+2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
14 Сентябрь 2023, 14:10

Кино төшөрөү – уйын эш түгел

Был өлкәнән китер өсөн сәбәптәр хәтһеҙ кеүек тойолһа ла, ҡаршылыҡтарға, хаталарға, ҡасандыр зым-зыя килгән өмөттәренә ҡарамай, ул үҫмер мәлендә үк аңлы рәүештә һайлаған юлына тоғро ҡалған. Кино төшөрөү – уйын эш түгел шул. Бигерәк тә юҡты бар ҡылыу, башҡорт милли кинематографияһын, уның традицияларын булдырыу тураһында һүҙ барғанда... Туған телендә сифатлы фильмдар тыуҙырыу хаҡында хыялланған һәм шул йүнәлештә үҫешеү өсөн шарттар эҙләгән, береһенән-береһе мәртәбәлерәк фильмдар төшөргән зыялы ла, талантлы ла замандашыбыҙ Булат Тимербай улы Йосоповтың ижад юлы, эшмәкәрлеге ысын мәғәнәһендә батырлыҡҡа тиң. Кеше, әгәр ҙә теләһә, абынған еренән тороп китерлек үҙендә көс тапһа, бәләкәй генә аҙымдар менән булһа ла көн дә алға табан атлаһа, хыялдарын ысынбарлыҡ итә... Әңгәмәлә һүҙ нәҡ ошо хаҡта.

Булат Тимербай улы, гәзит-журналдарҙа интервьюларығыҙ һирәк осрай. Ни өсөн шулай икәнлеген хәҙер аңланым инде: һис тә бушамайһығыҙ икән...

– Ысынлап та, ижад итер ҡомар, йәштәргә еткерер тәжрибәм, халҡыма әйтер һүҙем барҙа эшләп ҡалғым килә. Нимәлер тыуҙырыу, эш менән мәшғүл булыу – үҙе бәхет бит ул. Күңел шунан ләззәт таба. Ә кино – ул шул тиклем мауыҡтырғыс донъя. Бында килеп эләккәнһең һәм ошо йүнәлештә аныҡ маҡсаттарың бар икән, алһыҙ-ялһыҙ эшләү талап ителә. Башҡаса мөмкин дә түгел.

– Нимәһе менән арбаны һеҙҙе был донъя? Ғөмүмән, ҡасан яралды күңелегеҙҙә ошо хаҡта уйҙар?

– Дүртенсеме-бишенсеме класта уҡығанда өйҙә башҡорт телендә фильм ҡарағаныбыҙ хәтерҙә. Шул саҡта атайымдан: «Беҙҙә киностудия бармы», – тип һораным. «Юҡ», – тине атай. «Ни өсөн?» – тип ҡыҙыҡһындым. «Автономия республикаларында киностудиялар асылмаған әле. Союз республикаларыныҡы бар», – тип аңғартты ул. Ә беҙҙә, баҡтиһәң, дубляж студияһы эшләгән икән. Башҡа телдә төшөрөлгән фильмды башҡортсаға тәржемә итеү менән сикләнгәндәр инде. Ул мәлдә беҙ ҡараған фильм да тәржемә әйбере ине. Тап шул ваҡытта башҡорт телендә кинолар төшөрөү кәрәк бит тигән уй моронлап ҡуйғандыр ул күңелдә. Башланғыс кластарҙа Өфөнөң 117-се мәктәбендә белем алдым, һуңынан, фатирыбыҙ алмашынғас, уҡыуымды 20-се ҡала башҡорт мәктәбендә дауам иттем. Мин профессияны түгел, профессия мине һайланы тип әйтәләр бит. Нисек кенә баналь яңғыраһа ла, минең менән дә хәл шулайыраҡ булды. Бер мәлде, республикала киностудия асылған осорҙа, үҙҙәренә буласаҡ кадрҙар әҙерләү, йәғни йәштәрҙе кино сәнғәтенә ылыҡтырыу маҡсаты менән ундағы етәкселәр – Әмир Абдразаҡов, Әхнәф Тимербулатовтар мәктәпкә осрашыуға килде. Уҡыусыларҙан кемдер – оператор, ҡыҙҙар араһынан берәү актриса булырға ниәтләүе хаҡында белдерҙе. Рәссам һөнәрен үҙләштерергә теләүселәр ҙә табылды. «Ә һин ниндәй һөнәр һайлар инең?» – тинеләр миңә. «Былар менән идара итер өсөн режиссер кәрәк тә һуң хәҙер, моғайын, тап шул һөнәрҙе үҙләштермен», – тип ҡыйыу һүҙ ташланым шунда. Барыһы ла аптырап китте. Көлөштөләр хатта. Тик ул тиңдәштәремдең береһе лә кино өлкәһен һайламаны. Ә мин был мәсьәләгә етди ҡараным. Буй етмәҫлек хыял һымаҡ тойолһа ла, Бөтә Рәсәй дәүләт кинематография институтына документтарымды тапшырып ҡарарға йөрьәт иттем. Әҙерлек кимәлем булмағас, әлбиттә, түбәнерәк балл йыҙым һәм бюджетҡа үтә алманым. Ни тиһәң дә, төркөмдәштәрем араһында МХАТ-тан, Щукин исемендәге театр училищеһынан һуң килгәндәр ҙә бар ине. Мостай Кәримдең (ул атайым менән яҡшы мөнәсәбәттә булды) Наумовҡа яҙған хаты ла был мәсьәләне ыңғай хәл итергә мөмкинлек бирмәне. Түләүле бүлектә уҡыным. Һәм шуныһы үҙенсәлекле, башлыса аҡса түләп уҡығандар бөгөн ошо йүнәлештә эшләй ҙә. Башҡалар бында тотҡарланманы тиһәң дә була.

– Диплом эшегеҙ «Быяла юлсы» тип исемләнгән фильм ине. Ул ҡайҙа төшөрөлдө?

– Фильм үҙебеҙҙең киностудияла төшөрөлдө. Сценарий авторы – Айҙар Аҡманов. Икебеҙ ҙә ВГИК-ты тамамлау алдындабыҙ. Яңы француз тулҡыны стилендә төшөрҙөк был эшебеҙҙе. Халыҡ өсөн яңылыҡ булды ул. Һәм был эшебеҙ студент Оскарына һайлап алынды. Минән таҫмаларҙы почта аша Лос-Анджелесҡа ебәреү талап ителде. Әммә килеп сыҡманы, сөнки ике көндән Өфөлә премьера көтөлә ине. Шулай ҙа байтаҡ һыуҙар аҡҡас, Лос-Анджлеста булдым. «Беренсе Республика» фильмы менән...

– Һәм кинематография институтын тамамлап ҡайтҡан йәш егет Башҡортостан киностудияһында эш башланы. Һеҙҙе бында нисек ҡабул иттеләр?

– Эйе, 1995 йылдан алып 2004 йылға тиклем киностудияла эшләнем. Миндә, ғөмүмән, үҙебеҙҙең киностудияла эшләмәҫмен тигән уй юҡ ине. Һәйбәт ҡабул иттеләр тип уйлайым. Әммә һәр ойошма үҫешергә тейеш. Бер урында тапаныуҙан ни мәғәнә?! Әгәр ҙә етештереү юҡ кимәлендә, тамашасы һаны артмай, тауар әйләнеше һиҙелерлек түгел икән, тимәк, үҫешмәйһең тигән һүҙ. Ул осорҙа киностудия башлыса фильм-портреттар төшөрә ине. Сөнки коллективта телевидение режиссерҙары эшләне. Ә телевидение – ул киң мәғлүмәт сараһы. Кино иһә бтөтөнләй башҡа донъя. Һәм мин, махсус белемле режиссер булараҡ, үҙ эшемде атҡарырға тейешмен. Эйе, ниндәйҙер нигеҙ ҙә, сәнәғәт тә, традициялар ҙа, драматургия ла юҡ, әммә нимәлер эшләргә кәрәк ине. Киностудияла эшләгән йылдарҙа «Ауыл өҫтөндә йәйғор», «Сөмбөлдөң етенсе йәйе» төшөрөлдө. Мостай Кәрим әҫәре буйынса «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» фильмына ла тотондом. Тик бик ауыр шарттарҙа, усты усҡа ялғап тигәндәй тормошҡа ашырылды был фильм. Ни йүнле техника юҡ, таҫмалар өҙөлөп йонсота. Командаға емерек спорт залдарында йоҡларға тура килә, сөнки командировка аҡсаһы түләнмәй. «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» минең өсөн оҙон-оҙаҡ ғазапҡа әйләнде бер мәл. Ахыр сиктә, өҙлөгөп китеп, үпкә сиренә тарыным. Ике аҙна дауамында реанимацияла ятырға тура килде хатта. Оҙайлы дауаланыу, сирҙән һуң аяҡҡа баҫыу осоро... Фильм донъя күреүен-күрҙе. Әммә ҡаршылыҡлы булды. Уны 2006 йылда ғына үҙ аҡсама тамамлап ҡуйырға тура килде. Тап шул йылдарҙа мин киностудия менән хушлаштым.

– Протест булдымы был, әллә һеҙ үҙ көсөгөҙгә ышаныуҙан туҡтанығыҙмы?

– Икеһе лә булғандыр. Әммә кемгәлер нимәлер иҫбат итеү маҡсаты торманы минең алда. Бындай мөнәсәбәтте асыҡтан-асыҡ тоймаһам да, ундағы етәкселәр мине, бәлки, туҡтауһыҙ аҡса һораған булдыҡһыҙ режиссер тип тә иҫәпләгәндер. Һәр хәлдә лә байтаҡ йылдар үткәс кенә мин үҙ статусымды раҫлай һәм киностудия менән партнерҙарса мөнәсәбәтте тергеҙә алдым.

– Ә уға тиклем һеҙ ниндәй юл үттегеҙ?

– Киностудиянан киткәндән һуң минең тормошомда эҙләнеү этабы башланды. Кино режиссерының яҙмышы театр режиссерҙарыныҡынан айырыла шул. Бер театрҙан китеп, икенсеһендә эш башлау мөкинлеге юҡ беҙҙә. Һөнәремде үҙгәртәйемме, әллә башкөллө бизнесҡа китәйемме тигән һорауҙар тыуҙы. Һәр хәлдә лә киләсәгемде шәхси эшҡыуарлыҡта күрҙем. Тап шул йылдарҙа «Vista Vizion» студияһын булдырып, реклама роликтары, «Медведь», «Тайна Аркаима» мини-сериалдарын, «Дурь» ҡыҫҡа метражлы фильмын төшөрҙөм.

– Был фильмдарығыҙҙы федераль телеканалдарҙа ла күрһәттеләр. Тимәк, киностудиянан киткәс, һеҙҙең офоҡтарығыҙ киңәйгән килеп сыға?

– Эйе, әммә бер нәмә лә еңел генә бирелмәй. Тәжрибә яйлап тупланды. Йәшермәйем, миңә хатта фатирымды һатырға ла тура килде. Мәскәүҙә лә йәшәп алдым. 2009 йылда Өфөнөң ҡала үҫеше буйынса йәмғиәт фонды бизнес-проекттар конкурсы иғлан итте. Был хаҡта мин осраҡлы рәүештә ишетеп ҡалдым. Ошо йүнәлештә эшләгән танышыма бөтөнләй башҡа йомош менән мөрөжәғәт иткәйнем, ул кино мәктәбе буйынса бизнес-проект төҙөп килтерергә тәҡдим итте. Миндә башта ҡаршылыҡ тыуҙы, әммә күҙ ҡурҡа ҡул эшләй тигәндәре хаҡ икән. Ярты йыл бизнес-мәктәптә шөғөлләнеп, үҙемдең бизнес-планымды яҙҙым. Һәм был проектты тормошҡа ашырыуға, йәғни кино мәктәбе асыуға өлгәштем. Шул осорҙан алып уҡыусылар менән ике йөҙҙән ашыу фильм төшөрҙөк. Был һүҙҙәрҙе әйтеүе генә анһат. Ысынында иһә баш ҡалҡытмай көн-төн эшләргә тура килде. Иртән улымды мәктәпкә алып барам да, «Бизнес Капитал»дағы офисыма киләм. Унда ике кабинет арендалай инем. Башта шуларҙың иҙәнен йыуып сығам. Сөнки йыйыштырыусыға түләр өсөн артыҡ аҡса юҡ. Сәғәт туғыҙға хеҙмәткәрҙәр килә. Планерка үткәрәбеҙ ҙә, эш башлайбыҙ, клиенттарға шылтыратабыҙ. Алтыла барыһы ла өйҙәренә таралыша. Ә миңә уҡыусыларым килә. Уларға режиссура нигеҙҙәрен уҡытам. Сәғәт унынсы яртыла ғына офисымды бикләп ҡайтырға сығам. Шул саҡтарҙа башҡаса бер ҡасан ҙур киноға ҡайтмаҫмынмы икән, тигән уйҙар биләп ала ине күңелде. Идеяларым һәр ваҡыт ташып торҙо. Башҡортостанда кинематографияны үҫтереү концепцияһын да төҙөнөм. Әммә ул ҡабул ителмәне. «Халыҡ киноһы», «Кинозрение» һымаҡ кинофестивалдәр үткәрергә тотонғас һәм улар кешелә ҡыҙыҡһыныу уятҡанын күргәс, мине ишетә, күрә, таный башланылар. Үрҙә телгә алыуымса, киностудия менән партнерҙарса мөнәсәбәт тә барлыҡҡа килде. Улар миңә «13 раунд» фильмын төшөрөргә тәҡдим итте. 2013 йыл грант отоп, «Визит» филмын төшөрҙөк. Артабан мәкәтәп менән генә сикләнмәй, студия асырға кәрәк тигән уйға килдем. Ул йүнәлештә лә байтаҡ эштәр башҡарылды. Йәнә бер нисә фильм төшөрөлдө. «Ҡыҙыл Башҡортостан» проекты идеялары менән дә күп йөрөнөм, байтаҡ ишектәрҙе шаҡыным. Тик әлеге лә баяғы һөҙөмтәһе булмай аптыратты. Шулай ҙа аныҡ идеялар булһа, шул маҡсатҡа ярашлы аҡсаһы ла табыла тигәндәре хаҡ икән. Йәнә бер грант отҡандан һуң әлеге проекттың тәүге фильмын «Бабич»ты төшөрҙөк. Уны халыҡ хөкөмөнә сығарғас, мәҙәниәт министрылығы тарафынан да миңә ҡарата ҡыҙыҡһыныу, ышаныу артты. Һуңынан «Беренсе Республика» фильмын да төшөрөүгә өлгәштек. Ошо ваҡиғаларҙан һуң, 21 йәшендә ВГИК-ты тамамлап ҡайтҡан Булат Йосоповтың ниндәйерәк кимәл хаҡында һүҙ йөрөтөүен, ниндәй маҡсаттар менән яныуын аңлағандарҙыр тип уйлайым. Ә бит ҡайҙа ғына булһам да, ниндәй шарттарҙа көн күрһәм дә, мин үҙ маҡсаттарым өҫтөндә эшләнем. Әле иһә үрҙә атап проекттың өсөнсө өлөшө булған «Шағир көндәлеге» фильмын тамамланыҡ. Сентябрь айында премьераһы көтөлә. «Ер һүҙе» лә уңышлы эшләп килә. Башҡортостандан ғына түгел, Рәсәйҙең 20 төбәгенән ҡатнашалар хәҙер был проектта.

«Шағир көндәлеге»н төшөргәндә һеҙ Рәмиҙе үҙегеҙ өсөн яңынан аса алдығыҙмы?

– Ниндәй шарттар кешенән шағир яһай? Шиғыр яҙа башлар алдынан уның менән нимә була? Мине шул ҡыҙыҡһындырҙы. Тағы ла Рәмиҙең төрлө ҡаршылыҡтарға ҡарамай, үҙен кеше, идеолог, ғаилә башлығы, шәхес булараҡ һаҡлап ҡалыуын сағылдырыу мөһим ине. Ул үҙенә хыянат итмәгән. Күптәр һына, үҙ хыялы хаҡында онота. Ә Рәми Ғарипов башҡаларға оҡшарға, кемдеңдер указына буйһонорға теләмәгән, үҙе булып ҡала алған. Һәм уның трагедияһы ла шунда. Көндәлектәрен уҡыйһың да, шуны аңлайһың: ниндәй заман киләсәген төҫмөрләгән бит ул. Һәм үҙенең яҙмышы нимә менән тамамланырын да белгән. Бында күрәҙәлек һәләте хаҡында түгел, ә уның аҡыл даирәһенең ни тиклем кимәлдә үҫешкән булыуы хаҡында һүҙ бара.

– Һеҙ ҙә шағир улы... Атайығыҙ менән үҙ-ара мөнәсәбәтегеҙ нисек ине? Һеҙҙең арағыҙҙа оҡшашлыҡ бармы?

– Әйткәндәй, Рәми Ғарипов атайымдың ижадына йоғонто яһаған кеше. Ә атайым миңә йоғонто яһаны. Юҡ, беҙ атайым менән артыҡ яҡын булманыҡ. Дөрөҫөрәге, яҡын булдыҡ, әммә беҙ бер-беребеҙҙе һүҙһеҙ ҙә аңлай кеүек инек. Оҙон-оҙаҡ итеп һөйләшеп, аралашып, бәхәсләшеп ултырған сағыбыҙ юҡ ине тиерлек. Ижадсы булараҡ ул мине аңлай ине. Һәм мин дә уны. Атайым бер ваҡытта ла минең тормошома ҡыҫылманы, аҡыл өйрәтмәне. Беҙҙең аралағы оҡшашлыҡ шунда – икебеҙ ҙә ижад кешеһе. Ә холоҡ яғынан атайым шул тиклем тыйнаҡ булды, бер ваҡытта ла кешегә хаҡһыҙ ҡағылманы. Бәндәләрҙе рәнйетеүҙән ҡурҡты. Ә мин – ҡыҙыуыраҡ кеше.

– Әле бына һеҙ һөйләгәндәрҙе тыңлап ултырам да, ошо еңел булмаған осороғоҙҙа, төрлө көрсөктәр мәлендә хәләл ефетегеҙ Рушанна Бабичтың да тормош иптәшенә ни тиклем ҙур терәк була алғанлығын танымау мөмкин түгеллеген аңлайым.

– Һис шикһеҙ... Рушаннаға рәхмәттән башҡа һүҙем юҡ. Беләһегеҙме, күп нәмә ғаиләлә алған тәрбиәнән тора. Бер-береңә ихтирам тойғоһо, мөхәббәт, тоғролоҡ төшөнсәләре ғаиләлә һалыналыр. Рушанна уҡытыусы өләсәһе тәрбиәһендә үҫкән ҡыҙ бала. Таңсулпан Даһи ҡыҙының да, минең әсәйем Дамира Әхмәт ҡыҙының беҙҙең үҙ-ара татыу, ихтирамлы мөнәсәбәтебеҙгә йоғонтоһо булмай ҡалмағандыр.

– Белеүемсә, һеҙҙең улығыҙ ҙа үҫеп, буй еткерҙе. Ул да сәнғәт юлын һайланымы?

– Юҡ, уның минең менән бергә эшләгән, кино төшөргәндә ярҙам иткән саҡтары булғыланы. Әммә был мөхиттән арыраҡ тороу кәрәклеген аңланы, ахыры, халыҡ-ара мөнәсәбәттәр йүнәлешен һайланы.

– Ҡасандыр, Башҡортостанда кино сәнғәте юҡ, тиҙәр ине. Был йәһәттән хәлдәр үҙгәрҙеме бөгөн?

– Әгәр ҙә кемдер шундай фекерҙе әйтә икән, ул булғанды күрә белмәй, ҡәҙерләмәй ҙә. Бындай һүҙҙәрҙе, ғәҙәттә, ошо өлкәнән бөтөнләй киткән, йәки башҡа ҙурыраҡ ҡалаларға күсеп эш башлаған кешеләр ауыҙынан ишетергә тура килә. Эйе, Мәскәүҙә ижад итер өсөн шарттар яҡшыраҡ. Һәм баяғы һүҙҙәр ниндәйҙер кимәлдә үҙеңде аҡлау һымаҡ та яңғырай.

Бөртөкләп йыйыла алтын... Беҙҙә кино төшөрөү идеяһы менән яныусылар бар, фильмдар ҙа байтаҡ. Егеттәр-ҡыҙҙар тырышып-тырмашып нимәлер эшләй ҙә һуң. Идеялар ҙа тыуып тора. Әммә ул идеяларҙы яҡлар өсөн беҙҙә күп көс сарыф итергә тура килә. Сөнки беҙҙең Республика кинематографияға ышанып бөтмәй. Ә кемдер Башҡортостанда кино сәнғәте юҡ тип әйтә икән, ул кинематография идеяһын юҡҡа сығара. Беләһегеҙме, кино төшөрмәҫ өсөн бер сәбәп тә күрмәйем. Мин үҫеш яҡлы. Глобаль фекерләргә өйрәнгәнмен. Фильмдар юҡ икән – төшөрәһең, кино мәктәбе юҡ икән – асаһың. Ҡорбан хәлендә булыуҙан туҡтайыҡ әле, йәмәғәт. Был фекер кино өлкәһенә генә ҡағылмай. Ауыл хужалығы булһынмы, етештереү сәнәғәтеме, мәҙәниәтме, радио йә телевидение, матбуғат өлкәһеме. Әйтәйек, беҙҙә «Тамыр» балалар телеканалы бар. Был үҙе үк – балалар киностудияһы өсөн нигеҙ. «Тамыр»ҙарға республиканың төрлө ҡалаларында үҙегеҙҙең франшизаларығыҙҙы асығыҙ тип кәңәш иткәнем булды. Матбуғат баҫмаларына ла шундай уҡ теләкте еткерергә мөмкин. Бөгөн һеҙҙе, шартлы рәүештә әйткәндә, биш мең кеше уҡый икән, бер йылдан һуң был һан кәм тигәндә ике тапҡырға артһын. Быҫҡыйыммы, һүнәйемме тип түгел, янып эшләргә, мөмкинлектәр эҙләргә, булғанды юҡҡа сығарырға түгел, тергеҙергә, һаҡларға, үҫтерергә кәрәк.

 

Гөлшат Ҡаһарманова

 

Кино төшөрөү – уйын эш түгел
Кино төшөрөү – уйын эш түгел
Кино төшөрөү – уйын эш түгел
Кино төшөрөү – уйын эш түгел
Кино төшөрөү – уйын эш түгел
Кино төшөрөү – уйын эш түгел
Автор:
Читайте нас: