+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
6 Сентябрь 2023, 13:20

МӨРЙӘЛӘРҘӘ ТӨТӨН...

-

 –Ҡыҙҙар, ҡыҙҙар, тим! Уянығыҙ! Йә, йәһәтерәк булығыҙ! Станцияғыҙға етеп киләбеҙ бит! Үәт, уянмайҙарсы? Ике минут ҡына туҡтап торасаҡбыҙ. Урын-ерегеҙҙе йыйыштыра һалығыҙ ҙа, ашығығыҙ!

Вагон оҙатыусы ҡатындың һуҡраныуына көскә күҙҙәрен асҡан ҡыҙҙар тороп ултырҙы. Ысынлап та, таң атҡан икән. Ана бит, пәрҙәләре тартып ҡуйылған булһа ла, тәҙрәнән иртәнге яҡтылыҡ вагон эсенә үтеп тә ингән. Тиҙерәк ҡайтып етербеҙ, тип иртәрәк йоҡларға ятҡан Хәниә менән Нәфисә таң атҡансы уянмай ҙа йоҡлаған икән. Тиҙ-тиҙ генә әҙерләнеп тамбурға килеп баҫҡан ҡыҙҙарға алмаш-тилмәш баштан-аяҡ күҙ ташлаған вагон оҙатыусы ҡатын, ни өсөндөр, аптырағандай һорап ҡуйҙы:

– Бәй-бәй, ҡыҙҙар, һеҙ ҡайҙан ҡасып киләһегеҙ ул бындай кейемдә?
Бер ни аңламаған ҡыҙҙар, вагон ишеге асылыу менән, тиҙерәк төшөп ҡалырға ашыҡты. Төшкәс тә, юғалып ҡалдылар. Еңелсә генә кейемдә, капрон колготки кейгән аяҡтарына туфлиҙар ғына кейеп алған ҡыҙҙар туп-тура күп кенә итеп яуып ташлаған ҡар өҫтөнә килеп төштө. Ҡасан шул тиклем яуып өлгөргән һуң? Юлға сыҡҡандарында йып-йылы алтын көҙ көнө ине ләһә!
Хәниә менән Нәфисә тиҙерәк вокзалға йүнәлделәр. Әҙәм заты юҡ бында. Бераҙ тапанып торғас, ҡарауылсы будкаһына барып, ҡайнар сәй эсеп алдылар ҙа, ҡайтырға йыйындылар. Ҡайҙан ҡайтып килеүҙәрен һорашҡас, ағай йәлләгән ҡараш ташлап, әйтеп ҡуйҙы: “Бигерәк еңел кейенеп юлға сыҡҡанһығыҙ икән. Мәскәүҙекенән беҙҙең климат күпкә айырыла бит ул. Сентябрь айында уҡ ҡар ятҡан йылдар ҙа бар беҙҙә. Йылыраҡ кейемегеҙ булмағайнымы ни?” Сумкаларында ятҡан свитерҙарын өҫтәп кейеп алдылар ҙа, ҡарауылсы менән хушлашып, ҡайтырға сыҡтылар. “Их, телеграмма ебәрергә кәрәк булған, ҡаршы алырҙар ине!” – үкенгәндәй әйтеп ҡуйҙы Нәфисә. Тәүҙә ҡыҙыу-ҡыҙыу атлаған ҡыҙҙар өшөгәндәрен тойманы. Һағындырырға ла өлгөргән тыуған яҡ тәбиғәтенә һоҡлана-һоҡлана юлдарын ыратты улар. Ап-аҡ донъя, ҡарҙың сафлығы күҙҙәрҙе ҡамаштыра хатта. Ауылдарына тиклем биш саҡрым. Берәй сәғәт тирәһендә ҡайтып та етергә тейештәр. Шулай ҙа, берәй машина-фәлән килеп сыҡмаҫмы, тип өмөтләнгәйнеләр башта. Йәкшәмбе көн ҡайҙан ғына булһын инде? Ҡар баҫҡан юлда ҡарауылсының эҙҙәре генә ярылып ята. Бара торғас, был уйҙарынан да һүрелделәр.
Хәниә шымып ҡалды. Уйҙарына сумып, аяҡтары өшөй башлағанын да тойманы ул.
Мәскәү һынлы Мәскәүҙән ҡайтып килә бит улар. Йәй уртаһында ауылдарынан сығып киткәйнеләр, ап-аҡ ҡарлы ҡыш башланғас, ҡайтып киләләр ана...
Мәктәптә уҡыуҙар тамамланғас, имтихандарын тапшырып бөткәйнеләр генә, Хәниәне директор бүлмәһенә саҡырҙылар. Ҡурҡа-ҡурҡа ғына барып инде. Директор бүлмәһендә ят бер ағай ҙа бар. “Бына, таныш бул, Хәниә, Мәскәүҙән килгән ағайың менән. Ул һине, тағы класташың Нәфисәне үҙҙәренең ҡалаһына эшкә алып китәсәк. Ундағы йөн иләү фабрикаһына бик күп эшселәр талап ителә. Эш хаҡы ла яҡшы буласаҡ. Әсәйҙәрегеҙ риза. Бына, ағайығыҙ менән һөйләшеп, килешегеҙ ҙә. Документтарыңды ҡулыңа бирәбеҙ...” Директорҙың һүҙҙәре аяҙ көндө йәшен һуҡҡандай тәъҫир итте Хәниәгә. “Мин бер ҡайҙа ла китмәйем...”Ҡыҙҙың шыбырлап ҡына әйткән һүҙҙәрен үҙ-ара һөйләшкән ағайҙар ишетмәне лә, шикелле. Теге ят ағай Хәниәгә ике билет һондо: “ Ике көндән әхирәтең менән юлға сығырһығыҙ. Мин ҡайтып китәм. Һеҙ килеп еткән иртәлә Ҡазан вокзалында үҙем ҡаршы алырмын”.
Бер ни аңламай Хәниә. Нисек инде, үҙенең ризалығын да һорашмайынса, уның өсөн барыһын да хәл иткәндәр һуң? Ә Хәниәнең хыялдары, уй-теләге барлығы береһенә лә ҡыҙыҡ түгел микән ни? Барыһы ла ҡапыл селпәрәмә килерме ошо бер көн эсендә?
Башын баҫып, уйға талып ҡайтып ингән Хәниәне ошо көндәрҙә генә отпускыға ҡайтып төшкән Заһиҙә апаһы ҡаршы алды. Ул бына ике йыл инде Өфөлә төҙөлөштә эшләй. Һеңлеһенең ни сәбәптән кәйефе юҡлығын белгәс, ихлас көлөп ебәрҙе:
– Ҡайғырма, һеңлем, барыһы ла һәйбәт буласаҡ. Аҡсаны күпләп ала башлаһаң, үҙең дә аңларһың.
– Минең үҙемдең теләгем булырға тейештер бит? Ниңә минең ризалыҡты һораманығыҙ? Уҡырға керермен, тигәйнем мин...
Апаһы ҡырҡа бүлдерҙе:
– Юҡ, китәһең Мәскәүгә, сыпрандама! Әсәйемдең һине уҡытып ятырға аҡсаһы юҡ. Былай ҙа ике ҡустыбыҙ уның ҡарамағында.
Һинең менән һүҙ бөттө, тигәндәй, апаһы боролоп китеп барҙы. Түгелеп иланы ла ебәрҙе Хәниә. Апаһы ла аңламағас... “Ошо көндән һуң яҙмышы ҡырҡа үҙгәрер ҙә ҡуйыр микән ни? Ә... уның менән? Башҡаса бер ҡасан да күрешмәҫтәр микән? Үҙе өйҙә юҡта хаттары килһә?” Һуңғы арала былай ҙа хат көтөп зарығып бөттө бит Хәниә. Был уйынан һуң күҙ йәштәрен бөтөнләй тыйып булырлыҡ түгел ине...

***
–Уй, аяҡтарым ныҡ өшөнө, ҡалайтайым икән, Хәниә? – Нәфисәнең иламһыраған тауышы ишетелде. Быға тиклем ул да уйланып килгәндер инде. Нәфисәнең күҙҙәренән йәштәре атылып сыҡты. Ҡар кисеп килеп бер ни тоймай башлаған аяҡтарын хәлдәренән килгәнсе ыуып алдылар ҙа, юлдарын дауам иттеләр.
...Әсәһе эштән ҡайтҡас барыһы ла, бәлки, яйланыр, тип өмөтләнгәйне лә. Юҡ икән шул. “Ана, Нәфисә юлға йыйынып та ята. Әҙерлән!” –тине ул да. Илауҙан күҙҙәре шешенеп бөткән Хәниә юрған аҫтына сумды ла таңға тиклем урынынан ҡуҙғалманы. Иртәнсәк әсәһе эшкә киткәс, Заһиҙә апаһы Хәниәнең әйберҙәрен үҙе үк тултыра башланы. Ул арала Нәфисә килеп етте:
–Мин әҙер, бишенсе яртыға килеп етермен дә, ҡуҙғалырбыҙ, йәме? – тине ул. Хәниә уға һөҙөп ҡарап:
–Минең унда барғым килмәй, үҙең генә кит!– тип әйтеүе булды, иланы ла ебәрҙе Нәфисә:
–Бер үҙем бармайым, икәүләп китәйек!
Заһиҙә уны йыуатып, тынысландырырға тырышты. Барыһы ла яҡшы буласаҡ, ҡайтып йыйын да, килерһең, тине ул. Бына төш ауып, юлға сығыр ваҡыт етте. Нәфисә килде. Хәниәнең:
–Мин бер ҡайҙа ла китмәйәсәкмен! – тип әйтеүе лә булды, Заһиҙә ҡош-ҡортто ҡурҡытыр өсөн ҡыҫтырып ҡуйылған сыбыҡты эләктереп алып, арҡаһына һыҙырмаһынмы! Бер ҡыҙғанда, тигән кеүек тағы бер-икене эләктерҙе. Ауыртыуҙан да бигерәк, ныҡ ғәрләнгән Хәниә юл сумкаһын эләктерә һалды ла, шәп-шәп атлап станцияға табан йүгерҙе. Был хәлдән һуң уның үҙенең дә был өйҙә бер генә минутҡа ла ҡалғыһы килмәй ине инде... Станцияға тиклем биш саҡрым араны “һә” тигәнсе барып та етте. Артына боролоп та ҡараманы. Йүгереп хәлдән тайған Заһиҙә менән Нәфисә Хәниәне вокзалда ғына ҡыуып еттеләр. Бына Мәскәү поезы ла килеп етте. Йылмайып, ихласлап вагонға оҙатып ҡалған апаһына бер һүҙ ҙә ҡушмай, Хәниә ашығып вагонға ашыҡты. Хәтере ныҡ ҡалған ине шул апаһына...
Мәскәүгә тиклем ике тәүлек самаһы барырға. Тынысланып, яҡшылап урынлашып бөткәс, тирә-яҡты күҙәтеп, юлдарын ыраттылар. Иртәнсәк Волга йылғаһын күргәс, һуштары китте ҡыҙҙарҙың. Үҙ ғүмерҙәрендә тәүге тапҡыр шундай ҙа киң, матур йылғаны күреүҙәре бит! Һоҡланып килә торғас, ваҡыттың нисек тиҙ үткәне лә тойолманы.
Мәскәүҙә Ҡазан вокзалына килеп төшкәс, бераҙ перронда тапанып торҙолар. Ҡаршылаған кеше күҙгә ташланманы. Бер нисә минуттан ғына, ашығып, теге ваҡыт ауылға килгән кеше килеп етте. Һуңлабыраҡ киткәненә ғәфү үтенде лә, ҡыҙҙарҙың сумкаларын үҙенә алып, артынан атларға ҡушты. Реутово тигән ҡалаға ошо минуттарҙа поезд ҡуҙғала, ашығайыҡ, тине.
Бына улар Реутово ҡалаһында. Дөйөм ятаҡҡа урынлашып, ял итеп алғас, ашханаға барып килделәр. Иртәгәһенә фабрикаға алып барып, эш менән таныштырҙылар. “Комиссия үтеп алығыҙ ҙа, эшкә башларһығыҙ. Бөгөнгә ял итегеҙ, ҡала менән таныша тороғоҙ!”– тинеләр. Бүлмәлә дүрт ҡыҙ бергә урынлашлаштылар. Татар һәм урыҫ ҡыҙы менән тиҙ арала уртаҡ тел табып, ҡала буйлап йөрөп килделәр. Люда Мәскәү өлкәһенән, Нәсиха Татарстандың Әлмәт ҡалаһынан. Ҡала бик оҡшаны. Аллеялар буйлап йөрөнөләр.
Тик комиссияны икәүһе лә үтә алманы шул, үкенескә ҡаршы. Фабрикала эшләргә ярамай, һиндә ниндәйҙер аллергия бар, тинеләр Хәниәгә. Ул “аллергия” тигәндәре нимә булалыр инде, был үҙе өсөн ят һүҙҙе бөтөнләй аңламаны ул. Нәфисәлә лә ниндәйҙер ҡаршылыҡ таптылар. Инде яҙмышына күнә генә башлаған Хәниәгә етә ҡалды. Үпкәләп тә, ярһып та илап алды. Бында килергә бер ҙә генә теләмәгәйне бит ул. Ысынлап та, ҡайҙа барып һуғылырға уларға? Кадрҙар бүлегенә саҡыртып алдылар. Әгәр ҡайтырға теләмәһәгеҙ, икенсе эшкә урынлашырға ярҙам итербеҙ, тине теге уларҙы алып килгән ағай. Ҡушҡуллап риза булды Хәниә. Теге хәлдәрҙән һуң ҡайтҡыһы ла килеп тормай уның. Нәфисә ниндәй уйҙа булғандыр?
Хәниәнең ҡәтғилеген белә бит ул, шуға ул да күнде...
***
Ашханаға ашнаҡсы ярҙамсыһы булып эшкә урынлаштылар. Егәрле, бөтмөр ауыл ҡыҙҙары тиҙ арала эштең айышына төшөнөп тә алды. Беренсе эш хаҡын алғас ҡыуаныуҙары! Ялдарында Мәскәүгә юлландылар. Бер сәғәт эсендә барып та еттеләр. Метрола ғына елдереп, үҙҙәрен ҡыҙыҡтырған урындарҙы барып күрҙеләр. Күптән хыялланған Ленин бабайҙың Мавзолейына ла барҙылар. Өйҙән хаттар килә башланы. Нисек кенә өмөтләнеп көтмәһен, Хәниә көткән хаттарҙы ебәреүсе булманы. Исмаһам, берәй хаты килде микән ауылға? Үҙе лә, бында килгәс, адресы үҙгәргәнен иҫкәртеп, яҙманы шул...
Унынсыла уҡығанында, сентябрь айында, Фәһим менән йылға буйында таныштылар. Таныштылар, тип... Белә ине уны Хәниә, арғы урамда ғына йәшәй. Бер класҡа алда уҡығас, аралашырға тура килмәгәйне. Шәмбе көндө күпләп кер йыуалар, шуға шишмә янында ғына аҡҡан йомшаҡ һыулы йылғанан мул итеп һыу ташып алалар. Был юлы ла мөлдөрәмә тулы биҙрәһен яр ситенә ҡуйҙы ла, икенсеһен алып, һыу тултырырға үрелгәйне генә:
–Сәләм, һылыу ҡыҙыҡай! Ҡайһылай егәрле икәнһең дә! – тигән тауышҡа тертләп, биҙрәһен төшөрҙө лә ебәрҙе. Үҙ уйҙарына сумып, яҡында ғына, ағастарға ышыҡланып атын һыу эсереп торған Фәһимде абайламаған да икән. Атының дилбегәһен янындағы ағасҡа эләктерә һалып, ҡыуана-ҡыуана ағып киткән биҙрәһе артынан йүгерергә йыйынған Хәниәнән алда, бер-ике һикереүҙә эләктереп тә алды силәкте сос егет. Яр ситендә баҫып торған Хәниәгә биҙрәһен һондо ла:
–Ҡурҡтыңмы, әй? –тине, ихлас йылмайып. Йылға эсендә шат йылмайып баҫып торған мөһабәт кәүҙәле егеткә күҙ һалғайны, әллә ни булды шул саҡ Хәниәгә. Үҙенең ныҡ итеп биттәре яна башлағанын тойҙо. Бигерәк матур күренеш ине шул. Егеттең күҙҙәренең ут сәсеүе! Әллә ҡояш яҡтыһына шулай күренде... Тиҙ генә көйәнтәһенә биҙрәләрен эләктерҙе лә, ҡайтыу яғына йүнәлде ҡыҙ. Был көндө башҡаса һыу юлына төшмәне. Кисен дуҫ ҡыҙҙары менән бергәләп киске уйынға сыҡҡайнылар. Дискотека бик күңелле үтте. Әхирәттәре менән хушлашып, үҙҙәре яғына боролдо.
–Хәлдәр нисек, Хәниә? Ҡараңғылыҡтан ҡапыл яңғыраған тауышҡа ҡойолоп төштө лә ҡуйҙы хыялланып килгән ҡыҙ. Ҡаршыһында Фәһим баҫып тора ине.
–Бына һиңә! Бөгөн икенсегә ҡурҡыттым инде әллә? Ғәфү, ғәфү, матур ҡыҙ! Клубта яныңа килә алманым, шуға иртәрәк сыҡтым да, һине көтөп торам. Ашыҡма әле, әйҙә бераҙ һөйләшеп торайыҡ? – Егет йомшаҡ ҡына, күңелде иретерҙәй, яғымлы итеп өндәште. Инде бераҙ тынысланған Хәниә ризалашты. Шунда Фәһим ҡыҙҙы күптән оҡшатып йөрөүен әйтте. “Икенсе синыфта күсмәй ҡалғас, ун һигеҙем тулыуға ғына мәктәп тамамланым. Барыбер хеҙмәткә алырҙар, тип уҡырға китмәй, эшкә урынлашҡайным, алманы ла ҡуйҙылар. Көҙөн дә, яҙын да! Бына, көҙгә алырҙар, тип көтәм әле,” –тип һөйләп, көлдөрөп тә алды. Хәниә лә, үҙенең тыуған көнө октябрь айына тура килеп, мәктәпкә һуңлап барыуын әйткәс, тағы көлөшөп алдылар. Шул көндән улар ял көндәрендә осраша башланылар. Киләсәк тураһында уйландылар. Хәниәгә егет көндән-көн нығыраҡ оҡшай. Егет менән осрашыуын әсәһе белмәй, шикелле. Бер һүҙ ул турала булғаны тойолмай. Бына егеткә повестка тотторҙолар. Билдәһеҙлек ҡоршауында ҡалған йәштәр осрашыуҙан һуң айырылып китә алмай бер булдылар. Иртәгә юлға, тигән кисте осрашып, вәғәҙә бирештеләр. Ярты йыл буйына хаттар яҙып торған Фәһим, ни сәбәптәндер, ҡапыл хат яҙыуҙан туҡтаны. Билгеһеҙлектән үтә ныҡ борсолған Хәниә почтальон ҡатын килгән һайын түҙемһеҙләнеп гәзит-журналдарҙы аҡтарҙы. Фәһимдән килгән хаттарға ғына яуап яҙып өйрәнгәнгәме, уңайһыҙландымы, сәбәбен һорашып, һөйгәненә үҙе башлап хат яҙманы...
Ике-өс ай ваҡыт “һә” тигәнсе үтеп тә китте. Ашханала бушлай ашаталар. Шуға ла алған аҡсалары үҙҙәренә таман ғына. Арыу ғына кейемдәр һатып алып, кейенешеп алдылар. Люда яҡында ғына йәшәгәс, ялында үҙҙәренә ҡайтып, бик тәмле сейә ҡайнатмаһы алып килде. Өс литрлыҡ банкала! Рәхәтләнеп һыйландылар ғына.
Бына бер көн икеһенә берсә ауылдан хат килеп төштө. “Тиҙ генә ҡайтып етегеҙ! Йөрөмәгеҙ унда ысталауайҙа эшләп. Бында ҡайтҡас та эш табылыр, уҡырға инерһегеҙ!” –тигәндәр. Хәниә аптырап, Нәфисәгә төбәлде. Комиссия үтә алмағас, икенсе эштә эшләп йөрөүҙәрен үҙе хатында яҙмағайны бит?
– Һин яҙҙыңмы?
Нәфисә иламһырап:
– Минең ҡайтҡым килә! Ныҡ һағындым өйҙәгеләрҙе. Әйҙә, ҡайтайыҡ, Хәниә! Эштән генә сығайыҡ та, – тип яуапланы.
Нәфисәне тынысландырып та, өгөтләп тә ҡараны Хәниә. “Миңә бында оҡшай, ҡайтмайыҡ ауылға, ҡалайыҡ!” – тине. Нәфисә риза түгел шул. Бер нисә көндән, Нәфисәнең тик күңелһеҙ, бойоҡ йөрөгәненән үҙенә лә ҡыйын була башлағас, Хәниә ризалашты. Юлға билет һатып алдылар ҙа, алтын көҙҙөң бер матур иртәһендә әхирәттәре менән хушлашып, тыуған яҡтарына ҡайтырға сыҡтылар...
***
– Хәниәү, Хәниә, тим! Һиңә өндәшәм! Нишләп яуап бирмәйһең ул?
– Ә-ә? Нимә тинең?
Нәфисәнең үҙенә ҡағылып нимәлер әйтеүенә ҡапыл тертләгән Хәниә әхирәтенә боролоп күҙ һалды:
–Нимә тинең?
– Ауылға етәбеҙ, тим. Ана, мөрйәләрҙән төтөн күренә! Их, тиҙерәк өйгә ҡайтып етеп, эҫе мунса инергә ине, ивет?
– Эйе...
“Өйҙә мине бер кем дә көтөп тормаҫ шул. Әсәй – эштә, ҡустылар мәктәптәлер... Исмаһам, мейес яғылған булып, өй эсе йылы булһа ла, ризамын!” Шулай уйланы Хәниә, күңелһеҙләнеп.
Ауыл өйҙәре мөрйәләренең барыһынан да тиерлек төтөн урғыла. Күңелдә әйтеп аңлатҡыһыҙ тойғо ошо күренештән. Һағындырған икән шул ауылды!
Бер ни ҙә тоймай башлаған аяҡтарын көскә тыңлатып, ниһайәт, ҡыҙҙар ауылға килеп етте. Хушлаштылар ҙа, һәр ҡайһыһы үҙҙәренең өйҙәренә йүнәлде. Солан ишеге башында ҡалдырып йөрөгән асҡысты табып, ишекте асып инде лә Хәниә, мейес арҡаһына ҡулын тейҙереп ҡараны. Ура! Йылыҡай! Рәхәәәт! Тиҙ-тиҙ генә сисенеп ташланы ла, юрғанға төрөнөп, ултырғысҡа ултырҙы. Бер ни тоймаҫлыҡ булып өшөгән аяҡтарын мейескә терәне. “Әлеееү?!” – тип ҡысҡырып ебәрҙе үҙе, йылыны тойған аяҡтарының әсеттереп һыҙлауына түҙә алмай. Тубыҡтарға тиклем ҡып-ҡыҙыл булған аяҡтарына яйлап йән керә башланы. Хәниә тороп мейескә ут яҡты, һыу эҫетергә ҡуйҙы. Эҫе һыуҙа аяҡтарын йылытып ултыра торғас, тынысланып, тирә-яғына күҙ һалды. Барыһы ла элеккесә. Бәй! Өс ай эсендә Хәниә өйҙә саҡта ла үҙгәрештәр булмай торғайны ла һа. Үҙ-үҙенән рәхәтләнеп көлөп алған Хәниә, инде бөтөнләй тынысланып, ҡайнар сәй эсеп алды. Тиҙҙән ҡустылары ҡайта башлар. Нимәлер бешереп ҡуйырға кәрәк. Апайҙары ҡайтыуына, эй, ҡыуанған булырҙар инде! Мәскәүҙән һәр ҡайһыһына исемләп алып ҡайтҡан бүләге, күстәнәсе лә бар бит әле апайҙарының!
Почтальон үтеп киткәнен күреп ҡалғас, урамға сығып, почта йәшнигенә күҙ һалды. Ундағы гәзиттәрҙең эсенән хат килеп төштө. Күптән көткән таныш почерк! Ҡыуанысы эсенә һыймаған ҡыҙ ашығып хатты асты ла, уҡый башланы. Бигерәк ҡыҫҡа ине Фәһимдең хаты:
“Һаумы, Хәниә! Һинән яуап хаттар көтә торғас, көтөк булып бөткәйнем инде. Бигерәк тә, билдәһеҙлек ғазапланы. Бынан ике аҙна элек әсәйеңдән хат килеп төшкәс, аңланым инде... Тәүҙә ныҡ өҙгөләндем. Былай ҙа һинән яуап хаттар килмәгәнгә ныҡ эсем боша ине. Әсәйеңдең хатын алғас, үҙемә ҡул һалырҙай инем... Командирым бер үҙемде ҡалдырмаҫҡа тырышып, эшен табып ҡына торҙо, үҙе мине йыуатты: “Артыҡ ҡайғырма, ҡустым, үтеп китә ул. Бер һинең менән генә ундай хәлдәр булған, тиһеңме? Минең дә шулай килеп сыҡты. Бына, ҡара әле миңә, шап-шаҡтаймын, иҫән – һаумын, ғаиләм дә бына тигән!” Ысынлап та, яйлап тынысланып барам. Йөрәк һыҙыла барыбер... Был хатты нимә тип яҙамындыр, уҡып та тормаҫһың, бәлки. Тик мин һине яратып өлгөргәйнем шул. Кейәүгә сығырлыҡ булғас, һин дә Фәтихты яратаһыңдыр... Ә шулай ҙа, ни өсөндөр, минең был хәбәргә күңелем ышанмай. Үҙ ҡулың менән бер-ике һөйләм менән булһа ла яҙһаң ине лә... Дөрөҫ кенәһен. Командирыма ла әйтеп ҡуйҙым шуны.
Ярай, Хәниә, мин һинең тик бәхетле булыуыңды теләйем. Осрашырға яҙырмы берәй мәл, уныһы яҙмыш ҡулында. Ни өсөн тигәндә, мин әрмелә ҡалырға булдым. Хәрби хеҙмәттә. Тиҙ арала, ошо көндәрҙә, Алыҫ Көнсығышҡа ебәрәсәктәр. Алда – билгеһеҙлек. Бәхетле бул, Хәниә!
Фәһим. 30 сентябрь, 1978 йыл. ”
Хатты ашығып уҡып сыҡҡан Хәниә шок хәлендә оҙаҡ ултырҙы. “Ниндәй кейәүгә сығыу, ти ул? Ниндәй Фәтихҡа?! Теге мәл үҙҙәренә ярҙамлашып йөрөгән егетте әйтәме? Нишләп әсәһе ул хатты яҙҙы икән? Ул иләмһеҙ Фәтихҡа кейәүгә сығыу түгел, күрһә лә ытырғанып ҡуя ине бит Хәниә. Эйәгендәге өс кенә бөртөк һаҡалы, һәр саҡ майлы ирендәре... Их! Нишләнең һин, әсәй?! Нишләнең... ”
– Һин илайһың, апай?
Ҡапыл янында ғына үтә яҡын тауышты ишеткән Хәниә башын күтәрҙе. Фәһимдең һуңғы хатын битенә ҡаплап буҫлығын илап, күҙҙәре шешенеп бөткән ҡыҙ бәләкәй Харис ҡустыһының ишек асып ингәнен дә ишетмәгән икән.
– Юҡ-юҡ, иламайым, ҡустым, иламайым...
Үҙе һулҡылдап ҡуйҙы ла, ҡулъяулығын алып күҙҙәрен һөрттө, бер нисә генә ай эсендә ныҡ һағынып өлгөргән ҡустыһын яратып күкрәгенә ҡыҫты.
–Апай... улар бик насар хаттарҙыр, эйеме?
Ҡустыһының көтөлмәгән һорауынан Хәниә аптырап ҡалды:
–Ниңә улай тиһең, Харис?
–Ул хаттар килһә, әсәйем гел мейескә ташланы. Яҙ көнө хат ташыусы апай әсәй өйҙә саҡта килгәндә тик үҙенә генә тапшырырға ҡушҡайны... “Яратмайым шуларҙың затын!” -тип көйгәйне...
Бына нисек икән... Ә нисек көттө Хәниә Фәһимдең хаттарын! Наҙлы, һағышлы итеп яҙған хаттарын алһа, нисек ҡанатланып йөрөр ине...
Күҙҙәренә мөлдөрәп ҡараған ҡустыһын тағы бер ҡосаҡлап яратып алды ла:
–Эйе, ҡустым, был насар хат икән шул. Мин дә уны мейескә ташлармын. Тик һин был турала бер кемгә лә әйтмәҫһең, яраймы? Һин бит ныҡ аҡыллы малайһың, шулай бит? –тип ышаныс менән ҡустыһына төбәлде.
–Ярай, апай, бер кемгә лә әйтмәйем! Хатта, әсәйгә лә!
Хәниә Мәскәүҙән алып ҡайтҡан бүләген, күстәнәсен ҡустыһына тотторҙо ла, өҫтәл әҙерләргә кереште. Тиҙҙән Данис ҡустыһы ла ҡайтып етер. Тик бына әсәһе менән нисек осрашырҙар икән? Фәһимдән хат килгәнен почтальон ҡатын әйтмәй торһа, яҡшыраҡ булыр ине лә...
Оҙон юлдан ҡайтып инеүенә ошондай ҙа йөрәген һыҙлатыр яңылыҡ көтөп торор тип һис тә уйламағайны Хәниә. Беренсе мөхәббәте менән бөтөнләйгә аралары өҙөлөр көн булған икән... Әллә... тиҙ арала хат яҙып һалырғамы? Ысынлап та, тиҙерәк хат яҙып һалыр кәрәк! Бәлки, адресы үҙгәреп өлгөрмәҫ элек барып та етер... Эйе, бөгөн үк яҙып һалыр кәрәк! Хәҙер үк!
Алда тағы ниҙәр көтә икән уны? Фәһим әйткән билдәһеҙлекме? Һәр кемдең яҙмышы маңлайына алдан яҙылып ҡуя, тиҙәр шул. Ошондай күңелһеҙ уйҙарға батҡан Хәниә ҡустыларының ҡыуаныслы тауыштарын ишетеп, улар янына ашыҡты..

Сәлиә Ғатауллина

https://agideljurn.ru/articles/s-sm-r-r/2023-06-30/m-ry-l-r-t-t-n-hik-y-s-li-ataullina-3322796

 

МӨРЙӘЛӘРҘӘ ТӨТӨН...
МӨРЙӘЛӘРҘӘ ТӨТӨН...
Автор:
Читайте нас: