Рауза сәскәһе
"Ҡыҙҙарыбыҙ ҡырыҫ, мөләйемлеге, тәбиғи сафлығы менән үҙҙәренә ылыҡтыра, яҡынлаһаң, сағып алалар. Бер башҡорт ҡыҙы менән ике ай осрашып йөрөгәндән һуң, ынтылып ҡына үбәйем тигәйнем, күҙҙәремдән осҡон сәсрәтеп сикәмә сәпәне лә: "Аптырап бараңмы?" — тип әрләп ташланы..." — тип һөйләгәйне мәрйәгә өйләнгән башҡорт егете.
Шулай шул, бары тотанаҡтар, сабырҙар ғына башҡорт ҡыҙының йөрәген яулай ала. Уларҙың "ҡырыҫлығы" ҡырыҫлыҡ та түгел, милләтебеҙҙе һаҡлаусы сифат, милли иммунитет. Әгәр ҙә улар шулай булмаһа, әллә ҡасан башҡа милләттәр араһында иреп юҡҡа сығыр инек.
Сәскәләр батшабикәһе һаналған Рауза сәскәһе кеүек беҙҙең ҡыҙҙар. Хоҙай ни өсөн уларҙы сәнскеле иткән. Ғалимдар бында ике сәбәпте дәлил итеп килтерә. Беренсенән, һабаҡтары мурт һынмалы раузалар башҡа үлән, сәскә һабаҡтарына ошо энәләре ярҙамында йәбешеп быуын нығытһын, ҡояшҡа үрләһен өсөн, икенсенән, үлән менән туҡланыусы һөтимәрҙәрҙең раузалар иң татлы ризығы булғанға күрә, бер тапҡыр томшоғона энә ҡаҙалғандан һуң улар был сәскәгә әйләнеп тә ҡарамай икән.
Теге егет һуңлап булһа ла үҙебеҙҙең ҡыҙға өйләнде барыбер ҙә. Миңә: "Ҡыҙҙарыбыҙҙың йөрәктәрен яулаһаң, энәләре сәнсмәй икән", — тип әйткән булды, ҡәнәғәт йылмайҙы.
Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай
"Мең дә бер күҙәтеүем"
яҙмаларынан 883-сө күҙәтеү.