж ҡыҙы иһә шиғырҙар яҙа.
Айбулат Миңлеғәле улы – ижад кешеһе. Уның күңелендә һәр саҡ шиғриәт, йыр-моң шишмәһе урғылып, ҡайнап тора.

Айбулат Миңлеғәле улын Ишембай районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе итеп саҡырғастар, йәш ғаилә үҙен бар яҡлап үҫтерергә яңы мөмкинлектәр эҙләп, риза була. Тап ошонда үҙҙәрен яңыса аса улар. Яңы асыш кешегә һәр саҡ икенсе үҫешкә этәргес бирә. Ишембай районында эшләү улар өсөн үҙе бер тәжрибә мәктәбе була.

Тиҙҙән, ҡайтанан Сибай ҡалаһының театр-концерт берекмәһенә саҡырылғас, Ҡотошовтар, Айбулат – директор булараҡ, Миңзәлә – режиссер булараҡ ҡайтып, ең һыҙғанып эшкә тотона.

2021 йылда Салауат башҡорт дәүләт драма театрын етәкләүҙе Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Айбулат Миңлеғәле улы Ҡотошовҡа ышанып тапшыралар. Яуаплы вазифалар өҫтәүенә егерменән ашыу роль ижад итеп тә өлгөргән актер тормошта ғаиләһенә ныҡлы терәк, дүрт балаға атай, ижадташ дуҫтарына оло йөрәкле дуҫ та. Етәксе булып халҡыбыҙ мәҙәниәтенә хеҙмәт итеүсе ир-уҙаман өсөн театр – үҙе бер донъя, сикһеҙ мөғжизәгә эйә ижад майҙаны, татлы ғазап та, йәшәү мәғәнәһе лә, бәхет тә.

Миләүшә Ҡыҙрасова

Театр – ул үҙе бер донъя, сикһеҙ мөғжизәгә эйә ижад майҙаны, татлы ғазап та, йәшәү мәғәнәһе лә, бәхет тә
Театр – ул үҙе бер донъя, сикһеҙ мөғжизәгә эйә ижад майҙаны, татлы ғазап та, йәшәү мәғәнәһе лә, бәхет тә
Автор:
Читайте нас: