+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
20 Сентябрь 2023, 14:24

БАШҠОРТ ХАЛЫҠ ЙЫРЫ – БУЛМЫШЫМ

Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ йырсыһы, С. Юлаев ордены кавалеры, йөрәктәргә үтеп инерлек моңло тауышлы йырсы һәм бик күптәргә абруйлы остаз Тәнзилә Хәмит ҡыҙы ҮҘӘНБАЕВА менән әңгәмә.

- Тәнзилә Үҙәнбаева һәм башҡорт халыҡ йырҙарын айырылғыһыҙ бер төшөнсә итеп ҡабул итеп өйрәнгәнбеҙ...

- Халыҡ йырҙары - минең бар булмышым. Өфөгә уҡырға килеп, йырсы булырға ҡарар ителгәс тә, репертуарымда башҡорт халыҡ йыры беренсе урында торҙо, сөнки уҡытыусыларыбыҙ бигерәк тә минең кеүек ауылдан килгән балаларҙан халыҡ йырҙарын йырлауҙы талап итә торғайны. Халыҡ йырын башҡарғанда йәш кешенең ысын тәбиғәте, тауыштың бөтә мөмкинлектәре асыла һәм шуға ҡарап уның артабан һәләттәрен үҫтерергә була. "Башҡа әҫәрҙәрҙе лә башҡарғанда тауышың шулай яңғырарға тейеш", - тип өйрәтә торғайны уҡытыусым Аэлита Хәйрулла ҡыҙы Чембарисова. Мин сәхнәгә лә тәүге тапҡыр "Сәлимәкәй" башҡорт халыҡ йыры менән сыҡтым. Аҙаҡ "Таштуғай", "Ашҡаҙар", "Абдрахман", "Баяс", "Был донъяның ҡәҙерен беләйек", "Әүмеш", "Дала", "Кәрәлек" һәм башҡа байтаҡ ҡына йырҙарҙы өйрәнеп, репертуарымды байыттым. Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡыған осорҙа башҡорт халыҡ йырҙарына, фольклорға мөкиббән киткән кеше, ҡурайсы Юлай Ғәйнетдинов өйрәткән йырҙар әле лә радионың алтын фондында һаҡлана.

Халыҡ йырын тота килеп башҡарып булмай, уны аҡылың менән аңлап, йөрәгең аша үткәреп йырлағанда ғына тамашасы күңеленә барып етергә мөмкин. Башҡорттоң бик күп моңдары араһында "Сәлимәкәй" һәм "Әүмеш" йырҙары айырыуса оҡшай миңә. Тәүгеһен хәҙер уҡыусыларыма ла өйрәтәм, ә Әбйәлил яҡтарында сыҡҡан икенсеһе - күңелемә яҡын йыр. "Әүмеш" йырын ҡайҙа барһам да йырларға тырышам, уның юлдарына һалынған тәрән мәғәнә, көйө йөрәккә ятырлыҡ. Радиоға ла яҙҙырғайныҡ беҙ уны: мин йырланым, Ғәли Алтынбаев баянда уйнаны. Үҙемә күрә матур килеп сыҡты, хатта шул замандарҙа радиола "Йыл йыры" булып та танылды. Ҡасан йырлаһаң да актуаль булып ҡалған йырҙарҙың береһе ул.

- Хеҙмәт юлығыҙҙа ҡайһы йылдар ижади яҡтан иң емешлеһе?

- Заманында режиссер Фәтих Ихсанов Башҡорт дәүләт филармонияһында "Йәдкәр" фольклор-эстрада төркөмөн барлыҡҡа килтерҙе һәм шунда миңә лә эшләргә насип булды. Беҙҙең бәхетле йылдар булғандыр инде ул. Институт тамамлаған ғына йылымда Ғәли Хәмзин, Мәүлитбай Ғәйнетдинов менән бергә яңы төркөмдә эш башланыҡ. Был яңы программа шул тиклем ғүмерле булды, 30 йылға яҡын сәхнәләрҙән төшмәне. Сығыштарыбыҙ тарихҡа, фольклорға таянып әҙерләнә ине һәм айырым бер спектакль кеүек барҙы. Шул йылдарҙа режиссер, тарихи дөрөҫлөккә тап килһен, тип, бөтә белгестәрҙе саҡыра, кәңәшләшә торғайны. Беҙгә күренекле ғалим Әхмәт Сөләймәнов, Фәнүзә Нәҙершина, Розалия Солтангәрәева, Салауат Итбаевтар бик күп ярҙам итте. Программаны художество советына тапшырған ваҡытта ҙур комиссия ағзалары алдында сығыш яһай инек. Бөтәбеҙ ҙә сәхнәлә ижад иттек, бер нисә йыр башҡара һалып ҡайтып китмәй инек, ә бер-беребеҙҙе тыңлап, өйрәнеп-өйрәтеп торҙоҡ. Коллективҡа сәнғәт институтын, училищеһын тамамлаған йәш йырсылар, бейеүселәр, ҡурайсылар эшкә килде һәм оҫталыҡтарын арттырыу, ижад итеү өсөн яңы мөмкинлектәр ала торғайны. Мәҫәлән, Ишморат Илбәков, Азат Айытҡолов, Рәмил Ғәйзуллин кеүек оло талант эйәләре "Йәдкәр"ҙә ҡанат нығыттылар, һуңыраҡ беҙгә Венера Рәхмәтуллина, Рушан Биктимеров, Римма Ибраһимовалар килде. Фәтих ағай Ихсанов кеүек үҙ милләтен, халҡын, телен яратҡан, оло йөрәкле шәхестәр быуатҡа бер тыуалыр ул. Ул сиҙәмде күтәреп сыҡҡан төҫлө эш атҡарҙы: айырым кешеләр хәтерендә һаҡланған йыр, риүәйәт, тарихтарҙы бөтә халыҡҡа еткерҙе. Коллективты тотор, етәкләр һәм гастролдәргә йөрөтөр өсөн характер көсө лә кәрәк - барыһын да булдыра алды ул. Шул йылдарҙы, ижади лабораториябыҙҙы бөгөн дә бик һағынам.

- 2023 йыл Рәсәйҙә Педагог һәм остаз йылы тип нарыҡланды, тимәк, быйыл һеҙҙең дә йылығыҙ. Һеҙгә ниндәй уҡыусылар килә?

- Эйе, Өфө сәнғәт училищеһында, хатта үҙем белем алған кабинетта балаларға белем бирермен тип күҙ алдына ла килтермәй торғайным. Әхмәт Гәрәй улы Искәндәров директор сағында гел эшкә саҡырҙы: "Беҙҙә йәштәр "Тәфтиләү" менән "Төйәләҫ"те айырмайҙар, һин килһәң, өйрәтер инең", - ти торғайны. Беҙҙе гел ҡурсалап йөрөткән Флүрә Ноғоманова апай ҙа был саҡырыуға ҡушылғас, ризалаштым һәм Өфө сәнғәт училищеһында эшләүемә хәҙер 16 йыл тулып киткән. Белем усағы былтыр декабрь айында үҙенең 100 йыллығын билдәләне, шул айҡанлы йыл дауамында төрлө конкурстар, фәнни-ғәмәли конференциялар, йомғаҡ концерттар ойошторолдо, һәр кемебеҙ бик әүҙем ҡатнаштыҡ. Әйткәндәй, мин уҡырға килгәндә сәнғәт училищеһы үҙенең 50 йыллығын билдәләгәйне, тағы биш тиҫтә йыл күҙ асып йомған арала үтеп тә киткән бына.

Хәҙерге уҡыусылар, әлбиттә, бер аҙ башҡараҡ. Улар уҡырға имтихан тапшырып инә, ҡабул итеү комиссияһы алдында нимә йырларға тип аптырап тормайҙар - еңел-еңел генә әҫәрҙәрҙең береһен алдан өйрәнеп киләләр. Ә элек ундай нәмә юҡ ине бит, нимә беләһең, шуны тоттоҡ та йырланыҡ. Хәҙер тағы бер мөһим шарт өҫтәлде уларға - музыкаль белеме булырға тейеш. Беҙҙең йыр бүлегенә уҡырға инергә теләүселәр йыл да бик күп була, уларҙы өс өлөштән торған конкурс аша үткәреп, иң-иңдәрен генә "иләп" алабыҙ. Мин уҡытып сығарған бөтә балалар ҙа халыҡ йырҙарын башҡаралар, был улар өйрәнергә тейеш мотлаҡ дисциплина, уҡыу программаһында бар. Быуындан-быуынға күсә килергә тейеш халыҡ йырҙары, шуны дауам итергә тырышам һәм балаларҙың күңелдәренә һалам. Өмөтлө йәштәр бар, шөкөр. Уҡыусыларым араһында халыҡ йырҙарын бик оҫта башҡарғандарҙың күбеһе артабан операға китте. Мәҫәлән, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солистары Наҙгөл Ибраһимова һәм Эльвина Әхмәтханова, бик талантлы Азалия Фазылова, Эльвира Исхакова, Эльвина Ҡунафина, Азамат Ғөбәйҙуллин кеүек уҡыусыларым ошо көндәрҙә Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында үтәсәк кисәмде сығыштары менән йәмләйәсәк. Бөтә йырҙарымды ошо үҙем тәрбиәләгән балаларым йырлап бирер, үҙем бер-икәүһен генә башҡарырмын, тим, сөнки беҙгә шундай шәп алмаш үҫеп етеүен күрһәткем килә.

- Һеҙҙе яратып тыңлаған тамашасыларығыҙға әйтер теләктәрегеҙ ниндәй булыр?

- Иң изге теләктәрем шул: донъялар имен булһын, йыр-моң менән ҡыуанып ҡына йәшәргә яҙһын. Тамашасылар йырсыны ғына тыңларға килмәй, улар үҙҙәре лә эстән йырлап ултыра. Ә инде йырсының уйҙары йөҙөндә, күҙҙәрендә сағыла һәм йырҙың мәғәнәһенә төшөнгәнме-юҡмы икәне лә залдағыларға асыҡ күренә. Шуға тәбиғәттән бирелгән тауышы, моңо менән халыҡ йырын аңлы рәүештә башҡарған йырсыларҙы халыҡ күтәреп ала, баһаһын бирә - кеше күңеленә бәлзәм булып яғыла ул.

 

Сәриә ҒАРИПОВА әңгәмәләште.

"Киске Өфө" гәзите, №2, 2023 йыл

 

http://kiskeufa.ru/index.php?dn=news&to=art&id=5926

БАШҠОРТ ХАЛЫҠ ЙЫРЫ – БУЛМЫШЫМ
БАШҠОРТ ХАЛЫҠ ЙЫРЫ – БУЛМЫШЫМ
БАШҠОРТ ХАЛЫҠ ЙЫРЫ – БУЛМЫШЫМ
БАШҠОРТ ХАЛЫҠ ЙЫРЫ – БУЛМЫШЫМ
БАШҠОРТ ХАЛЫҠ ЙЫРЫ – БУЛМЫШЫМ
БАШҠОРТ ХАЛЫҠ ЙЫРЫ – БУЛМЫШЫМ
БАШҠОРТ ХАЛЫҠ ЙЫРЫ – БУЛМЫШЫМ
Автор:
Читайте нас: