+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
13 Сентябрь 2023, 12:00

Бала күңелендә «Атай» тигән таяныс тойғоһо һаҡланырға тейеш

Үҙ-ара мөнәсәбәттәрен бала йөрәге аша үткәреп, ғорурлыҡтарын бала аша һиҙҙереп, фәҡәт үҙ мәнфәғәттәрен генә күҙәткән яңғыҙ әсәйҙәрҙең балалары бәләкәйҙән үк күңел ҡотон юғалта.

Баланың үтә ныҡ тынысһыҙланыуы, ҡурҡыуы, төндәрен йоҡлай алмауы шунда уҡ борсоуға һалған һәм оҙаҡҡа һуҙмай ҡот ҡойҙортоп алғандар. Бынан тыш, бала бәләкәйҙән таяныслы, ышаныслы, маҡсатлы үҫһен өсөн дә һәр төрлө саралар күргәндәр. Баланы нимәнәндер, кемдәндер ҡурҡытыу, уны ҡурҡытыу өсөн үҙең дә ҡурҡып маташыуҙан да насар нәмә юҡ. Бала һинең «бабай килә, мили­ция килә, бапаҡ килә» тип ҡурҡытыуыңа ҡарағанда үҙендең ҡурҡып маташыуыңа нығыраҡ борсола башлай. «Атайым йәки әсәйем дә мине ул ҡурҡыныстан һаҡлай алмағас, үҙҙәре лә ҡурҡҡас, мин кемгә таянайым» тигән ҡот осҡос тойғолар биләп ала уның бәләкәй генә йөрәген. Ул тыныслығын юғал­та. Ҡот фәҡәт тыныс күңелдә генә ныҡ һаҡлана. Бала үҫкәс, төрлө тайпылыштар менән көрәшеү өсөн көс туплай ала. Ике ҡулы ике етәктә булған, атаһы ла, әсәһе лә бер һүҙле, бер маҡсатлы татыу ғаиләләрҙә үҫкән балалар ниндәй тайпылыш­тарға дусар булһа ла, үҙҙәрен дөрөҫ юлға баҫтырыу, үҙтәрбиә менән шөғөлләнеү өсөн көс табыуға һәләтлерәк була. «Атай­лының арҡаһы ныҡ, әсәйленең күңеле аҡ», — тигәндәр боронғолар. Тормош булғас, төрлө хәлдәр була. Дөрөҫ юлдан тайпылып алыу ҙа, атай-әсәй һүҙенән ысҡыныу ҙа, башҡа фажиғәләргә дусар булыу ҙа, осраҡлы ҡайғы-хәсрәттәр ҙә «ағас башынан йөрөмәй, әҙәм башынан йөрөй». Бәләкәйҙән таяныс тойоп, ҡурҡмай, ышаныслы үҫкән, ҡото ныҡ кешеләр бындай хәл-ваҡиғаларҙан сығыу юлын тиҙ табалар, хатта башҡаларға ла ярҙам итә алалар.
Һуңғы ваҡытта тулы булмаған ғаиләләр ишәйә бара. Бала атайлы көйө атайһыҙ үҫә. Һыңар ҡанаты ҡайырыла. Атаһы­ның айырым йәшәүен, атаһы үлеп, етем ҡалыуға ҡарағанда ла ауырыраҡ кисерә бала.
Бала күңелендә ҡот һаҡлау өсөн бындай осраҡта ни эшләргә?

Атай — арҡа һөйәге Ниндәй сәбәптәр менән айырым йәшәргә тура килһә лә, балаға уның атаһы — таянысы барлығын белгертергә, атаһын танытырға кәрәк. Бала үҙ атаһы менән барыбер ҡыҙыҡһына, күргеһе, һөйләшкеһе килә. Бала менән атай күҙгә күренмәҫ нурҙар менән бәйле. Ошо нур аша күңел күңелгә тартыла. Атай кешегә лә үҙенең ҡаны, үҙенең йәне бүленгән баланан баш тартмаҫҡа кәрәк. Бала әрнеһә, атай йәне лә әрней; бала ҡыуанһа, ата йәне лә шатлана. Был тәбиғи тойғоно айырым йәшәгән атай кеше, бәлки, һиҙмәйҙер,  эс бошоп китеүҙәренең, күңел болоҡһоуының сәбәбен аңламай ҙа ҡалалыр... Әммә уны белергә кәрәк. Бала әрнеүе атайға уңыш килтермәй.
Атайға ла, әсәйгә лә баланың күңел ризалығын алып йәшәү фәҡәт яҡшыға ғына була.
Ике ғаилә араһында аңлашыу булған осраҡта был хәлдең яңы барлыҡҡа килгән ғаиләләр өсөн зыяны юҡ.
Диҡҡәттең беренсе ҡатынынан тыуған ҡыҙы — Айгөл Бураҡаева, үҙе әсәй булғас, балаһы ла ҡәҙимге үҫкәс, ҡырҡ йәштәр тирәһендә ваҡытта балаларым алдында миңә рәх­мәтле булыуын белдерҙе. «Һеҙ бит минең иң яҡын кешеләрем булдығыҙ. Мин һәр ваҡыт һеҙҙе янымда тоям. Әле иҫкә төшө­рөп уйлап ҡарайым да, бала сағымда уҡ матур, йылы итеп ҡабул итә, минең киреләнеүемде кисерә, бала күңелен аңлай инегеҙ. Атайым менән бергә йәшәмәһәк тә, мин һеҙҙең арҡала уның менән аралаштым, һәр ваҡыт янымда тойҙом. Ә яныңда «атай» тигән таяныс тойоу кеше өсөн бик кәрәк», — тине.
Ысынлап та, мин Айгөл менән яҡшы мөнәсәбәттә булдым. Бәләкәй сағында барып ала, оҙатып ҡуя торғайным. Аңла­шылмаусанлыҡтар килеп сыҡһа, ипле генә аңлатыр инем.
Атай эргәлә булмаһа ла, уның арҡа һөйәге, яҡлаусы, тая­ныс икәнлеген тойоу бала күңелендә сикһеҙ ышаныс уята, һәм ошо ышаныс рухи ныҡлыҡҡа нигеҙ һала.
Бала күңелендә «Атай» тигән таяныс тойғоһо һаҡланырға тейеш. Ошо тойғо — үҙе үк ҡот ул.
Ҡайһы бер ҡатындар, бигерәк тә ижади йүнәлештә эшләгәндәре, яңғыҙ йәшәүҙе өҫтөн күрә. Йәки хатта граждан­лыҡ никахы менән генә бала табалар. Ундайҙар ҙа ишәйҙе. Һәр кем тормошон үҙенсә ҡора. Әммә үҙенә иптәш өсөн тип тапҡан баланың тышҡы күңелен уйлаған әсәйҙәр ҙә, атайҙар ҙа, күп осраҡта, баланың эске күңел донъяһы, уның рухи ныҡлығы, күңел ҡото тураһында уйлап та бирмәйҙәр. Атай­ҙың да, әсәйҙең дә нисек йәшәүҙе өҫтөн күреүҙәре балаға зыян килтерергә тейеш түгел. Юғиһә, үҙ-ара мөнәсәбәттәрен бала йөрәге аша үткәреп, ғорурлыҡтарын бала аша һиҙҙереп, фәҡәт үҙ мәнфәғәттәрен генә күҙәткән яңғыҙ әсәйҙәрҙең балалары бәләкәйҙән үк күңел ҡотон юғалта. Уларҙы, кәм-хур булмаһын өсөн, нисек кенә кейендермә, ни генә алып бир­мә — күңел таянысы тоймағас, былҡы, рухи яҡтан йомшағыраҡ булып үҫә. Әгәр атаһы менән аралаштырыу мөмкинлеге булмаһа, әсәһе, туғандары, олатаһы, ҡартатаһы, өләсәһе, уҡы­тыусыһы ла рухи таяныс була ала. Әммә күңел таянысы булыу — әпәүләп, етәкләп йөрөтөү тигән һүҙ түгел. Кәрәк саҡта тауҙай ҡалҡып сығырлыҡ, ҡалҡандай ҡаплап торорлоҡ яҡлаусың барлығын тойоу — шул була оло таяныс.
Бала үҫтереүҙе шәхси эш тип кенә түгел, ә милләтебеҙ киләсәге тип ҡарап, хәстәрлекте арттырырға бурыслыбыҙ.

Мәрйәм Бураҡаева, "Арғымаҡ" китабынан. 

Бала күңелендә «Атай» тигән таяныс тойғоһо һаҡланырға тейеш
Бала күңелендә «Атай» тигән таяныс тойғоһо һаҡланырға тейеш
Автор:
Читайте нас: