+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
19 Сентябрь 2023, 09:41

«Арғымаҡ»лы сәнғәт арымаҫ

Ҡабатланмаҫ башҡорт йырҙарын халыҡсан да, яңы стилдә лә берҙәй сағыу ҙа итеп тамашасыларға тапшыра «Арғымаҡ» башҡорт этно-рок төркөмө. Уларҙың төп маҡсаты – йыр-моңға һөйөү менән берләштереп, йәштәрҙе туплау, рухландырыу, берҙәм итеү. «Арғымаҡ»тар күп ваҡыт Рәсәй исеменән сығыш яһай һәм донъяның бик күп коллективтары араһында этно-музыка, этно-хит номинацияларында оҫта башҡарыусы исеме өсөн көрәшә. Башҡорт сәнғәте донъяһында «Арғымаҡ» тип аталған заманса төркөм булдырырға йыйынғас, күптәр ышанмай, көлөп кенә ҡуя, ниндәй башҡорт этно-рок төркөмө булһын ти инде?! Әммә егеттәр һайлаған юлдан ситкә тайпылмай. Тырышлыҡ, сәм, маҡсатлы даими хеҙмәт емеше булып барлыҡҡа килә был төркөм. «Арғымаҡ»тың тәүге репетицияһы 2009 йылда була. Яйлап коллектив туплана. Беренсе концерттарын 2011 йылдың йәйендә «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында ҡуялар. Бөгөнгө башҡорт сәнғәтендә, йәмғиәтендә матур өлгө булырлыҡ ир-егеттәребеҙҙең береһе булған «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө етәксеһе һәм солисы Ринат Рамаҙанов менән ҡыҙыҡлы әңгәмә тәҡдим итәбеҙ:

– Таланттарға бай Мәләүез ҡалаһында тыуып-үҫкән егеттең йыр-моңдо һөйөүе бәләкәй сағынан уҡ һиҙелдеме икән?

– Матур музыка ҡуйып сабый ғына сағымда илауымдан тынысландырыр булғандар. Өйҙә йыш ҡына минең менән ҡалған Гөлгөнә инәйем әсәйемә, был баланың моңдо ишетеү һәләте бар бит, тип, үҫкәсерәк, музыка мәктәбенә бирергә ҡарар иткәндәр. Атайым – Заһир Сабир улы төҙөүсе. Ҡартатайым тальян гармунда уйнап йырлаған. Әсәйем – Мәнәүәрә Әбделҡадир ҡыҙы – юғары категориялы математика уҡытыусыһы, бик матур йырлай. Улар миндә халыҡ моңона, халыҡ йырҙарына һөйөү орлоғо һалғандар ҙа инде.

Бала сағымда телевизорҙан «Каруанһарай» ансамбле сығыштарын айырыуса иғтибар менән ҡарай инем. Төркөмдөң үтә популяр сағы булды, мин Рәсүл Ҡарабулатов кеүек ҡурайҙа уйнаясаҡмын, тип хыялландым. Уға оҡшау хыялын алтынсы кластан тормошҡа ашыра башланым – ҡурайҙа уйнарға өйрәндем. Остазым – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Мәләүез балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Тәлғәт Мөхәрләм улы Нуриев. Ҡурай буйынса иң төплө белемде мин унан алдым.

– Өс балалы ғаилә башлығы булараҡ ниндәй уй-хыялдар, изге ниәттәр менән янаһың? Ғаилә һәм ижад бер-береһенә ҡамасаулыҡ итмәйме?

– Мин ғаиләмде бик ныҡ яратам һәм балаларым, һөйөклө ҡатыным өсөн ҙур ҡаршылыҡтарҙы еңергә көс табам. Кәләшем Алиса менән сәнғәт академияһында уҡығанда уҡ таныштыҡ. Ул театр факультетын тамамланы. Минең бөтә башланғыстарымды хуплап ҡабул итеп, таяныс һәм кәңәшсе булғаны өсөн уға ҙур рәхмәтлемен. Беҙҙең ғаиләлә барыһы ла килешеп эшләнә. Үҙебеҙҙең ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлап, балалар менән тик башҡортса ғына һөйләшеп аралашабыҙ.

Балаларым Әмирхан, Әминә, Абдразаҡты милли рухта, халҡыбыҙҙың алтын аҡылын ҡулланып тәрбиәләйбеҙ. Кешелек сифаттары тоноҡланмаған, ысын ҡиммәттәрҙе баһалай белгән, таҙа, саф күңелен юҡ-бар менән тултырмаған балалар үҫтерге килә. Минең дә, беҙҙең ижади төркөмдөң дә бөтә эшмәкәрлеге нәҡ ошо изге ниәткә бағышланған.

Күп яҡтан үрнәк булырлыҡ атай, ғаилә башлығы булыу менән бергә, йөкләп барған бөтә һөнәри һәм йәмәғәт башланғысындағы вазифаларыңды һанарға бармаҡ та етмәй?

– «Арғамаҡ егеттәре менән Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары булып штатта торабыҙ.

Яңы йәмәғәт ойошмаһы – «Бөтә Рәсәй башҡорт йәштәре ҡоролтайы (конгресы)» Бөтә Рәсәй башҡорт йәштәре берлеге етәксеһе булып торам. Шундай-шундай ойошма булдырабыҙ, тип республика Башлығы хакимиәтенән дә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетынан да миңә етәксе булырға тәҡдим иттеләр. Моғайын, әйтерҙән алда кандидатурамды бик ентекле тикшергәндәрҙер. Осраҡлы кешене етәксе итеп ҡуйып булмай бит. Беҙҙең «Арғымаҡ»тың исеме лә, есеме лә бар тигәндәй. Тағы шуныһы: һин дәүләт менән килешеп эшләй алмайһың икән, үҙеңде ҡаршы ҡуяһың икән, һинең эшеңдең алға барыуы икеле. Хөкүмәткә бит икенсе төрлө итеп тә еткереп була – дуҫлыҡ телендә. Проекттарыңды тәҡдим итеп, аныҡ маҡсаттар менән хеҙмәттәшлек итергә теләүҙе, ниндәйҙер талаптарыңды ла белдереп. Йүнәлештәр күп: инвестициялар йәлеп итеү, төбәкте танытыу, туризмды үҫтереү кеүек яңы башланғыстарҙы идеялы йәштәр ҡолас ташлап эшләй ала.

Башҡа төрлө вазифаларҙы һанап тормайыҡ (көлә).

– Һеҙҙең ижади төркөм ниндәй йүнәлештә айырыуса әүҙем эшләй?

– Башланғанда ғына беҙ этно-рок инек, хәҙер бөтә йүнәлештәрҙә лә эшләйбеҙ, йәғни заманса мейнстрим! Бөгөнгө заманда нимә иң ныҡ популяр, стилле, модала – былар барыһы ла «Арғымаҡ»!

Киләсәгебеҙ, үҫеп килгән балалар башҡорт рухын һеңдереп үҫһен өсөн тырышабыҙ. Хәҙер балалар беҙҙе ҡайҙан эҙләп таба ала, беҙ шунда барабыҙ, шул телдә һөйләшәбеҙ, уларға аңлайышлы ысул менән милли йоланы, моңдо һеңдерәбеҙ!

Америка һәм Европа йоғонтоһо аҫтында булған балаларға тота килеп ҡурайҙа уйнай башлаһаң, улар ихлас тыңлаймы? Уларға нимә ҡыҙыҡлы, башта шул хаҡта һөйләшеп башлайһың да, аҙаҡ инде улар кеҫәңә кереп ултырғас, елле генә итеп үҙеңдең әйтергә теләгәнеңде еткереп ҡуяһың. Сәхнәгә сыҡҡас, беҙҙең ни бары бер-ике генә минут ваҡыт бар, шул арала иғтибарҙарын йәлеп итеп өлгөрмәһәң, бөттө. Ә инде уларға аңлайышлы тел менән һөйләшә башлап, үҙеңдекенә күскәнде улар һиҙмәй ҙә ҡала. Быны эшләргә, йәштәребеҙҙе, балаларҙы үҙебеҙҙең милли асылда тәрбиәләргә кәрәк! Башта шаҡы-шоҡо булһа ла, аҙаҡ Урал батыр, Зәки Вәлиди, Зәйнулла ишан, Шайморатов генерал тураһында һөйләйбеҙ!

Һәр беребеҙҙең үҙ вазифаһы бар, һәм егеттәр үҙ бурыстарын ҙур яуаплылыҡ менән башҡара. Шәйехзада Бабич исемендәге премия лауреаты исемен дә беҙ төркөм барлыҡҡа килгән саҡтан эшләгән 5 кешегә – Айрат Нәзиров, Эмиль Гәрәйев, Алик Гәрәйев, Радмир Исмәғилев бүлешеп алдыҡ. Егеттәрем барыһы ла халыҡ артисы исеме бирерлек талантлылар һәм халҡыбыҙға, мәҙәниәтебеҙгә фиҙаҡәр хеҙмәт итәләр. Аллаһ бирһә, бар изге ниәттәребеҙҙе лә ғәмәлгә ашырыу юлдары асылыр.

«Арғымаҡ» төркөмөнөң тормош принцибы – бөтәһе менән дә татыу йәшәргә, шул иҫәптән хөкүмәт менән дә. Етәкселек менән берлектә күп кенә саралар үткәрә улар. Килешеп, уртаҡ тел табып йәшәгәс, бер-береһенә ярҙам итеп эшләү ике яҡ өсөн дә отошло. Ҡайһы саҡ бушлай эшләһәләр ҙә, икенсе яҡтан ыңғай булып ҡайта. Башҡортостан Башлығының 10 миллион һумлыҡ грантын яулауы ла юҡтан түгел – уларға ышаныс та күрһәтәләр, яуаплылыҡ та арта.

Әле донъяуи кимәлдә рухи хәтер яңырып, тамырҙар, шәжәрәләр өйрәнелә башлаған бөгөнгө тормошта боронғолоғо менән хайран итер башҡорт халҡын, уның бай мәҙәниәтен танытып, таратып был егеттәр донъяны арҡыры-буй гиҙеп йөрөй, фольклориадаларҙа ҡатнаша, меңәрләгән тамашасылар алдында сығыш яһай. «Арғымаҡ»тар йәштәр, балалар менән менән күп аралаша, саралар ойоштора, йәмәғәт эштәрендә ҡатнаша. Бөтә донъялағы йәш милләттәштәрҙе бергә туплау, күмәкләп илебеҙ, Башҡортостаныбыҙ үҫешенә тос өлөш индереү маҡсаты менән яна улар. Йәштәрҙе тормошта килеп тыуған хәүефтәрҙән аралап ҡалыу, дөрөҫ үҫеш йүнәлешен күрһәтеү, һынауҙар алдында бөгөлөп төшмәҫкә ярҙам итеү ҙә уларҙың төп йүнәлеше.

 

Миләүшә Ҡыҙрасова

«Арғымаҡ»лы сәнғәт арымаҫ
«Арғымаҡ»лы сәнғәт арымаҫ
«Арғымаҡ»лы сәнғәт арымаҫ
«Арғымаҡ»лы сәнғәт арымаҫ
«Арғымаҡ»лы сәнғәт арымаҫ
Автор:
Читайте нас: