Шуға был оҫта бейеүсе хаҡында яҙырға баҙнат итәм бөгөн.
2000 йылдар уртаһы... Август... Юнир Ғаяз улы Нефтекама дәүләт филармонияһында «Түңгәүер» халыҡ бейеүҙәре ансамблендә эшләй. Армияға тиклем дә, унан ҡайтҡас та мул һыулы Кама буйҙарын, ундағы халыҡты үҙ итте ул. Әле, беҙҙең бәхеткә, БДУ-ның Нефтекама филиалына һынау тота. Ниәте – башҡорт филологияһын өйрәнеү. Беҙ шат, сөнки филиалға йәш талант килә.
Республиканың төньяҡ-көнбайыш төбәгендә башҡорт телен йәйелдереү эше ҡыҙған мәл. Рухиәт өлкәһе мәҙәниәтһеҙ, сәнғәтһеҙ алға бармай. Тимәк, бейеүсе Юнир Ноғаманов 6 йыл уҡыу дәүерендә беҙгә ҙур терәк буласаҡ.
Был теләк Алланың, амин, тигән сағына тура килде! Имтихандар үткәс тә Юнир Ноғамановты әңгәмәгә саҡырҙыҡ. Туп-тура һынлы, буйсан егет килеп инде. Октябрь Вәлитов, Елена Долженкова кеүек ғалим-ғөләмәләр өҫтәл тирәләй ултырғанбыҙ. Юнир өсөн был – өйрәнгән сәнғәт донъяһы түгел, ә ғәҙәти булмаған ҡоро ғилми атмосфера. Шуға егет бик уйлап, самалап һөйләшә. Буласаҡ уҡытыусылары алдында субординация тигәнде иҫтән сығармай. Беҙ, кафедралағы телсе, әҙәбиәтселәр, быны өнһөҙ аңлайбыҙ. Шуға аралашыуҙы еңеләйтеү өсөн һорау ҡатам:
– Юнир ҡустым, исемең нимә аңлатҡанын беләһеңме?
– Әллә... Төбөнә төшкән юҡ былай...
– Белмәһәң, бел: элек Кәтүк менән Бағанай ҡушаматлы шәп әртистәр була торғайны. Шуларҙың Салауатов тигәне сәхнәгә сыға ла: «Минең исемем – Юнир. Оҙонайтып әйтһәң – йүнле ир!» – тиер ине... Студент тыйнаҡ ҡына көлөп ебәрә... Уҡытыусы менән студент араһындағы психологик кәртә бер аҙ юҡҡа сыға...
Юнирҙың Архангелдән, Ҡыҙғы ауылынан икәнен белә инек. Шуға ата-әсәһе, башҡа яҡындары менән ҡыҙыҡһынабыҙ. Ул «анта, мынта» һүҙҙәрен ҡушып, үҙ яғының «диалектынта» яуап бирә...
Юнир Ноғамановтың «Түңгәүер»ҙәге солист эше көсөргәнешле икәне барыбыҙға мәғлүм. Шуның менән бер рәттән филиалда ла бейеү ансамблен етәкләүе кәрәк беҙгә. Ниәт – шуға күндереү. Юнир бит бәләкәйҙән Рудольф Нуриев исемендәге хореография колледжында ете ҡат тир түккән. Ә унда нисек килеп эләккән, тиһегеҙме? Егет талғын ғына беҙгә шуны бәйән итте: «6 йәштән үк миңә Наза апай Сәғетдинова бейеүҙәр өйрәтә башланы. Айырыуса «Ҡарабай»ҙы яратып башҡарған малаймын. Күрше ауылдарға ла концерт менән бара инек. Тракторҙың көплө санаһына тейәлеп... Бер мәл ауылға Өфөнән ҡунаҡ килеп төштө. Баҡтиһәң, баш ҡалалағы хореография колледжына эксперименталь төркөм йыялар икән. Инициаторы Әхәт Әхмәт улы Фәсхетдинов, тинеләр. Шуға белгестәр ауылдарҙан һәләтле балалар эҙләй... Мин әлеге лә баяғы башҡорт бейеүҙәрен бейеп күрһәттем. Аҙаҡ әйтелгән мәлгә атай-әсәйем Өфөгә колледжға алып барҙы. Унда тағы өс турҙы үтеп, уҡырға индем».
10 йәшлек сабыйҙы ситкә ебәреү ата-әсәһенә еңел булмай. Әммә малай өҙөп кенә: «Өфөгә барам, бейеүгә уҡыйым», – ти. Шул мәлдән ғүмер теҙгенен үҙ ҡулына алған аҫыл бала – етеҙ егет – булдыҡлы ир ул – беҙҙең Юнир!
Башҡорт хореография колледжында 6 йыл осоп ҡына үтә. Был мәлдә уның директоры Әхәт Фәсхетдинов Нефтекама дәүләт филармонияһына эшкә күсә. Яңы етәксе әүәлге шәкертен «Түңгәүер»гә саҡыра. Йәш белгес ниндәй генә бейеүҙәр башҡармай! Ә бит егет колледжда балет артисына уҡып сыға! Хәҙер килеп төбө-тамыры менән техниканы үҙгәртер кәрәк... Репертуарҙа – башҡорт, татар, удмурт, сыуаш, мари, урыҫ, сиған, испан бейеүҙәре... Ҡайһыһында – елдән етеҙ елеп, бәғзеһендә торған урында ут сәсрәтеп бейеү фарыз. Үҙ өҫтөндә көн-төн эшләй Юнир. Репетиция, концерттарҙан бушау менән яңы күнекмәләргә тотона. Үксәләренә үс иткәндәй тыпырҙата ул. Етмәһә, йәш ансамблде тирә-йүндә танытыу фарыз! Шуға ла өҙлөкһөҙ гастролдәр башлана. Татарстан, Удмуртстан, Марий Эл, Пермь, Свердловск, Силәбе, Ҡурған, Ырымбур, Төмән өлкәләре, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалалары... Аҙаҡ килеп Юнир Ғаяз улы сит илдә, Италияла сирҡаныс ала, ҙур фестивалдә ҡатнаша. «Италияға 15 илдән иң көслө ансамблдәр килгәйне. Шулар араһында беҙҙең «Түңгәүер» иң йәше булды. Әммә коллективтың бейеү кимәленә лә, үҙ-ара дуҫтарса мөнәсәбәткә лә, кәрәк ерҙә ым-ишара менән генә аңлашыуыбыҙға ла күптәр һоҡланды», – ти Юнир Ноғаманов ул саҡтарҙы иҫкә төшөрөп.
Филармонияла ул 5 йыл эшләп өлгөрә. Шул ваҡыт эсендә халыҡ бейеүҙәренең «бүреһен ашай». Унан инде – армия.
2003 йылда Юнир Ноғаманов Мәскәү өлкәһенә эләгә. Рәсәй армияһының «Ҡыҙыл йондоҙ» йыр һәм бейеү ансамблендә хеҙмәт итә. Ана шунда йәнә бәйгеләргә сығып бил нығыта ул. Был данлы ансамбль составында «Рәсәй» дәүләт һәм П.И.Чайковский исемендәге концерт залдарында ҡат-ҡат сығыш яһай. Егеттең ейер ризыҡтары ят ерҙәргә лә һибелә. Мәҫәлән, Польша, Көньяҡ Корея. Йәне-тәне менән сәнғәткә бирелгән бейеүсе быға ифрат ҡыуана: «Шәп ижад лабораторияһы булды ул миңә!» – ти Юнир. Ике илдә лә ҡатмарлы трюктарҙан торған матростар һәм рус казактары бейеүенә тамашасы, аяғүрә баҫып, оҙаҡ ҡул саба. 2 йыл эсендә егет хәтһеҙ ерҙәр гиҙә. Һәм һөнәри яҡтан уғата байып Нефтекамаға, яратҡан коллективына, ҡайтып төшә. Башҡа берәү булһа, ҡайтыу менән ҡыҙҙарға ҡыҙығыр ине... Сәнғәт донъяһында сибәрҙәр аҙмы ни!... Әммә егет репутация ҡәҙерен, башҡортлоҡ бәҫен белә. Бәләкәй ҡалала билдәле шәхестең һәр аҙымы халыҡтың энә күҙәүенән үтә бит... Юнирҙә иман-тәүфиҡ етерлек, бәләкәйҙән бөтә нәмәне төплө уйларға күнеккән. Перфекционист, тиҙәр ундайҙарҙы. Шуға әлегә күңел бизмәнендә юғары белемгә ынтылыш еңә. Етмәһә, төп эшендә үҙен үрләтеп тә ебәрәләр: Юнир Ноғаманов – «Түңгәүер» халыҡ бейеүҙәре ансамбле етәксеһе! Был яуаплы эшенән тыш филиалда филологҡа уҡырға ла кәрәк. Беҙ ул йөктәргә студенттарҙың «Прикамье» бейеү ансамблен өҫтәйбеҙ! Ә бит ундағы йәштәр «йәшел». Юнир кеүек шәп мәктәп үтмәгән. Бәләкәйҙән ҡала-ауылдарҙа бейеү түңәрәгенә йөрөгәне-йөрөмәгәне бар. Фактураһы тап килһә, шул еткән, аръяғын етәксе еренә еткерер, тип кенә булмай. Шулай ҙа Юниребеҙҙең бөтмөрлөгөнә, талантына ышанабыҙ. Ул филиал ансамблен республикалағы юғары уҡыу йорттары: авиация, нефть, медицина һ.б университеттар араһында һис шикһеҙ танытыр...
Талаптарыбыҙ ҙур уға. Тиҙ арала «Прикамье» баш ҡалала, Ф.Ғәскәров исемендәге конкурста ҡатнашып, алға сыҡһын, халыҡ исемен яулаһын! Репертуарҙа аҫаба башҡорттан алып башҡа халыҡтарҙың күмәк бейеүҙәренә тиклем булһын. Ул нулле йылдарҙа Нефтекамала 70-тән ашыу милләт вәкиле йәшәй ине. Күңелең ҡайһы бейеүҙе теләй, рәхим ит. Сәхнә кейеменә ҡытлыҡ булмаясаҡ. Спонсорҙар табабыҙ, сөнки сәнәғәт үҫешкән яҡта ярҙам бар.
Юнирға икенсе талап: Өфөлә уҙған «Студент яҙы»нда филиал ансамбле призлы урындарҙан ҡалмаһын!
Төньяҡ-көнбайыш төбәктә төрлө ижади-мәҙәни усаҡтар күп, «Прикамье» уларҙы дөрләтә лә башланы! Юнир сәхнәлә ҡойон кеүек өйөрөлә! Яңаҡтары эскә батып, һурылып китте. Әммә ул – гелән оптимист. Айбарлы ир-егет филиал ҡуйған талаптарҙы тиҙ арала үтәй: «Прикамье» бейеү ансамбле Өфөлә халыҡ исемен яулай, «Студент яҙы»нда ла ал бирмәй.
Филармониялағы элекке етәкселәрҙең, Рифҡәт Саттаров һәм Әхәт Фәсхетдиновтың традицияларын Юнир уңышлы атҡара, заманса яңылыҡтар өҫтәй. «Түңгәүер» тирә-йүндә дан ҡаҙана. Эш бит әле бының менән генә бөтмәй. Ҡала хакимиәтенең үҙ талаптары: төрлө этносаралар, лекторийҙар, оҫталыҡ дәрестәре, юбилейҙар Юнирһеҙ булһа – төҫһөҙ. Сәхнә йондоҙо бар ерҙә лә кәрәк!
Бейеүсенең тормош-көнкүреше һәм ижад донъяһы шулай алға бара. «Филологҡа уҡып йөрөүем тарихи бейеүҙәр һалырға ярҙам итте. Эшемә яңы биҙәктәр өҫтәне», – ти Юнир.
Юғары курсҡа еткәс, ниһайәт, ул күптән күҙ һалған һөйгәне менән туй үткәрә. Юнирҙың ата-әсәһенең, Ғаяз ағай менән Әлфирә апайҙың, донъяһы ҡалын. Йорт яңы, иркен, умарталары гөжләй. Кәртә-ҡураларында мал да ишле. Уларға йәйен бесән әҙерләү өсөн бөтә техниканы алған Ғаяз ағай. Егет ҡорона еткән Аяз улдары ауыл эшенең рәтен ятҡа белә.
...Йәйге сыуаҡ көндә ошо ғаиләгә Нефтекаманан ҡоҙа-ҡоҙасалар, артист дуҫтары махсус автобус менән килеп төштө. Еңел машиналар әллә күпме... Йәштәр был ғүмер байрамына мине лә саҡырҙы. Килен һөйөү йолаһын атҡарҙыҡ. Рузиләгә һыу юлын күрһәттек. Туй гөрләп торҙо! Күнәк-силәктәрҙә – сылтыр шишмә һыуы, күҙҙә-йөҙҙә – бәхет нурҙары! Ә тәбиғәт ниндәй хозур был яҡтарҙа!
...Ул мәлдәргә «һә» тигәнсе 14 йыл ғүмер үткән. Рузилә менән Юнир Ноғамановтарҙың мөхәббәт емеше булып ике малай, Ислам менән Кәрим үҫеп килә.
– Балаларың һинең юлдан китеүен теләйһеңме, Юнир? – тип һорайым.
– Улар киләсәктә һөнәрҙе үҙҙәре һайлар. Иң мөһиме, кеше булһындар, – тип яуаплай ул. Хаҡ һүҙҙәр. Малайҙары олатай-өләсәйҙең алтын аҡылын да ихлас һеңдерә. «Әсәйем – оҙаҡ йылдар ауыл старостаһы, атайым – себер бурандарына бирешмәгән вахтовик. Улар ейәндәре менән нисек мөғәләмә итергә яҡшы белә», – ти Юнир Ғаяз улы ғорурланып.
Юнир Ноғаманов, эйәле-башлы булғас, бер юлы өс урында эшләй. Фатирын киңәйтә. Нефтекамалағы ҙур йөк менән бер рәттән Татарстанда, Аҡтанышта «Ағиҙел» халыҡ бейеүҙәре ансамбленең балетмейстеры була. Өфөлә генә түгел, Ҡазанда уҙған төрлө кимәлдәге концерттарҙың, тамашаларҙың уртаһында ҡайнай.
Республикабыҙҙың халыҡ ижады үҙәге белгесе, режиссер Ғәзимә Иштуғанова бейеүсе хаҡында шулай ти: «Юнир Ғаяз улын Өфө сәхнәләрендә үткән яуаплы проекттарға йыш саҡырҙыҡ. 20 йыл буйына тик яҡшы сифаттарын ғына күрҙем. Үҙен ҙур тәкәббер сәхнә йондоҙо итеп тотмай ул, өҫтән, юғарынан ҡарамай. Ә бөтә күңелен биреп сәхнәгә әҙерләнә. Һәр сығышы менән тамашасыға онотолмаҫ шатлыҡ өләшә», – ти.
Эйе, машинаһына ултырып, ике ҡәрҙәш республиканы, йәғни Башҡортостан-Татарстан тарафтарын, аҙ үтмәй ул. Ҙур форумдарҙа ҡатнаша. Мәҫәлән, 2013 йылда Ҡазанда Бөтә донъя универсиадаһы уҙа. Төрлө ҡитғаларҙан килгән йәштәр Аҡтаныштың Юнир етәкләгән «Ағиҙел» халыҡ бейеүҙәре ансамблен дәррәү алҡышлай.
10 йәштә үҙенә ҡуйған етеҙ темп-тиҙлек шулай артҡандан-арта бара. Нефтекама филиалында Юнир Ноғаманов, ниһайәт, филолог дипломын яҡлай. Тик дипломды ҡулға алыу тантанаһында ҡатнаша алмай ул. Барнаулға бейеү фестиваленә оса. Талант ҡәҙере бар ерҙә лә ҡиммәт!
Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы Олег Ханов:
«Юнир Ноғамановты хореография училищеһында уҡыған сағынан беләм. Теремек, яҡты сырайлы малай ине. Асыҡ ышаныслы күҙҙәре донъянан мөғжизә көткән кеүек ҡарай… Йылдар уҙҙы, ул күп ерҙәр гиҙҙе. Сәнғәттә үрҙәр яуланы. Күңелендәге хистәрҙе бейеү хәрәкәтттәре аша түкмәй-сәсмәй төрлө халыҡтарға еткерҙе. Был талант эйәһе ижад утын әле лә һүндермәй! Ҡыҙғы – уникаль ауыл, тиер инем. Ул Башҡортостандың дүрт атҡаҙанған артисын биргән! Актерҙарҙан мин, әсәйем Шәмсинур Сиражетдинова, Йәштәр театрынан Мәғәфүр Усманов һәм Нефтекаманан бейеүсе Юнир Ноғаманов. Матурлыҡҡа, изгелеккә ынтылған кешеләр тыуа беҙҙә!» – ти.
Ысынлап та, Юнир Ғаяз улы башҡарған бейеүҙәр матур моноспектаклгә тиң була. Егет һәр саҡ эҙләнә.
Бер мәл дуҫы, ҡурайсы Айбулат Рәхмәтуллин: «Ошо көйгә подтанцовка-бейеү элементтары эшләйек әле», – ти. Көйҙө тыңлау менән Юнир Ноғамановтың башында тотош тарих пәйҙә була! Әкренләп был тарихҡа «ит ҡуна». «Аллаяр батыр» бейеүе бына шулай донъяға тыуа. Ундағы мөһабәтлек, дәүлек, осҡор ҡараш, көс-ҡөҙрәт, энергетика! Ә кейем ниндәй бит! Башҡорттоң сабыр аҡылы һәр деталдә, һәр ҡарашта, хәрәкәттә сағыла. Халыҡ ҡат-ҡат һорай ул бейеүҙе, ихлас алҡышлай, залдан «Афарин»дар яуа. Бейеү һалыуға шулай дәрт уяна.
Ул Рифҡәт Саттаров, Рәйес Низаметдинов, Риф Ғәбитов һалған бейеүҙәрҙе лә «йота ғына»! Мәҫәлән, «Көтөүсе» бейеүенә яңы һулыш бирә, быны берәү ҙә инҡар итмәҫ. Республика тамашасыһы яңғыҙ бейеүҙәренән тыш, трио тигәндәрен дә онотмай. Мәҫәлән, «Биссараб сиғандары». Грациоз егеттәр сәхнәгә дәрәжәле килеп сыға. Өҫтәрендә ҡара салбар, ҡып-ҡыҙыл күлдәк, башта – эшләпә! Хәрәкәттәр әкренләп ҡыҙа, тиҙҙән аяҡ-ҡулдарға күҙ эйәрмәй башлай. Эшләпә осоп китә... Өс йылғыр егет сәхнәгә һыймай тамашасы йөрәген ярһыта. Халыҡ, сиғандар гипнозлаған кеүек, ултырған ерҙән тыпырларға тотона! Бына ҡайҙа кульминация!.. Публика күңелендә ут-ялҡын ҡабыҙыр ине был бейеү!
Йәки «Татар егеттәре». Аҡ ҡауырһын кеүек еңел егеттәр сәхнәлә осоп ҡына йөрөй. Нәзәкәтле матурлыҡ, яҡтылыҡ, мөләйемлек һушты ала! Ысын сәнғәт теле тамашасыға өнһөҙ ҙә аңлашыла, ул бар халыҡтарға үтемле!
Үҙенең түңгәүерҙәре Юнирҙан гел яңылыҡ көтә: «Һин – Аҡтанышта ла эшләп йөрөгән кеше. Татар бейеүен күмәгебеҙгә һал әле», – тип мөрәжәғәт итә улар. Башын ноҡоттай уйландырып-тулғандырып йөрөргә лә тура килмәй Юнирға. «Ағиҙелкәй буйҙары» бейеүе бер тында күңеленән урғыла. Күмәк башҡарылған бейеү әле лә репертуарҙа.
Шуныһы ла мәғлүм булһын, Юнир башҡортҡа хас ҡуңғырт йөҙлө, ҡара күҙле түгел. Хоҙай уны төрлө милләт бейеүен башҡарһын өсөн икенсерәк итеп яратҡан икән! Генетик хәтер атаһы яғынан түгел, әсәһе яғынан бирелгән. Юнир – һары башҡорт, нәҡ боронғо Арҡайымдағы ҡанбабаларыбыҙ кеүек! Шуға ла ҡайһы халыҡ кейемен кейһә, шул килешә. Башы-тояғы менән теләгән бер милләт образын һынландыра ала. Шулай ҙа костюм-кейем – бер нәмә, оҫталыҡ – икенсе. Халыҡсанлыҡ менән техника бергә үрелергә тейеш, эске донъя менән тышҡы ҡиәфәт гармонияһы ла мотлаҡ. Юнир Ноғамановҡа, алда әйтеүемсә, тәңре быны йәлләмәгән. Ана шуға ла ул Башҡортостан, Рәсәйҙән тыш, Италия, Польша, Көньяҡ Корея илдәренә барып етә һәм сәхнә йондоҙо булып таныла. Бөгөн ул – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы.
«Элек хореография колледжында классика йүнәлешендә уҡыуыма үкенмәйем. Йәғни балет класын тамамлау халыҡсан (народник) эшемдә ныҡ ярҙам итте. Беренсенән, нығынған һын! Был бик мөһим. Икенсенән, бейеүҙәр һалғанда, новеллалаға хас, көтөлмәгән элементтар менән биҙәп ебәрәм...»
Эйе, ике йүнәлештең оҫта синтезынан яралған номерҙарҙы күп күрҙек. «Вәт беҙҙең Юнир шәп!» тип шатлыҡтан тел шартлатҡан саҡтар аҙ булманы. «Түңгәүер» ансамблендәге Аревик Гугосян исемле талантлы ҡыҙ сәхнә партнершаһы булараҡ ярҙам итте уға. Уның менән Юнирҙың ижад фантазияһынан тыуған бейеүҙәргә һоҡланмау мөмкин түгел! Был пар сәхнәлә берсә күк күгәрсендәр кеүек гөрләште, берсә аҡҡош кеүек йөҙҙө. Бындай саҡта залдағы халыҡ катарсис кисерҙе, йәғни күңел таҙарыныр-сафланыр ине. Кешеләрҙә бер-береһенә изгелек, мөхәббәт, миһырбанлыҡ хистәре тулышты, йылы һүҙҙәргә әүерелде, быны концерттан һуң йәш быуын менән аралашҡандан беләм. Бына бит сәнғәт көсө ниҙә! 22 йыл арымай-талмай халыҡҡа рухи аҙыҡ өләште Юнир Ғаяз улы.
Хаҡлы ялға сыҡҡас та Ағиҙел ҡалаһының Мәҙәниәт йортона директор итеп эшкә саҡырҙылар. 40-ты аша атлаған ир-уҙаман башкөллө яратҡан мөхитендә ҡайнай. Шуның менән бер рәттән яңы бина төҙөтә. Киләсәккә матур мәҙәни пландар ҡора. Хәҙер хужалыҡ эштәренең дә оҫтаһына әйләнде ул. Директор кешегә күпләп рәсми ҡағыҙҙар менән эш итмәй ҙә булмай. Шуға руль артында Ағиҙел – Өфө юлдарына саң ҡундырмай алға елә. Хеҙмәт баҫҡыстарына артылғанда яңы һынауҙар алдына баҫа. Уларҙы беҙҙең «Юнир – йүнле ир» лайыҡлы үтер, теләгәненә барып етер, сөнки танылған артист тынғыһыҙ тормош таҡмағына ла бейей-бейей йәшәргә лә күптән өйрәнгән бит ул.
Әнисә Муллағолова