+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
18 Сентябрь 2023, 13:51

“Ҡурайға тәңкә тағыу” йолаһы

Ҡурай моңона рәхмәтле кеше күп, ул моң ҡурайсы йөрәгенән бәреп сыҡҡан шишмә тауышы икәнен дә беләбеҙ. Оҫта көйсөгә ярҙам, бәрәкәт бирергә теләп, уның ҡурайына тәңкә тағыу бик тантаналы күренеш.

“Ҡурайға тәңкә тағыу” йолаһы

 

Ярымтүңәрәк яһап баҫалар.

1-се бала.

Ҡурай тауышын ишетеп

Беҙ сығабыҙ болонға,

Ҡурайсы менән бергәләп

“Кем һуҡты”ны уйнарға.

Һай-һай-һай-һай!

Матур йәшел болонда,

Уйнап алайыҡ шунда.

Ҡурайыңды беҙгә бир ҙә,

Үҙең ҡарама бында.

2-се бала.

Түңәрәк буйлап тауышһыҙ

Беҙ йүгереп йөрөйбөҙ.

Шауламағыҙ, шауламағыҙ,

Һуғып алайыҡ беребеҙ.

Һай-һай-һай-һай!

Мин дә түгел, мин дә түгел,

Кем һуҡҡанын үҙең бел!

Ҡурайсы кем һуҡҡанын белергә тейеш. Дөрөҫ күрһәтмәһә, һөнәрен күрһәтә.

3-сө бала ( үҫеп ултырған ҡурайҙы күреп ҡала).

Ҡыҙҙар, малайҙар! Ҡарағыҙ әле, ҡурай үҫеп ултыра!

Ҡурайсы.

Хәҙер мин һеҙгә ҡурай эшләп күрһәтәм. (Эшләй башлай.)

Әйтемләп тора.

- Һин кем?

- Ҡурай.

- Ҡайҙа үҫтең?

- Урманда.

- Кем ҡырҡты?

- Ҡурайсы.

- Ниңә?

- Уйнарға.

Ҡурайсы.

Бына инде, ҡурай әҙер! (Ҡыҫҡа ғына бер көй уйнап ишеттерә.)

Һай, афарин! (Бергә.)

Бер ҡыҙ йәки тәрбиәсе.

Яңы ҡурайҙы ҡотларға кәрәк! Ҡыҙҙар, әйҙәгеҙ ҡурайсыны ҙурлап, яңы ҡурайға тәңкәләр тағайыҡ.

Уйна, егет, томан таралһын,

Хыялдарың менһен толпарға.

Сыңғырла һин, ҡурай, сыңғырла,

Ҡыҙҙар ҡулдарына дан йырла! ( Епкә тағылған тәңкәне ҡурайға таға.)

Ҡыҙҙар берешәрләп теләктәр әйтеп тәңкә тағалар.

Оҙон еп менән тағам, оҙон ғүмерле бул!

Милли рухлы бул!

Башҡортомдоң аҫыл улы бул!

Батыр бул!

Етмеш төрлө һөнәрле бул!

Сәләмәт бул!

Моңло күңелле бул!

Тәңкә таға бара ете ҡыҙ теҙелеп баҫалар һәм “ Ҡурай “ бейеүен башҡаралар.

Бейеүҙән һуң алҡышлап, ай-һайлап сығып китәләр.

 

Алып барыусы.

Сират етте был китаптың

Һуңғы битен асырға.

Йыйылғандар ете ырыу

Бейеп күңел асырға.

 

“Ҡурайға тәңкә тағыу” йолаһы
“Ҡурайға тәңкә тағыу” йолаһы
“Ҡурайға тәңкә тағыу” йолаһы
“Ҡурайға тәңкә тағыу” йолаһы
“Ҡурайға тәңкә тағыу” йолаһы
Автор:
Читайте нас: