Күп кенә халыҡтарҙа махсус илатыу йолаһы бар
Һуғыштан ҡайтҡан яугирҙарҙы ҡаршы алғанда ла махсус йола күҙәтелгән. Оҙаҡ ваҡыт һуғыш тураһында һорашмаҫҡа, яуҙа ятып ҡалған дуҫтарын хәтергә төшөрмәҫкә тырышҡандар; тыныс тормош йәшәйешенә тиҙерәк күсереү, икенсе хәл-ваҡиғалар менән албырғатыу сараһын күргәндәр. Ҡунаҡ саҡырып алғандар, өйҙән-өйгә йөрөтөп ҡунаҡ иткәндәр, ҡыҙыҡ-мәҙәк һөйләүгә маһир йор һүҙле кеше саҡырғандар, ул көләмәстәр һөйләп, күңел күтәрер булған. Был йола ла онотолоп бара. (Киҫкен ваҡиғалар эҙләүсе, шул юл менән үҙҙәренә танылыу табырға ынтылыусы журналистар, фажиғәгә, оло ҡайғыға дусар булыусының ай-вайына ҡуймай, ауыр ваҡиға тураһында һөйләтһендәрме, телевидение аша күрһәтһендәрме, кешегә тыныс ҡына ҡайғырырға, иларға ла форсат бирмәй, интервью алһындармы... — М. Б.) Ә борон, ғөмүмән, кеше күңелендә ҡот — йән тыныслығы һаҡлауға ныҡ иғтибар ителгән.
Мәрйәм Бураҡаева
"Арғымаҡ" китабынан.