+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
19 Сентябрь 2023, 13:30

Йәрәхәттәрҙе уй көсө менән дә дауаланым

Автоһәләкәттән һуң аңыма килгәс, бер күҙем ныҡ итеп ауыртыуын тойоп, был күҙем күрмәҫ инде хәҙер, ауыртмағаны күрһә лә бик хуш тип күҙемде асырға ҡурҡып яттым. Асып ҡараһам, ауыртмағаны күрә. Шунда нисек ҡыуанғанымды белһәгеҙ... Шөкөр, мин әйтәм, ә инде ауыртҡан яғы ла күргәс, тағы ла бер ҡыуандым. Дүшәмбе көндө табип килеп ҡарап торҙо-торҙо ла, өмөтһөҙ тип уйланымы икән, бер ни өндәшмәй янымдан китеп барҙы. “Һеҙ мине ҡасан сығарһығыҙ икән”, – тип һораным шунда. Ә ул йылмая биреп: “Будет жить!” ­– тип сығып китте.

“Йәрәхәттәрҙе  уй көсө менән дә дауаланым...”

 –  Тән һығылмалылығы кешенең холҡона ла йоғонто яһай, һығылмалылыҡ бирә, тиҙәр. Шул фекер менән килешәһегеҙме?

 – Тормошто нисек бар шулай ҡубул итә белеүҙе, ауырлыҡтар алдында ҡаушап ҡалмауҙы күҙ уңында тотһағыҙ, эйе, килешәм. Мин ҡайғырып, бөтөрөнөп ултыра торған кеше түгел. Ниндәй ҙә булһа хәлгә тарыһам, шуны ҡабул итәм һәм шунда уҡ ул мәсьәләне хәл итеү хаҡында уйлай башлайым. Ә ҡайғырып ултырыуҙан бер фәтеүә лә юҡ. Холҡомдоң шул яғы булмаһа, теге 2004 йылда тарыған бәләнән – автоһәләкәттән һуң мин, бәлки, аяҡҡа ла баҫа алмаҫ инем. Үҙ көсөмә ышаныуым, йәшәргә теләгемдең көслө булыуы, һис шикһеҙ, ярҙам итте. Стрәлетамаҡ ҡалаһында йәшәгән осором ине. Концерт эшмәкәрлеге менән булышҡан сағым. Йома көн. Тиҙ генә Өфөгә барып ҡайтаһым бар. Юл сатында машина көтөп торам. Шунда үткәргән конкурстарымдың бер еңеүсеһе танып туҡтап, ултыртып алып китте. Бик тиҙ бара ине, үҙем дә ашыҡҡас, тиҙ үк барып етербеҙ былай булғас, тип ҡыуанған булдым. Һәм... Һәләкәткә тарығаныбыҙҙы аңғармай ҙа ҡалдыҡ. Ул хаҡта бик иҫләп ултырырға яратмайым. Ауырлыҡтар алдында юғалып, баҙап ҡалмау хаҡында һүҙ сыҡҡас ҡына телгә алыуым. Ҡырмыҫҡалы дауаханаһына алып барҙылар башта. Мине тикшергән табип, бер һынған урыны юҡ тигәс, тыныслана бирҙем. Әммә быға тиклем травмаларҙы етерлек үткәргәс, был ерем һынғанға оҡшап ауырталаһа, ниңә улай икән, тип үҙемдең һыҙланған ерҙәремде барлап ятҡан булдым. Шунан таныштарыма шылтыратып, мине Стәрлегә алып ҡайтыуҙарын үтендем. Әлеге табип бер ҡағыҙһыҙ, үлеп-фәлән ҡуйһа ғәйепте минән эҙләмәгеҙ тигәндәй, утын ағасы һымаҡ тейәтеп ебәрҙе. Стәрлелә өр яңынан ренгент үткәреп, ул ерең һынған, был ерең оналған, ти башланылар. "Һынған ерем юҡ тинеләр миңә", -  тип тегеләр менән һүҙ көрәштереп яттым әле. Бер ерең дә һынмаған тигән табипты һүгә-һүгә мине гипс менән ҡоршап һалып ҡуйҙылар. Ҡатмарлы ғына тән йәрәхәттәре алғанмын булып сыҡты. Ялға ҡарай килеп эләккәс, дауалаясаҡ табип ике көндән һуң ғына килде. Саҡ көтөп алдым. Ауыртыуҙы баҫа торған уколдар менән генә торҙом инде. Автоһәләкәттән һуң аңыма килгәс, бер күҙем ныҡ итеп ауыртыуын тойоп, был күҙем күрмәҫ инде хәҙер, ауыртмағаны күрһә лә бик хуш тип күҙемде асырға ҡурҡып яттым. Асып ҡараһам, ауыртмағаны күрә. Шунда нисек ҡыуанғанымды белһәгеҙ... Шөкөр, мин әйтәм, ә инде ауыртҡан яғы ла күргәс тағы ла бер ҡыуандым. Дүшәмбе көндө табип килеп ҡарап торҙо, торҙо ла, өмөтһөҙ тип уйланымы икән, бер ни өндәшмәй янымдан китеп барҙы. “Һеҙ мине ҡасан сығарһығыҙ икән”, – тип һораным шунда. Ә ул йылмая биреп: “Будет жить!” ­– тип сығып китте. Дауаханала ятҡанда Мырҙакәрим Норбековтың китаптарын килтереүҙәрен һораным. Уның үҙ-үҙеңде дауалау алымдарын өйрәндем. Шуларҙы ҡулландым. Һәм улар ҙа ярҙам иткәндер миңә тип уйлайым. Янға ул саҡта ни бары ун дүрт кенә йәш ине әле. ”Әсәй, һин бер үк үлеп ҡуйма инде”, – тип күҙемә ҡарап ултыра. Шул улым тураһында уйлауым, үҙ көсөмә ышаныуым, үҙемде яҡшы яҡҡа көйләүем ныҡ ярҙам итте ул ауыр осорҙа. Тәнемдәге, умыртҡа һөйәгендәге, башымдағы, йөҙөмдәге йәрәхәттәрҙе  уй көсө менән дә дауаланым тип әйтә алам. Мин әле лә, берәй ерем ауыртһа, шул ағзам, тән күҙәнәктәрем менән һөйләшеп алам. Йөрәгем ауыртһа, йөрәгемә мөрәжәғәт итәм. “Эй, йөрәккәйем минең, һин көслө бит, һин көслө булғанға мин дә көслө, мин иҫтән яҙғанда ла һин аңыңды юйманың бит, әйҙә бирешмәйек йәме, мин һине ярата!” -  тим. Шулай итһәм, йөрәгем ауыртыуы баҫыла. Ә дарыуҙар эсергә яратмайым...

("Тамаша" журналында донъя күргән әңгәмәнән өҙөк)

Йәрәхәттәрҙе уй көсө менән дә дауаланым
Йәрәхәттәрҙе уй көсө менән дә дауаланым
Автор:Гульшат Кагарманова
Читайте нас: