"Һеҙ һәм беҙ"
Һөйөү өсөн генә тәғәйенләп
Ҡабырғанан беҙҙе яралтҡас,
Хоҙай үҙе Бөйөк заттандыр ул
Һеҙҙең кеүек беҙҙе яратҡас.
Беҙҙе ер йөҙөндә иң ҡәҙерле
Әсә тәхетенә күтәргәс,
Хатта ожмах тигән изге ерҙе
Аяҡ аҫтыбыҙға түңкәргәс.
Һеҙҙең заттандыр ул, лайыҡ иткәс
Беҙҙе яратыуға, яҡлауға.
Күктәр әмер иткәс, һеҙгә, беҙгә
Өмөттәрҙе кәрәк аҡларға.
Юҡҡамы ул, беҙҙе ҡапма-ҡаршы
Әммә камил бөтөн йән итеп,
Хасил ҡылған, бер-беребеҙ өсөн
Йәнен бирер Инь һәм Янь итеп.
Беҙҙең өсөн уттар-һыуҙар кисеп
Ғаләмдәрҙе гиҙер ир-ат һеҙ,
Беҙгә алыыыҫтағы яҡты йондоҙ
Алып бирер көслө бер зат һеҙ.
Беҙҙең өлөш инде һеҙҙе көтөү,
Сабырлыҡ төбөнә табынып.
Утыҙ туғыҙ сыраҡ һүнгән саҡта
Ҡырҡынсыһын өрөп ҡабыҙып.
Ҡар өҫтөндә ҡаҙан аҫырбыҙ беҙ,
Дөрләп яныр өйҙә усаҡ та.
Ҡаҙандарға хәләл ризыҡ йүнләр
Йәрҙәребеҙ янда бар саҡта.
Беҙҙе ҡара мунса ташы иткән,
Йөҙөк ҡашы иткән дә һеҙ ул.
Беҙһеҙ донъя һеҙгә тәмһеҙ булһа,
Һеҙһеҙ донъя беҙгә йәмһеҙ ул.
Беҙҙең һуҙған алмаға алданып,
Күктән ергә төшкән - һеҙ инде...
Әҙәм менән Һауа һөйөүенән
Наҙлы, зарлы ошо Ер инде,
Һеҙҙең, беҙҙең тыуған ер инде...
12.03.18
Миләүшә Ҡыҙрасова (Ишемғолова)