+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
14 Сентябрь 2023, 22:10

Сихыр. Булған хәл

-

 


– Әллә, уны нисек тапмаҡ кәрәк, күптән үҙе тураһында ишетелмәй ҙәбаһа, – тине ҡарты.
– Бәлки, кешеләрҙән һорашып ҡарарһың, башҡа өмөт юҡ бит, – тип өҙгөләнде Фәниә.
Таң һыҙыла башлағас та юлға сыҡты Нурғәле. Ҡыш яҡынлашыуын иҫкәртеп ер өҫтөнә беренсе ҡар бөртөктәре һибелгән. Урман юлында ҡар күберәк яуған икән, урыны-урыны менән аяғы батып-батып китә Нурғәлиҙең. Күпме барғандыр – үҙе лә белмәй, ҡыҙы өсөн уйлана-уйлана атлай торғас, кис ауышҡанын да һиҙмәй ҡалған. Таныш-белеш аша һораша торғас, “имсе” даны алған ҡатындың ҡайҙа йәшәгәнлеген белде.
– Әйҙүк, үт-үт, күптән көтәм һине – ҡыҙың ауырыған икән, – тип ҡаршы алды уны Федора.
Ул тулы ғына кәүҙәле, ҡуңыр йөҙлө ҡатын ине. Саллана башлаған сәсе яулыҡ аҫтынан күренеп тора. Өй эсенә төрлө киптерелгән үлән бәйләмдәре, ағас ҡайыры, хайуан тиреләре эленгән.

– Һине саҡ эҙләп таптым! Зинһар, ҡыҙымды ҡотҡар, бер нимә лә йәл түгел, һыйырымды бирергә әҙер, – тине күҙ йәштәрен һөртөп Нурғәле.
– Ҡыҙыңдың сире ифрат ауыр, йәшәргә бер аҙна ғына ҡалған. Ҡайтып, ат егеп кил, мин әҙерләнә торормон, көс туплап алырға ла кәрәк, – тине.
...Ауырыуҙы күргәс, Федора аһ итте! Иң тәүҙә өшкөрөп алды, төнәтмәләр эсерҙе. Нурия үҙен томан эсендәге кеүек кенә хәтерләй: бер ут булып янды, берсә ҡарҙа тәгәрәп туңды, берсә күккә олғашҡандай тойолдо. Үҙе генә белгән алымдар менән төрлө сүрәткә керетте Нурияны, иң аҙаҡтан сепрәктән ҡарасҡы яһап яндырып, көлөн ете юл сатына күмергә ҡушты. Тамам хәлдән тайып тәгәрәне Федора ла, ярым үлек Нурия ла. Бер ай күҙ ҙә йоммаған Нурия бер тәүлек уянмай йоҡланы. Әсәһе, әллә был үлдеме икән, тип ҡабат-ҡабат янына килеп ҡараны: тик Федора уны тынысландырҙы.
“Эй, бигерәк сибәрһең икән дә үҙең!” – тигән тауышҡа уянып китте Нурия. Эргәһендә баҫып торған Федораны күреп йылмайып ҡуйҙы. Ятҡан урыны лысма булған – һығып алырлыҡ, шешенгән тәненән һыу шулай һарҡҡан.
Әсәһе көҙгө һоноп:
– Ҡарале, ҡыҙым, элекке хәлеңә ҡайтҡанһың бит, Хоҙайға шөкөр, – тине шатлығынан ни ҡылырға белмәй.
Нурия көҙгөгә күҙ һирпте – аҡ йөҙлө һылыу ҡатын ҡарай ине унан.

– Бер ҡанһыҙ әҙәм һине сихыр­лаған, үлтерергә самалаған, – тине Федора. – Сихырын үҙенә ҡайтарма­һам да, Хоҙай ебәргән язаны барыбер аласаҡ, мин көсһөҙ был осраҡта. Бына күрерһең, кем икәнен әйтмәйем – һин һауыҡҡас та, ул яуыз был донъянан китәсәк.
– Ҡыҙым төҙәлһә, әйҙә, ул да йәшәһен, минең тарлығым юҡ, – тине Фәниә.
– Нурия һеңлем, был донъяла һинән дә һау-сәләмәт, һинән дә бәхетле кеше булмаҫ, тик байлыҡҡа иҫең китмәһен, тупылдап балаларың да тыуыр, ғүмерҙең дә оҙоно насип булыр үҙеңә, – тине Федора, хушлашып.
Фәниә менән Нурғәле Федораны ҙурлап оҙатты, нәҙер-бүләктәрен йәлләмәне.
Нурия ла, көндән-көн матурланып, аҙна үтеүгә һауығып аяҡҡа баҫты. Ауылына ҡайтҡанда ҡәйнәһенең етеһен уҡыталар ине...

Минира БИКӘНӘСОВА.

Сихыр. Булған хәл
Сихыр. Булған хәл
Автор:
Читайте нас: