+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
7 Сентябрь 2023, 15:50

Сәңгелдәк

 

 

Гөлмәрйәм апай көфөр һүҙ һөйләгән ҡыҙына ҡото осоп ҡараны. Бына ниндәй ҡорт саҡҡан уны! Әйтәм, һуңғы ваҡытта балтаһы һыуға төшкәндәй йөрөй. Ҡыҙының шулай тиеүенә үҙе лә ғәҙелһеҙлек ҡаласын күп татыған Гөлмәрйәм апай ни әйтергә лә белмәне. Донъялар болғанып, ҡиблалар үҙгәреп киткәндә лә күҙ буяу, бурлыҡ, хөсөтлөк ике ятып бер төшөнә инмәне. Ә бына ҡыҙы матур, ялтырауыҡлы тормошҡа ҡыҙыға – шул ҡурҡыта. 

Ауыр уйға сумып өйгә инеүенә телефон шылтырауы һөйөнөслө хәбәр килтерҙе: 

– Әсәй, диплом алдым! Кискә ҡайтып етәм. - Улы Данилы. Шөкөр, бына медицина университетында уҡыуын тамамлап тора. Тиҙҙән район дауаханаһына эшкә төшәсәк. 

Гөлмәрйәм апай бешеренергә-төшөрөнөргә булып китте. Йомош ҡушайым тигәйне, Рәмиләһен тапманы. Аптырап, тәҙрәнән урамға күҙ һалғайны, күрше малайы Динистың машинаһына ултырған сағын күрҙе лә телһеҙ ҡалды. Ҡайҙа киттеләр? Ниндәй уртаҡлыҡ бар араларында? Эскесе балаһы тип, аралашмай ине бит элек ҡыҙы. Ай-һай, хәйерлегә булырға оҡшамаған был эш! 

Плитә менән тәҙрә араһында йүгергеләп йөрөй торғас, көн кискә ауышты. Ниһайәт, урамда выжлап машина килеп туҡтағаны, шығырлап ҡапҡа асылғаны, “Әсәй!” тип һөрәнләгән тауыш ишетелде.  “Балаҡайым!” – Гөлмәрйәм апай иртәнән бирле тулышып йөрөгән күңеленә түгелергә ирек бирҙе.

Данил ҡайтты… ә Рәмилә һаман күренмәне. Иртәгәһе көн ығы-зығынан башланып китте. Рәмилә таңға ғына килеп инде. Өй эсендә дауыл ҡупты. Ҡыҙыҡай асылып китмәй генә, иптәштәр менән күрше ауылда клубта булдыҡ, тиеү менән сикләнде лә йоҡларға ятты. Гөлмәрйәм апайға үҙалдына көйәләнергә генә ҡалды. Ярай әле эш сәғәте башланыуға район үҙәгенә киткән Данил ҡыуаныслы хәбәр менән шылтыратты:

 – Дауаханаға эшкә алалар! Ә “Ауыл табибы” программаһы буйынса миллион һум аҡса бирәләр. Яңы төҙөлгән йорттарҙың береһенән фатир ҡараясаҡмын. Шунан һеҙҙе үҙемә күсереп аласаҡмын. Пенсияңды ашап, йылы, ванналы-бәҙрәфле өйҙә генә ултырырһың, әсәй...

Ысынлап та, күп тә тормай Данил аҡ халат кейҙе. Эш араһында документтар йүнләп, торлаҡ алыу мәшәҡәтенә сумды. Көҙгә ҡарай: “Күсенәбеҙ!” – тип һөйөнсөләне. Китте йүгереш, ығы-зығы...

“Ярлы булһаң, күсенеп ҡара” тигәндәре дөрөҫ икән. Әйберҙәрен йөк машинаһына саҡ-саҡ һыйҙырҙылар. Иң һуңынан, нимәнелер иҫенә төшөрөп, өйгә инеп киткән Гөлмәрйәм апайҙың сәңгелдәк күтәреп сығып килгәнен күреп, Данил йылмайҙы. Ләкин Рәмиләнең сәрелдәүе һауаны ярҙы: 

– Шул ғына етмәгәйне! Ҡайҙа тыҡмаҡсы итәһең, әсәй, уны? Ҡалдыр! 

Гөлмәрйәм апай, аптырап, ни алға, ни артҡа китергә белмәй торҙо ла, ысынлап урын юҡлығын самалап, теләр-теләмәҫ кенә кирегә атланы. Ҡулындағы бишекте түбәлек аҫтына алып барып элгәс тә бер килке уға төбәлеп, уйға сумып торҙо. Күҙенән субырлап йәше тамды. Ошо сәңгелдәк менән бергә ғүмере уҙған йортта йөрәге өҙөлөп ҡалғандай тойолдо.

Әммә күсенеү мәшәҡәте был юғалтыуҙы онотторҙо. Ысынлап та, яңы урынға барып етеп, төйөнсөктәрҙе бушатыу, өйгә ташыу, урынлаштырыу байтаҡ ваҡытты алды. Кис тә булды. Инде эште тамамлап, сәй эсергә ултырмаҡсы инеләр, Рәмилә бер аҙ йөрөп килергә хәл итте. Гөлмәрйәм апай эстән ҡаршы булһа ла, көн оҙоно арып-алйып бөткәндер тип, йөҙөнә ҡәнәғәтһеҙлек билдәһе сығарманы. Саф һауала башын елләтер ҙә инер тип ышанды. Ләкин Рәмилә ғәйеп булды. Шылтыраттылар – телефонын алманы. Туған-тыумасаны, таныш-тоношто аяҡҡа баҫтырҙылар – һыуға төштөмө ни, юҡ инде, юҡ. Улы көйәләнмәҫкә ҡушһа ла, әсә ҡара янды. Ҡараңғы төшөүгә, аптырап, Данил апайын эҙләргә сығып китте. Күпме ваҡыт тәҙрәнән күҙен алмай ҡарап торғандыр Гөлмәрйәм апай, билдәһеҙ, ҡапыл өҫкө ҡаттарҙың береһенән килгән таныш тауыш уны айнытып ебәрҙе. Эйе-эйе, былай сыңғырлатып уның Рәмиләһе генә көлә!

Әсә балконға сығып, тағы ҡолаҡ һалды. Ҡайҙалыр уйын-көлкө ойошторғандар. Музыка яңғырай. Күңелле гөжләү ишетелә. Тик ниндәй фатирҙа шағараҡ ҡорғандар һуң? Тауыш бөтә яҡтан да килә кеүек.

Ҡарт кешенең тамам башы әйләнде, борсолоуҙан ҡан баҫымы күтәрелеп, күҙ алды ҡараңғыланып китте. Ни, Данилы һаман ҡайтмай, шылтыратайым тигәйне, ҡаңғырып, телефонын тапманы. Шулай ишекле-түрле йөрөнө лә йөрөнө ул. Бер аҙҙан теге тауыштар ҙа баҫылды. Көтмәгәндә тышта шау-шыу башланды. Кемдер әсе итеп ҡысҡырҙы, бер аҙҙан сирена тауышы яңғыраны. Һауала шомло бәлә еҫе аңҡыны. Гөлмәрйәм апай өтәләнеп балконға ашыҡты. Ҡабаланып, ишеген аса алмай аҙапланды. Ниһайәт, сығып, аҫҡа күҙ ташлауға, выжлап янғын һүндереү, “ашығыс ярҙам” машиналары килеп туҡтағанын, кешеләр йүгерешкәнен күрҙе. Аһ, ни булған?!

Ул арала ахмалға төшөп улы ҡайтып инде: 

– Әсәй, беҙҙең йортта янғын сыҡҡан! 

Егет тиҙ арала өҫтөн һалып ырғытты ла кире тышҡа атылды. Гөлмәрйәм апай ҙа, аяғы һыҙлағанын онотоп, уның артынан тәнтерәкләне. Өҫкө ҡатҡа сапҡан улынан ҡалмайым тип, абына-һөрлөгә баҫҡыстан үрмәләне. Менеп етеүенә, ишеге янында халыҡ өйөмө йыйылған фатирҙан аҡ простыня менән ябылған ике носилка күтәргән табиптар күренде. Улар ашығып эргәһенән үткәндә, Гөлмәрйәм апайҙың ниңәлер шул хәтлем йөрәге өҙөлөп, япманы асып ҡарағыһы килде. Ә инде ишектән йөҙө ҡағыҙҙай ағарған улы күренеүгә, уйларға ла ҡурҡҡан нәмәһенең дөрөҫкә сығыуын аңланы. Ҡапыл стена бер яҡҡа шыуып китеп, өҫтөнә түшәм ишелеп төшкәндәй булды... 

Кәйеф-сафа ҡороп ултырған йәштәр таралғас, тәмәке тартҡан Динис аңғармаҫтан янғын сығарған икән. Ҡыҙмаса булып алғанға күрә, егет менән ҡыҙҙың эш олоға китмәҫ борон утты һүндерергә хәленән килмәгән. 

Бер аҙҙан әсәле-уллы дауахананың реанимация бүлеге ишеге төбөндә ине. Ауыр сирлеләр янына, ғәҙәттә, инеү тыйылһа ла, табип булараҡ, ҡайғынан бөгөлөп төшкән әсәһен ҡосаҡлаған Данил бер тотҡарлыҡһыҙ эскә үтте. Ҡайғынан ергә эйелгән башын саҡ күтәреп, Гөлмәрйәм апай бинтҡа сорналып, ыңғырашып ятҡан ҡыҙына ҡараны. Уныһы, ике күҙен мөлдөрәтеп, ғазаптарын еңеләйтерлек ярҙам һорағандай тойолдо. Тәбиғи тойғоға бирелеп, Гөлмәрйәм апай карауатҡа табан атланы ла ҡошсоғон ҡурсалағандай ҡулын алға һуҙған ерҙән, ҡорт саҡҡандай, кире тартып алды – тәне тотош бешеп, тотор урыны ҡалмағайны Рәмиләнең. Бахыр ҡыҙ әсәһен таныны, ахыры, телен көскә әйләндереп шыбырҙаны: 

– Әсәй, үлтереп тәнем һыҙлай... Сәңгелдәккә һалып ҡына бәүет әле...

Гөлдәр Биргәнова

https://ejansura.ru/articles/hikaya/2023-09-06/s-gel-k-3421904

 

Сәңгелдәк
Сәңгелдәк
Автор:
Читайте нас: